Бөгөн ауылдарҙа, төбәктәрҙә Совет осоронда барлыҡҡа килгән ҡатын-ҡыҙҙар советтары бөтөнләй эшләмәй тиеүселәр ҙә бар. Заман башҡа – заң башҡа, ти бит халыҡ мәҡәле. Тап ана шул дәүер менән бергә йәмәғәтселек ойошмаларының үҙгәреше, яңыса тын алып йәшәп китеүе хаҡында уйландым Федоровка һәм Күгәрсен райондары ағинәйҙәре менән осрашҡандан һуң.
Социаль селтәрҙәрҙәге фотоларға, матбуғат биттәрендәге мәҡәләләргә күҙ һалып, бәлки, ҡай берәүҙәр ағинәйҙәрҙең эше йырлап-бейеүгә генә ҡайтып ҡала тип уйлай торғандыр. Әммә борон-борондан килгән халҡыбыҙ мираҫынан, хазинаһынан айырып та ҡарап булмай бөгөнгөбөҙҙө. Глобалләштереү, хатта ҡулайлаштырыу кеүек заман күренештәренә бирешмәҫ өсөн беҙгә тамырҙарыбыҙға йәбешеп, Уралыбыҙға кендегебеҙҙе нығыраҡ бәйләү мөһим. Шуға күрә халыҡ ижадынан, тарихи сығанаҡтарҙан һут алмау мөмкин түгел. Бала Сытырмандың оло сараһыҠул эштәре күргәҙмәһе, милли кейемдәге хужалар үҙҙәре байрамдың ысын мәғәнәһендә йәменә әйләнде. Федоровка районының Бала Сытырман ауылына йыйылған ағинәйҙәр ишек төбөнән үк ҡунаҡтарҙы милли йолаларға ярашлы ҡаршы алды: район хакимиәте башлығы Радик Ишмөхәмәтов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рузалия Хисмәтуллина, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева төбәк башҡорттарының йыр-моңо аҫтында күргәҙмәләр, ағинәйҙәрҙең ауыҙ-тел ижады менән танышты.
Радик Ғилметдин улына һүҙ бирелгәс, ул Федоровка ерендә бер нисә милләттең үҙ-ара татыу йәшәүенә, әммә башҡорттарҙың, ер хужалары булараҡ, рухиәт һағында тороуына айырым баҫым яһаны. Ул ауылдарҙа эскелекте тыйыуға, милли сараларҙы киң йәйелдереп үткәреүгә өлгәшкән төбәктең әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Алып барыусының сценарийынан бер өҙөк килтерәм, сөнки был күренеш тотош республикабыҙҙа, Рәсәйҙә күҙәтелә: “Бала Сытырман ауыл биләмәһенә ҡараған Яңы Яуышта эскелектең гөрлөп сәскә атҡан мәле ине. Күҙ алдында милләт зәғифләнә, эскелектән бынамын тигән апай-ағайҙар гүр эйәһе була. Беҙ, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, эскесенең яҙмышы үҙенең ҡулында тип уйлап, ҡул һелтәп ҡуймайыҡ. Эскелек һаҙлығынан һөйрәп сығарырға тырышып ҡарайыҡ әле тигән маҡсат менән иң тәүҙә спиртлы эсемлек һатыусылар менән һөйләшеү алып бара башланыҡ. Яйлап ҡына яныбыҙға олораҡ йәштәге абруйлы апайҙарҙы – ағинәйҙәрҙе алдыҡ. Ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә, эскән ҡатындарға, спиртлы эсемлек һатыусыларға бергәләп барып, аңлатырға тырыштыҡ. 2014 йылдан ағинәйҙәр айырым ҡорға тупланып, дәррәү эш башланыҡ!” Бына ошо рәүешле Яуыш ауылы халҡы эскелек һаҙлығына батып барған еренән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, хатта еңеп сыҡҡан! Эйе, бер көндә, бер айҙа, хатта бер йылда эшләнә торған эш түгел был, әммә бергәләп тотонғас, үҙ маҡсатына ирешкән бит ағинәйҙәр. Ҡул һелтәп ҡараһаң, барыһына ла төкөрөргә була, әммә өҫтөнә бурыс алып, милләт яҙмышы менән янған ағинәй иҫерек ҡатын, спиртлы эсемлек еҫе аңҡып торған ир-ат янынан бер һүҙһеҙ генә үтеп китә буламы һуң? Кем матур итеп әңгәмә ҡороп, икенсеһе доға менән, өсөнсөһө оялтып – барыбер маҡсатына ирешкәндәр. Улар бөгөн дә ошо бәйгенән алған рух күтәренкелеге менән йәшәй, халыҡтан аҡса йыйып, мәсет һалыу эше менән яна.
