Рәхмәт яҡташтарыма! Бер ағай, Сафуан Яҡшығолов хаҡында “Башҡортостан” гәзитенең былтырғы 21 ноябрь һанында мәҡәлә баҫылып сыҡҡас, ҡала телефонына шылтыратып, осрашыуға саҡырҙы, был эште дауам итеүҙе үтенде. Әҙәбиәт йылы тамамланмай тороп сәфәргә сыға алмаясағым көн кеүек асыҡ ине. Бына бит, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты: Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Юрий Иванко менән аралашҡандан һуң мәғрифәтсе, шағир, көслө мулла Сафуан Яҡшығолов йәшәгән, указлы мулла булып эшләгән Яңы Яппар ауылы халҡы менән осрашыу мөмкинлеге лә тыуҙы. Йәмле Дим буйында ултыра был ауыл. Мәктәп менән балалар баҡсаһын берләштергән бинала ҡаршы алдылар. Эйе, аңлап торам, 1931 йылда донъя ҡуйған мәғрифәтсене күреп белгән кешеләр йыйылмаған бында, әммә уларҙың күбеһе С. Яҡшығолов хаҡында атай-олатайҙары, әсәй-өләсәйҙәре, күрше-күлән хәтирәләре аша хәбәрҙар.
Хәйер, миңә студент саҡта бер әбей һүҙ ҡушҡайны Сафуан Яҡшығолов хаҡында яҙыуымды һорап, әммә илтифат итеп еткермәгәнмендер был мөрәжәғәткә. “Йәшлек” гәзитенә ниндәйҙер мәғлүмәт биргән мәҡәлә яҙғанымды хәтерләйем, ләкин Яңы Яппарға барып ҡыҙыҡһынып йөрөгәнем булманы. Киреһенсә, Дәүләкәндә эшләп киткән яҙыусы, тракторсы булараҡ яландар гиҙгән Али Карнайҙың ижады менән мауығып китеп, Мишкә районына йышыраҡ йөрөй башланым. Ул сәфәрҙәр бушҡа уҙманы, әммә иртәрәк ҡуҙғалған булһам, Сафуан Яҡшығолов менән аралашҡан кешеләрҙе лә тап итер инем. Тимәк, уның менән, ижады менән ҡабат тәьҫирләнер өсөн миңә XXI быуатты көтөргә кәрәк булған. Ярай, башҡараһы эш етәрлек, шуға күрә бөгөн дә яҡташтарының хәтирәһен ҡәҙерләп һаҡлаған Яңы Яппар халҡы үҙе лә маҡтауға лайыҡ.
Йотлоғоп тыңларға тип килгән әңгәмәселәремдең һәр һүҙен, һөйләмен яҙып барам. Гәзиткә лә ошо рәүешле тәҡдим итәм, сөнки маҡсатлы ғилем әһелдәре өсөн генә мәғлүмәт биреү түгел, киләсәктә Сафуан Яҡшығолов менән йәнә берәйһе ҡыҙыҡһына башлаһа, был материал эшкәртелеүһеҙ барып етһен, тип уйлайым.
Тәүҙә Ҡыр-Өйлө мең башҡорттарының ҡор рәйесе, урындағы эшҡыуар, 1968 йылғы Филүс Хәлиуллинды тыңлайыҡ.
– Сафуан мулла Яҡшығолов хәҙерге Миәкә районының Илсеғол ауылында 1871 йылдың апрелендә тыуған, Дәүләкән мәҙрәсәһендә белем алған. Урындағы мәзиндең ҡыҙы Өммөхаятҡа өйләнгән ул. Хәлле йәшәгәндәр, ҙур алма баҡсаһы, өс һауын бейәһе, сепараты, йорт-ҡаралты әйберҙәре булған. Яҡшы аттарға кашауай саналар, тарантас арбалар егеп йөрөй торғайны, тип һөйләй ине өлкән быуын уның хаҡында. Абруйлы, затлы кеше булған. Халыҡ араһындағы мәртәбәһе тураһында әйтеп тә тормайым! Мәҫәлән, Яңы Яппар халҡы үҙенең биләмәһенә йәшәргә ситтән кеше индермәгән, уларҙы килмешәк, әтәмбәйҙәр тип кенә йөрөткән. Берҙән-бер кешене беҙҙә үҙ күреп ҡабул иткәндәр, ул да булһа – Сафуан хәҙрәт Яҡшығолов. Тыуған яҡты өйрәнеүсе ауылдашыбыҙ Рәүеф Мөхәмәтғәлин тапҡан мәғлүмәттәр буйынса, 1900 йылда Сафуан мулланың саҡырыуы буйынса Яңы Яппарға Ризаитдин Фәхретдинов килә. Аҡмулла менән дә аралаша ул. 1905 йылда ауылда яңы типтағы мәктәп асылғас, мулланың эш күләме тағы ла арта. Мерәҫ, Көрмәнкәй, Ҡаҙанғол, Этҡол (Дәүләкән) ауылдарында балалар уҡыта Сафуан мулла. Уның алты бала аҫрап үҫтергәне лә билдәле, әммә береһе лә үҙенеке булмаған. 1914 йылда, Йәғәфәр ҡарт Имамбаев һөйләүенсә, уның әсәһе Сафуан Яҡшығоловтан бер ҡыҙ бала таба, әммә ул сабый сағында үлеп ҡала. Йәғәфәр ҡарт күңеле йомшарып киткәндә, исмаһам, шул ҡыҙ ҙа иҫән ҡалмаған бит, бер туғаным да юҡ, тип илар булған.
