Күреп өйрәнгән, көндәлек тормошоңдоң бер өлөшөнә әйләнгән нәмәгә әллә ни иғтибар ҙа итеп бөтмәйһең бит ул. Һәр кемдең бала саҡ хәтирәләре ғүмер буйы оҙата килгән кеүек, Әлшәй районында уҙған “Быуаттарҙы быуаттарға ялғап” республика балаҫ фестивале мәлендә мин дә ирекһеҙҙән үткән быуаттың 80-се йылдарына әйләнеп ҡайттым.
Балаҫ һуғыу, балалар өйләнешкәндә һарыҡ йөнөнән һуғылған был боронғо ҡомартҡыны бүләк итеү, махсус технология буйынса йөндәрҙе әҙерләү, буяу кеүек күренештәр көнитмешебеҙҙең бер өлөшө ине. Ә инде ауылға ҡырлайсы килһә, ошо хаҡта өлкәндәргә йүгереп йөрөп хәбәр итеү – беҙҙең бурыс. Бала саҡта ат арбаһына әллә ниндәй һирәк күренгән тауарҙар, буяуҙар, хатта емештәр тейәгән ҡырлайсы бабай нимәһе менәндер әкиәти донъянан килеп сыҡҡандай тойола ине. Һәр хәлдә, ул – ауылда көтөп алынған ҡунаҡ. Береһенән икенсеһенә әйбер һатып йөрөгән бабай, бер ҡараһаң, быуат һуңындағы милли бер күренеш, йола сағылышы булған икән дәбаһа. Бына бөгөн, балаҫ өсөн ул дәүерҙәге сифатлы буяуҙар юҡ, тип әйткән заманда, улар әллә ҡырлайсының үҙе менән бергә тарихҡа инеп юғалдымы икән, тип уйлап ҡуяһың. Лирик сигенеүҙән арынып, Әлшәйгә, бөгөнгөбөҙгә әйләнеп ҡайтайыҡ.Баҙыян да ғына ҡәнәферҙәр –
һеҙҙең күңелдәме, инәйҙәр?!Юлға таң һарыһынан ҡуҙғалғас, бына ғына торған Раевкаға иртүк барып еттек. Ә был мәлдә райондың мәҙәниәт һарайында яҙғы умырзаяларҙы, йәйге болондарҙы, көҙҙөң сағыу биҙәктәрен хәтерләткән балаҫтар күргәҙмәһе эленгәйне инде. Улар үҙҙәренән-үҙҙәре уйҙы тарих төпкөлөнә әйҙәй. Борон замандарҙан буй балаҫ һуғыу Башҡортостандың көньяҡ өлөшөнән алып Ҡурған өлкәһе башҡорттарынаса киң таралған булған. Ә инде республиканың көньяҡ-көнбайыш, көнбайыш һәм үҙәк өлөшөндә аҫалы балаҫ, йәғни биҙәкле балаҫ һуҡҡандар. Дим, Ыҡ, Ағиҙел йылғаһының урта һәм түбәнге ағымында йәшәгән милләттәштәребеҙ булып сыға.
2010 йылдан Әлшәй районында ойошторола башлаған был байрамда быйыл 62 ҡатнашыусы һәр төрлө ижад өлгөләрен баһалама ағзаларының иғтибарына тәҡдим иткән. Традицияларға тоғролоҡ, художестволы юғарылыҡ, милли асыл, тарихи ысынбарлыҡ, сәнғәт кимәле – эштәрҙе баһалау критерийҙары. Баймаҡ, Асҡын, Шишмә, Дәүләкән, Бөрө, Учалы, Миәкә, Благовар, Ғафури, Архангел һәм, әлбиттә, Әлшәй районы оҫталарын бер майҙанда туплаған сара – үҙе үк рухи ныҡлыҡҡа саҡырған, тарихи тамырҙарыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы барлағанда беҙҙе йәнә нығыраҡ Уралыбыҙ кендегенә бәйләп ҡуйған байрамдарҙың береһе. Фестивалде ойоштороусыларҙың береһе булараҡ сығыш яһаған Әлшәй районы етәкселеге менән берлектә Республика халыҡ ижады үҙәгенең дә әүҙемлеген айырым билдәләп үтеү кәрәк. Әллә ҡайҙан ят традициялар үҙләштерергә, башҡа ҡитғаларҙың үҙенсәлегендә үҙебеҙҙекенә оҡшашлыҡ эҙләргә кәрәкмәй, киреһенсә, булғанын, онотолғанын, онотола яҙғанын, тарихи сығанаҡтарыбыҙҙа һаҡланғанын тергеҙеү эшен алып барһаҡ та яҡшы, йәғни асылыбыҙ юғалтылыуҙан ҡурсаланыр ине. Был йәһәттән Республика халыҡ ижады үҙәге ғәйәт ҙур һәм баһалап бөткөһөҙ эш алып бара.