Шуныһы ғына үкенесле: еңеүселәрҙе билдәләр мәл еткәс, финанс сығымдарҙы бүлеү мөмкинлеге сикле булыуы асыҡланған. Шуға күрә лә конкурсты ойоштороусыларҙың береһе булараҡ сығыш яһаған “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева ҡунаҡҡа килгән депутаттарға, район хакимиәте башлығына йөрәк үтенесен белдерҙе: “Ағинәйҙәр хәрәкәте башланғандан алып был төбәктә бик күп эш башҡарылды. Яңы Яуыш ауылы республикала иң үҙенсәлекле, өлгөлө миҫал күрһәткәндәрҙең береһе булды. Халыҡты дәртләндереү йәһәтенән еңеүселәрҙе билдәләү өсөн мөмкинлек табырығыҙға ышанысым ҙур!”
“Ынйылар” балалар фольклор ансамбле яңыраҡ Әлшәй районында уҙған “Башҡортостан ынйылары” конкурсынан 2-се урын алып ҡайтҡан. 18 мартта Мәләүездә үткән “Халыҡ уйындары” республика конкурсында гран-при яулағандар. Иҫ киткес һоҡланғыс был балаларҙың сығышы! Етәкселәре Тәзкирә Ғәлина менән Ишморат Маликов, әйткәндәй, үҙ ваҡыты иҫәбенә, бушлай шөғөлләнә улар менән. Балалар фольклор ансамбле ағзалары яҡташтары, Советтар Союзы Геройы Ғәтиәт Ишҡоловтың бала сағын сәхнәләштереп, тыуған яғы батырҙарына дан йырлау менән бергә фольклорҙа яңы фекер әйтте: яңыса таҡмаҡтар, батыр исеменә бәйләп һүрәтләнгән тормош күренештәре – барыһы ла байрамға биҙәк булды.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева үҙ сығышында ил башлығының йәмәғәт ойошмаларын күтәрергә кәрәклеге хаҡындағы фекеренә баҫым яһаны. Ул шулай уҡ урындағы халыҡ менән осрашып, иң әүҙем ағинәйҙәрҙең иңенә яулыҡ япты. Кеше араһында мәртәбәләп маҡтап, яулыҡ ябыу – халҡыбыҙҙың борондан килгән йолаһы. Сығышын Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мостай Кәримдең шиғыр юлдары менән тамамлап, халыҡ мәнфәғәтендә көрәшергә әҙер булырға саҡырҙы. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рузалия Хисмәтуллина ла үҙ сығышында ҡатын-ҡыҙҙың донъя тотҡаһы булыуына баҫым яһаны.
Бала Сытырман ауылы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Рәйфә Вәлиева ғүмер буйы мәғариф өлкәһендә туплаған белемен милләт киләсәге өсөн файҙаланырға була. Был уй уны, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан һуң ағинәйҙәр хәрәкәтен тергеҙеп, 2010 йылда ете кешенән торған төркөм менән үҙ эшен башлауға этәрә. Нимә генә эшләмәй ағинәйҙәр үҙ ауылында: милли, дини байрамдарҙы бергәләп үткәреү, зыяратты, мәсетте тәртиптә тотоу, тәбиғәтте һаҡлау, 50, 60, йыл бергә йәшәгән парҙарҙы тәбрикләп, улар миҫалында балаларға өлгө күрһәтеү. Хәйер, бөтәһен дә теҙеп һанап та бөтөрлөк түгел, әммә шуныһы мәғлүм: бәлки, ҡайһы бер эштәре бөгөн үк һөҙөмтә лә бирмәҫ, әммә милләт әсәләре, бала баҡҡан кеүек, милләт бишеген дә бәүелтә, шағир әйтмешләй. Шуға күрә улар тәрбиәһендә үҫкән йәштәрҙең, балаларҙың уңышы киләсәктә һөйөндөрөр әле.
