Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Бөйөк пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормошо тураһында күптәребеҙ белеп бөтмәйҙер, моғайын. Үҙем дә, ислам ғалимдарының китаптарын уҡымаҫ элек, уның хаҡында өлкәндәрҙән өҙөк-һурыҡ ҡына ишеткеләнем. Китаптарҙағы төрлө мәғлүмәттәрҙе файҙаланып, олуғ пәйғәмбәребеҙҙең тормошон әҙме-күпме сағылдырған әҫәр яҙыу теләге тыуҙы. Романды бер ниндәй әҙәби алымдар ҡулланмай, аңлайышлы итеп яҙырға тырыштым. Нисек кенә булмаһын, бөйөк пәйғәмбәребеҙҙең ғүмер юлы тураһында һәр мосолман белергә тейеш.
Аллаһ Тәғәләнең ризалығы булһын. 1. Ғабдулла менән Әминә 1
Йәйрәп ята ғәрәп далалары,
Диңгеҙҙәргә сүллек төртә морон.
Ҡатлы-ҡатлы быуат төпкөлөнән
Ишеткәндәй булам ғәрәп йырын.
2
Бар тарафын диңгеҙ ҡосаҡлаған,
Тулҡындары тарих һөйләй, гүйә,
Шул тарихты ғәрәп киңлегенә
Сүл елдәре ҡомдар итеп өйә.
3
Ҡом сәғәте кеүек иҫәп бара
Пәйғәмбәрҙең Һижрәтенән алып.
Ошо Һижри иҫәп менән йәшәй
Күпме ҡәүем ерҙә, күпме халыҡ!
4
Йылғаларҙың башы булған кеүек,
Һәр бер тарихта ла инеш була:
Һөйләнәсәк был ҡиссаның башы
Бөйөк сүллек улы Ғабдулла.
5
Йөҙҙәрендә уның балҡый ине
Изге бер нур – Аллаһ аманаты.
Ул ҡағылһа, ағас япраҡ ярҙы,
Һулып барған гөлдәр сәскә атты.
6
Сибәр йөҙлө ине Йософ кеүек,
Күркәм һүҙле ине, итәғәтле...
Уның тураһында һөйләнеләр
Ҡыҙыл һыуҙан Үле һыуға1 хәтле.
7
Үҙ кейәүе итеп күрер өсөн
Батшалар ҙа хатта өмөт тотто.
Күҙ йәштәрен мендәренә һығып,
Илдең матурҙары уттар йотто.
8
Шам2 батшаның сибәр ҡыҙы бер көн
Ғабдулланың ҡаршыһына баҫты,
Уның нурлы күҙҙәренә бағып,
Йөрәгендә ятҡан серҙе асты.
9
“О, сибәр ҡыҙ, кисер, – тине егет, –
Хистәреңде тоям, аңлайым.
Тик атайҙың фатихаһынан тыш,
Бер ҡыҙға ла өйләнә алмайым”.
10
Зыр әйләнә Йыһан тәгәрмәсе, –
Ғабдулла ла егермене үтте.
“Аллаһ аманаты” хаҡында һүҙ
Йәһүдиҙәр ҡолағына етте.
11
Һәм егетте үлтерергә теләп,
Гиҙҙе улар Мәккә урамдарын.
Өрөлдөләр ҡара өйөр булып,
Һиҙгән кеүек ҡоҙғон ҡорбан барын.
12
Бер саҡ осратҡас Ғабдулланы
Тонсоҡтолар улар ҡононан.
Ас бүреләр кеүек ташландылар,
Ҡылыстарын һурып ҡынынан.
13
Был хәлдәрҙе Ваһап күреп торҙо,
Ни ҡылырға белмәй торҙо ҡарап.
Күк атлылар килеп сыҡты шул мәл,
Ғабдулланы итер саҡта харап.
14
Күҙ асып, күҙ йомған ара булды,
Сабып килгән маһир атлылар
Ғабдуллаға ябырылып килгән
Дошман башын өҙә саптылар.
15
Бындай мәғрур уландарҙы Ваһап
Күргәне юҡ ине бер ерҙә лә.
Әгәр үҙе шаһит булмағанда,
Ышанмаҫ та ине ғүмерҙә лә.
16
Ул уйланы: бында бер хикмәт бар.
Ҡатынына барын һөйләне лә,
Яҡшы булыр, тине, Ғабдулланы
Ҡыҙы Әминәгә өйләндерһә.
