Бәндә сүрәтендә тыуыу ғына кеше итмәй. Һәр әҙәм балаhы ерҙә яралған көнөнән үҙенең кешелеген холоҡ-фиғеле, тәртибе, аңы, аҡылы, ҡылған эштәре менән даими иҫбатларға мәжбүр. Һәр кем үҙенең яҡты донъяға тыуып йәшәүе өсөн ата-әсәhенә генә түгел, йәмғиәткә лә бурыслы булыуын аңлап, аҡлап йәшәргә тейеш. Бәғзе ата-әсәгә ҡарағанда, йәмғиәт уға бурысын йышыраҡ иҫкәртеп, дилбегәhен ҡыҫҡараҡ тоталыр ҙа әле.
Йәмғиәттең лайыҡлы ағзаhы ғына түгел, уның мәнфәғәттәрен яҡларлыҡ шәхес булыр өсөн сәләмәтлек, мәҙәниәтлек, мәрхәмәтлек hабаҡтары алыу мотлаҡ hәр бәндәгә. Әҙәм йәне әлеге үҫешендә бөтә яҡтан да камиллыҡҡа дәғүә итә алмай. Ә йәмғиәт, үҙе бөтмәҫ-төкәнмәҫ етешhеҙлектәр тыуҙырып, әҙәмен яhалма боҙоҡлоҡтарға ҡотортоп торhа ла, камиллыҡты талап итеүҙән тыйылғаны юҡ. Тыйылмаҫ та.
Әхлаҡи сафлыҡ, ниндәйҙер кимәлдә, тыумыштан йәнгә hалынған рухиәт программаhы булып, ситтәр йоғонтоhонда ҡәтғи үҙгәрештәр кисермәhә, әҙәп hәр йәндең аң, ғилем даирәhенә, донъяға ҡарашына бәйле икәне билдәле. Тимәк, йәмғиәттә әҙәптең төп тотҡаhы hәм нигеҙе – тәрбиә. Кешелектең тиңhеҙ боҙоҡлоҡҡа, яуызлыҡҡа, ҡомhоҙлоҡҡа батыуы әҙәми заттарҙың наҙанлығынан, иң ябай тәрбиә hабаҡтарына мохтаж булыуҙарынан ғибәрәттер.
Аңhыҙлыҡ зирәктәрҙе, hәләтлеләрҙе лә ахмаҡҡа, алйотҡа әйләндерер көскә эйә. Кеше күңеле уның аҡылына буйhона. Иманлы, әҙәпле булыу, рухи камиллашыу өсөн аҡыл кимәлен үҫтереү – тәрбиәүи сараларҙың иң беренсе шарты. Ләкин белем эстәү үҙенән-үҙе юғары аңлы булыуҙы аңлатмай. Атаҡлы университеттар дипломына эйә шәхестәрҙең дә кешелеккә ҡаршы яhиллыҡ ҡылыуына миҫалдар бихисап. Шуға күрә, әҙәмдә әҙәплелек сифаттары тәрбиәләгәндә, дөйөм белем биреү менән тиң рәттә үҙаңын үҫтереүгә ылыҡтырыу кәрәктер.
Мәҫәлән, урам буйлап эреле-ваҡлы балаларҙың, эт көтөүе кеүек эркелешеп, еңел кәсеп эҙләп, урлашып йөрөүе, урамға ҡаршы урам hуғышыуҙары үткән быуаттың 60-сы йылдарына тиклем ғәҙәти күренеш ине. Дөйөм урта белем биреүгә күсеү, hуғыштан hуң етем ҡалған балаларҙы урынлаштырып, белемгә ҡыҙыҡтырыу, эшкә ылыҡтырыу үҙенең ыңғай hөҙөмтәләрен тиҙ арала бирҙе. Балалар төрлө үҙешмәкәр түңәрәктәргә, спортҡа, дөйөм тәрбиәүи сараларға йәлеп ителеп, өлгәшкән уңыштары киң яҡтыртылып, үрнәк итеп күрhәтелде, уларҙың өлгөhө башҡаларҙа шулай уҡ уңышлы, яҡшы ғәҙәтле булыу сәме тыуҙырҙы.
Бөгөнгө йәмғиәттең йәшәү сәйәсәте – үҙ ихтыяждарыңды ғына ҡәнәғәтләндереү. Йәғни hәр кем үҙ тормошон үҙенә генә яраштырып ҡороп, үҙенә генә уңай шарттарҙы тыуҙырып, үҙенең генә мәнфәғәттәрендә файҙаланып йәшәргә тейеш. Заман талаптары өлкәндәрҙе үҙ ғәмдәренә мөкиббән китеп, бөтә көстәрен ғаиләhенә әҙәм рәтле йәшәү шарттары тыуҙырыуға йүнәлтергә мәжбүр итте. Һөҙөмтәлә тәрбиә, ойоштороу, берләштереү эштәре көндәлек етди хәл ителә торған мәсьәләләр рәтенән төшөп ҡалды. Өлкән быуын йәштәрҙең тормошона һәм тәртибенә тәьҫирен юғалтты. Шул арала алама, кире күренештәр йәмғиәттә үҙ урынын тиҙ яулап алды.