Район ҡоролтайы етәксеһе Алһыу Тәтегәсова етәкләгән йәмәғәт ойошмаһы менән бергә, бер уйлы булып башҡара ғәмәлдәрен төбәк ағинәйҙәре. Федоровканың һәр башҡорт ауылынан килгән ағинәйҙәр сығыштарында бөгөн ниндәй маҡсаттар менән янып йәшәүҙәре хаҡында һөйләне. Бала Сытырман ауылы хакимиәте башлығы Мәрғизә Арыҫланова эш барышында тап ағинәйҙәр менән ҡулға-ҡул тотоношоп атлауы хаҡында әйтеп, шулай уҡ алдынғы ҡарашлыларҙы тәбрикләп үтте.
“Шәл бәйләү”, “Килен төшөрөү”, “Өй күтәреү”, “Яусы ҡаршылау”, “Таң һыуы” кеүек милли йолалар ҙа менде сәхнәгә. Ошонда күренә лә инде һәр төбәктең үҙенсәлеге. Күберәген юрматы ырыуы башҡорттары ағинәйҙәрен туплаған сара, йәш айырмаһына ҡарап тормай, өлкәндәрҙең дә бейеп-йырлауы менән бергә үрелеп барҙы. Өлкән йәштәге апайҙарҙың төҫ ташламай матур һаҡланыуының сере нимәлә икән? Дим йылғаһы ошо ерҙән башланыуға бәйлеме, әллә күңел торошо сағыламы ул йөҙ-ҡиәфәттә? “Һылыуҡай” республика матурлыҡ конкурсында еңеүсе ҡыҙҙар ҙа ошо яҡтан булыуы иҫкә төштө шул саҡ. Барҙыр инде бер ғилләһе.
Бала Сытырман ауылы ҡыҙы, билдәле тележурналист Гөлдәриә Йосопова ла сығышы менән сараны йәмләне, милләт ҡотон һаҡлаған ҡатын-ҡыҙҙарға, яратҡан уҡытыусыһына бүләктәр тапшырҙы.
Ишморат Маликов, Тәзкирә Ғәлина, Марат Дәүләтшин, Дания Йомағолова, Гөлнара Әминева, Әлфир Дилмөхәмәтов, “Айгүзәл”, “Замандаш” фольклор ансамблдәре, “Ағинәйҙәр” коллективтары йыр-бейеүҙәре менән байрамдың моңон арттырҙы. Хәлисә Багаеваның ҡул эштәренә оҫта булыуы менән бергә матур бейеүен дә әйтеп үтмәй булмай. Ул “Байыҡ” бейеү фестивалендә лә ҡатнашып, еңеү яулаған. Шуныһы ҡыҙыҡ: аҙаҡ ошо сығышын һүрәтләп картина сиккән!
Сараны йәнле итеп алып барған Тәзкирә Ғәлинаның ауыҙынан сыҡҡан йөрәк һүҙҙәре тотош төбәк ағинәйҙәренең асылын күрһәтте, рухи талпыныштарын сағылдырҙы, минеңсә. “Милләт яҙмышын ҡулға алырға бурыслы ағинәйҙәр. Ҡайҙалыр – яҡшы һүҙ, икенсе ерҙә – яҡты сырай, өсөнсө урында – эшлекле кәңәш, дүртенсе тарафта бәрәкәтле ғәмәл менән ауылдарҙа ҡот, ырыҫ арттырыу ниәте менән янайыҡ!”– тип мөрәжәғәт итте ул. Сараның мәртәбәһен күтәреп, ағинәйҙәргә ышаныс белдереп килгән, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған район хакимиәте башлығы Радик Ишмөхәмәтовҡа ла рәхмәтле ҡатын-ҡыҙҙар. Күп нәмә етәксенән тора! Бына тап ошо сәғәттә түгел, киләсәктә ағинәйҙәр хәрәкәтенең емештәрен тирер әле федоровкалар.
Мәрхәмәтле милләт мәртәбәлеАртабан Күгәрсен районына юлландыҡ. Унда беҙ “Мәрхәмәтле милләт мәртәбәле” тигән сарала ҡатнаштыҡ. Урындағы ғына түгел, күрше Ейәнсура, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Көйөргәҙе, Сибай, Ырымбур ағинәйҙәре бергәләшеп, төбәк балалары – Түкән ауылынан Гөлфиә Аҡкөбәкова менән Ҡаҙир ауылынан Билал Байғусҡаровҡа матди ярҙам күрһәтеү йәһәтенән ҡор йыйҙы. Хәйер, мәрхәмәтлек акцияһында районда йәшәгән һәр кем, хатта юл ыңғайы һуғылғандар ҙа ҡатнаша ала, сөнки ҡаты сиргә дусар булған балаларҙың яҙмышына бер кем дә битараф ҡалмаҫ, моғайын.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Баянов мәрхәмәтлек акцияһын ойошторған төбәк ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе Әминә Әҙелғужинаға, ҡоролтай рәйесе Гөлфиә Искәндароваға рәхмәтен белдерҙе. Ул шулай уҡ залдағыларға мөрәжәғәт итеп: “Ата-әсә, бала һаулығына тип рюмка тоторға түгел, ә ҡулдарҙы күтәреп, доға ҡылырға кәрәк!” – тип тамамланы сығышын.