Ауыл зыяратында С. Яҡшығоловтың ҡайҙа ерләнгәне билдәле. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында, фольклорсылар булдымы икән, килеп, белешеп йөрөгәйне лә ул, тик аҙаҡ тағы ла иғтибар кәмегән кеүек булды. Алла бирһә, ер-һыу ҡарҙан әрселеү менән эҙләп табырбыҙ ҡәберен, урыны билдәле уның. Сафуан хәҙрәт Яҡшығолов 1931 йылдың 22 июлендә аяғөҫтө йөрөгәндә вафат булып ҡуя. Уның сирләп ятҡаны билдәле түгел. Шуныһы бар: совет власы урынлашҡас, муллаларға мөнәсәбәт тә үҙгәргән бит. 1913 йылда уҡ уның указлы мулла булыуы хаҡындағы танытмаһын тартып алалар. Урынына Мөхәмәтғариф Әйүпов тигән кешене ҡуялар, әммә Сафуан хәҙрәт барыбер үҙ эшен туҡтатмай, ғилем тарата, халыҡ менән әүҙем аралаша. Улай тип әйтеү килешеп тә етмәҫ, бәлки, әммә 1931 йылда үлеп ҡалмаһа, ул анау хәтлем ғилми, рухи, мәҙәни эшмәкәрлеге менән золом ҡорбаны булыр ине...
52 йәшлек Рәйес Сафиуллин, ауыл муллаһы:
– Мин дә ауылдаштарымдың һүҙенә ҡушылам. Сафуан мулланың абруйы Яңы Яппарҙа ғына түгел, тотош төбәгебеҙҙә ҙур булған. Биктимер бабай: “Ул шиғырҙар, бәйет, мөнәжәттәр яҙа ине”, – тип һөйләй торғайны. Ауылыбыҙҙа С. Яҡшығолов шулай уҡ күренекле фән эшмәкәре, донъяға билдәле ғалим Ә. Вәлиди менән осрашҡан. Был хаҡта Миәкә районында ла белеүселәр барҙыр, бәлки. Мәрзиә Биктимер ҡыҙы Ғайсина исемле ағинәйебеҙ ҡышҡа ҡыҙы Фәүзиә апай янына йәшәргә китте. Уларҙа Сафуан Яҡшығоловтың Биктимер бабайға ҡалдырған Ҡөрьәне ла һаҡлана. Әйткәндәй, ауылыбыҙҙа иман йорто асылғанда ул изге китапты мәсеткә алып килгәйнеләр.
Миндә лә байтаҡ ҡулъяҙма (араларында Сафуан мулланыҡы ла булған), иҫке ҡомартҡылар, гөбө, тирмән, киндер кеүек әйберҙәр бар ине лә, Ҡаҙанғол уҡытыусыһы Зөлфирә Мәғәсүмоваға аттестация үтергә кәрәк, тигәс, биреп торғайным, өйөндә ут сығып, бөтә нәмә лә янды, тинеләр.
Әхмәтзәки Вәлиди Сафуан Яҡшығолов янына килгәс, Бохарала мине табырһың, шунда күрешербеҙ, тигән, тик ни сәбәптәндер, ул был яҡтарҙан сығып китмәгән һәм һис көтмәгәндә, ауыл ҡарттары хәтерләүенсә, аяғөҫтө йөрөгәндә вафат булып та ҡуйған.
