I “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивален ябыу тантанаһы. 2014 йыл мәҙәниәт байрағы аҫтында тамамланып килә ине. Шул саҡ сәхнәгә Гагариндың Йыһандан әйләнеп ҡайтыуын документаль киноға төшөргән яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, 2011 йылда “Рәсәй кинематографына индергән юғары ҡаҙаныштары өсөн” номинацияһында “Ника” кинопремияһына лайыҡ булған Мәхмүт Рафиҡов күтәрелде. Дөрөҫөн әйткәндә, был мәлдә күптәребеҙ уның кем икәнен дә белмәй ине әле. Сал сәсле, тыйнаҡ ағай аҡрын ғына баҫып сыҡты халыҡ алдына. Алып барыусылар бер нисә һөйләм менән үҙ заманында исеме кадрҙар артында йәшерелгән кинооператорҙың эшмәкәрлеге менән таныштырып үтеүгә тотош зал тороп баҫҡайны инде. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Мәхмүт Мөхәмәтйән улының күкрәгенә Салауат Юлаев орденын таҡты. Легендар шәхес. Шуныһы ҡыҙыҡ, уның эшмәкәрлеге хаҡында Башҡортостан халҡы ғына түгел, тотош Рәсәй XXI быуатта ғына белә башланы тиһәк, һис хата булмаҫ. Бының сәбәптәре лә бар. Әңгәмә барышында ул барыһын үҙе һөйләр. Ә беҙ фотограф Эдуард Дилмөхәмәтов менән сара тамамланғас та уның артынан йүгерҙек. Әлдә генә яҡташыбыҙ баҫалҡы ғына түгел, ә алсаҡ та булып сыҡты. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында әңгәмә килеп сыҡмауы ла ихтимал ине. Ә ул бүлде сәғәтен. Әйткәндәй, “Операторлыҡ сәнғәтендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн” тигән дипломға ла лайыҡ булды.– Мәхмүт Мөхәмәтйән улы, үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырһағыҙсы. Башҡортостан халҡы үҙ геройҙарын белергә тейеш…
– Герой тип ни, үҙемә ул тиклем атамалар таҡмаҫ инем. Гагарин – бына ул герой. Мин үҙемдең эшемде, йөкмәтелгән бурысымды башҡарҙым. 1924 йылдың 1 мартында Өфөлә тыуғанмын. Милли мәктәптәрҙә уҡыным. Әйткәндәй, беҙгә төрлө графиканы өйрәнергә тура килде: ғәрәпсәне, латинсаны, кириллицаны үҙләштерҙек. Һуғыш осоро кешеләренең яҙмышы барыһыныҡы ла уртаҡ. Ил күргәнде беҙ ҙә күрҙек — һуғыш осоронда авиация заводында эшләнем. Өфөлә лә, Мәскәүҙә лә авиация институттарын тамамланым.
– Операторлыҡ эшенә нисек барып юлыҡтығыҙ?
– Техник вуздарҙан тыш, 1951 йылда Бөтә Рәсәй кинематография институтын тамамланым һәм “Моснаучфильм”ға ебәрелдем. Тәүге съемкалар Капустин Яр тигән ракета полигонында барҙы. Унда Р-2 ракетаһын тикшереү эштәре алып барыла ине. 1954 йылда миңә ул ерҙәргә аяҡ баҫырға насип булды.
Мәскәүҙең Ярославль вокзалынан беҙҙе, дүрт операторҙы, поезға ултыртып алып киттеләр. Китеп барабыҙ, дөрөҫөн әйткәндә, күп нәмәне белеп бөтмәйенсә...
– Беҙ ҡайҙа киттек, тип һорамайһығыҙмы ни?
– Һораған хәлдә лә беҙгә мөләйем генә итеп ҡарайҙар ҙа: “Барып еткәс, күрерһегеҙ, белерһегеҙ!” – тиҙәр.
Ә төпкәрәк күҙ һалғанда, бөтәһе лә һуғыштан һуңғы осорҙа, атап әйткәндә, 1947 йылда башланған. Мин ул ваҡытта Мәскәү ғилми-популяр фильмдар киностудияһында эшләй инем. Берияның һорауы буйынса бер нисә кинематографистың анкетаһын тәҡдим иткәндәр. Дәүләт әһәмиәтендәге махсус объекттарға, йәғни Семипалатинск полигонында беренсе совет атом бомбаһын һынау съемкаларын тикшереү эшенә кем ебәреләсәге асыҡланған. Дөрөҫөн әйткәндә, мине һайлап алыуҙары, бәлки, уңыш йылмайыуы ла булғандыр. Шул уҡ ваҡытта ошо тәүге съемкаларҙан һуң атом һәм термоядро бомбаларын, баллистик ракеталарҙы, атом һыу аҫты кәмәләрен тикшереү, космонавтиканы өйрәнеү мәлдәрен бик күп төшөрөргә тура килде, һөҙөмтәлә радиацияға ла дусар булдым...