Аҫалы балаҫ һуғыу менән, аңлауығыҙса, күпселеге ялан яҡтарында шөғөлләнәләр. Был элек-электән шулай килгән, сөнки балаҫ һуғыу өсөн һарыҡ йөнө кәрәк. Учалыла ҡайҙан табылған балаҫ һуғыусы, тиерһегеҙ, ҡатнашыусылар исемлеген иҫкә алып. Әлеге лә баяғы ойоштороусыларҙың республика төбәктәрен йәлеп итергә тырышыу маҡсатынан килә был күренеш. Баймаҡ районының Таһир ауылынан Сафия Әсәнова апай буй балаҫтарын алып килгән. Уның шиғыры тап бөгөнгө байрамға арналған. Мин уға “Һаҡмар” һүҙен “Дим” менән алыштырып, матбуғатҡа бирергә тәҡдим иттем. Ризалашты балаҫтар ғына түгел, һаҡалдар, сигеүҙәр оҫтаһы Сафия Хәмзә ҡыҙы:
Дим буйҙары ҡунаҡ көткәнме ни –
Сәскәләрҙәй балаҫ һуғылған.
Һандуғастар һайрай талға ҡунып,
Сихри моңо илгә таралған.
Балаҫ өсөн йөн әҙерләү технологияһы – үҙе бер айырым механизм. Эйе, бөгөн һәр төрлө иләнгән ептәр һатыла, һәм уларҙан һуғылған эштәр ҙә юҡ түгел халыҡ араһында. Әммә көҙгө йөн менән яҙғы йөн араһындағы айырманы белгән оҫта һатыу ебенән аҫалы балаҫ һуғып ултырмай. Һарыҡ йөнөн алып иләргә, уны егерләргә, сиратырға кәрәк. Хатта әҙер йөн епте теләһә нисек йыуыу ҙа дөрөҫ түгел. Хәтерләүемсә, нәнәйем йөндө ҡайнар һыу менән йыуа торғайны, өйгә хатта бешкән тире еҫе таралып китә. Әйткәндәй, Әлшәйҙә оҫталар йөн иләү буйынса ла ярышты, ҡунаҡтар менән оҫталыҡ серҙәрен бүлеште.
Ә инде әҙер епте маныу – шулай уҡ үҙе бер тамаша. Төҫтәрҙең сағыулығы, сафлығы күҙҙең яуын алырлыҡ! Һарыһы ла бит теләһә ниндәй түгел – тап умырзая инде бына. Ҡыҙылы ла – ҡандай ҡыҙыл. Ҡараһы ла – тупраҡтай, сөм-ҡара. Ярым күсмә тормош алып барған ата-бабаларыбыҙ был балаҫтар менән йорт, тирмә эстәрен биҙәп, йылытып ҡына ҡалмаған, алда әйткәнебеҙсә, бүләк, бигерәк тә бирнә өсөн файҙаланған. Күрәһең, беҙҙең яҡта балаҫ шул тиклем күп булдымы икән, әллә сит ил, Урта Азиянан килгән келәмдәргә өҫтөнлөк бирелдеме, ҡайһы берәүҙәр балаҫты иҙәнгә йәйә торғайны. Күҙ алдына килтереүе ауырҙыр, әммә минең күргәнем булды. Нәнәйем яратмай торғайны балаҫты иҙәнгә түшәгәнде. “Тапҡандар иҙәнгә йәйер нәмә, одеалдары бөттөмө икән ни?!” – тип аптырар ине.