Сафуан Суфиян улының ҡәбере – зыяраттың бер ситендә, ҙур таш ҡуйылған тигәнде минең дә ишеткәнем булды...
Һүҙгә механизатор, 1949 йылғы Янур ағай Кулиев ҡушылды:
– Өҫтәп шуны әйткем килә. Ҡасандыр миңә татар яҙыусыһы Әмирхан Еникиҙың яҙмаларын уҡырға насип булғайны. Шунда ул Сафуан Яҡшығолов хаҡында ла әйтеп үткән. Төбәктең зыялы башҡорттары йыйылып, ҡурай уйнап, үҙ-ара әңгәмәләшеп ултыра торғайны, унда Сафуан мулла, Яппар ҡурайсы ла килгеләне, тип яҙғанын хәтерләйем. Ана шул яҙмаларҙы яңынан эҙләп табырға ине ул. Бәлки, Әмирхан Еники менән бергә төшкән фотолары ла һаҡланғандыр. Шунан Дәүләкәндә йәшәгән Раил ағай Шәйбәковтың да һеҙгә мәғлүмәт бирә алыуы ихтимал, сөнки уның өләсәһе сығышы менән Миәкә районының Илсеғол ауылынан. Ғәшиә әбейҙәргә аҫрау улы Ноғоман менән йыш барып йөрөгән ул Сафуан хәҙрәт...
Эйе, теге яҙған мәҡәләмдә лә әйтеп киткәйнем Әмирхан Еникиҙың иҫтәлектәренә барып етә алмайым тип, был юлы ла ошо фекергә тап булдым. Йәнә был донъянан Шәйехзада Бабичтан һуңыраҡ киткән Сафуан Яҡшығоловтың фотолары бер ерҙә лә табылмауы аптырата шул. Уйланырлыҡ урын бар. Яңы Яппарҙа юҡ, бәлки, Илсеғолда йәки Дәүләкәндә һаҡланғандыр тигән өмөттәр ҙә уянып ҡуя.
Сираттағы әңгәмәсемдең һүҙенә ҡолаҡ һалам. Ул – 1938 йылғы Зәки Ҡотлояров:
– Сөләймән ағай Әкимбәтов Сафуан хәҙрәттең шәкерте булған. Донъя малына артыҡ иҫе китмәһә лә, матур йәшәне, яҡшы аттарҙа йөрөнө, күп китап уҡыны, балаларға белем биреү менән мәшғүл ине, тип һөйләй торғайны. Совет власы урынлаша башлағас, уны ҡулға алғандар. Өҫтөнән шикәйәт яҙған кешеләр ҙә булғандыр инде. Шунда ул: “Егеттәр, һеҙ мине алып китеүен-киттегеҙ, үҙегеҙ үк илтеп ҡуясаҡһығыҙ”, – тигән. Ысынлап шулай булған да. Муйынындағы бетеүен генә күрһәткән – бөтәһе лә уныңса хәл ителгән. Бер ҡараһаң, мөғжизә кеүек инде ул, әммә шундай хәлдәр ҙә булған элгәре. Ниндәй бетеү булғандыр инде ул, уныһын белмәйем, әммә эйәһен һаҡлап йөрөткән. Бөгөн дә күҙ теймәһен тип балаларға тағалар бит, шуның кеүек берәй әйбер булғандыр инде. Сөләймән ағайҙың тағы ла, Сафуан мулла таҙа, мыҡты кәүҙәле кеше ине, тип һөйләгәне хәтерҙә, – тине Зәки Сөләймән улы.
Бына тағы ла беҙ төшөргән картинаның буяуҙары баҙыҡлана төштө.
1930 йылғы Сәғәҙәтгәрәй бабай Хөсәйеновты тыңлауы ла бик ҡыҙыҡлы булды, сөнки һәр әңгәмәсе хәтер һандығынан ниндәй ҙә булһа яңы мәғлүмәт тапты.
– Ауылда урта мәктәп бар ине. Беҙгә яҡын ғына йәшәгән Сафуан хәҙрәт. Дим ярында йорто торған. Соланы йылға буйынан һуҙылғайны. Аҙаҡ ул өйҙө ҡайҙа алып киткәндәрҙер, белмәйем, әммә сереп емерелмәне ул. Ноғоман ағай менән гел бергә йөрөгән Сафуан Яҡшығолов. Ә атайым Ноғоман ағай менән йыш аралаша ине. Арыҫланбәк бабайҙарҙа йыш булды улар. Һәр саҡ аралашып, бергә ҡатнашып йәшәнеләр. Бының сәбәбе лә бар: Ноғоман ағай Арыҫланбәк бабайҙың кейәүе ине, йәғни ҡыҙы Сәхибәгә өйләнгәйне.