Семипалатинскиға барып төшөү менән ҡайҙан осасағымды, нимәләр төшөрәсәгемде әйттеләр. Ядро бомбаһын һынап ҡарауҙы кино таҫмаһына төшөрөүҙең был тәүге тәжрибәһе ине. Бомба ташланғандан һуң ядро “бәшмәге”нең радиацияһын башта 5 километр яҡынлыҡтан үлсәнеләр, шунан тағы ла яҡыныраҡ, хатта эсендәге кимәл дә тикшерелде. Мин ядро бомбаһына ҡағылышлы һәр секундты, минутты теркәп барырға тейеш инем. “Бәшмәк”тең үҙенең эсендә нисә рентген булғандыр, уныһын әйтеүе ауыр, сөнки ул һорауҙы биреү менән дә яуап алыуың икеле ине. Шуға күрә мин хатта бының менән ул саҡта ҡыҙыҡһынманым да. Әммә шуны әйтә алам: радиациянан хатта пленкаларҙа эҙ ҡала торғайны. Бер ниндәй һаҡлауһыҙ, махсус ҡоролмаһыҙ беҙ “бәшмәк” таралып өлгөрмәҫ элек тиҙерәк шул ергә барып етә һалып, төшөрөп ҡалырға тейеш инек.
– Үлем ҡурҡынысы ла булғандыр бит?
– Әлбиттә, төрлө кисерештәр солғап ала. Мәҫәлән, бер мәл шундай хәл дә булды: атом бомбаһы шартлау ҡеүәтенән күккә осҡан таштар самолетҡа килеп бәрелә башланы. Дөрөҫөн әйткәндә, ниндәйҙер мөғжизә менән иҫән ҡалғанбыҙ бит инде.
– Гагариндың Йыһандан әйләнеп ҡайтҡан мәлдәре тураһында ла ишетке килә...
– Һүҙҙе алыҫтаныраҡ башлайым. Сергей Королев кешенең Йыһандан осоп ҡайтҡан мәлен төшөрөү өсөн оператор эҙләгән һәм Тихоновҡа мөрәжәғәт иткән.
– Кем ул Тихонов?
– Михаил Тихонов – ул баяғы “Моснаучфильм”дың директоры. Ул, Мәхмүт Рафиҡов барыһынан да яҡшыраҡ эшләр, тип мине тәҡдим иткән. “Уны белмәйем бит әле, ә бына Маха тигән берәүегеҙ менән хеҙмәттәшлек оҡшап ҡалғайны”, – тигән. Үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ: Маха менән Мәхмүт Рафиҡовтың бер үк кеше булыуын белеп бөтмәгән икән билдәле конструктор.
– Һеҙ Гагаринды һауаға күтәрелгәндән алып төшөрҙөгөҙмө?
– Ана шулай Сергей Королев саҡырыуы буйынса, һис уйламағанда мин Гагаринды төшөрөү өсөн тупланған 1-се эҙләү төркөмөнә инеп киттем һәм Һамар ҡалаһына барып эләктем. Унан Энгельсҡа остоҡ. Гагарин һауаға күтәрелгәндә, уны Всеволод Афанасьев һәм Владимир Суворов төшөрҙө. Ә бына инде кире әйләнеп ҡайтҡанда, мин генә камера менән тороп ҡалдым. Диспетчерҙар бүлмәһе рәшәткәләп ҡуйылған, шуға күрә унда ҡараңғы һәм яҙмаларҙың сифаты түбәнерәк булыуы ихтимал ине. Беҙгә яҡтыраҡ һәм иркенерәк урынға күсергә кәңәш иттеләр.
– Гагаринды төшөргәндә һеҙҙән иң тәүҙә нимә талап ителде? Уның хәле нисек ине килеп төшкәндә?
– Йыһандан ҡайтҡан Юрий Гагаринды мин киң планда һәм ҙур-ҙур өлөштәр менән төшөрөргә тейеш инем. Һөҙөмтәлә тәүге йыһангирҙең физик, психик торошон, кәйефен, хәлен ошо яҙмаларҙа сағылдырыу тәүшарт итеп ҡуйылды.
Юрий Алексеевичтың хәле яҡшы ине. Ул тәүҙә КПСС Үҙәк комитетының 1-се секретары Никита Хрущев менән 40 минут тирәһе телефондан һөйләшеп алды. Эштең ни тиклем мөһим һәм яуаплы икәнен аңлай инем. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: тәү тапҡыр кеше Йыһанға күтәрелә! Унан Гагариндың ҡайтмауы ла ихтимал ине йәки һаулығына зыян килеүе лә бар ине бит. Кеше ғүмере һәм һаулығы өсөн тәжрибә уңышлы үтте.
– Бөтә матбуғат сараларында баҫылған Гагариндың киң билдәле фотолары ла һеҙҙең ижад өлгөләреме улайһа?
– Эйе, тап шул кинонегативтан Ерҙең тәүге космонавының портреты эшләнде лә. Телефон трубкаһын тотоп, Никита Сергеевич менән һөйләшеп ултырған рәсеме бөтә донъяға таралып китте.