Минең быуын бирнәлеккә аҫалы балаҫ алған һуңғыһылыр, тип уйлағанмындыр инде, күрәһең, “Аҫалы балаҫ” шиғырын яҙғанда. Унда “Хәҙер уны ҡайҙан алаһың?” тигән юлдар бар. Аллаға шөкөр, хәҙер балаҫ һуғыу эше республикала киң йәйелдерелә, һәр кем үҙалдына был боронғо шөғөлдө өйрәнә, нескәлектәрен Дим буйы башҡорттарының тәжрибәһенә нигеҙләнеп үҙләштерә. Бөгөн аҫалы балаҫ Ейәнсура шәле, Әбйәлил кейеҙе кеүек, Әлшәй районының брендына әйләнде. Быны фестивалдә ҡатнашыусыларҙың яртыһынан күбеһе ошо райондан булыуы дәлилләй. Хәҙер һәр ауылда булмаһа, биләмәләрҙең һәр береһендә балаҫ һуғалар. Әсәйемдәрҙең быуынынан бирнәһенә балаҫ алмаған ҡыҙ булмағандыр, ә бына беҙҙең быуындан бәхетлеләр өлөшөнә төшкәндер аҫалы балаҫ.
Әйткәндәй, был хаҡта халыҡ араһында көләмәс тә йәшәй. Бер ҡыҙ кейәүгә әҙерләнә. Шунан бирнәһен ҡараған да, әсәһенән һорай икән: “Һеҙ кейәүгә сыҡҡанда балаҫ һалғандар бирнәгә, ә ниңә миңә ҡытай келәмен һалаһың?” Ауыр көрһөнөп, әсәһе былай тип яуап биргән: “Эй, ҡыҙым, беҙ бит ғүмерлеккә сыға торғайныҡ, ә ваҡытлыса түгел...” Бер ҡараһаң, көлкө лә һымаҡ, әммә тәрән мәғәнә ята был лаҡапта. Аҫалы балаҫ һуғыусылар күбәйеп китеп, ҡыҙҙарға бирнәлеккә балаҫтар һалынып, никахтар ҙа нығыныр тигән өмөттө лә уятты әле был байрам!
Сарала ҡатнашыусыларҙың иң өлкәне – Нәсихә Мырҙәгәрәй ҡыҙы Сиражетдинова. Вәт, исмаһам, ағинәй! Уға 97 йәш! Бәхет инде ул матур итеп үҙ зиһенеңдә ҡартайыу! Хатта пенсиялағы ҡыҙҙары, уға атлап барыуы ауыр булмаһын тип, таянырға тәҡдим иткәйне, баш тартты әбейем. “Үҙем барам!” – тип кенә ҡуйҙы. Күренеп тора, яҙмышы хаҡында китап яҙырлыҡ. Уның ғүмер юлы миҫалында тотош илебеҙ ҡатын-ҡыҙҙарының көнитмеше сағылыр ине. Әбейҙең тапҡан һигеҙ балаһының бөгөн дүртеһе генә иҫән. Әлеге байрамға ул ҡыҙҙары Зәкирә һәм Зөлфиә менән килгән. Ауырлыҡтар баштан ашһа ла, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ҡаты яраланып ҡайтҡан ире 46 йәшендә генә вафат булһа ла, бирешмәгән Нәсихә әбей. Ана шул тырышлығы, аҫалы балаҫтары уны, балаларын михнәттән, аслыҡтан һаҡлап алып ҡалғандыр. Ҡырҡар-иллешәр баш һарыҡ аҫраған ул, ә бөгөн инде һуҡҡан балаҫтарының иҫәбен дә юғалтҡан.
– Йөрөмәгән ерем ҡалманы. Илде арҡырыға-буйға айҡап сыҡтым. Белемсегә барҙым, ул уҡыны, доғаларҙы ташлама, тине. Йәштән намаҙ уҡыйым, диҫбе тартам. Намаҙ уҡырға ваҡытың булмаһа ла, балаҡайым, доғалар ятлап ал да ҡабатлап йөрө!
