Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡумыҙҙай ғына моңло ғүмер
Ҡумыҙҙай ғына моңло ғүмер Был хәйләһеҙ музыка ҡоралын – ҡыбырлап торған телле тимер киҫәген – әҙәпле, күп ваҡытын үҙ йортонда үткәргән, шау-шыулы йырҙарҙан, мәжлестәрҙән өрккән мөслимәләр яратыр булған. Илаһи тыйнаҡлыҡтан хасил булған шым, мөғжизәле моң малайҙың йөрәген әсир итә, тәүге ҡумыҙын да ҡулына әсәһе тоттора. Ошо бәләкәй генә тимер киҫәге менән малайға оло бәхет килә, үҙенсәлекле, камил маҡсат ярала.
Роберт музыка өсөн, был өлкәлә һөнәрмән булыу өсөн тыуһа ла, яҙмыш тәүҙә уны ҡатмарлы һынауҙар аша үткәрмәй ҡалмай. Ул 1932 йыл­дың 16 декабрендә Мәсетле райо­нының Әжекәй ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Тормоштоң ғәҙел­һеҙлеге малайҙың йөрәгендә уңал­маҫ эҙ ҡалдыра, өй мәшәҡә­те­нән бушамаған әсәһенең дә, нужанан ыҙа сиккән атаһының да баланың һәләттәренә иғтибар итерлек ваҡыты булмай. Бәләкәй генә сағынан яңғыҙы һарыҡ көтөп, көндәр буйы аралашыуһыҙ йонсоп, әҙәм тауышын ишетмәй үҫә ул. Хәйер, теле лә бик һуң асыла Роберттың. Әсе бала саҡ хәтирәләре күңелдә генә түгел, тәнендә лә онотолмаҫлыҡ тарих яҙа... Моңға мөкиббән китеп, уны әллә ҡайҙан тойған, төрлө музыка ҡоралында уйнай алған шәхестең бер ҡолағының бөтөнләй ишетмәүе хаҡында күптәр белмәйҙер ҙә әле.
Был аяныслы осраҡ ауыл клубында була. Онотҡанда бер кинокар­тина алып киләләр. Роберт үҙе­нең бер нисә тиҫтере менән фильм­ды тәҙ­рә аша ҡарарға була. Ҡапыл башына ҡаты итеп һуғыуҙан малай салҡан ҡолап төшә: киномеханик малайҙы “уҡытып” ала, йәнәһе. Иҫтән яҙған Роберт тышта, туң ерҙә таңға хәтлем ята... Үҫә биргәсерәк кенә, за­­манында ярҙам күрһәтмәүҙән үлемдән саҡ ҡалғанына төшөнә ул. Һу­ңынан йылдар буйы башы ауырта, ишетеү һәләте лә юғалып-юғалып тора. Әммә үҙ йортонда ишеткән һүҙ­ҙәр Роберттың йөрәгенә ҡылыс кеүек ҡаҙала. “Үлгән булһаң, һөттө ете кешегә генә бүлер инек”, – тиҙәр уға...
Өмөтһөҙ, моңһоу көндәрҙә – нужа һәм хәтһеҙ тир түгеү заманында – йәшәһә лә, малайҙың баш осонда бәхет йондоҙо, һирәк һәләт йондоҙо балҡый. Тормоштағы хәл-ваҡиғалар ҙа етеҙ үҫеш ала, улар иң төпкөл ауылдарҙы ла тыныс ҡалдырмай. Һуғыш башлана, Роберттың атаһы хеҙмәт әрмеһенә алына. Ғәзиз кешеһе ҡайтып бәйән иткән хәбәрҙәр малайҙың күңелен ҡытыҡлай, ҙур ҡалаларҙа гөрләгән тормошҡа, ялтыр-йолтор концерт залдарына, абруйлы уҡыу йорттарына әйҙәй. Роберт иһә был саҡырыуҙы “ҡабул итә”. Бер ҙә генә нота белеме алмайынса ла, музыка училищеһын, институт тамамлап, профессиональ баянсы, педагог булып сыға. Әммә был уңыштар тиҙ һәм бер ыңғайҙан ғына яуланмай. Әлегә яҡты хыял менән һуғыштан һуңғы аслыҡ йылдары йәнәш атлай.
Свердловск өлкәһенең Арта ҡасабаһындағы һөнәрселек учили­щеһы хаҡында йылы иҫтәлектәр һаҡлаған артист: ашаталар, кейенде­рә­ләр, һөнәргә өйрәтәләр. Артабан ике йыл салғы сүкеү заводында эшләй. 1952 йылда әрме хеҙмәтенә юллана. Оҙаҡ һәм ауыр була быныһы ла: өс йыл ярым ваҡыт һуҙымында тотҡондарҙы һаҡлай. Улар араһында 25 йыл ултырған “халыҡ дошмандары” ла, һөргөнгә ебәрелгәндәр ҙә була. Шундағы зыялыраҡтарҙың береһе Робертҡа баянда уйнау алымдарын күрһәтә. Музыка ҡоралының моңо йәш һал­дат­ҡа камиллыҡтың сиге кеүек тойо­ла. Егет баянсы булырға ҡарар итә.