17
Һәм был хаҡта Ғәбделмоталлипҡа
Еткерҙеләр изге ниәттәрен.
Түҙемһеҙлек менән көттө улар
Ғабдулланың атаһы ни әйтерен.
18
Был хәбәрҙән Ғәбделмоталлип та
Уйға ҡалды, ни тиергә белмәй.
Әминә бит Мәккә шәһәрендә
Ҡомда үҫкән бер иң гүзәл гөлдәй.
19
Ҡыҙҙың күркәм сифаттарын күреп,
Һоҡланырҙар ине барса халыҡ.
Һөйләнеләр, күңел сафлығына,
Тәүфиғына уның хайран ҡалып.
20
Ғәбделмоталлип та ҡаршы түгел,
Әминә – нәҡ лайыҡ булыр килен.
Ә шулай ҙа ниәт итеп ҡуйҙы,
Урап ҡайтырға, тип Йәмән илен.
21
Унда йәшәй ине бер йәһүди,
Бик белемле, Аллаһ ҡоло, тиҙәр.
Йәбер-золом ҡылыр кеше түгел,
Тик хәҡиҡәт тотҡан юлы, тиҙәр.
22
Ғәбделмоталлип оҙон сәфәр үтеп,
Эҙләп тапты бына ошо ирҙе.
Улы Ғабдулланы Әминәгә
Өйләндереү уйын һөйләп бирҙе.
23
Ә йәһүди изге китап менән
Сағыштырып уның һөйләгәнен,
Аҙаҡ дөрөҫләне Ғабдулланың
Әминәгә генә өйләнәһен.
24
Ғәбделмоталлип йәһүдиҙе тыңлап,
Шөкөр ҡылды үткән сәфәренә.
Һәм өгөтләп уны, үҙе менән
Алып килде Мәккә шәһәренә.
25
Шулай итеп, никах уҡыттылар
Әминә һылыу менән Ғабдуллаға.
Ике йәш йөрәккә һоҡландылар
Өлкәндәр ҙә, хатта бала-саға.
26
Никах төнө үтте. Ғабдуллала
Аллаһ аманаты ҡалмағайны.
Ул нур хәҙер Әминәгә күсеп,
Уның йәнен тотош ялмағайны.
27
Нур өҫтөнә нур яғылды был саҡ,
Ҡатын гүзәллеге артты шикһеҙ.
Уға йөкмәтелде сауаплы эш, –
Аллаһ ҡөҙрәттәре киң вә сикһеҙ!
2. Мөхәммәттең (с. ғ.)
тыуыуы 28
Әминәнең йөклө сағы ине,
Төшөндә ул ғәжәп ҡойо күрҙе.
Һөттәй ап-аҡ һыуын уртлау менән
Бөтә тәне буйлап көс йүгерҙе.
29
Шул саҡ донъя ҡапыл балҡып китте,
Һарай эсе серле нурға тулды.
Нур эсенән ҡыҙҙар килеп сыҡҡас,
Әминә ханым тамам хайран булды.
30
Ул арала аҡ болоттай пәрҙә
Ҡаплап алды Әминәне теҙҙән.
Ҡоштар тешләп торған ошо ҡорған
Һаҡлай ине уны яман күҙҙән.
31
Ошо эштәр тамам булғандан һуң,
Ер йөҙөнә Ҙур пәйғәмбәр килде.
Йәһүдиҙәр Тәүратты уҡып,
Мөхәммәттең (с.ғ.) тыуыу көнөн белде.
32
Кәңәш итте улар йыйылышып,
Күңелдәре хафа менән тулды.
Һуңғы пәйғәмбәрҙең килеүен раҫлап,
Ҡыҙыл йондоҙ күктә хасил булды.
33
Һәм бер йәһүд Ғәбделмоталлипҡа
Һорау бирҙе, аныҡ белер өсөн:
“Яңы тыуған балағыҙға, – тине, –
Һеҙ ҡуштығыҙ икән ниндәй исем?”
34
“Мөбәрәк исеме уның Мөхәммәт булды”, –
Ишеткәс тә ошо яуапты,
Йәһүдиҙең ҡашы ишелеп төштө,
Йөҙөн кинәт һоро тап япты.
