Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әйҙәгеҙ, егеттәр, шулайтайыҡ...”
Сафуан Әлибаев менән миңә “Совет Башҡортостаны” (хәҙерге “Башҡортостан”) гәзите редакцияһында бергә эшләргә яҙҙы. Абруйлы баҫманың яңы етәксеһе Мансур Әйүпов үҙгәртеп ҡороу башында иғлан ителгән билдәлелек осоронда редакцияға эшкә төрлө төбәктәрҙән йәштәрҙе йыйып алғайны. Журналистикала, әҙәбиәттә йәки башҡа гуманитар йүнәлештәрҙә киләсәктә исемдәре яңғыраясаҡ Фәрзәнә Аҡбулатова, Морат Төхвәтуллин, Фаил Ҡылысбаев һымаҡ юғары уҡыу йортон яңыраҡ тамамлаған йәш белгестәр бер осор саҡырылғайныҡ.

СССР-ҙың төп баҫмаһы “Правда” гәзитендә Башҡортостан буйынса үҙ хәбәрсе В. Прокушевтың “Преследование прекратить” тигән шау-шыулы мәҡәләһе сыҡҡандың өсөнсө аҙнаһында эш башла­ғайным. Бер осор шағир Рәйес Түләк менән әҙә­биәт һәм сәнғәт бүлегендә эшләнек. Баш мөхәррир урынбаҫарҙарының береһе, яңыраҡ “Башҡортостан пионеры”нан (хәҙерге “Йәншишмә”) күскән Сафуан Әфтәх улы – нәҡ беҙҙең бүлектең кураторы, бынан сыҡҡан материалдарҙы номерға ул туплай.
Ҡайһы бер яҙыусы ағайҙар әҫәр­ҙәрен гәзиттә тиҙерәк баҫтырып сығарыр өсөн туп-тура баш мөхәр­риргә инеп китһә лә, Мансур Әнүәр улы, ипләп кенә һөйләшеп, ҡулъяҙ­маларын иң элек бүлеккә тапшы­рырға кәңәш итә. Улар килеп, ишек­тән башын тығып ҡына беҙгә ҡарай ҙа урынбаҫарға – Сафуан Әлибаев бүлмәһенә – “һөжүм”гә юллана. Ә ул көн аҙағынараҡ, бер нисә яҙыу­сының ижади яҙмаларын тотоп, барыбер беҙгә инә. Материалдар бүлек аша үтергә тейеш — тәртибе шундай. Ошоғаса тапшырылған әҫәр­ҙәр беҙҙә тупланған, уларҙың авторҙары ла баяғы маршрутты тапаған бит...
Ҡайсаҡ ныҡышыраҡ автор урын­баҫарға эйәреп килгән була. Китә шунда ҡулъяҙманың мөһимлеге тураһында бәхәс! Хәҙер инде Сафуан Әлибаев алдараҡ әҙерләп би­релгән әҫәрҙәрҙең дә көн ҡаҙа­ғына һуғыуы тураһында ипләп кенә аң­лата башлай. Йор һүҙе менән ав­торҙың күңелен күтәреп ебәрә хатта. Кураторыбыҙ сығып киткәс, артабан инде беҙ, бүлектәгеләр, ныҡыш авторҙың ҡорбанына әйләнәбеҙ...
Ул осорҙа заманына күрә иҫ киткес ҡыйыу мәҡәләләр баҫылды, ошоғаса тыйылған темаларға юл асылды. Башҡортостан Яҙыусылар союзының һынылышлы съезы алдынан уҡ бүлек ҡыҙыу бәхәстәр үҙәгенә әйләнде, ә дауыл алдынан булыр тынлыҡ мәлендә, йыйынға бер нисә көн ҡалғас, сараны яҡ­тыртыу өсөн барырға тейешле махсус хәбәрсе ҡапыл табылмай ҡуйҙы. Шунда Сафуан Әфтәх улы минең кандидатураны тәҡдим итте, ә төп етәксебеҙ, баш мөхәррир, бер аҙ уйланып ултырғас: “Әйҙә, тик унда ҡаты алыш буласаҡ, мөмкин тиклем асыҡ бирергә кәрәк”, – тип ризалашты. Әсенеүле, йөрәккә үтерлек киҫкен сығыштарҙан, һиҫкәндергес репликаларҙан торған ҡойонло съезд һаман күҙ алдымда. Күп фе­керҙәрҙе һөйләм эсенә йәшереп, образлы сағыштырыуҙар аша биреп, анализлап яҙҙым мәҡәләне. “Әйт һүҙеңде, әҙип, заманға!” тигән ҙур күләмле материалым сыҡҡан көндө бүлеккә бер-бер артлы бик абруйлы ике шәхестең инеп сығыуы күпте аңлаталыр, тим. Республи­каның Журналистар союзы рәйесе, данлыҡлы публицист, халыҡ депутаты Ризван Хажиев: “Ошо бер мәҡәләң өсөн генә лә Союзға алам, яҙ ғариза! Рекомендация – үҙем­дән”, – тиһә, икенсеһе, билдәле яҙыу­сы, үҙенең сығышына ҡағы­лыш­лы яҙғандарым менән килеш­мәне, ризаһыҙлыҡ белдерҙе. “Баш мөхәрриргә инеп, кире ҡа­ғыр­лыҡ дәлилдәрегеҙ булһа, аңлатып, яҙып ҡалдырығыҙ – баҫып сыға­рырбыҙ”, – тигәс, ҡаш төйөп, әлеге лә баяғы Сафуан Әлибаевтың бүлмәһенә инеп китте... Кире ҡағыу баҫыл­маны, ә “планерка”ла мәҡә­ләне бик хупланылар. Сафуан ағай ныҡ торғандыр, тим.