Йәмғиәттең әҙәпле кешеhен тәрбиәләү тураhында ҡыйыу hүҙ алып барыусылар hирәк. Тәрбиә эшен әүҙем пропагандалау түгел, иҫкә алырға ла теләмәгән кеүек, йәмғиәт үҙе әҙәпле булырға hәм ағзаларынан әҙәпле булыуҙы талап итергә лә ояла кеүек. Сөнки рәсми йәмәғәт ойошмалары, ихтыярҙары булhа, күптән мәктәп менән ғаилә ишектәре араhындағы бушлыҡты яулар ине…
“Тәбиғәт бушлыҡты яратмай” тигән тәбиғәт ҡанунының тоғро эшләүенә тағы ла инанды әҙәм. Ләкин, ниғмәт артынан ҡыуып, әҙәплектән ваз кисә кеүек. Бөтә кешеләр ҙә бай йәшәhен, иншаллаһ! Әммә әҙәмдәренең үҙ-ара мөнәсәбәттәре көнләшеү, үсләшеү, нәфрәт тотоу, алдашыу нигеҙҙәрендә ҡоролған йәмғиәттең бәхетле, мул тормошта йәшәр таңы тыуамы икән бер заман? Аҙғынлыҡ сигендә тәне менән кәсеп итеүселәр ҙә байыған көндөң иртәгәhенә үк выжданлы тормошта йәшәй башлаясаҡмын тип хыяллана. Аламалыҡты бысраҡ кейем кеүек анhат ҡына сисеп ташлап булһа икән… “Янсығы тулының башы буш була” тип бушҡа әйтмәйҙер hинд халҡы. Эйе, әҙәм аҡыллыраҡ булған hайын, әҙәплелек моданан сыға бара. Бер-береңдән күреп тәмәке тартыу, hыра эсеү иң тәүҙә фәҡәт шул башҡаларға “ала ҡарға” булып күренмәү өсөн генә үҙләштерелhә, hуңынан күп осраҡта ғүмерлек яман ғәҙәткә, дауаланмаҫ сиргә әйләнә. Тиңдәштәре араһында үҙҙәрен бер төрлө тотhа, өйҙәрендә улар бөтөнләй икенсе. Битлек кейеп, холоҡ-ҡылыҡтарында шул яhалмалығына тап килергә мәжбүр булып, бала йәне ике йөҙлөлөктән арына алмай үҫә.
Киләсәк быуынды тәрбиәләү бурысынан анhат туғарылыу – хәҙерге йәмғиәткә хас ҡылыҡ. “Йәштәргә үҙҙәренең киләсәген үҙҙәре hайлап, үҙ яҙмыштарын үҙҙәре ҡороу бәхете бирҙек”, – тип hөйләүсе сәйәсмәндәр ишәйҙе. Ундай “бәхет” уларға кәрәкме? Йәш быуын ихтыярын, иркен дөрөҫ йүнәлештә файҙалана беләме? Хәҙерге 18-20 йәштәгеләр киләсәген hайлау түгел, бөгөнгө тормошта үҙ урынын таба алhа, әлхәм!
Өлкәндәрҙең үҙҙәрен алдаштырып, яуаплылыҡтан ҡасыуы түгелме был? Элегерәк йәшәгән быуындарҙың тир, ҡан түгеп, үҙ елкәләрендә, ғибрәтле яҙмыштарында тикшереп кешелеккә биргән тормош hабаҡтарын, тәрбиә тәжрибәләрен hанға hуҡмай ғәмәлдән сығарыу, рухи мираҫтарҙы инҡар итеү аңhыҙлыҡтың сигенә етеүгә тиң.
Хаҡ Тәғәлә башҡа йән эйәләрен аҙыҡ ейер өсөн генә яралтhа, әҙәми затын аңлы йәшәү өсөн тыуҙырған. Әлбиттә, hәр кемдең йәшәү рәүешен үҙе hайлар ихтыяры бар. Кемдәрҙер ғәзиз ғүмерен әпәкәй ашар өсөн генә сарыф итергә лә хаҡлы. Әммә улар әҙәмсә йәшәнем тип әйтергә хаҡлымы?
“Әҙәп белhә, эт тә ыштан кейер ине”, ти әрмән халҡы. Ҡайһы берәүҙәр, әҙәп төшөнсәhе барын белә тороп, әҙәпhеҙ ҡылана. Кешене байлығы, дәрәжәhе менән түгел, итәғәтлелеге, кешегә мәрхәмәтлелеге, илгә файҙаһы менән баhалау ғәҙелдер. Йәшәү фәлсәфәhе, тәрбиә сәйәсәте әҙәплелек нигеҙенә таянып, рухиәтен нығытыуға ҡоролмаған йәмғиәт, ниндәй генә фәнни асыштарға, ғәмәли уңыштарға, матди байлыҡтарға, тормош уңайлыҡтарына өлгәшмәhен, бәләкәй генә бер тетрәнеүҙе лә кисерә алмай, тарҡалыуы ихтимал.