Демобилизациянан һуң тормошо алға елә: баянсылар өсөн алты айлыҡ курс үтеү, тыуған районында ошо йүнәлештә эшләү, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инеү, танылған Николай Инякин исемле педагогта ғилем эстәү, 5-се музыка мәктәбендә эшләү һәм, ниһайәт, Свердловск педагогия институтының музыка факультетына барыу. 30 йылдан ашыу ғүмерен Өфөнөң 2-се педагогия учили­щеһында уҡытыуға арнай Роберт Заһретдинов.
Бала саҡта күргән михнәттәре өсөн Роберт Абдрахман улын яҙмыш баштан-аяҡҡаса бүләкләй кеүек. Яратҡан һөнәренә мөкиббән киткән, йыш ҡына концерттарҙа, етмәһә, үҙе ижад иткән әҫәрҙәре менән сығыш яһаған кешегә тағы нимә теләмәк кәрәк?! Ғаиләһе лә бынамын тигән: ҡәҙерле ҡатыны, һәләтле ҡыҙы бар.
Шуныһы ҡыҙыҡ: тормошоноң бар яҡлап та теүәл, тулы сағында Роберт Абдрахман улы күптәнге хыялына әйләнеп ҡайта – тамашасы хөкөмөнә үҙенең ҡумыҙҙа башҡарған программаларын әҙерләп сығара. Халыҡ иһә ҡумыҙсы Заһретдиновтың уйынын дәррәү ҡабул итә, мөғжизәгә тиңләй. Ҡоштарҙың сут-сут һайрауы, ат тояҡтары тауышы, ҡатын-ҡыҙҙың наҙлы моңдары менән кәкүк саҡы­ры­уы, бейеү ритмдары, бал ҡорт­тары гөжләүе һәм быларҙан да өҫ­тәрәк, бейегерәк – һабантурғай һай­рауы... Тынсыу йәй моңо, сәскәле бо­лондар симфонияһы яңғырай, ошонда уҡ мөғжизә тыуа – ҡумыҙ та­уышы менән тормошобоҙға Тәби­ғәт үҙе, изге башҡорт еренең хозурлығы килеп инә...
Бәләкәй генә, ябай тимер киҫәге менән сағылдырылған ҡумыҙға яңы һулыш өргән, уның мөмкинлектәрен киңәйткән Роберт Заһретдиновтың тормош юлы милли моңдарыбыҙҙай йөрәккә үтерлек әсе лә, фәһемле лә, һоҡланғыс та. Сикһеҙ музыкаль һәләт менән бергә көнләшерлек ныҡышмалылыҡ та бирелә артисҡа. Әйтерһең дә, алтын ҡуллы оҫта һәр нәмәгә йән, яңы сифат өрә.
Яратҡан ҡумыҙына башкөллө бирелеп, уны бар яҡлап та ентекле өй­рәнә Роберт Абдрахман улы. Акус­тика закондарынан, тимерҙең физик үҙенсәлектәренән башлап ҡумыҙҙың килеп сығыу тарихына, унда уйнау алым­дарына тиклем тикшерә ул. Һө­ҙөмтәлә артист юғары сифатлы ҡо­ростан күп тонлы ҡумыҙҙар серияһын булдыра, улар иһә тамашасыны матур тембры менән әсир итә.
Профессиональ баянсы һәм уйлап сығарыусы, йырсы, ҡурайсы, даһи ҡумыҙсы, педагог, ғалим һәм композитор. Композиторлығы ла тыумыштан һалынған. Уның сағыу, онотолмаҫлыҡ сығыштарында форма камиллығы асыҡ сағыла. Ул тамашасы иғтибарына ҡумыҙҙа уй­науҙан тыш ҡурай, тамаҡ һәм ябай тауыш ярҙамында башҡарылған моңдар менән байытылған үҙен­сәлекле композициялар тәҡдим итә.
Роберт Заһретдиновтың сығарған дисктары, кассеталары тотош донъя буйлап тарала, артист үҙе сит илдәрҙә, шул иҫәптән Японияла, Австралияла эшләргә саҡырыуҙар ала. Уның яуланған дипломдарын, грамоталарын, почетлы исемдәрен һанап тороу кәрәкмәҫ, сөнки уларҙың иге-сиге юҡ. Шулай ҙа ике награ­да­һын телгә алмау яҙыҡ булыр. Якутск ҡалаһында төрлө милләт ҡумыҙсы­ларын бергә йыйған “Донъя виртуоздары” исемле Халыҡ-ара бәйгелә Роберт Абдрахман улы гран-при яулап, аҡ алтындан яһалған ҡумыҙ менән бүләкләнә. Икенсе наградаһы хаҡында бәйән итеү бигерәк тә тулҡынландырғыс. Оҫта тамаҡ менән йырлау серен үҙләштерә. Был боронғо сәнғәт беҙгә быуаттар аша килгән. Фольклорҙың ошо үҙенсә­лекле төрө – халҡыбыҙҙың баһалап бөткөһөҙ байлыҡтарының береһе ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт көнкүрешенән юғала бара был күренеш. Тамаҡ менән йырлауҙы өйрәнеп, Роберт Заһретдинов уның биш төрөн үҙләштерә.