Аҫалы балаҫтар ҡото, уларҙағы быуаттарҙан быуатҡа күсеп килгән милләтте һаҡлаған код, башҡаларға асылмаҫ сер булған бетеүе һаҡламанымы икән Нәсихә әбейҙе һәр төрлө яманлыҡтарҙан? Еңел аралашҡан, һәр фекерен еренә еткереп әйткән әбей янынан китке лә килмәй хатта. Күҙҙәренең нуры балаҫтарға күсһә, балаҫтарҙың ҡото йөҙөнә сыҡҡан уның!
Алда әйткәнемсә, Әлшәй районында балаҫ һуғыу йолаһын йәштәр араһында ла киң йәйелдергәндәр. Ҡәйнәле-киленле-ейәнсәрле Усмановалар Пионерҙар йортондағы “Яңы балаҫ һуғыу” түңәрәгендә бергәләп был шөғөлдө тергеҙә, балаларға өйрәтә. Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан Миңзәлә Муллағолова ла VIII класс уҡыусылары Айгүзәл һәм Гөлфирә Сәмиғуллиналар менән килгән. Мәктәптә башҡорт мәҙәниәтенән, технологиянан уҡытҡан Миңзилә Зөфәр ҡыҙы “Оҫта ҡулдар” түңәрәгендә балаҫ һуғыу нескәлектәрен төшөндөрә. Әле ҡыҙҙар һуҡҡан балаҫсыҡтар кескенә, әммә аҫалы балаҫтарҙың да 20-25 сантиметрҙан һуғылып, аҙаҡ биш, алты, ете, һигеҙ өлөштө берләштереп тегелә. Был да – беҙҙең балаҫтың бер үҙенсәлеге, сөнки бындай ҡомартҡыны тыуҙырыу өсөн махсус станок та кәрәк. Әйткәндәй, фестивалгә оҫталар үҙ станогы менән килгәйне.
Ғафури районынан Рафиға Йәрмиева апай балаҫ фестивале үткәрелә башлағандан ҡатнаша һәм был юлы ла үҙенең эштәрен тәҡдим итте. Уның балаҫтарындағы сағыу ҡәнәфер сәскәләре – уҙған быуатта ошо үҙенсәлекле донъяға килеп ингән биҙәктәр. Әйткәндәй, ул хәҙер ләлә сәскәләрен дә оҫта һүрәтләй.
Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылынан килгән Нәзиә Әхмәтвәлиеваны республикала ғына түгел, ә сит өлкәләрҙә лә, донъя кимәлендә лә таныйҙар. Аҫалы балаҫтар менән ул ҡайҙарҙа ғына сығыш яһаманы. Конкурс тәүге тапҡыр ойошторолған йылдарҙа Гран-при яулаһа, хәҙер үҙе баһалама ағзаһы булараҡ сығыш яһай. “Урал” галереяһы мөдире Кәримә Кайдалова әйтеүенсә, Нәзиә әбейҙең оҫталығына еткән балаҫ һуғыусылар барыбер һирәк, сөнки ул традицияларҙы һаҡлау менән бергә художество кимәлде лә тота белә.
Күрше ауылдан, етмәһә, өлкән ҡоҙасам да булғас, Нәзиә әбейҙең ижадына, шул тиклем сабырлығына бала саҡтан һоҡланам. Ул, бер ҡыҙы вафат булғас, ейәнсәрҙәрен үҙе ҡарап үҫтерҙе. Әсәһе, Зөһрә әбей, Ҡоръятмаҫта үҙе бер иҫ китмәле кеше ине. Уның оҫта ҡуллы мейес сығарыусы, балаҫ һуғыусы, баҡсасы, бал ҡорттары ҡараусы икәнен ауылдаштары яҡшы хәтерләйҙер. Етмәһә, боронғо кешеләргә хас булғанса, ул шул тиклем нескә юморға эйә ине. Заманға зарланып, юҡҡа илап ултырған заттарҙан түгел, күрәһең, Нәзиә әбей кеүек оҫталар. Бала саҡтан ауыр эштә сыныҡҡан ҡатындың ҡулы ана ниндәй мөғжизәләр тыуҙыра.
Ул да әсәһенә оҡшап, шаярып һөйләшә.
– Нисә йәш булып китте инде һиңә, Нәзиә әбей? – тиһәм,
– Ун һигеҙ генә, – тип йылмая ул.