Гагариндың мөләйем йылмайып әңгәмәләшеүе әле булһа хәтеремдә. Дөрөҫөн әйткәндә, уның йөҙөндә ошондай ихлас шатлыҡ тойғолары сағылған бүтән фотоһын күргәнем булманы. Уның ҡарашынан әйтеп аңлатып бөткөһөҙ нур сағыла ине! Бер яҡтан был аңлашыла ла – Гагарин былай ихлас йылмайыр һәм эстән балҡып торор өсөн Ер шарын тирәләй урап сығып, ус төбөндә генә кеүек итеп уға баҡҡандан һуң, ил етәкселегенә рапорт биреп ултыра бит! Әйткәндәй, был ошо көндә төшөрөлгән бик күп кадрҙар “Йондоҙҙарға тәүге рейс” фильмына инеп китте. Ҡалған өлөштәре, төп тарихи материал Рәсәй Оборона министрлығы архивында һаҡланалыр.
– Һеҙ бер әңгәмәгеҙҙә, 1992 йылға тиклем бөтә мәғлүмәттәр “совершенно секретно” тамғаһы менән һаҡланды, тип әйтәһегеҙ…
– Ғалимдарҙың һөйләүенән генә түгел, ошо съемкаларҙа ҡатнашҡан һәр кем кешенең Йыһанға осоуы ни тиклем тәүәккәл аҙым икәнен яҡшы аңлай ине. Сөнки, мәҫәлән, Гагаринға тиклем һауаға күтәрелгән манекен Иван Иванович Йыһанда осоп йөрөүен-йөрөгән, әммә килеп төшөүе уңышлы булманы. Шуға ла был эштең һәр этабында иң шәп белгестәр эшләүе шарт һаналған. Королев кеүек конструкторҙың мине һайлап алыуына сикһеҙ рәхмәтлемен. Уның кеүек бөйөк ғалим һәм шундай ябай егет, Ер шарының беренсе йыһангире Юрий Гагарин менән танышыуым – ғүмеремдең иҫтәлекле мәлдәре.
– Башҡа космонавтарҙы ла төшөргәнегеҙ булдымы?
– Әлбиттә. В. Терешкова, В. Леонов һәм башҡа Йыһан гиҙеп ҡайтҡан бик күптәрҙе камера менән ҡаршы алдым. Космосҡа бәйле фильмдарҙы дәүләт комиссияһы яйлап халыҡ иғтибарына ла сығарҙы. Владимир Суворов менән “Космик күпер” тигән фильм да төшөрҙөләр. Королевтың үҙе тарафынан “совершенно секретно” тамғаһы алып ташлап сығарыла ул кино. Ошо ваҡиғанан һуң ике аҙна ла тормай Королев үҙе лә яҡты донъя менән хушлаша.
– Ядро бомбалары һаулығығыҙға зыян килтермәй ҡалмағандыр бит?
– Атом бомбаларын ғына түгел, режиссер-оператор сифатында миңә атом һыу аҫты кәмәһенең диңгеҙгә инеүен дә төшөрөргә тура килде. Тап ана шунда ҙур миҡдарҙа радиация алдым һәм дауаханаға эләктем. Бик оҙаҡ дауаланылар. Тәжрибә үткәрелгән йәнлек сифатында ҡалдым бит инде. Әммә мөнәсәбәт яҡшы булды, бигерәк тә эш барышында үҙ-ара аралашыу манераһы, ашатыу кимәле юғары ине. Хатта һауыт-һаба ла – батша заманынан ҡалған ҡомартҡы.
Ауырыуҙан йүнәлеп сыға алырмын тип тә уйламағайным. Әммә, күреүегеҙсә, совет медицинаһы минең йөҙҙә үҙ көсөн күрһәтте. Табиптар ысын мәғәнәһендә мине аяҡҡа баҫтырҙы. Һаулығым өсөн борсолоп, улар хатта инвалидлыҡ юллашырға ла тәҡдим итте. Әммә, йәш кеше булараҡ, мин баш тарттым. Нисек инде ошо ғына йәшемдә, етмәһә, сибәр ҡатыным алдында үҙемде ауырыу итеп күрһәтеп торайым ти инде. Аллаһ Тәғәлә насип иткәс, йәшәйбеҙ әле!..
– Ә ҡатынығыҙ белә инеме һеҙҙең хәлегеҙ хаҡында?
– Юҡ, әлбиттә (йылмая).
– Бөгөн һеҙ Мәскәүҙә йәшәйһегеҙ. Улығыҙ, ейәнегеҙ барлығын беләбеҙ...
– Эйе, улар ҙа кинематография менән ҡыҙыҡһына, улым минең юлды һайланы тиергә лә була. Баш ҡалаға килгән яҡташтарымды күреүгә шатмын. Ленинград проспектында йәшәйем, рәхим итегеҙ, хөрмәтле яҡташтар!
Лариса
АБДУЛЛИНА
әңгәмәләште.