Сафуан мулла ауыл зыяратында, эске яҡта ерләнгән. Ҡәбере өҫтөндә бер оло таш тора, мөйөштәргә дүрт имән ағасы беркетелгән. Беҙгә яҡын ғына йәшәһә лә, аныҡ ҡына хәтерләмәйем үҙен, бәләкәй булғанмын. Ноғоман ағайҙы, һуғыш бөткәс, Дәүләкәндә күрҙем. Башта улмы-юҡмы тип оҙаҡ ҡына ҡарап торҙом, бер мәл үҙе һүҙ ҡушты: “Ниңә иҫәннәшмәй тораҫың әле ҫин? Хәҙер ҫуғып йығам бит үҙеңде!”– тип көлөп ҡосаҡлап алды.
1926 йылғы колхозсы Ишбулат ағай Мәғәсүмов та барса әңгәмәселәргә Сафуан мулланың сәсәндәр әйтеше уҙғарыуын, шиғыр менән һөйләшеүен билдәләне. Уға был хаҡта атаһы Тимербулат бабай (97 йәшендә вафат булған) һөйләп ҡалдырған. Әйткәндәй, ул Сафуан мулланы ерләүҙә ҡатнашҡан.
Ҡаҙанғол ауылынан килгән хаҡлы ялдағы уҡытыусы, 1938 йылғы Мөнирә апай Исмәғилева ла, ауылдаштарының фекеренә ҡушылып, түбәндәгеләрҙе дауам итте:
– Сафуан мулланың абруйы ҙур булыуы хаҡында тағы ла бер тапҡыр баҫым яһап әйткем килә. Халыҡ уны бик яҡын күргән, үҙ кеше булған. Ысынлап та, ауылдың тарихында билдәле факт ул – ситтән кешеләр индермәү. Ул бит дини, әхлаҡи белем, тәрбиә биреү менән бергә балаларға арифметика, урыҫ теле, әҙәбиәт нигеҙҙәрен дә өйрәткән.
Һүҙебеҙгә 1979 йылғы Альбина Әхмәтйәнова ла ҡушылды. Әйткәндәй, ул ошо уҡ ауылдан сыҡҡан шағирә, уҡытыусы Рәсимә Ураҡсинаның бер туған ағаһы Рәүефтең килене. Альбина: “Сафуан Яҡшығоловтың яҡташтарына – Дәүләкән районынан сыҡҡан студенттарға – уҡыу барышында мөнәсәбәт яҡшы була торғайны, һеҙ ысын башҡорттар, тинеләр уларҙы, ә беҙгә, Шишмә районыныҡыларға, башҡасараҡ ине ҡараш”, – тип хәтерләй. Бер ҡараһаң, иғтибар итерлек тә деталь кеүек түгел, әммә, күрәһең, Сафуан Яҡшығоловтың яҡташтары булыу бер яҡтан мәртәбә өҫтәһә, икенсе яҡтан, был бит – ҙур яуаплылыҡ һәм бурыс!
Тарихи мәғлүмәттәргә лә күҙ һалайыҡ әле. 1795 йылғы ревизия мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Яппар ауылдарында 36 йорт иҫәпләнгән, 237 башҡорт йәшәгән. Уларҙа Иҫке Яппар ҙа, Яңы Яппар ҙа бергә күрһәтелгән. Ә инде ауылдарҙа 1816 йылда 298 кеше йәшәгән, 1834 йылда 433 иҫәпләнгән (Р. Мөхәмәтғәлин, “Яппарым – пар ҡанатым”, 29-сы бит). Бөгөн Яңы Яппарҙа нисә кеше йәшәүе хаҡында белешеп, ауыл мәктәбендә халыҡты йыйыуҙы ойошторған Ҡаҙанғол ауыл биләмәһе башлығы Илшат Мөхәмәтғәлингә мөрәжәғәт итәм, сөнки Яңы Яппар ҙа ошо биләмәгә инә. Әле ауылда 138 йорт, 346 кеше йәшәй, балалар баҡсаһында 10 бәләкәс, мәктәпкә 13 уҡыусы йөрөй. Күреүегеҙсә, Яңы Яппар бәләкәй ауыл түгел, шуға күрә белем усағын һаҡлау маҡсатында төбәк мәғрифәтселәренең эшмәкәрлегенә, абруйына таяныу һис ҡамасауламаҫ ине.