Эйе, быйыл Нәзиә Фазлетдин ҡыҙына 81 йәш тулған.
Яңыраҡ, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә Айнур Асҡаров менән төшкән фотоларын күреп ҡалдым. Мин дә шаяртмаҡсы булам:
– Актриса ла булып киткәнһең икән, Нәзиә әбей, – тим.
– Аҫалы балаҫтарым бит, киноға ғына төшәһе ҡалды, барыһын да эшләнек, тиҙәр, шуға аҙнаға яҡын фильм геройҙары булып йөрөнөк әле, – тип йылмая ҡоҙаса-әбей. “Башҡортостан” киностудияһы төшөргән әҫәрҙе, моғайын, республика халҡы ла ҡарар.
Баһалама
ағзаларының һүҙеБалаҫ һуғыусылар – халыҡ ижадын тергеҙеүселәр. Улар бер ҡайҙа ла махсус белем алмаған, юғары уҡыу йорттарын тамамламаған, һәм шуның менән дә уларҙың оҫталығының мәртәбәһе ҙур. Араларында Нәзиә әбей Әхмәтвәлиеваны ғына айырым билдәләргә була – ул заманында “Ағиҙел” художество кәсептәре берекмәһендә эшләгән. Һөнәри оҫталығы менән профессиональ хеҙмәт өлкәһендә көс түкһә лә, алда әйткәнебеҙсә, ул боронғо традицияларҙы һаҡлаған аҫалы балаҫтар һуғыу оҫталығына эйә. Ул – быуындан быуынға ошо төр ижадты һаҡлап ҡалыусы, ата-әсәһенән өйрәнгән алымдар менән уға тиклемге нәҫел быуынының оҫталығын дауам итеүсе.
Байрамды асыу тантанаһында ҡатнашҡан район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, оҫталарҙы, ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, был сараның киләсәге ҙур булыуын билдәләне. Ә бына белгестәр, аҫалы балаҫтың үҙенсәлеген, тарихын өйрәнеүселәр был хаҡта нимә ти һуң? Баһалама комиссияһы рәйесе, Башҡортостан Милли музейының генераль директоры Ғәли Вәлиуллин:
– Балаҫтарҙың һәр береһе бөгөн булмаһа, иртәгә музей ҡомартҡыһына әйләнәсәк, әммә был ошо яҡтың хазинаһы тарихҡа күскән тигән һүҙ түгел. Киреһенсә, аҫалы балаҫ яңы һулыш менән халҡыбыҙ тормошона әйләнеп ҡайта. Һеҙгә бер серҙе лә сисәйем әле: Милли музейҙа ойоштороласаҡ күргәҙмәгә әлеге фестивалдә ҡатнашҡан балаҫтарҙың бер нисәүһен һайлап аласаҡбыҙ, – тине.
Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының бүлек начальнигы Илдар Әсәҙуллин киләсәктә аҫалы балаҫтар республика сәнәғәтенең бер өлөшөнә әйләнеренә лә өмөт белдереүен йәшермәне. Әлбиттә, бының өсөн башҡараһы эш күптер, әммә ауыл хужалығында, шәхси фермерлыҡта һарыҡ үрсетеү тармағын киң йәйелдергәндә, оҫталарҙың тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығын булдырғанда (хәйер, ошо фестиваль үҙе үк тәжрибә майҙаны була ала), балаҫ һуғыу менән шөғөлләнеүселәр һаны ла артыр ине. Һәр хәлдә, ҡулдан килмәҫлек түгел был эш.
“Ағиҙел” художество кәсептәре берекмәһенең генераль директоры Зөһрә Исмәғилева берекмә исеменән айырым аҫалы балаҫ хужаларын да тәбрикләне.
– Эштәр менән танышҡанда уҡ тәүге уйым дүрт йылдан Башҡортостанда үтәсәк фольклориада хаҡында булды. Тап бына халыҡтың ошондай боронғо сәнғәт өлгөләрен күрһәтергә тейешбеҙ унда. Балаҫ байрамын юғары кимәлдә үткәргән Әлшәй районы етәкселегенә рәхмәт! Аҫалы балаҫ боронғонан бөгөнгөбөҙгә әйләнеп ҡайтып, халҡыбыҙ брендына әүерелде, – тине Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Байрас Ишбирҙин.