Күренеүенсә, Роберт Абдрахман улының хәйләһеҙ күңеле, кешеләргә ҡарата ябай, балаларса асыҡ мөнәсәбәте, яҡшылыҡҡа, изгелеккә ышаныуы тормош тарафынан лайыҡлы баһаланған.



Айһылыу Роберт ҡыҙы ЗАҺРЕТДИНОВА:

– Әсәйемә йыш ҡына Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия бейеү ансамбле менән гастролдәрҙә йөрөргә тура килде, шуға күрә мин бәләкәй сағымдан атайымдан айырылманым. Ярҙамға ауылдан иң оло апайын – инәйемде саҡырҙы, ул да мине тәрбиәләне. Атай минең өсөн тотош донъя – таяныс та, дуҫ та, ярҙамсы ла.
Әлбиттә, тормошта төрлөһө була, һуңғы өс-дүрт йыл эсендә минең ғаиләм байтаҡ юғалтыуҙар кисерҙе. Улар хаҡында атайыма һөйләмәҫкә тип уйлаһам да, ғәзиз кешем барыбер һиҙеп: “Ҡыҙым, һөйлә, һөйлә. Ҡаршылыҡтарҙы бергә еңербеҙ, ярҙам итермен, әсәйеңә генә әйтә күрмә, борсомайыҡ”, – ти торғайны. Атайым гел генә: “Әсәйеңде һаҡла. Һаулығы бик шәптән түгел”, – тип ҡабатлай ине миңә. Ысынбарлыҡ иһә башҡаса ҡоролған килеп сыҡты – үҙе беҙҙе ҡалдырып китте. Оло, асыҡ йөрәкле ине ғәзизебеҙ: шатлығын да, ҡайғыһын да һыйҙырҙы ул. Минең балаларыма ла таяныс булды.
Юғалтыуҙың ҙурлығын әйтеп кенә аңлатыуы ҡыйын. Иртән дә, кисен дә ошо уй башымдан китмәй. Машинала барғанда атайҙың дисктарын тыңлайым, йырҙарының тәрәнлеген, бөйөклөгөн әле генә ныҡлап төшөнәм кеүек. Ҡәҙерлемдең ижадын яңынан асҡандай булам.
Барлыҡ кешеләргә лә яҡын дуҫ, ярҙамсыл, ғәҙел ине атайым. Эшһеҙ ултырған бер минуты ла булманы. Ижадта ла, йорт эсендә лә, баҡсала ла ихлас көс түкте, хеҙмәтте яратты.
...Ауылдан балыҡ килтереүем хаҡында әйткәс, телевизор ҡарап ятҡан атайым дәртләнеп уны әҙерләргә тотондо. Мин һауыт-һаба йыуам, ул эргәлә балыҡ таҙарта. Эшен тамамлағас, бер генә ҡысҡырып ебәрҙе. Ҡулын ҡырҡты икән тип, әйләнгәнсе, атайыма инсульт булған...
Вафаты ҡапыл булды, киләсәккә етди пландар ҡороп йәшәгән сағыбыҙ ине. Уларҙы тормошҡа ашырыуҙы үҙ өҫтөмә алдым, республика етәкселеге, Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында эштәрҙе башҡарып сығырбыҙ, тип ышанам. Һуңғы йылдарҙа атайым яңы диск әҙерләгәйне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның сығыуын күрә алманы. Был эште лә тормошҡа ашырыуҙы үҙ бурысым тип һанайым.
Июль аҙағында Мәсетле районында Роберт Заһретдиновтың ижадына, тормошона арналған фильм төшөрөләсәк. Әле ауылдағы мәктәп тә, район музейы ла уның исемен йөрөтөү буйынса үтенес ҡағыҙы әҙерләй.
Киләһе йылда атайыма 85 йәш тулған булыр ине. Күптән инде ошо юбилейға республикала ҡумыҙ һәм тамаҡ менән йырлау буйынса халыҡ-ара фестиваль, конгресс ойошторорға ниәтләгәйнек. Донъяның 40-тан ашыу иленән ҡатнашыусылар киләсәк. Барлыҡ халыҡтар ҙа был фестивалде түҙемһеҙләнеп көтә, сөнки ҡумыҙҙың киң таралған, танылған төбәге ул Башҡортостан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780