Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Иҙел башы” – оло юл башы
Күңелдәрем сарсағанда
Ҡорам шиғырҙан табын.
Бер һыуһында уҡып сыҡтым
Яңы шиғыр китабын.

Күңелдәрем ҡылдан нескә —
Эстем шиғыр шарабын.
Тормош ҡуйған һорауҙарҙың
Таптым, буғай, яуабын.

Күңелдәрең сарсағанда
Шиғыр кәрәк “бер ҡабым”.
Күкрәгемә ҡыҫып торам
Шәп шиғырҙар китабын!
Был шиғырға мин “Иҙел башы – юл башы” тигән китапты уҡығанда юлыҡтым. Шунда уҡ был “шәп шиғырҙар китабы” менән ентекләп танышҡым килеп китте – тағы нисә “ҡабым­лыҡ” бар икән ул тәҡдим иткән “шиғыр табынында”? Исемһеҙ генә был шиғырҙы Инйәрҙә йәшәүсе шағирә Фәйрүзә Кинйәбаева яҙған, ә китапты “Иҙел башы” Белорет яҙыусылар ойошмаһы яҡташ ҡәләмдәштәрҙең альманахы рәүешендә сығарған икән.
Былтыр Иҙел башында үткән “Әҙәби нағыш” марафонында белореттарҙың бик матур тәьҫораттар ҡалдырғанын, тикшереүгә бик күп ҡулъяҙма ебәргәнен иҫкә төшөрҙөм. Тап шунда Белореттағы әҙәби ижад эшен йәнләндереү маҡсатында урындағы ойошма етәксеһе итеп прозаик Мансур Һиҙиәтовты билдәләгәйнек. Уның ижтимағи-мәҙәни өлкәлә әүҙемлеге күптән һыналған инде: 1990 йылдарҙа Белоретта “Иҙел башы” башҡорт халыҡ үҙәге етәкселәренең береһе булды, металлургия комбинатында мастер булып эшләгән еренән урындағы халыҡ театрында ла уйнарға өлгөрә торғайны, “Урал” гәзитендә үткер мәҡәләләре менән дә сығыш яһап торҙо.
Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәгән икән. Әле уҡып ултырған тос ҡына китап — ойошманың икенсе әҙәби-нәфис альманахы. Төҙөлөшөнә лә, биҙәлешенә лә дәғүә юҡ — һәр яҡтан күркәм тупланма килеп сыҡҡан. “Иҙел башы — юл башы” тигән йыйынтыҡҡа 26 авторҙың әҫәрҙәре төрлө бүлеккә тупланған. “Оло юл башы” тип атағы килде шунда уҡ, сөнки авторҙар араһында китаптары, республика баҫмаларындағы сығыштары менән үҙемә күптән билдәле ижадсылар янында ҡәләмдәре өмөтлө генә күренгән йәш ҡәләмдәштәрҙе лә осраттым. Яҙыусылар союзы ағзалары Зөлфирә Сөләймәнова, Зөһрә Үтәғолова, китаптары аша уҡыусыға яҡшы таныш Фәриха Вәлиуллина, Мансур Һиҙиәтов, Раят Вәлиевтәрҙең әҫәрҙәре менән йәнәш йәштәрҙән Әлиә Саматованың хикәйәһе, Гөлкәй Шиһапова, Рәсимә Сәлихованың шиғырҙары тора. Шуныһы үҙенсәлекле һәм ҡыуаныслы ла: китапта 8 автор “Яңы исемдәр” тигән бүлектә бирелгән. Улар, тимен, альманахтың 1-се сығарылышында булмаған, яңы әҫәрҙәре менән әҙәбиәткә саҡ аяҡ баҫыуҙарылыр. Ҡыуаныслы тиеүем дә шунан: Иҙел башында тәүләп оло юлға сығырға йөрьәт итеүселәр байтаҡ икән дә, тимәк, ойошманың да киләсәге бар, дәртләнеп ижад итеүгә ең һыҙғаныусылар илһам шишмә­ләренә һайығырға бирмәҫ...
“Тәрән эҙ ҡалдырып, республикабыҙ буйлап ныҡлы аҙымдар менән атлаған Әҙәбиәт йылының емеше булараҡ барлыҡҡа килгән “Иҙел башы — юл башы” альманахының беренсе һанына фатиха биреп, хәйерле юл теләү әле генә булған һымаҡ. Саптар ат һымаҡ елдереп үткән ваҡыт “уның икенсе һанын да һуңлатмай сығарығыҙ” тип иҫкәртә.