Шулай уҡ баһалама комиссияһы ағзаһы, халыҡ ижады өлгөләре хаҡында бик күп телетапшырыуҙар эшләгән журналист, яҙыусы Сәрүәр Сурина балаҫтарҙағы биҙәктәргә ҙур иғтибар бирҙе, һәр нағыш, һәр орнамент тарихи осор, ваҡиға хаҡында һөйләй, тине ул. Ошо яҡ ҡыҙы, фольклорсы Розалия Солтангәрәева, оҫталарҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте исеменән тәбрикләп, ҡобайыр әйтер алдынан тамғалар, биҙәктәр тураһында бына нимә тине:
– Бөгөн беҙ балаҫ телендә һөйләшәбеҙ, уның тәрән йөкмәткеһен аңларға тырышабыҙ. Аҫалы балаҫ – ул Ер менән Күк, халыҡ, ырыу, ғаилә, бала, ир-ат яҙмышы, ҡатын-ҡыҙ асылы хаҡында фәлсәфә, сер һаҡлаған ҡомартҡы. Уның тарихы бик боронғо замандарға барып тоташа. Булған шундай осорҙар: Ҡусҡар балаҫына баҫып, ҡыҙҙар ырыу биҙәге, егеттәр ырыу терәге булырға ант иткән. Ете ожмах асҡысы ла – ошо балаҫтар.
Борсоған күренештәр ҙә юҡ түгел: тамғаларҙы, биҙәктәрҙе бутаған, башҡорт балаҫына башҡа халыҡтарҙың орнаменттары килеп ингән осраҡтар ҙа бар бөгөн. Милләткә ҡот, ырыҫ юраған нағыштың икенсе төрлө һуғылыуы бөтөнләй башҡа төр күрәсәк юрауы ихтимал. Халыҡ ижадының тамырҙары тәрән, уның менән бик һаҡ, тәрән аңлап ҡына эш итеү кәрәк. Үҙешмәкәрлеккә, үҙбелдеклелеккә юл ҡуйырға ярамай.
Хөрмәтле балаҫ оҫталары, бөгөнгө сарала ҡатнашҡан өлкән йәштәге инәйҙәр, апайҙар менән аралашығыҙ, боронғо ысул менән һуғылған балаҫтарға оҙаҡ ҡарап тороғоҙ. Уларҙа ҙур кинәйә бар, шуларҙы күңелегеҙгә һеңдерегеҙ.
Традицияларыбыҙҙы һаҡлау өсөн беҙ үҙебеҙҙең бер биҙәккә лә, тамғаға ла хыянат итергә тейеш түгелбеҙ!
Сәсәниә шунда уҡ Әлшәй районынан Тәнзиә Зарипованы “Аҫыл башҡорт ҡатын-ҡыҙы” исеменә лайыҡ булыуы менән тәбрикләне. Ә Люциә Аҙнағолованы ағинәй булыуы менән ҡотланы майҙан.
Быуаттарҙы был заманға бәйләр ептәр
Эйе, бер ҡараһаң, ябай ғына балаҫ кеүек, әммә боронғолоҡтоң һәр ымында, ишараһында тәрән мәғәнә ята. Балаҫтарҙы беҙгә асаһы ла асаһы әле. Улар башҡорт тарихын, фекерен, йәшәү рәүешен еткерә беҙгә. Ҡан хәтере кеүек, аҫалы балаҫтарҙа милләт хәтере, халыҡтың үҙаңы, донъяға ҡарашы, йәшәү рәүеше сағылған.
Сараға әйләнеп ҡайтҡанда, Бөрө, Бишбүләк райондарынан ҡатнашыусылар барлығын иҫәпкә алып, аҫалы балаҫтарға сыуаш, мари халыҡтары биҙәктәре лә килеп инеүен әйтеп китмәй булмай. Башҡортостан ерлегендә балаҫ һуҡҡан башҡа милләт вәкилдәре уның башҡорттоҡо булыуын таныймы икән?