Шуныһы ҙур иғтибарға лайыҡ: ошо төбәк ҡыҙы, депутат Сәлиә Мырҙабаеваның ҡатнашыуы сараға бәҫ кенә өҫтәп ҡалманы, ә бик күп һорауҙарға ла асыҡлыҡ индерҙе. Табип булараҡ, Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы ауырыуҙарҙың хәл-әхүәле менән күптән таныш. Уларҙың һәр береһенә кәңәш ярҙамы ғына түгел, социаль, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә битараф булмаған депутат булараҡ, ул Гөлфиә менән Билалдың сәләмәтлеге һағына ла баҫҡан. Шуныһы ҡыуаныслы: ул ҡулынан килгән тиклемен эшләгән – тейешле хеҙмәтләндереү, кәрәкле операция үткәреү, коляска алыуҙы ла хәстәрләгән. Үҙенең сығышында Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы һәр өлкәлә хоҡуҡтарҙы белеп, яҡшы көнгә ынтылып йәшәргә саҡырҙы. Райондың алдынғы ҡарашлы ағинәйҙәре Сәлиә Мырҙабаева ҡулынан һәҙиәгә шәл-яулыҡтар алды. Ул шулай уҡ башҡорт ҡоролтайына эштәрен еңелләштереү маҡсатынан ноутбук та бүләк итте.
Ағинәйҙәр хәрәкәте етәксеһе Гөлфиә Янбаеваға һүҙ бирелгәс, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән иң әүҙем ағинәйҙәргә Рәхмәт хаттарын тапшырҙы һәм йәнә лә бер тапҡыр, ағинәй булыу – ул ҡартлыҡ билдәһе түгел, ә мәртәбәлек сағылышы, милләт ғәме менән йәшәү тойғоһо, тине. Эйе, уҙған быуаттарға күҙ һалһаҡ та, батырыбыҙ, шағир Салауат Юлаевтың ҡарт кеше түгеллеген, йәп-йәш көйөнә ғәскәрен артынан эйәрткәнен яҡшы беләбеҙ. Халыҡ уның йөрәк һүҙе саҡырыуына тупланған, сөнки ул аҡһаҡалдарға хас тәрән зиһенгә, ғәййәрлеккә эйә булған. “Булғадир булған, ай, Салауат егерме лә ике йәшендә”, тип йырлана халыҡ йырында. Тимәк, Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы әйтеүенсә, киләсәктә ойошманың рәсми документтарын ҡулға алғанда, унда ағинәйҙәрҙең йәше 18 булыуы ла бик ихтимал. Милли рухлы сая егеттәр, ҡыҙҙар йәшлеге, эске талпынышы менән арбай халҡын.
Күгәрсен районына беренсе тапҡыр түгел килеүем, киреһенсә, иң йыш йөрөгән республика төбәктәренең береһе ул. Әммә барған һайын сәсән телле халыҡтың маһирлығына, ҡаҡшамаҫ рухына, көрәшсе затынан булыуына инанып ҡайтам. Юҡҡа ғына тап был ерҙә тыумағандыр ил ағалары, халҡы ғәме менән йәшәгән ил ҡыҙҙары. Бәндәбикә кеүек милләт хәстәре менән янған арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙыбыҙҙы ғына ла иҫкә төшөрөү етә. Шуға бөгөн дә алдынғы ҡарашлы ағинәйҙәр тупланғандыр был төбәктә.