Билдәле, асылы менән тотанаҡhыҙ, әҙәпhеҙ кешене ҡотортоуҙың хәжәте юҡ. Фәҡәт әҙәпленән көнләшеп, уны аҙҙырыуҙы, донъяhын туҙҙырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя ҡайhы бер сәйәси ағым вәкилдәре. Улар, үҙҙәре өлгәшә алмаған тәртипте бүтәндәрҙән ҡәтғи талап итеп, башҡаларҙы үҙ ихтыярына көсләп буйhондороуға ла, үҙ фәлсәфәhенә күндереүгә лә оялмай. “Юғары мәҙәниәтле” тип һаналған бәғзе илдәрҙә байлыҡ, мәшhүрлек, уңайлыҡтар өсөн ирҙәр менән ҡатындар, ата-әсәһе менән балалары йән аямай ярыша.
Халыҡтарҙы бер-береhенә hөсләп, hуғыш суҡмары менән hелтәнеп, тыныс донъяларҙы ҡыйратып йөрөгәндәрҙән дә үрнәк ала ҡайhы бер ялағайҙар. “Дошманың артhын тиhәң, дуҫың менән ярыш” тигән мәҡәлде белмәйҙәр, күрәhең. Белә тороп та, уларҙан үрнәк алғандарға: “Яҡшыға эйәрhәң – түшәктә, яманға эйәрhәң, тиҙәктә аунарhың!” тигән мәҡәлде иҫтәренә төшөрөү зыян итмәҫ.
Һәр быуын йәшәү дәүерендә, үҫеш хәрәкәтендә үҙенең ғәмhеҙлегенән, кешелектең боҙоҡлоғонан, тәбиғәт ғәрәсәттәренән төрлө хәүефле хәлдәр, киҫкен үҙгәрештәр кисереүҙән ҡурсаланмаған. Яҙыҡ юлға баҫҡан быуын, тиҙ арала иҫенә килеп, бөтә көс-хәлен тергеҙеп, соҡорҙан сығыу сараһын тапмаhа, яттар алдында тубыҡланып йәшәү рәүешендә мәңге ҡалыуы ихтимал. Балаhын бүтән милләт йоғонтоhонда тәрбиәләп, үҙ ғөрөф-ғәҙәттәренән яҙған халыҡтың бөгөнгөһө үкенесле, киләсәге өмөтhөҙҙөр. Ҡаҡшамаҫ рухлы, юғары мәҙәниәтле, тотороҡло сәйәсәтле ил халыҡтары теләhә кемгә эйәрмәҫ тә, оҡшарға ла тырышмаҫ.
“Кеше кешегә – дуҫ, иптәш hәм туған” тип өйрәткән үткән дәүерҙең сәйәсәте, шөкөр, ҡыйыуhыҙ ғына булhа ла, ғәмәлгә ярарлыҡ тип табыла бара. Өлкән быуын үҙ тәжрибәhендә маңлайына оролар алып, тикшереп, уңышлы файҙаланған hәм яҡшы hөҙөмтәләр биргән ҡайhы бер тәрбиә алымдары ғәмәлгә инеүе, балалар ойошмалары тергеҙелеүе, йәштәрҙең йәмғиәт тормошона әүҙем ылыҡтырылыуы өмөтләндерә. Хаталарҙы ваҡытында танып төҙәтә белеү – ҡыйыулыҡ һәм аҡыл билдәhе!
Ниңә барыhын да бер hелтәүҙә юҡҡа сығарып инҡар итергә? Yткән дәүерҙең, үткән быуындың ыңғай тәжрибәләрен, уңышлы алымдарын үҙ тормошонда уңышлы файҙалана белгән йәмғиәт ихтирамға лайыҡ. Кешелек донъяhының әҙәм әҙәплелегенән зыян күргәне юҡ әле. Ә әҙәпhеҙлектең әҙәмде үкенесле йән хәсрәттәренә дусар иткәне, хатта дәүләттәрҙе эстән ҡыйратҡаны мәғлүм тарих биттәренән. Ниңә йәш быуынды әҙәплелектә тәрбиәләүҙе илдең милли проекттары рәтенә индермәҫкә? Ниңә әҙәплелекте шәхестең иң юғары сифаты тип баhаламаҫҡа?!
Кешенең кешесә йәшәү хоҡуғын раҫлаған, ихтыярын яҡлаған, hәр кемдә үҙенә hәм башҡаларға ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләй алған, икмәк менән әҙәплелектең мөhимлеген тигеҙ нисбәттәрҙә тәьмин иткән йәмғиәттең бөгөнгөһө уңышлы, киләсәге ышаныслы hәм тотороҡло булырына ҡаршы дәлилдәр юҡ.
“Әҙәпhеҙгә ҡарап әҙәпле булырға өйрән”, ти ҡаҙаҡ халҡы. Әҙәп барҙа оят бар, оят барҙа ғәҙәт бар. Әҙәплелек йәнгә йөк түгел. Әҙәплелектән йән талмай!