Яуаплы эшкә тотонған мәртәбәле баһалама комиссияһы ағзалары ла был хаҡта үҙ һүҙен әйтер, тип уйлайым. Шулай итеп, номинациялар түбәндәгесә бүленде: “Оҫталыҡ өсөн” – Рабиға Йәрмиева (Ғафури районы), “Халыҡ традицияларын һаҡлағаны өсөн” – Тәғлимә Дилмөхәмәтова (Асҡын районы), “Үҙенсәлекле композиция өсөн” – Раилә Фәнина (Учалы районы), “Балаҫ һуҡҡанда халыҡ биҙәктәрен инновацион ҡулланғаны өсөн” – Светлана Павлова (Бишбүләк районы), “Традицияларға тоғролоҡ өсөн”– Елена Степанова (Ҡырмыҫҡалы районы). Фестивалдең лауреаттары итеп Зилә Мырҙаҡаева (Миәкә районы), Фәнисә Сәйфетдинова (Архангел районы), Сәүиә Муллағәлиева (Әлшәй районы) иғлан ителде. Гран-приға Әлшәй районының Торонтайыш ауылынан Әлмира Кәлимуллина лайыҡ булды.
Байрамдан һәр кем илһам, дәрт алып ҡайтҡандыр. Быға иманым камил, сөнки халыҡ байрамдары беҙҙе үҙебеҙ ҙә аңлатып бирә алмаған, әммә тойған рухи тамырҙарыбыҙға, асылыбыҙға алып барып тоташтыра. Йыһан карабы Ер әйләнешендә улар кендегебеҙҙе Уралыбыҙға, төбәгебеҙгә нығыраҡ бәйләй.
Әйткәндәй, сарала Туймазы районынан килгән “Тамға” ижади берекмәһе лә ҡатнашты. Улар башҡорт балаҫтары мотивтарына нигеҙләп, алҡалар, беләҙектәр, аҡса янсыҡтары, телефон тышлыҡтары эшләй. Һигеҙ ожмах асҡысы биҙәге өҫтөнлөк иткән аҫалы балаҫтарҙы хәтерләткән милли биҙәүестәр янынан ҡыҙыҡмай ғына үтеп була тиме инде!
Бүләкләү тантанаһынан һуң, байрамдың икенсе көнөндә балаҫ һуғыу оҫталарының семинар-практикумы ойошторолдо. Унда Архангел, Әлшәй районы балаҫсылары “Башҡортостан ынйылары” тип аталған театр-фольклор коллективтары республика фестиваленә йыйылған балаларҙы халыҡ ижадының был төрө менән таныштырҙы. Теләгәндәр, шунда уҡ станок янына ултырып, балаҫ һуғыу серҙәренә төшөнөргә тырышып ҡараны. Ике ҙур рухи байрамдың бергә үтеүе, йәш быуындың өлкәндәр менән аралашып, халыҡ ижады өлгөләре менән танышыуы – үҙе үк ҙур ҡаҙаныш.
Ғөмүмән, сараларҙы йәш айырмаһына ҡарап бүлеп үткәрһәк тә, уларҙың балаларға бирер фәһеме, ололарға бирер дәрте хаҡында ла оноторға ярамай. Быны бигерәк тә халыҡ ижадына бәйле байрамдарға ҡарата ҡулланырға кәрәк, минеңсә. Аҫалы балаҫтың өлөштәрен айырым һуғып, аҙаҡ бөтәһен бер бөтөн итеп тегеп ҡуйған кеүек, милли саралар халҡыбыҙҙың һәр вәкиленә, һәр быуынына ҡото, ырыҫы, бәрәкәте, донъяуи глобализациянан һаҡлау бетеүе кеүек рухи асылын тулайым ҡурсалаһын, һаҡлаһын!
Бер аҙна дауамында Әлшәй Мәргән ере халыҡ ижады, балалар таланты моңо менән һуғарылды. Аҫалы балаҫтар йорттарыбыҙҙы йәмләһен, ил-ҡәүемебеҙҙе хәүеф-хәтәрҙәрҙән һаҡлаһын. Әлшәй районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Мирғәсим Әкимбәтов әйтеүенсә, ябай ғына күргәҙмәнән башланған аҫалы балаҫ байрамы бөгөн республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәрҙе бер ҡорға йыйҙы. Хәйерлегә булһын милли нағыш байрамдарының артыуы!