35
Йәһүдиҙәр аңланылар шуны –
Пәйғәмбәрлеккә раҫ өс дәлил дә:
Мөхәммәт тип уны атағандар,
Ҡыҙыл йондоҙ ҡалҡыу – үҙе билдә.
36
Һәм килделәр уны күрер өсөн
Олуғ ғалимдары төрлө илдең.
Өҫтәүенә бала арҡаһында
Күреүселәр булған йомро миңде.
37
Хоҙай ҡуйған мөһөр, тиҙәр уны,
Йөҙө аҡ һәм нурлы ул баланың.
Йәһүдтәрҙә тамсы шик ҡалманы, –
Һуңғы пәйғәмбәре ул Аллаһтың.
38
Был ваҡытта Әминәнең ире
Каруан менән Шамға киткән ине.
Ашлыҡ килтерергә тейеш булып,
Ясрипҡа3 барып еткән ине.
39
Шунда Ғабдуллаға сир йәбеште,
Борорға ул мәжбүр ине юлды.
Тик Мәккәгә ҡайтып етә алмай,
Ҡаты сирҙән ҡапыл вафат булды.
3. Хәлимә 40
Ҡыҙған таба кеүек ҡайнар ҡояш
Көйҙөргәндә Мәккә ҡалаһын,
Уның халҡы күсмә ғәрәптәргә
Тәрбиәгә бирҙе балаһын.
41
Эҫе һауа сабыйҙарға зыян
Иткәнлеген улар белделәр,
Шуға күрә күсмә ғәрәп халҡы
Һөтҡәрҙәштәр булып килделәр.
42
Бала ҡарап, аҡса эшләнеләр
Яҡындағы ауыл ғәрәптәре.
Сабыйҙарға оло һөйөү менән
Тулып типте изге йөрәктәре.
43
Ул йылда ла Ҡояш ҡыҙыу булды,
Үләндәрҙе хатта өтөп бөттө.
Өҫтәүенә, бер сир баш күтәреп,
Ҡатындарҙың күкрәк һөтө кипте.
44
Баныу-Сәғит ҡәбиләһе ҡыҙы
Хәлимә лә аслы-туҡлы булды.
Шундай ауыр саҡта, уның тағы
Яңы ғына тыуған ине улы.
45
Көндәр буйы дала гиҙҙе ҡатын,
Аҙыҡ эҙләп, тамам хәле бөттө.
Йөрөй торғас, быуындары тотмай,
Эҫе ҡомға ауып, йоҡлап китте.
46
Һәм төш күрҙе: Күркәм кеше килеп,
Алып барҙы уны бер ҡойоға.
Шул ҡойоға яҡынайған һайын,
Хәле арта бара, көс тойола.
47
“Һыуһағанһың, эс был ҡойо һыуын”, –
Тип бойорҙо уға серле был зат.
Хәлимә һыуҙы уртлап ҡарағайны,
Балдан татлы ине һәм һөттән аҡ.
48
Ул һыуһынын ҡандырғансы эсте
Ҡойо һыуын. Тойҙо хәл ингәнен.
Яғымлы бер тауыш ҡолағына
Ишетелде шул саҡ Хәлимәнең:
49
“Был ҡойоноң һыуы ябай түгел,
Күкрәгеңә һәр саҡ һөттәр тулыр.
Һин Мәккәгә барып, бер баланы
Ҡарауға ал. Ул Мөхәммәт булыр”.
50
Шул урында Хәлимә күҙен асты, –
Уның менән ниҙер булған ине.
Бөтә тәне еңеллеккә сумып,
Күкрәктәре һөткә тулған ине.
51
Ҡабаланып ул өйөнә ҡайтты,
Һөт имеҙҙе ғәзиз балаһына.
Ире Харис менән килеште лә
Юлға сыҡты Мәккә ҡалаһына.
52
Ҡәбилә ҡатындары уны күргәс,
Күкрәгенә ҡарап аптыраны:
“Имсәктәрең кибеп бөткән ине,
Нисек былай булды?” – тип һораны.
53
Тик Хәлимә төшөн һөйләмәне
(Шулай ҡушҡан ине изге зат та).
Ҡатындарға түгел, иренә лә
Өндәшмәне ханым ошо хаҡта.
54
Дүшәмбе көн Мәккә ҡалаһына
Килеп еткән ине күсмә халыҡ.
Был сәфәрҙән риза ҡалды улар,
Һәр береһе аҫырау бала алып.