Альманахтың төп тәғәйенләнеше — “Иҙел башы” ойошмаһы ағзалары өсөн дөйөм ҡулъяҙма ролен үтәргә тейешле баҫма булыу. Шуның нигеҙендә беҙ һәр өс айға бер тапҡыр үҙебеҙҙең ижад һөҙөмтәләрен — киткән хаталарҙы, өлгәшелгән уңыштарҙы — барлап, алға пландар ҡорасаҡбыҙ”, — тип яҙа ойошма етәксеһе Мансур Һиҙиәтов баш һүҙҙә. Һоҡландырып та ҡуйҙы уның әйткәне: китапҡа торошло альманахты сығарыуҙы эшмәкәрлек һөҙөмтәһе тип ҡарамай кеше, ә уны ҡулъяҙма рәүешендә генә ҡабул итеп, киләсәккә яҡты маҡсаттар ҡуймаҡсы! Балыҡты ғына йөҙөргә өйрәтмәйҙәр, ә кеше бейей-бейей оҫтара тигән һымаҡ, яңы ойошманың киләсәккә ҡарашы ла ҙур өмөттәр бағлата: улар ай һайын осрашып, күсмә ултырыштар, халыҡ менән аралашыуҙар ойоштороп торорға ниәтләй. Осрашыуҙарға Өфөнән яҙыусылар саҡырырға, баҫылған һәм донъяға сығарырға әҙерләнгән әҫәрҙәрен тәжрибәле белгестәрҙән тикшертеп алырға ла уйҙары бар. Ҡыҫҡаһы, талаптарҙы ҡуя беләләр, маҡсаттар ҙа юғарынан булмаҡсы. Шуға ла талапсан етәксе “...ижад һөҙөмтәләрен, киткән хаталар...” тигән сәйерерәк һүҙбәйләнеште юҡҡа ҡулланмай сығышында.
Ғафури районында шағирә Гөлнур Яҡупова 15 йыл дауамында алып барған “Өмөтлө ҡәләм” әҙәби конкурсына йомғаҡ яһауҙа йыш булырға тура килде миңә. Бына был әҙәбиәтебеҙ киләсәген туранан-тура ҡайғыртып, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе лә, ижад итеүселәрҙе лә тәрбиәләү, үҫтереү мәктәбе өлгөһө була ала, уны бөтә республика буйынса таратырға кәрәк тигән хыял тыуғайны тәү барыуымда уҡ. “Иҙел башы” ойошмаһының күсмә ултырыштары ла мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәр рәүешендә үтһә, ундағы ағзаларҙың күпселеге шул уҡ әҙәбиәт уҡытыусылары бит.
Кешеләрҙе өйрәткәндә үҙем дә өйрәнәм һәм асыштар яһайым, мин дә – үҫеш юлында, тип бер уҡытыусының әйткәне иҫкә төштө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тиәйекме, беҙҙең йәмғиәттә ниңәлер төрлө һөнәр­ҙәргә, хатта үҙеңде өҫтәл артында һәм башҡа урындарҙа тота белеү тәртибенә лә кешене махсус рәүештә өйрәтергә кәрәк икәнлеген таныһаҡ та, уны Әҙәбиәт, Шиғриәт тигән оло донъяға ылыҡтырыу эше бигерәк тә үҙағышҡа ҡуйылған шул. Илебеҙ Президенты Владимир Путин да мәктәптәрҙә әҙәбиәт дәресен уҡытыу хөрт икәнлеген танырға мәжбүр, был мәсьәләгә етди иғтибар итергә ҡуша. Миңә ҡалһа, үҙ теләктәре һәм белдектәре менән ойошоп, үҙ көстәре менән китап та сығарып, үҙ ижадтарын үҙҙәре булдыра алғанса пропагандалаған ошо “Иҙел башы” һүрелергә бирмәҫ райондарҙағы әҙәби тормошҡа. Әйткәндәй, “Иҙел башы — юл башы” альманахы шиғыр-хикәйәләрҙән генә төҙөлмәгән, унда публицистика ла, әҙәби тәнҡит тә, очерк та бар.
Ошондай күркәм күпме башланғыстарға юл асты икән уҙған йыл? Әҙәбиәт йылы менән әҙәбиәткә иғтибар бөтмәһен тиһәк, иғтибарҙы баш ҡалалағы шау-шыуҙарға түгел, ә төбәктәрҙә һил генә барған үҙенсәлекле тормошҡа йүнәлтһәк икән. Ул сөңгөлдәрҙә ниҙәр ятҡанын былтыр “Әҙәби нағыш” барышында самаланыҡ инде, тағы күпмеһе күҙгә салынмай ҡалғандыр әле. Һәр хәлдә, “Иҙел башы – юл башы” һымаҡ альманахтар күберәк булһа, беҙҙең берҙән-бер “Китап” нәшриәте лә ҡулъяҙмаларға күмелеп ятмай, авторҙарҙы үҙе эҙләү менән шөғөлләнер ине һымаҡ...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780