Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт шағирәһе – еңеүсе!
Башҡорт шағирәһе – еңеүсе! Мәскәүҙә, Әҙәбиәтселәрҙең үҙәк йортонда Н. Лесков исемендәге иң шәп нәфис тәржемә әҫәрҙәре өсөн бирелгән “Һүҙҙәрҙең бәйләп торған ептәре”(“Словес связующая нить”) Бөтә Рәсәй әҙәби премияһын тапшырыу тантанаһы булып үтте. 1-се дәрәжә дипломға Дмитрий Мизгулиндың “Ҡасандыр ҡояш Алла ине” тигән китабын фин-уғыр тәржемәләгән шағирҙары лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһында Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Валерий Ганичев, идараның беренсе секретары Геннадий Иванов, Псков төбәк Яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Игорь Смолькин, Юграның халыҡ шағиры Дмитрий Мизгулин ҡатнашты. Баһалама ағзалары урыҫ теленең шиғыр өлгөләрен туған телдәрендә балҡытҡан һәм юғары кимәлдәге тәржемә өсөн әҙиптәргә оло рәхмәтен еткерҙе. Тантана һуңында шағирҙар карель, мари, удмурт, эрзя, хант һәм манси телдәрендә әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе.
Байрамда 2-се дәрәжә диплом менән Дағстан шағирәһе Марина Ахмедова бүләкләнде. Ә инде 3-сө дәрәжә диплом – башҡорт шағирәһе Тамара Ғәниевала. Хөрмәтле ҡәләмдәшебеҙҙе ҙур еңеүе менән ҡотлап, ижади балҡыштар, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ һәм гәзит уҡыусыларға тәржемәләренән бер шәлкем тәҡдим итәбеҙ!



И.Ф. Шиллер,
немец шағиры, драматург.


Мария Стюарт

Драма

Королева Елизаветаның
монологы:
О, был ҡоллоҡ!
Тәхетең булыу менәнме ни!
Илгә ярайым тип мең сүрәткә инеү!
Кумир булырға ла тейешһең һин!
Һәммәһенең кәйефенә яра,
Ҡылығына төшөн, бул кәмитсе.
Кеше ыңғайына тороп ҡына
Дан яулаған король – королме ул?
Үҙ һүҙенән ҡайтмаҫ булһын король,
Эйәрмәһен өйөр фекеренә!
Хәҡиҡәт тип барҙым. Инҡар иттем
Ҡанунһыҙлыҡ менән көс хоҡуғын.
Ана шулар бөгөн миңә элмәк,
Уян, әйҙә, эске инанысым,
Ә Мария? Әгәр мәкер ҡороп
Мин ултырған тәхет уға булһа,
Батша тиеп уйлап тормаҫ ине,
Йәһәт етер ине минең башҡа.
Католик бит. Инанысы бүтән.
Ә мин нимә? Икеләнә берәү!
Дошман ҡамағанда ян-яғыңдан
Ҡыйыу булыр кәрәк. Мин бурыслы
Хоҡуғымды яҡлап алышырға.
Йомшаҡ тимәһендәр! Бирешмәҫкә!
Хоҡуҡлымы, имеш, мин тәхеткә!
Бәхәс бара шундай. Ҡыҙыу бәхәс.
Рим Папаһы битәрләй, ти, мине,
Францияһы хатта аҫтыртынлай.
Испания янай һуғыш менән.
Бәлә атайымда! Ул ғәйепле!
Мин уйнаштан тыуған, йәнәһе лә.
Шуны аҡлар өсөн күпме ғүмер
Йәшәнем мин тыйнаҡ, әҙәп менән.
Ә һөҙөмтә? Ян-яғымда – дошман.
Ә Мария – шулар тирмәненә
Һыу ҡойоусы ҡуштан!
Ҡотолорға ваҡыт ғазаптарҙан,
Язаларға кәрәк Марияны.
Шул аҙымды яһамайса тороп,
Тейенеү юҡ миңә тынғылыҡҡа.
Ул ғәйепле! Уның арҡаһында
Күргәнем юҡ минең бәхет төҫөн.
Инде генә тынысландым тиһәм,
Юлдарыма ҡара йылан булып,
Һуҙыла ла ята шул Мария.
Йәрәшелгәйнем бит. Юҡ, тарҡалды.
Арбап алды минең һөйгәнемде.
Мария Стюарт – минең бәхетһеҙлек.
Ул был ерҙән китмәйенсә тороп
Иркен йәшәү миңә тәтемәҫ ул.
Нисегерәк текә ҡарап торҙо,
Күҙе менән ашар сиккә етеп.
Көт – ашаттым! Йәшен йөрәгемдә!
Һуғасаҡ ул һине үлтергәнсе.
Мин уйнаштан тыуған вариҫмы ни?
Һин барында шулай килеп сыға!
Тимәк, һиңә – яза, миңә – тәхет!
Тимәк, һиңә – яза, миңә тәхет!

Мөхтәр ШАҺАНОВ,
ҡаҙаҡ яҙыусыһы.


“Сыңғыҙхандың сере”

Поэманан өҙөк

Айбар.
Мин был – Айбар,
Отрар ғалимы мин.
Уйлап тапҡан дауам
Тәтемәне һиңә. Бәхетлемен.
Юғиһә һин ҡан көҫәүҙән
Туҡтай алмаҫ инең.
Ниндәй, ниндәй илдәр, ҡалаларҙан
Ҡалдырыусы бары харабалар,
Ҡыйратылдың бисәм тарафынан.
Ҡылыс түгел, хәнйәр тотмаҫ ҡулдан.
Ә ҡоралы уның – һөйөү ине.
Мине һөйөү.
Теҙләнергә хатта ҡушманы бит,
Баш эйергә үҙенең аяғына (Ха-ха).
Хәйерхан.
Мин – Хәйерхан!
Отрар ҡала ханы.
Беләм, теге донъяла ла мине
Онотмаҫһың!
Тәндәребеҙ генә ята ер эсендә.
Ә рухыбыҙ ҡанат кирә күктә!
Сыңғыҙхан.
Хурламаҡсы инең мине, үлгәс.
Әммә мине еңеү мөмкин түгел!
Ҡәберем – Ер шары. Йә эҙләгеҙ!
Йә табығыҙ минең һөйәгемде! (Ха-ха).
Хәйерхан.
Кешеләрҙең тәбиғәте шундай:
Онота улар ҡайсаҡ яҡшылыҡты,
Онота хатта ҡайсаҡ батырлыҡты,
Тик онотмай һис тә яуызлыҡты,
Изге рухты тапап үтеүсене.
Телдән-телгә күсә, быуаттарға,
Быуындарға күсә рух рәнйеше.
Яуызлыҡ ул – Раббы һыҙланыуы.
Гонаһыңа күрә яза алыу.
Раббы рәнйеһәме? Язаһынан
Түңкәрелер донъя.
Һаҡ бул, КЕШЕ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780