55
Ә Хәлимә күпме эҙләһә лә
Ирешмәне өмөт иткәненә –
Алданыраҡ килгән ҡәрҙәштәре
Балаларҙы алып бөткән ине.
56
Ул, өлөшһөҙ ҡалғанлығын аңлап,
Ни ҡылырға белмәй тора бирҙе.
Шунда урам буйлап үтеп барған
Бер мөхтәрәм, олпат ирҙе күрҙе.
57
Кем булыуын, балалары бармы, –
Ҡатындарҙан һорап белеште лә
Уйлап ҡуйҙы: бәлки, ошо ирҙә
Яҙған бала уның өлөшөнә.
58
Ир янына килеп һүҙ ҡатты ул:
“Мин Хәлимә атлы булам, – тине. –
Һеҙҙә сабый бар тип ишеткәйнем,
Уны миңә күрһәтһәгеҙ ине”.
59
“Һеҙҙең ҡәбиләнең ҡатындары
Ҡаранылар инде ул баланы.
Етем сабый икәнлеген белгәс,
Баш тарттылар, бер кем алманы”.
60
Ғәбделмоталлиптың был һүҙҙәре
Борсоманы һис тә Хәлимәне.
Үтенесен генә ҡабатланы:
“Ул баланы күрһәтһәгеҙ ине”.
61
Мөхәммәтте (с.ғ.) уға тотторҙолар,
Асып ҡарағайны сабый йөҙөн,
Һөйләп аңлатҡыһыҙ илаһи нур
Ҡамаштырҙы Хәлимәнең күҙен.
62
Күңеле ятты уның был балаға,
Эҙләгәнен, тимәк, килеп тапты.
Ире Харис ризалығын биргәс,
Ауылына уны алып ҡайтты.
63
Шулай итеп, сабый Мөхәммәткә (с.ғ.)
Хәлимә ханым булды һөт инәһе.
Саф йөрәге менән ихлас һөйҙө,
Бер ваҡыт та уны ят тимәне.
64
“И, Хәлимә, – тине уға ире. –
Күпме йәшәп, бер ҡасан да минең
Бындай һөйкөмлө һәм бындай затлы
Баланы һис күргәнем юҡ ине”.
65
Ә Мөхәммәт (с.ғ.) ошо йортҡа килгәс,
Кеше ышанмаҫлыҡ хикмәт булды:
Быға тиклем бер ҙә һауҙырмаған
Дөйә елендәре һөткә тулды.
66
Хикмәттәрҙең был тик башы ине,
Алда тағы мөғжизәләр көттө.
Бер төн Хәлимә йоҡлап ятҡан ерҙән
Һиҫкәнде лә ҡапыл уянып китте.
67
Күрҙе ҡатын: Мөхәммәтте (с.ғ.) нурҙар
Әйләндереп алған бөтә яҡлап.
Һәм ниндәйҙер бер зат ултыра ине
Баш осонда уның, йоҡо һаҡлап.
68
Хәлимә ханым хайран ҡалды быға,
Уятты ул ирен тиҙ-тиҙ генә.
Күҙемәме әллә күренә тип,
Ул ышанмай ине үҙ-үҙенә.
69
Күргәндәре ялған түгел ине,
Оҙаҡ ҡына бағып торғас, ире:
“Зинһар өсөн, ошо хаҡта, ҡатын,
Кешеләргә һөйләй күрмә”, – тине.
70
Ир уйланы: дошман белеп ҡалһа,
Мөхәммәткә (с.ғ.) бер-бер зыян итер.
Ул сағында, тормоштарының да
Мәғәнәһе ҡалмаҫ, ҡото китер.
71
Унан һуң да ҡабатланды был хәл,
Ә йорттары бәрәкәткә тулды.
Баныу-Сәғит ҡәбиләһендә улар
Дәрәжә һәм хөрмәт эйәһе булды.
4. Пәйғәмбәрҙең
бала сағы 72
Ике йәштә Мөхәммәт (с.ғ.) имсәк ташлай,
Ул дүрт йәшлек бала кеүек инде.
Һәм Хәлимә, алдан һөйләшкәнсә,
Әсәһенә уны алып килде.
73
Ике әсә зар-интизар булып,
Күҙ йәштәре түгеп күрештеләр.
Хәлимә менән Харис Әминәне
Аҙаҡ өгөтләргә керештеләр.
74
Әйтте Харис: “О, Әминә ханым,
Балалар күп беҙҙә, бергә йөрөр.