Һүҙебеҙҙе заманында тимерсе лә, бригадир ҙа булып эшләгән 1949 йылғы Ғәлийән Ҡәйүпов менән дауам итәбеҙ.
– Беҙҙең йортҡа ҡаршы ғына торған уның өйө. Белем биреү менән Сафуан Яҡшығолов бик ныҡ шөғөлләнгән. Атайым Хәкимйән ҡарт та мулла ине, ул уны һәр саҡ маҡтап, ҙурлап телгә алыр булды. Кискеһен дә халыҡты йыйып, дәрестәр биргән, яҡшы хәбәрҙәр һөйләгән Сафуан мулла. Элек күмәкләшеп башҡарғандар бит инде эште, улар ҙа бесән әҙерләү, утын йыйыу кеүек мәшәҡәттәрҙе бергәләп еңгән. Етеҙ хәрәкәтле, бер урында ултырып сыҙай торған кеше түгел ине, бик уңған, егәрле... Шулай булмаһа, анау хәтлем аҫрау балаларҙы нисек ҡарамаҡ кәрәк?! Бына ошо тирәләрҙә ине уның йорто! – тип тамамланы, өйө нигеҙенә ишаралап, Ғәлийән ағай.
Әлбиттә, февраль бурандары көрт һалған ауыл зыяратына инеп булмаҫ ине. Аллаһ Тәғәлә насип итеп, заманының алдынғы ҡарашлы мәғрифәтсеһе, рухиәт илсеһе, шағир, мулла Сафуан Яҡшығоловтың ҡәбер ташын яңыртырға яҙһын. Был – мотлаҡ башҡарылырға тейешле эш. Был уның өсөн кәрәкмәйҙер ҙә, бәлки, ә бына беҙҙең, тереләрҙең, изге бурысы. Ауыл биләмәһендәге һәр кеше был йәһәттән “Башҡортостан” гәзите башлап ебәргән акцияға ҡушылыр тигән өмөт йәшәй күңелемдә. Әлбиттә, Дәүләкән районы хакимиәтенең әүҙем ҡуҙғалыуына, ярҙамына ышаныс ҙур. Ошондай уҡ эште беҙ заманында “Йәшлек” гәзитендә атҡарып сыҡҡайныҡ. Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында атаҡлы башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың атаһы Мөхәмәтзакир Ғилуан улы Бәбесовтың ҡәберенә өр-яңы таш ҡуйылды, яҙмалар яңыртылды. Район хакимиәте, ауыл Советы башлығы ла, мари милләтенән булыуға ҡарамаҫтан, ошо эште еренә еткереүҙә ихлас ярҙам ҡулы һуҙҙылар. Рәхмәт яуһын матди, рухи, кәңәш ярҙамы күрһәткән һәр кемгә! Бөгөн Ҡыйғаҙытамаҡта Ш. Бабичҡа ҡуйылған бюст та әллә ҡайҙан күренеп, ҡаршылап тора. Ошондай уҡ эште Яңы Яппар ауылында ла атҡарып сығырға яҙһын! Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре лә ҡеүәтләп алыр был ауылдағы акцияны!
Дәүләкән ҡалаһында йәшәгән Раил бабай Шәйбәковта Сафуан мулла хаҡында мәғлүмәт һаҡланыуы ихтимал тигәстәр, Яңы Яппарҙан район үҙәгенә юлландыҡ. Адрес буйынса Крәҫтиән урамындағы тәғәйен йортто эҙләп табып, ҡапҡа шаҡыйбыҙ. Асыҡ йөҙлө апай ишектәрен киң асып ҡаршы ала. “Үтегеҙ, ни өсөн шаҡып тораһығыҙ? Иҫәнмеһегеҙ!”– тип саҡырыуына, әллә ҡасан белгән кешеләй, артынан эйәрәм. Бөгөнгө заманда ла район үҙәгендә ҡапҡаларын шар асыҡ тотоп йәшәүселәр бар икән! Был күренеш үҙе үк милли һыҙатыбыҙҙың сағылышы кеүек тойолдо миңә.
Хәтерегеҙгә төшөрәм: Сафуан мулла менән уның аҫрау улы Ноғоман барып йөрөгән Арыҫланбәк ҡарттың улы Саматтың улы була Раил бабай. Кем белә, бәлки, уларҙа берәй фото йә мәғлүмәт һаҡланғандыр тигән ниәт менән килеп индек был йортҡа.