Шуларҙың береһе – ағинәйҙәр хәрәкәте етәксеһе, абыстай Әминә Әҙелғужина. Ире менән улар биш бала тәрбиәләй. Бынан тыш, Әминә йәмәғәтселек эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. “Ете ҡыҙ” ательеһы асып, ул төбәк ҡатын-ҡыҙҙарына милли нағышлы күлдәктәр, дини кейемдәр тегә. Милли күлдәктән башланырға тейештер ҙә бөгөн ағинәйҙәр ҡороноң эшмәкәрлеге. Ҡайҙа барһаң да, кейемеңә ҡарап һинең кемлегеңде танып торасаҡтар. Халҡыңдың борон-борондан һаҡланып килгән кейемен бөгөн тергеҙеү – ул үҙ асылыбыҙ менән замана бәләләренән һаҡланып ҡалыу тигән һүҙ. Афарин, Әминә абыстай! Ижади эшмәкәрлегегеҙгә ҡеүәт өҫтәлһен!
Байрам сәхнәһендә төрлө йәштәге район ҡатын-ҡыҙҙары тап “Ете ҡыҙ”ҙа тегелгән кейемдәрҙә дефиле күрһәтте. Бәләкәс кенә ҡыҙҙар менән бергә сибәр һылыуҙар, өлкән йәштәге апайҙар матур итеп атлап, күлдәктәр менән таныштырҙы. Хатта оҡшаны был күренеш тамашасыларға!
Һәр хәрәкәте, ым-ишараһы менән ысын башҡорт асылын кәүҙәләндергән сәсәниә Асия апай Ғәйнуллинаның сығышын сарсап килгән юлсы ҡымыҙҙан ауыҙ иткәндәй булып тыңланы халыҡ. Ул Мораҡ мәҙәниәт йортон ҡунаҡ булараҡ биҙәне, йәштәргә илһам өҫтәне. Етмәһә, үҙе ошо яҡ килене лә икән. Боронғо ағинәйҙәргә хас телмәр, һәр йоланы тәрән өйрәнеү, һеңдереп үҫеү уның үҙен бөгөнгөбөҙҙөң хазинаһы яһаған. “Урал батыр” эпосынан өҙөктө ул ана нисек уҡый! Сабыйҙарҙы әүәй итеүҙе ана нисек моңло итеп башҡара! Юҡҡа ғына халыҡ ижадын дөрөҫ аңлаусыларҙы, халыҡҡа дөрөҫ еткереүселәрҙе тылсымсыға тиңләмәйҙәр, күрәһең. Асия Солтан ҡыҙы ағинәйҙәргә тәрән фәһем генә биреп ҡалманы, ә оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте. Унан өйрәнергә кәрәк милләт ҡотон һаҡлау серҙәренә!
Һәр сығыш араһында Күгәрсен районы ағинәйҙәре милли йолалар менән таныштырҙы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре дәртле йыр-бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы. Ул арала иғлан ителгән мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылып, һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырышты.
“Хоҙайбирҙин тоҡомонан ул!” – тип таныштырҙылар Ирек Раял улы Юдаев менән. Ул – Хоҙайбирҙин, Ялсы, Түбәнге Һапаш, Вәлит, Юлдаш ауылдарын, Киров утарын берләштергән хакимиәт башлығы. Бына инде 16 йыл халыҡ ышанысын аҡлап, ошо вазифала ихлас күңелдән хеҙмәт итә. Беләһегеҙме, был ауылдарҙың береһендә лә араҡы һатылмай, Түбәнге Һапашта ғына сауҙа нөктәһендә һыра күренә, әммә оҙаҡламай унда ла спиртлы эсемлектәр юҡҡа сығыр тип өмөт итә төбәк халҡы.
Эште Ирек Раял улы урындағы рухлы милләттәштәренә таянып башлаған. Ауылдарҙа иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыуға бағышлап йыйындар үткәргәндәр. Әлбиттә, был эшкә иң тәүҙә ҡатын-ҡыҙ ихлас ҡушылған. Йыйылыштарға килмәгәндәрҙең өйөнә барып, һорау алыу ойошторғандар. Һөҙөмтәлә район Советына ауыл биләмәһендә спиртлы эсемлектәрҙе тыйыу хаҡында ҡарар сығарыуҙы һорап мөрәжәғәт иткәндәр.