Улар менән уйнап, Мөхәммәттең (с.ғ.)
Аяҡ-ҡулдарына көс-кәр керер”.
75
“Мәккәләге эҫе һауа уға
Зыян итер, – тине Хәлимә лә. –
Насар булмаҫ ине, әгәр улың
Йәшәп торһа беҙҙең ҡәбиләлә”.
76
Әминә ханым улын һағынһа ла,
Ризалашты улар һүҙе менән.
Шулай итеп, Мөхәммәтте (с.ғ.) тағы
Алып китте Хәлимә үҙе менән.
77
Көн артынан көндәр үтә торҙо,
Мөхәммәт тә (с.ғ.) өс йәшенә етте.
Хәлимәнең үҙ улдары был саҡ
Көнө буйы ҡуй көтөүен көттө.
78
Бер иртәлә Мөхәммәт (с.ғ.) Хәлимәгә
Һорау бирҙе: “Ағайҙарым ҡайҙа?”
Уны һөйөп, яуапланы ҡатын:
“Ҡуй көтәләр, улар кискә ҡайта”.
79
Ә Мөхәммәт (с.ғ.): “Мин дә барам”, – тине,
Ҡабат-ҡабат үтенеп һораны ул.
Борсолһа ла Хәлимә малай өсөн,
Теләгенә ҡаршы торманы ул.
80
Көтөү көтөп өс ай үтеп китте.
Хәлимәнең улы Нәсимә
Бер көн үҙе генә ҡайтып инде,
Ул буҫыҡҡан ине күҙ йәшенә.
81
“Нимә булды? Ниңә илайһың?” – тип
Һораны унан әсә, ҡото китеп.
Күҙ йәштәрен тыя алмай малай,
Ни булғанын бирҙе бәйән итеп:
82
“Беҙ ҡуйҙарҙы көтөп йөрөй инек,
Ике кеше күктән килеп төштө.
Мөхәммәтте (с.ғ) улар алып китте,
Ҡарап торҙоҡ, йыя алмай иҫте.
83
Шунан улар беҙҙең ҡустыбыҙҙы
Эргәләге тауға алып барҙы.
Һәм береһе, нимәләрҙер әйтеп,
Бысаҡ менән уның эсен ярҙы”.
84
Хәлимә менән Харис ҡабаланып,
Йүгерҙеләр көтөүлеккә табан.
Һау-сәләмәт Мөхәммәтте (с.ғ) күргәс,
Хәлимә уны ҡосоп алды: “Балам!”
85
Мөхәммәттең (с.ғ.) йөҙө ап-аҡ ине,
Уны йәлләп, ҡатын йәшен түкте:
“Нур эйәһе, балам, һөйләп бирсе,
Нимә булды һиңә? Кем рәнйетте?”
86
Һәм Мөхәммәт (с.ғ.) барын тәфсир итте:
“Күктән кинәт ике кеше төштө.
Улар бында алып килделәр ҙә
Ярып ебәрҙеләр минең эсте.
87
Һис ауыртыу һиҙмәй ҡарап торҙом,
Бар ағзамды улар эстән алып,
Таҙартырға тотондолар шунан,
Ҡарҙан да аҡ нимәгәлер һалып.
88
Ағзаларҙы урынына ҡуйғас,
Йөрәгемде улар һурып алды.
Һыҡтылар ҙа ситкә ташланылар
Йөрәгемдән сыҡҡан ҡара ҡанды.
89
“Шайтан ҡотҡоһо был, шул мәкерҙән
Һине имен иттек”, – тине улар.
Ҡомғандағы ап-аҡ бер нәмәне
Йөрәгемә аҙаҡ тултырҙылар.
90
Уны кире урынына ҡуйып,
Миңә бәхет вәғәҙә иттеләр.
Ә һуңынан, күк ҡапҡасын асып,
Шул ишектән инеп киттеләр”.
91
Хәлимә менән Харис Мөхәммәтте (с.ғ.)
Алып ҡайтҡас, тәрән уйға батты.
Ахыры ҡатын: “Бала имен саҡта
Тапшырырға кәрәк”, – тип һүҙ ҡатты.
92
“И, Хәлимә, – тине уға Харис. –
Борсолорлоҡ бында юҡ бер урын.
Ҡәбиләлә иң фәҡире инек,
Ошо бала беҙгә килмәҫ борон.