Әйткәндәй, республика матбу­ғатындағы тәүге күләмле шиғырҙар шәлкемемде лә ул ҙур баш һүҙе менән баҫтырҙы. Юҡһа, үҙе бик шәп шағир, етәксебеҙ Мансур Әнүәр улы дауайлаһа ла, сығартмай йөрөй инем. Бында Сафуан Әфтәх улына тағы бер рәхмәт әйтергә ҡала... Шиғырҙар донъя күргәс, йәнә иртәгеһенә бүлеккә Ғәзим Шафиҡов инеп: “Шиғырҙарың шәп бит, әй, урыҫсаға тәржемәгә миңә генә бир”, – тигәйне. Эй, ул ихлас, асыҡ, һәр нәмәне уртаға һалып һөйләшеү замандары! Һағындыра...
Һуңғараҡ, мине яуаплы сәркәтип урынбаҫары итеп күсергәстәре, Сафуан Әфтәх улы менән туранан-тура бәйләнештә торҙом. Шулай итеп парлап эшләгәндә иң ҡыҙығы шәмбе көн була ине (ул осорҙа гә­зит йәкшәмбе лә донъя күрҙе). Дежур төркөм генә сыҡҡас, халыҡ аҙ. Материалдар алдан туплап ҡуйыл­ғас, ваҡыт иркен. Авторҙар ҡаҙал­мағас, әңгәмәләшеп алырға ла, шиғырҙар уҡышып ултырырға ла форсат табыла. Элегерәк шиғырҙа­ры, йырҙары, сәхнәләге сығыштары аша ғына таныш булған шәхес тормошта бик алсаҡ, моңло күңелле кеше икән дә. Мин, ғәҙәттә, алдараҡ килеп, барса материалдарҙы макетлап, ҡайһы бер әҙер полоса­ларҙы верстканан алып, эшләп ултырам. Ә Сафуан ағайҙың редакция урынлашҡан бишенсе ҡатҡа килеп инеүе шунда уҡ беленә – лифттан сыҡҡас та йырлай башлай ул!
...Шулай бер көндө бүлмәһенә материалдар папкаһы тотоп барып инһәм, Сафуан ағай тәҙрә янында моңһоуланып тышҡа ҡарап тора. Мин ингәнгә лә иғтибар итмәй, йәл­ләгән тауыш менән аҫҡа ҡарап һөйләй:
– Ҡайғырып ҡына тораһыңмы, ба­хыр малҡай?! Бөтәһе лә тәбиғәт ҡосағында, баҡсала, тиһеңме? Ә һин бында, шаулы ҡалала, тора­һың...
Кемде, нимәне һөйләй тип янына барып аҫҡа ҡараһам, машинаһына төртөп күрһәтә:
– Төҫө лә, ана, баҡса йәшеллеге һымаҡ бит...
Яңыраҡ ҡына өр-яңы машина алып ебәргәйне шул Сафуан ағайы­быҙ. Хәҙер инде миңә боролоп өндәшә:
– Киләһе шәмбе дежур итмәйбеҙ. Әйҙә, бараһыңмы минең баҡсаға әҙ-мәҙ эшләшергә?
Бармай ҡайҙа инде – килештем! “Вәт һәйбәт, Рәйес Түләк тә ризалашты, Аҡманайға йома көнө ҡуҙ­ғалырбыҙ”, – тине ағайыбыҙ.
Ризалашыуын-ризалаштым да, юлда үкенә биреп ҡуйҙым – кисә генә “права” алған һәр кеше кеүек, ул да машинаһын ипкә өйрәтеп өлгөрмәгән икән... Тегенеһе тимер дилбегә-рулгә һис баш бирмәй: йә светофорҙан өркөп туҡтап ҡала, йә ҡуҙғалғанда ҡапыл сыбыртҡы менән һуҡҡан ат кеүек ырғый ҙа һүнә лә ҡуя! Мин, матайҙа бала саҡтан ел­дергән кеше, барыһын нервы аша кисереп, тәғәйен ергә барып еткәнсе лысма тир булдым. Рәйес нимә эшләгәндер, белмәйем, ә бына Фәр­ҙиә еңгә – иҫ киткес тыныс, итәғәтле апай – миңә өлгө булды шунда: теш­те ҡыҫып түҙергә ярҙам итте. Яңыраҡ ямғыр үткән ине, бата-бата, михнәт сигеп барып еттек. Төшөп, машинаны тайғаҡ үрҙәргә эткәндә эре һөйәкле Рәйестең бик кәрәге тейҙе...