Бөгөн Хоҙайбирҙин төбәгенең тәҡдимен Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай тикшерергә йыйына. Тәртибе шулай: ошо төбәктә иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы туҡтатыу буйынса закон сығарылырға тейеш. Бына бит, теләгән юлын таба, ә теләмәгәндәр, бөгөн демократия, кем нимә теләй – шуны эсә, нимә теләй – шуны сығарып һата, ти. Ә бит Ирек Раял улы әйтеүенсә, был ауылдарҙа эскәндәр, бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан әҙәмдәр ҙә юҡ. Ләкин оло бәлә ишек шаҡығансы тотонғандар был эшкә. Балалар, йәштәр айыҡ тормошто күреп, үҙҙәре өлгө алып, артабан үрнәк булып үҫеүҙәрен маҡсат итеп ҡуйғанға баҫҡан улар был юлға. Бында һәр ауылда тиерлек спорт майҙансыҡтары бар, киләһе йыл тағы ла бер нисәһен сафҡа индерергә ниәтләйҙәр. Хоҙайбирҙин ауылы егете, Мәләүездә бокс секцияһында балалар менән шөғөлләнгән Рәзиф Әмиров аҙна һайын ҡайтып, үҙ ваҡыты иҫәбенә тыуған ауылында ла уҡыусыларҙы спорт серҙәренә өйрәтә. Маҡтағы ғына килеп тора бындай аҫыл егеттәрҙе. Улар бит бер ниндәй дан-шөһрәт, кеше күҙенә салыныу өсөн түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса тотонған был ниәткә.
Күгәрсен районынан сыҡҡан йәштәрҙең баш ҡалалағы ойошмаһы етәксеһе Айгөл Байназарова сығыш яһап, шулай уҡ үҙҙәренең исеменән балаларға аҡсалата ярҙам тапшырҙы. Ул шулай уҡ Күгәрсен йәштәренең берҙәмлеге, әүҙемлеге хаҡында ла әйтеп үтте.
Мәрхәмәтлек акцияһы аҙағында күңелдәрҙе йылытыр һан яңғыраны сәхнәнән: ярҙамға мохтаж балаларға 123 мең һум аҡса йыйылған! Шул саҡ Ер шарына Аллаһ Тәғәләнең 123 меңдән ашыу пәйғәмбәр ебәргәне хаҡында мәғлүмәт хәтергә төштө. Был да бит юҡҡа түгел, тимәк, сабыйҙарҙың сәләмәтлеге өсөн ихлас башҡарылған ғәмәл барышында Күктәр үҙҙәре лә был мәрхәмәтлек аҙымына фатиха биргән. Хоҙай Тәғәлә насип итеп, Гөлфиә менән Билалдың һаулығы нығынһын! Ойоштороусылар залға мөрәжәғәт итеп:
– Был ике балаға 50-шәр меңдән бүлеп биреп, ҡалғанын мөмкинлеге сикләгән балалар менән шөғөлләнеүселәргә тапшырһаҡ, ризаһығыҙмы? – тип һораны. Зал алҡыштарға күмде тәҡдимде. Ихлас күңелдән әйтелгән теләктәр, ғәмәлдәр ҡабул булһын. Район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин ҡеүәтләүе менән мәрхәмәтлек акцияһы итеп ойошторолған ағинәйҙәр йыйыны миһырбанлы кешеләрҙе, ил хәстәре менән янғандарҙы бергә тупланы.
Бындай саралар һәр саҡ ана шулай рух күтәренкелеге, ниндәйҙер конкрет ғәмәлдәр менән үтә. Борон-борондан ир-егеттәр яуҙа, сәфәрҙә йөрөгән, улар йөрәгендә – ил хәстәре. Ә инде бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар үҙ иңенә йорт хәстәрен, ғаилә мәшәҡәттәрен дәүләт кимәленә күтәрерлек маҡсат алған икән, тимәк, беҙ дөрөҫ юлда. Бәләкәй генә дәүләт булған ғаиләнән башлана илдең именлеге.
АҒИНӘЙ Асмандарҙан тороп ете ҡыҙ ҙа
Әйҙәп торған саҡта сафлыҡҡа,
Ҡан хәтерен йәндә тергеҙәһең,
Ҡот ҡояһың бөгөн халыҡҡа.
Асылыңдан алып ҡуҙ һалаһың
Йөрәгенә һәр бер башҡорттоң.
Эй, Ағинәй,
Шомло заманда ла
Ҡәүемемдең йөҙөн балҡыттың!
Ата-бабаларҙан ҡеүәт алып,
Тупраҡтарҙа тойоп ал ҡанын,
Урал тәғлимәтен еткерҙең һин,
Йәншишмәлә ғәмде сайҡаның.
Һәр бер һүҙең һинең – үҙе доға,
Һәр ишараң иман нығыта.
Һомайғоштан ғына яралдыңмы,
Милләтемә булып cал бата.
Әйткәндәрең беҙҙе йырлата ла
Һәр кинәйәң йәнде илата!
Аһ, Ағинәй!..