93
Уны алып ҡайтҡас, йортобоҙға,
Күрәһең бит, мөлкәт тора тулып.
Үҙебеҙ ҙә халыҡ араһында
Танылғанбыҙ дәрәжәле булып”.
94
Хәлимәнең борсолоуы артты,
Шомло уйҙар уның йәнен телде.
Түҙмәне ул, Мөхәммәтте (с.ғ.) бер көн
Мәккә шәһәренә алып килде.
95
Әминә менән Ғәбделмоталлипҡа
Һөйләп бирҙе Хәлимә тик дөрөҫөн.
Мөхәммәткә (с.ғ.) зыян итерҙәр тип,
Борсолоуын әйтте бала өсөн.
96
Киң күңелле был ҡатынға улар
Рәхмәт уҡып, изге теләк теләп,
Ауылына оҙатып ебәрҙеләр,
Биреп уға затлы-затлы бүләк.
97
(Мәғлүм булһын: Мөхәммәт пәйғәмбәргә
Ислам дине ингәс, ҡәбиләлә
Иң беренсе мосолмандар булды
Харис менән ҡатыны Хәлимә лә).
5. Әсә менән
бәхилләшеү 98
Әминә ханым бер саҡ уйланы ла
Донъя күрһәтергә балаһына,
Мөхәммәтте (с.ғ.) үҙе менән бергә
Алып барҙы Ясрип ҡалаһына.
99
Һәм уларға йәһүдиҙәр осрап,
Ишеттеләр былай тигәндәрен:
“Был баланың бөтөн сифаттары
Хәтерләтә Ҡиәмәт пәйғәмбәрен...”
100
Мөхәммәткә (с.ғ.) шикле ҡараштарҙы
Әминә ханым һиҙеп, тойоп торҙо.
Тиҙ арала каруанын ҡатын
Мәккә тарафына ҡарай борҙо.
101
Әсә менән бала өсөн юлды
Үтеүҙәре бигерәк ауыр ине.
Өҫтәүенә, яман бер сир йоғоп,
Әминә ханым кинәт ауырыны.
102
Барған һайын хәле насарайҙы,
Йыш ҡына ул ҡуя һушын юйып.
Әсәһен йәлләп Мөхәммәт (с.ғ) илай ине,
Теҙҙәренә уның башын ҡуйып.
103
“Терәк булған кеше үлмәй ҡалмаҫ, –
Тине әсә шунда, йыйып аңын. –
Үҙем үлһәм, исемем ҡалыр, сөнки
Мин бер бөйөк затты тыуҙырғанмын...”
104
Мөхәммәттең (с.ғ.) күркәм йөҙөн һыйпап,
Әйтте лә ул ошо һуңғы һүҙен,
Бәхилләшеп фани донъя менән,
Мәңгелеккә йомдо нурлы күҙен.
105
Каруан ҡайтты ауыр ҡайғы йөкмәп,
Бала йәнен әсе хәсрәт өттө.
Ғәбделмоталлипҡа тапшырҙылар
Үкһеҙ етем ҡалған Мөхәммәтте (с.ғ.)
6. Ғәбделмоталлиптың васыяты 106
Мөхәммәтте (с.ғ.) Ғәбделмоталлиптай
Һөйгән кеше юҡтыр, ғәзиз күреп.
Уның хатта йоҡо бүлмәһенә
Йөрөй алмай ине бер кем кереп.
107
Башҡа берәүҙе лә ейәненең
Урынына һис тә ултыртманы.
Үҙе менән бергә йөрөттө гел,
Бер ҡайҙа ла унһыҙ юл тотманы.
108
Ул тарафтың ғаҡыл эйәләре
Мөхәммәтте (с.ғ.) ситтән күҙәттеләр.
Ғәбделмоталлиптың янына килеп,
Улар бер көн ихлас һүҙ әйттеләр:
109
“Был сабыйҙан күркәм баланы һис
Күрмәгәндер ерҙә бер кеше лә.
Пәйғәмбәребеҙ Ибраһимға тарта
Уның хатта атлап йөрөшө лә”.
110
Улар эргәһендә булды был саҡ
Ғәбделмоталлип улы Әбү-Талип.
Ғалимдарҙың әйткән һәр бер һүҙен
Тыңлап тора ине, хайран ҡалып.
111
Был хәлдән һуң Әбү-Талиптың да
Йөрәгенә һөйөү нуры керҙе.