1938 йылғы Раил бабай бик ихлас, яҡты сырайлы кеше булып сыҡты.
– О-о-о! Сафуан Яҡшығолов хаҡында ғына хәбәр һаҡланыуы ихтимал беҙҙең яҡтарҙа. Ул ҙур яҙыусы, мулла, халыҡ йолаларына нигеҙләнеп, ауылдаштарын дауалаусы булған. Бик данлыҡлы мулла бит ул. Ябай ғына булмаған, тип әйтмәксемен. 1870 йылғы Арыҫланбәк ҡартатайыма йыш килеп йөрөгән улар. Миңә ҡәберен дә күрһәткәне булды. Ғүмер буйы Яңы Яппарҙа йәшәп, эргә-тирәләге халыҡҡа аң-ғилем, шифа өләшеп, шунда уҡ донъя ҡуйған Сафуан мулла. Урта Азияла ла йөрөп ҡайтҡан ул. Дим төбәгенең риүәйәттәрен, легендаларын да йыйған, йолаларын да өйрәнгән. Уның китаптары бик күп булған. Ерләгәндә байтаҡ яҙмаларын бергә күмгәндәр, шунан бит инде уны НКВД ла эҙәрлекләгән, бәлки, шуға ла бөгөн ҡулда, архивтарҙа ҡулъяҙмалары һаҡланмағандыр. Ноғоман бабайымды яҡшы хәтерләйем, ул беҙгә йыш килеп йөрөнө. Альбомдарҙа фотолары ла һаҡланған.
Раил бабайҙың ошо һүҙен ишетеү менән күңел күтәрелеп китте. Ул ҡатыны Шәрғиә әбейгә иҫке альбомдарҙы алып килергә ҡушты. Бына ҡайҙа икән ул боронғо фотолар хазинаһы! Тик ни хикмәт: Сафуан мулланан бер тотам да ҡалмай йөрөгән Ноғоман ағайҙың фотолары (1-се һүрәттә) күп, ә үҙенеке – юҡ. Бының барыбер берәй сере барҙыр ул: бәлки, сер ҙә түгелдер, совет власы урынлаша башлағас, мулланың үҙен дә эҙәрлекләгәндәр һәм уға бәйле һәр нәмә юҡҡа сығарыла барған. Әлбиттә, тейешле органдар мулланы ҡулға алып, бикләп тотҡан икән, уларҙың архивында ла С. Яҡшығоловтың фотолары һаҡланыуы ихтимал. Әйткәндәй, ошонда уҡ Дим буйы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәге рәсемдәренә лә юлыҡтым. Боронғо сырайлы, мәртәбәле милләттәштәр баға һүрәттән!
Сафуан мулла хаҡында тағы ла мәғлүмәттәр тапһам, шылтыратырмын, тип оҙатып ҡалды Раил бабай.
Ә минең ҡулда – Миәкә районынан ҡышҡылыҡҡа ҡыҙына йәшәргә киткән Мәрзиә Ғайсина әбейҙең адресы һәм телефон һандары. Ул тарафтарға юлланыр алдынан башта хәлдәрен белешәйем әле, тинем. Фәүзиә апай менән беҙ Яңы Яппар ауылында мәсет асылғанда күрешкәйнек. Бына тағы уйҙар, юлдар бер тирәлә йөрөй. “Бәйләнештә” социаль селтәре аша осрашырға һөйләшеп, сәфәремде Сафуан Яҡшығоловтың тыуған ауылына – Миәкә районындағы Илсеғолға – юлланы Фәүзиә апай.
Илсеғол – Миәкә районының күркәм, ҙур ауылдарының береһе. Китапханала беҙҙе хеҙмәткәр Ғәшүрә апай Мөхәмәтйәнова ҡаршы алды. Ул Сафуан Яҡшығолов ижады менән бик күптән ҡыҙыҡһына, хатта “Башҡортостан” гәзитенең 2008 йылдың 29 ғинуар һанында “Ил төкөрһә, күл була” тигән мәҡәләһендә ул бына нимә тип мөрәжәғәт иткән булған: “Сафуан Яҡшығолов хаҡында ниндәй ҙә булһа материалдар, хәтирәләр табылһа, сикһеҙ шат булыр инек!..” Быйыл апрель айында данлыҡлы мулланың тыуыуына 145 йыл тула. Ошо уңайҙан Илсеғолда байрам уҙғарырға йыйыналар. Әлбиттә, материалдар күп тип маҡтанып булмай. Беҙҙең ошо берҙәм хеҙмәттәшлегебеҙ Сафуан Яҡшығоловтың исемен мәңгеләштереү эше менән тамамланырға тейеш тип аңлайым. Мәҫәлән, ниңә әле тыуған ауылы мәктәбенә мәғрифәтсенең исемен бирмәҫкә? Әйткәндәй, Ғәшүрә апай Сафуан Яҡшығоловтың Яҡшығол олатаһынан башланған шәжәрәһен дә төҙөгән. Ул нәҫелде дауам итеүселәр бөгөн дә бар.
