Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа өндәй әҙибә
Яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа өндәй әҙибә Яҙыусы Лира Әхмәт-Яҡшыбаева — өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға арнаған яҙыусы. Ул мәктәп уҡыусыларының яратҡан уҡытыусыһы ине, ә хәҙер китап уҡыусыларҙың яратҡан әҙибәһенә әүерелде. Мәктәптә эшләгән йылдарында матбуғатта тәрбиәүи темаға яҙған мәҡәләләре менән сығыш яһай торғайны. Көнүҙәк темаларҙы күтәреп, уҡытыусылар күңелен арбаны.

Ә инде хаҡлы ялға сыҡҡас, образлы хикәйәләре менән беҙҙең йөрәктәрҙе яуланы. Лира Әхмәт-Яҡшыбаева был турала: “Бына, ниһайәт, ҡулға ҡәләм алырға форсат тейҙе. Ғүмерем буйы тупланған күңелем йәдкә­рен, рухи хазинамды әҫәрҙәрем аша кешеләргә өләшәм. Йәшәү мәғәнәмде шунда күрәм”, — тип яҙҙы.
Урал аръяғы халҡы араһында оло абруй, киң билдәлелек яу­лаған арҙаҡлы шәхес, әүлиә, табип, хәҙрәт Мөжәүир Уйылдан улы Сиражетдинов тураһындағы тәүге китабы халыҡ өсөн иҫтә­лекле ваҡиға булды. Һәр кем уны һатып алырға, үҙендә бул­дырырға теләне. Икенсе китабын да көтөп алдыҡ. Әйткәндәй, ул ошо көнгәсә халыҡ ҡулынан төшмәй, ҡат-ҡат уҡыһаң да, тәүгә ҡулға алған кеүек, аҙағына етмәйенсә айырыла алмайһың, сөнки: “Мәңгелек мөхәббәт, изгелек, еребеҙгә һөйөү тураһын­дағы яҙмаларым күңелемдән ап-аҡ ҡағыҙ битенә тамсы булып тама”, — ти әҙибә. Л. Яҡшыбаева әҙәбиәт донъяһында үҙ юлын, үҙ темаһын тапты. Бығаса бер ҡәләм оҫтаһы ла тотонмаған ҡалын сиҙәм ҡатламын аҡтара ул.
Мәшһүр шәйех Зәйнулла ишан, Муллаҡай әүлиәһе Ғаб­дулла Сәиди, оло дин әһеле Мөхәммәтсабир Ғәбделхалиҡ улы Халиҡов, Әбйәлил ишан, Шәмсетдин хажи һәм башҡа­ларҙың тормош юлдарын бәйән иткән яҙмалары барлыҡҡа килде. Иҫ киткес ҙур эшкә баҙнат иткән һәм башҡарып сыҡҡан Лира Әхмәт ҡыҙы. Күрәһең, изгеләр үҙҙәре ярҙам итәлер, күңеленә бирәлер.
Халыҡта “илгә таян”, “ил тө­көрһә, күл була” тигән әйтемдәр йөрөй. Халыҡ хәтеренән берәм­текләп йыйып, әүлиәләрҙең тормошон яҡтыртты ул. Былай тип әйтеү, яҙыу ғына анһат. Бөтә ҡатлам уҡыусылары үҙ итеп, ҡыҙыҡһынып уҡырлыҡ образдар ижад итеү өсөн күпме көс, белем, тел байлығы, эҙләнеү кәрәк!
Әҫәрҙәрҙең йәлеп итеү көсө әҙибәнең үҙе яҙған әүлиәләрҙе ысын күңелдән тәрән ихтирам итеүендә, халыҡҡа дини, әхлаҡи тәрбиә бирергә теләүендә. Күпме боронғо һүҙҙәр, күпме доғалар менән таныштыра ул. Доғалар ябай түгел, ер, күк, тел ас­ҡыста­ры. Килеп киткән изгеләребеҙҙе онотмаҫҡа саҡыра, сөнки әҙибә: “Был беҙгә, тереләргә, яңылыш­май хаҡ юлдан барыу өсөн кәрәк. Ҡараңғы төндә күктәге йон­доҙҙарға ҡарап, диңгеҙҙә барыр юлды тоҫмал­ла­ған карап кеүек, хаҡ юлды табырға һәм тайпылмайса шул юлдан барырға тейешбеҙ”, — ти.
Л. Яҡшыбаева әҫәрҙәре яҡ­шылыҡҡа, яҡтылыҡҡа, изгелеккә өндәй. Яҙыусы тормоштоң, донъяның аҡ яҡтарын ғына күрә һәм уларҙы матур һүҙҙәр менән тасуирлай. Был әҫәрҙәрҙе күҙ йөрөтөп кенә уҡып булмай, яй­лап төшөнөп, уйланып, һоҡланып уҡырға кәрәк.
Ысынлап та, Башҡортостан — әүлиәләр иле. Һәр ауылда тип әйтерлек әүлиә ерләнгән зыярат бар. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Шүлкә ауылында Йылайыр тауы аша үткәндә, ололар балаларҙы: “Шауламай ғына атлағыҙ, был тауҙа әүлиә ҡәбере бар”, — тип тыя торғайны. Хәҙер уны ауылдың имам-хатибы Раев Юламан Лоҡман улы кәртәләп ҡуйған. Ә унда кем ятҡаны билдәһеҙ, өлкәндәр белгәндер, уны һорашып ҡалыу башҡа ла инеп сыҡмаған. Йәки ҡайһы бер ауылдар тураһында “ҡотһоҙ төбәк, унда әүлиәне үлтергәндәр йәки уның ҡәберен ҡәҙер­лә­мәй­ҙәр, шуға был ауыл фатихаһыҙ” тигән һүҙҙәр ҙә халыҡ араһында йөрөй.
Лира Әхмәт-Яҡшыбаеваның башҡорт халҡының изге кеше­ләре тураһында әҫәрҙәрен уҡып сыҡҡас, күңелдә ғорурлыҡ той­ғоһо уяна, йәшәүгә көс арта. Изге кешеләрҙең тормош юлдары менән уҡыусыларҙы таныштырып, яҙыусы үҙе лә изгелек эшләй.
Авторҙың “Минең ижадым да бер саҡ, башҡа изгеләрҙең эше­нә ҡушылып, ерҙәге әшәкелек, бысраҡлыҡ, монафиҡлыҡ, тәкәб­берлек кеүек насар күренеш­тәрҙе йыуып ташларҙай ҙур көскә әүерелер, иншаллаһ!” тигән һүҙҙәре менән тамамлайым Лира Әхмәт-Яҡшыбаева әҫәрҙәре менән һоҡланыуымды.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780