Мөхәммәткә (с.ғ.) мөхәббәте артып,
Бар улынан яҡыныраҡ күрҙе.
112
Йөҙҙө үткән Ғәбделмоталлип та
Аңлай ине: мәңге түгел ғүмер.
Ҡапыл иҫкән елдән һүнгән шәмдәй,
Уның ғүмере лә кинәт һүнер.
113
Һәм бер көндө барса яҡындарын
Йыйып алды ла ул ҙур мәжлескә,
Йөрәгендә йөрөгән хисте систе,
Күҙ йәштәрен тыйып көскә-көскә:
114
“И, ҡәрҙәштәр, был донъянан китһәм,
Тик бер генә хәсрәт тороп ҡала:
Минең өсөн донъяла юҡ бүтән
Унан ҡәҙерлерәк изге бала!
115
Ошо ҡулдар менән уны наҙлап,
Үҫтергәнде барығыҙ ҙа белә.
Китһәм, уға ауыр булмаһын тип,
Хафаларым бәғеремде телә”.
116
Шунда Әбү-Ләһәп телгә килде:
“Мөхәммәттер (с.ғ.) һинең һөйгән балаң.
Хәсрәттә булма, рөхсәт итһәң,
Был хәстәрҙе үҙ елкәмә алам”.
117
Ғәбделмоталлип уға былай тине:
“Байлығың мул, мал-мөлкәтең ишле,
Ләкин мәрхәмәтең аҙ булғанға,
Тапшырмайым һиңә бындай эште”.
118
Шунан Хәмзә килеп башын эйҙе:
“Миңә насип итсе был хеҙмәтте!”
Ғәбделмоталлип, бер аҙ уйлап торғас,
Уға былай тиеп һүҙен әйтте:
119
“Күңелең яҡшы һинең, уйҙарың саф,
Ләкин үҙең үҫтермәнең бала.
Сабый тибрәтмәгән кеше иһә,
Ни тәрбиә уға бирә ала?!”
120
Ҡәбилә башлығының һүҙенән һуң
Ғәббәс әйтте үҙенең үтенесен:
“Мине әгәр лайыҡлы тип тапһаң,
Йәнем дә йәл булмаҫ бала өсөн!”
121
“Һин был эшкә, шикһеҙ, лайыҡ заттан,
Вәғәҙәң дә буш һүҙ булып ҡалмаҫ.
Әммә балалары ишле кеше
Тик береһен айырып ҡарай алмаҫ”.
122
Әбү-Талип шул саҡ ҡалҡып сыҡты:
“Һеҙҙекенән миндә кәм байлыҡтыр.
Яҡшылыҡтарым да артыҡ булмаҫ,
Тик балаға, бәлки, мин лайыҡтыр?”
123
Ғәбделмоталлип уны тыныс ҡына
Тыңлап торҙо, бар күңелен һалып.
Аҙаҡ әйтте: “Бындай изге эшкә
Иң лайығы булыр Әбү-Талип!”
124
Һәм саҡырып алды Мөхәммәтте (с.ғ.),
Әйтте уға, арҡаһынан һөйөп:
“Ошо кешеләрҙең ҡайһыныһы
Күңелеңә һинең яҡын?” – тиеп.
125
Әбү-Талип янына барҙы сабый,
Башын һалды уның ҡуйынына.
Ғәбделмоталлип шат: бала уйы
Тура килде уның үҙ уйына.
126
Ҡәбилә башы васыятын әйтте:
“Әбү-Талип, һүҙҙе тыңла берүк,
Мөхәммәтте (с.ғ.) тәрбиәләп үҫтер
Үҙ йәнеңдән артығыраҡ күреп.
127
Ул баланың яҡын кешеһе һин –
Атаһы менән тыуҙың бер әсәнән.
Һиңә әйтер васыятым ошо,
Ә мин инде хәҙер күп йәшәмәм”.
128
Ғәбделмоталлип ошо мәжлестән һуң
Был донъянан китте мәңгелеккә.
Аҡһаҡалдың үлем хәбәренән
Ҡайғы даръяһына сумды Мәккә.
1 Ҡыҙыл диңгеҙ, Үле диңгеҙ.
2 Сүриә, Иордания, Ливан, Палестина урынлашҡан биләмәнең иҫкесә атамаһы.
3 Мәҙинә ҡалаһы.