Аҡманайға барғас, барса михнәт­тәр аҡланды – ожмах баҡса­һы бында икән! Кистән һандуғастар сутылдашып йоҡоға оҙата, иртәнсәк ҡоштар һайрашып уята...
Көндөҙ өй ҡыйығы менән булыш­ҡанда, аҫтан: “Оһо, егеттәр ярҙамға килгән икә-ә-ән”, – тигән яғымлы таныш тауыш ишетелде. Ҡараһаҡ, Булат ағай Рафиҡов. Хас ауылса, ябай фуфайка кейгән ки­леш, беҙҙең эшкә хуплаулы баш ҡағып, үҙе һис айырылмаған тәмәкеһен төтәтә. Йәнә арыраҡ ҡараһаҡ, Мирас Иҙел­баев ағай ихатаһында ниҙер булаштыра. Аҫылғужа Баһуманов ағайҙың уғата көр тауышы бар урамға яңғырап китә – ул ниндәйҙер бейек будка төҙөп ята икән...
Кискәрәк Сафуан ағайҙарҙың күр­шеһе Динис Бүләковҡа барып инһәк, ул ҡыҙарынып, ах та ух килеп, урын­дыҡ кеүегерәк яһалған ҙур бер ағас карауатта тауҙай булып ял итеп ята – яңы ғына мунсанан сығып ау­ған... “Пары көслө, егеттәр бары­ғыҙ, инеп сығығыҙ”, – тине ул ағай­ҙарса ихласлыҡ менән.
Әле бына яңыраҡ Фәрҙиә апай, шул көндәрҙе иҫләп, минең хәтерҙе яңыртты:
– Нияз менән Рәйес, икеһе лә йәп-йәш, иртә таңдан көлөшә-кө­лө­шә һалҡын һыу менән ҡойона. Ни­яз: “Кистән башыма килгән шиғыр төндә лә ебәрмәне. Бер әйбер тыу­ҙы шикелле, сыймаҡлап ҡуйҙым”, – тигәне һаман иҫтә... Шағирҙар, яҙыу­сылар күп ерҙә илһам тыумай ни...
Рәхмәт, Фәрҙиә апай, иҫкә төшөр­ҙөгөҙ, булғандыр. Ысынлап та, шунса сутый майҙанда ошо хәтлем күренекле әҙип тап килгәне башҡаса булмағандыр ул. Һәм булмаҫ та инде... Әйткәндәй, хәҙер ҙә күп яҙыу­сылар баҡса эше һәм ижад менән мәшғүлдер Аҡманайҙың “Денисовка” тигән ерендә. Яҙыусы халҡы белә: әҙиптәр ауылының иң берен­се булып Динис Бүләков йорт һал­ған айырым өлөшө шулай атала. Билдәле күл янындағы икенсеһе, тәүге йортто һалған Михаил Чва­новҡа бәйләп, “Чвановка” тип исем­ләнгән.
Ә теге саҡтарҙан йәнә шул иҫтә. Рәйес балта эшенә оҫта булып сыҡты. Йыш ҡына туҡтап, шиғыр һөйләп алып китеүен йәки гел моңланып йыр мөңрәп йөрөүен иҫәпкә алмағанда, миңә ҡарағанда күберәк файҙа килтергәндер. Сафуан ағай шунда “Анау ерен бы­лайыраҡ итһәк, матурыраҡ булыр” ти йәки, “Әйҙәгеҙ, егеттәр, ошоноң өҫтөнә душ яһайыҡ” тип, хыялға ашмаҫ тәҡдим менән сыға... Хәҙер инде мин ипләп кенә, теге саҡ ағай үҙе редакцияла авторҙарға аңлатҡан һымаҡ, иҫбатлайым:
– Улайтмайыҡ әле, һуңынан дө­рөҫ түгеллеге асыҡланһа, мәшәҡәте буласаҡ, ватып ташларға тура киләсәк бит...
“Ярай, һин, иптәш, юғары белем­ле архитектор бит әле, ышан­дыр­ҙың”, – тип шаян йылмайып, килешеп ҡуя. Был Сафуан Әфтәх улы­ның кәрәк урында кеше фекеренә ҡолаҡ һалып, ғөмүмән, төрлө яҡты уйлап эш итеүенә ишара булыр.
Ысынлап та, һуңынан да, редакцияла резонанслы мәҡәләләр, махсус сығарылыштар әҙерләгәндә һәр төрлө ҡарашҡа таяныуын күрергә тура килде. Ләкин киҫкен ҡарар кәрәкле саҡта “Ай-һай, баҫтыра алырҙармы икән?” тип икеләндергән үткер мәҡәләне лә үҙ яуаплылығына алып сығарттырғанын иҫләйем. Был айырыуса үҙгәрештәр-сыуалыштар заманында мөһим ине.
Аҡманайға барған көндәр әле төш кеүек кенә. Яҡты, ҡабатланмаҫ иҫтәлекле мәл өсөн рәхмәтлемен Сафуан ағайға.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780