Урындағы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ирина Йосопова ла килеп ҡушылды. “Сафуан Яҡшығолов тыуған яғына йыш ҡайтып йөрөгән. Беҙҙең ауыл янында ғына изге шишмә бар бит. Хәҙер уны бөтә Башҡортостан халҡы белә инде. Ул шунда килеп доғалар ҡылып китер булған. Ошо ерлектә үк Әхмәтзәки Вәлиди менән осрашҡан. Ҡаран ауылына ла барғандар. Урындағы халыҡ уларҙың үҙ-ара бәйләнеше хаҡында тағы ла күберәк мәғлүмәт тә бирә алыр ине”, – тине Ирина. Гәзитебеҙ төбәктәргә барып етеү менән, бәлки, бәйләнешкә сығып, яңы мәғлүмәт менән уртаҡлашыусылар ҙа табылыр. Аңлауымса, заманында эшмәкәрлеге тыйылған, ҡулъяҙмалары юҡ ителгән мулла тураһында ауыҙ тултырып һөйләргә ҡыйған кешеләр ҙә аҙ булғандыр. В. Әхмәҙиев, Р. Шәкүр, С. Суфиянов кеүек ғалимдар үҙ заманында Сафуан Яҡшығолов хаҡында күләмле мәҡәләләр баҫтырған, китабына баш һүҙ яҙған. Ноябрҙә баҫылған мәҡәләлә әйтелгәйне инде, Дим буйы фольклоры иҫәбенә лә инеп киткән алдынғы ҡарашлы хәҙрәттең яҙмалары.
Фәүзиә апай Баршуатованың әсәһе Мәрзиә әбей Ғайсина Сафуан Яҡшығоловты күргәне булған. Был хаҡта апай бына нимәләр һөйләй:
– Һаумы, Лариса туғаным! Бик шатмын аҙ ғына булһа ла үҙебеҙҙең башҡорттарыбыҙ тураһында мәғлүмәтте арттырырға тырышыусыларға саҡ ҡына булһа ла ярҙамым тейгәнгә. Әсәйем хәтерләүенсә, Сафуан мулланы апаһы үҙе беҙҙең ауылға Арыҫланбәк бабайға кейәүгә сыҡҡанда алып килгән. Уға 7-8 йәш тирәһе булған, тип һөйләгән олатайым, әсәйемдең атаһы. Сафуан Яҡшығоловтың дуҫы Биктимер Ғайса улы Ғайсин – минең олатайым. Арыҫланбәк еҙнәһе һәм апаһы ҡарамағында үҫкән, Дәүләкән мәҙрәсәһен тамамлап, Яңы Яппарҙа мулла булып мәсеттә хеҙмәт иткән, балалар уҡытҡан. Еҙнәһе уға йорт һалған, өйләндергән. Сафуан мулланың йорто ауылдан Иҫке Яппар яғына киткән урында булған. Әсәйем Сафуан мулланы хәтерләй, сөнки ул гел ҡартатайымдарға килеп йөрөгән, уның менән Дәүләкән баҙарына йыш бергә барған, ғаиләләре менән ныҡ аралашып йәшәгәндәр. Вафаты алдынан үҙенең китаптарының бер өлөшөн олатайыма ҡалдырған, ҡалғанын уның ҡәберенә ҡуйып күмгәндәр. Дини китаптарҙы йыйып йөрөгәндә, өләсәйемдәр ул китаптарҙы сепрәккә урап, баҙҙа ерҙе ҡаҙып, бәрәңге аҫтына йәшереп һаҡлап алып ҡалған.
Ҡораллы бер һалдатҡа эйәреп ауыл кешеләре килеп ингән: атайым Сафуан мулланың дуҫы булғас, китаптарының унда икәнен кемдер әйткән һәм беҙҙә тентеү башлағандар. Таба алмағас, атайымды әрләп, уға янап сығып киткәндәр, күренеп торғандарын алғандар. Сафуан Яҡшығоловтың китаптарының бер өлөшөн атайым тағы ла зыяратҡа илтеп күмгән, изге китаптарҙан көлмәһендәр, уларҙы күҙ ҡараһы кеүек һаҡларға кәрәк, тип хәтерләй Мәрзиә әбей.
