Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡсан ижад балҡышы
Халыҡсан ижад балҡышы Яңыраҡ Башҡортостандың Яҙыусылар союзында шағирә Фирүзә Абдуллинаның “Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!” тигән яңы китабының исем туйы һәм 55 йәшлек юбилейы айҡанлы бик матур кисә уҙғарылды.

Кемдәр генә килмәгән был сараға! Силәбе өлкәһенән, Сибайҙан, Баймаҡтан шағирәнең туғандары, уларҙың балалары һәм ейәндәре йыйылғайны. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Ирек Кинйәбулатов, БДУ профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов, яҙыусылар Әхмәр Үтәбай, Дамир Шәрәфетдинов, Тамара Искәндәриә, Лилиә Һаҡмар, Тәнзилә Кейекбаева, Миләүшә Ҡаһарманова, Сажидә Әхмәтова, Фәрзәнә Аҡбулатова, Миләүшә Ғәйфуллина, Башҡорт Википе­дияһы ирекмәне Рөстәм Нурыев шағирәне ҙурлап һүҙ әйтте. Фирүзә Абдуллинаның класташы, биология фәндәре докторы, профессор Йәлил Һөйөндөков хәтирәләре менән мәктәп йылдарына алып ҡайтһа, Ҡырмыҫҡалы районынан килгән уҡыусыларҙың, Иҫке Бәпес ауыл Советы хакимиәте башлығының ҡотлау сәләмдәре шағирәне уҡытыусы, килен булып төшкән төбәгенең биҙәге булараҡ асты. Студент йылдарындағы дуҫтары ла ситтә ҡалмаған байрамдан: Көйөргәҙенән шағирә Сулпан Миңлебаева, Нуримандан Линиза Юлдашбаева – быға асыҡ миҫал.
Ижад кисәһенә Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарына ғашиҡ булған, уның ижадына оло һөйөү менән ҡараған, көн дә Интернет селтәре аша яҙғандарын уҡып барған кешеләр йыйылғайны. Һәр береһе үҙ фекерҙәрен әйтте. Шағир Ирек Кинйә­бу­ла­тов Фирүзә Абдуллинаның Башҡорт­остан Яҙыусылар союзына ағза булып ҡабул ителәсәгенә, киләсәктә З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә яңы шиғри йыйынтығы донъя күрәсәгенә ышанысын белдерҙе. Профессор Тимерғәле Килмөхәмәтовтың сығышы бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Ул шағирәнең ижадына юғары баһа бирҙе.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы, шағирәнең апаһы Зәһүрә Байтурина ун балалы ҙур ғаиләлә төпсөк булып тыуған һеңлеһе тураһында бик матур һүҙҙәр әйтте. Абруйлы мөғәллимә үҙе лә, әлбиттә, һеңлеһенә бәләкәйҙән ярҙам итеп, һәр саҡ уны үҙенең ҡанаты аҫтына алып, яҙмышына йоғонто яһамай ҡалмағандыр.
Ә инде Фирүзәнең хәләл ефете Фидаил, балалары, ейәне сәхнәгә сығып баҫҡас, ҡыуаныстан күҙгә йәштәр эркелде. Бына бәхет ҡайҙа икән! Уларға ҡарап һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр, моғайын.
Фирүзә Абдуллинаның үҙенә арнап яҙылған шиғырҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы – Әхмәр Үтәбай, Ирек Кинйәбулатов, Сулпан Миңлебаева, Сәкинә Тотмановалар үҙҙәренең шиғри күстәнәсенән ауыҙ иттерҙе. Был ихлас, матур шиғырҙар йөрәктән йөрәккә күсеп, күңелде хис-тойғоға һалып, моңға сорнаны.
Сараны алып барыусылар тураһында айырым әйтеп үтмәксемен. Мәләүез ҡыҙы, юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, үҙешмәкәр йырсы Гүзәлиә Әмирханова һәм Баймаҡ ҡыҙы, сценарист, режиссер, йырсы Дилә Мөхәмәтйәрова Фирүзә Абдуллинаның әҫәрҙәрен тасуири уҡып, тамашасыларҙы ҡыуандырҙы.
Байрам кисәһендә шағирәнең 55 йәшенә ҡарата ла бик күп ҡотлау һүҙҙәре, теләктәр әйтелде. Йәшәйешенә ике “5”-ле ҡуйылды. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ өсөн был – матур осор, үткән ғүмерҙе барлап, киләсәкте уйлай торған саҡ. Байтаҡ эш башҡарылған: йорт-ҡура ҡоролған, ире һәм балалары бар, яратҡан эше көтөп тора, донъялары етеш, Аллаға шөкөр! Терәк-таяныс булған, көн һайын көс-дәрт биреп торған Фидаил менән был донъяның бер ауырлығы ла һиҙелмәйҙер ул. Ҡыҙҙары үҫеп буй еткергән, тормошта үҙ юлдарын тапҡан, барыһын ҡыуандырып, ейәне Руслан үҫеп килә. Ошонан да мөһим нимә бар был донъяла?! Шулай уҡ туғандарың, дуҫтарың, яратҡан эшең булғанда йәшәүе күңелле, ижадҡа ла ваҡыт ҡала.
Интернет селтәрендә Фирүзә Абдул­линаның шиғырҙарын уҡыусыларҙың ете мең кеше булыуы ла уның ижадының ни тиклем абруйлы икәнлеген билдәләй, уны хатта байтаҡтан “Интернет халыҡ шағирәһе” тип тә йөрөтәләр. Мин дә киләсәктә Фирүзәнең ысын халыҡ шағи­рәһе булырына ышанам. Уның ижады менән күптән танышмын. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында бергә уҡыған йылдарҙа уҡ көн дә яҙған шиғыр­ҙарын “эҫеләй” генә уҡыу минең өсөн бик ҙур ҡыуаныс ине. Беҙҙе осраштырғаны өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен, бәхет­лемен.


Эҙҙәр

Кешеләрҙең була төрлөләре,
Төрлө хистәр улар уята,
Кемдәрҙәндер ҡала бушлыҡ ҡына,
Кемдәрҙәндер, гүйә, таң ата.

Кемдәрҙеңдер яҡты йылмайыуы
Күңелеңдә ҡала уйылып,
Кемдәрҙәндер телдә әрем тәме
Аҙна буйы бөтмәй юйылып.

Тормош һуҡмағынан атлап барам,
Ниндәй икән ҡалған эҙҙәрем?
Берәйһенең күңеленә барып
Етә микән йөрәк һүҙҙәрем?
Кешеләрҙән төрлө эҙҙәр ҡала…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. алия
    алия от 07.03.2016, 13:14
    Шигырзары матур! Тик САК кына сама кэрэктер. Халык шагиры булыр тип зурзан куптырмагыз инде.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780