Уға дини китаптарҙы әсәһе биргән. Һаҡла, дин нығыныр көн килер ул, тигән. Ул да бик дини кеше булған, Саҡмағош районының Аблай ауылында олатаһының мәҙрәсәһен тамамлаған. Ғәрәп, фарсы телдәрен яҡшы белгән, китаптарҙы уҡып, башҡорт теленә туранан-тура тәржемә яһаған. Балалары был мәғлүмәтте әле лә һөйләй.
Фәүзиә апай үҙе лә бәләкәй саҡтан уҡ ул китаптар менән ҡыҙыҡһынған, тик олатаһы тейергә ҡушмаған. Мәсеткә йөрөп, ғәрәп телендә аҙыраҡ һупалай башлағас, ул китаптарҙы әсәһе рөхсәте менән алып ҡарап сыҡҡан. Шунда Сафуан Яҡшығоловтың Ҡөрьәнен табып алған Фәүзиә апай. Ул китаптың эсендә лә яҙмалар бар, әйткәндәй, уларҙы ла тәфсирләп уҡыған кеше юҡ әлегәсә. Ҡөрьән эсендәге мисәте лә ап-асыҡ хужаһының кемлеген күрһәтеп тора (һүрәттә). Ғайсина Мәрзиә Биктимер ҡыҙы – уҡытыусы-ветеран, Рәсимә Ураҡсинаның да беренсе уҡытыусыһы. Бөгөн ғалимдар кешеләрҙең күңеленән, рухынан ағылған нурҙың тирә-яҡ мөхиткә лә таралыуы хаҡында һөйләгәндә үҙенән-үҙе Сафуан Яҡшығолов ҙур эшмәкәрлек алып барған ауылда, йылдар үткәс, Рәсимә Ураҡсина кеүек педагог, шағирә тыуыуына һис аптырарға ла түгелдер.
Сафуан Яҡшығоловтың, башҡа муллаларҙан айырмалы, шиғри маһирлығы, халыҡ йолаларына таянып замандаштарын дауалауы уның исемен халыҡ хәтеренә уйып яҙған. Бер уйлап ҡараһаң, ысынлап ғәжәп күренеш тә баһа. Муллалар, хәҙрәттәр бик күп булған ул совет дәүеренә тиклем, әммә халыҡ һайлап алып, кемдәрҙелер айырым мәртәбәле итә, уларҙың эшмәкәрлеген баһалап, хатта фотоһүрәттәре, ҡулъяҙмалары яндырылып, юҡҡа сығарылып бөтһә лә, замандаштары йөрәгенә һалған иман, әҙәп нурҙарын быуындан быуынға күсереп, һаҡлап килә.
Шәхсән Сафуан Яҡшығоловтың эшмәкәрлеген өс төргә бүлеп ҡарап булыр ине: мәғрифәтселек, дини, әҙәби. Улар данлыҡлы мулланың асылында айырым түгел, бер бөтөн булып йәшәгән, шуға ла ул һәр ерҙә алдынғы фекер таратыу, шиғыр аша сәсәнлеге менән арбаһа, ғилем, белем орлоҡтарын сәскән, иман хаҡында һөйләгән, халыҡ йолаларына нигеҙләнеп, дауалау менән дә шөғөлләнгән.
Ул үҙен күрәҙәсе, заманының иң шәп кешеһе итеп тотмаған, ҡулынан килгәнсә халыҡҡа хеҙмәт иткән, аң-зиһене, йөрәге ошо дәүерҙә ниндәй фекер, ғилем еткерергә кәрәклеген нисек тойған, шулай эшләгән. Был уның шиғриәтендә лә асыҡ сағыла. Тыйнаҡ, маҡтанып бармаған кеше булһа ла, миңә ҡалһа, үҙенең фекерҙәренең тәрәнлеген барыбер тойомлаған Сафуан Яҡшығолов. Халыҡҡа ҡайһы яҡҡа, нимәгә иғтибар итергә кәрәклеген яҡшы белгән. Бөгөн килеп беҙ уның заманының алдынғы ҡарашлы фекер эйәһе булыуын таныйбыҙ. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, шәхесебеҙҙең исемен мәңгеләштереп, әҙәби, имани, рухи мираҫына яуап ҡайтара алырбыҙ.