Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Диңгеҙҙәрҙе иңләп…
Диңгеҙҙәрҙе иңләп… Ысын сәнғәт емеше, ғәҙәттә, тиҙ генә үҙ ауынан ысҡындырмай. Уҡыған әҫәрең йәки ҡараған фильмың геройҙары тәьҫире байтаҡ ваҡыт артыңдан ҡалмай эйәреп йөрөй. Улар менән бергә йәшәй, серләшә, бәхәсләшә, хыял диңгеҙендә йөҙә бирәһең. Яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың “Ағиҙел” журналының быйылғы ғинуар һанында баҫылған яңы повесын уҡып сыҡҡас, ошондай тойғо тыуҙы. “Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә…” әҫәре бер тында уҡыла.

Сюжеты ҡарамаҡҡа ябай ғына. Олатаһы үлгәс, Фәнил Шамил дуҫы менән бер оло ҡарағасты йыға ла ҡәбергә бура бурай. Йолаһы шулай. Мәрхүмде тәрбиәләп ҡуйғас, өс егет, өсөнсөһө – Рәүеф дуҫтары, лаяҡыл булғансы эсә, иртәгәһенә төрлө түбәнлеккә төшөп, баш төҙәтеү әмәлен эҙләй. Тик “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән ҡара­ғасты йыҡҡаны өсөн Фәнилгә көс етмәҫлек штраф һалалар.
Ошо хәл әкренләп һүнеп барған ауылдаштарын ҡуҙғытып ебәрә лә инде. Баҡһаң, урындағы халыҡ үҙе үҫтергән, бығаса тәр­биәләп торған урманға хәҙер үҙе хужа түгел. Ә закон хөкөмө ҡаты – уға һинең йолаларың да, тарихың да кәрәкмәй. Халыҡ бығаса ошо урман менән йәшәне лә һуң! Кейеген ауланылар, ағасын ҡырҡ­тылар, бура буранылар, сайыр ағыҙ­ҙы­лар… Ашаған аш та, ташыған таш та ошо ағас ине, хәҙер шуның өсөн башты төрмәгә тығалар, тип әсенә повесть геройы.
Урман төбәгендә урынлашҡан ауылдар халҡы яҙмышы асыҡ сағыла әҫәрҙә. Ғөмүмән, халҡыбыҙ тарихына ла ишара бар кеүек. Ирекһеҙҙән, уйҙар бынан 250 – 400 йылдар элекке дәүерҙәргә төшөп китә. Ана, икһеҙ-сикһеҙ туғайлыҡта бихисап мал утлап йөрөй, башҡорт байы иһә тирмәһендә ирәүәнләп ултырып сәй эсә, баш эйеп килгән меҫкен үткенселәргә ер һәм мал тарата. Тәбиғәт балаһы шул, күңеле киң, ҡулы йомарт.
Яҙыусы һүрәтләгән бөгөнгө башҡорт ауылында иркен урман-туғайҙар ҙа, һанһыҙ мал да юҡ. Тик ни өсөн халыҡ ғәмһеҙ йәшәүен дауам итә һуң? Хәйер, бер аҙ үҙгәреш бар, ана бит, ауылдың тотҡаһы булырҙай утыҙ йәшлек өс ир сәйҙе күптән көмөшкәгә алыштырып, айный алмай йөрөй. Тап ошо ирҙәр өлкән балаларын мәктәпкә, кесерәктәрен балалар баҡсаларына етәкләп алып барырға тейеш тә бит. Тик улар йығылмаҫ өсөн береһе икенсеһен етәкләп барырға ғына эшкинә шул. Мәктәптәр ябылыуына кем ғәйепле һуң? Иң башта – үҙебеҙ. Ошо егеттәргә иш булыр ҡыҙҙарҙы ҡала йотоп тора. Рәүефте яратҡан Әлфиә образы әҫәрҙә сағыу буяуҙар менән бирелгән. Ҡыҙҙың ярлы, маҡсатһыҙ Рәүефте түгел, бай Вадимды һайлауы аңлашыла. Ҡатын-ҡыҙҙың балаларын тәьмин итерҙәй, уларҙы ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерешерҙәй иш һайлауы тәбиғи. Әлфиәнең ҡыҙы ла “Плисецкая кеүек балерина булам” тип хыяллана. Үҫтерерһең иҫерек егеттәр тулы ауыл клубында “Плисецкая”ны! Хәйер, балерина булмаһа ла, Әлфиәнең ҡыҙы килеп ауылды күтәреүе икеле, ул – инде тотошлайы менән ҡала ҡыҙы.
Ошо урында боронғо риүәйәтте хәтергә төшөрөү яҙыҡ булмаҫ. Ырыу башлығы сит төбәктән һылыу ҡыҙҙы урлап алып ҡайтып өйләнә. Тик улдары тыуып, әҙме-күпме торғас, сираттағы яуҙа үлемесле яралана.
– Миңә ырыуыма күсеп ҡайтырға рөхсәт ит! – тип инәлә уға кескәй улын күтәргән йәш ҡатын.
– Рөхсәт итәм, тик улыма ете йәш тулғансы ошонда йәшә! – ти ҙә башлыҡ күҙҙәрен мәңгелеккә йома.
Иренең һүҙенә ҡаршы килмәй ҡатын, улына ете йәш тулғансы шул ырыуҙа йәшәй. Шунан ул оҙон юлға сыға. Тик үҙ еренә ҡайтып йығылыу шатлығы оҙаҡҡа бармай.
– Үҙебеҙгә, өйгә ҡайтайыҡ, – тип көн дә илаған улының ғазапланыуына түҙә алмай, йәнә кирегә юллана ҡатын.
Эйе, ауылдың киләсәге тап ошонда тыуып үҫкән, ошонда йәшәгән кешеләрҙең ҡу­лында. Утыҙға кергән егеттәрҙең быны аңлай башлауын автор бик оҫта тасуирлай, уларҙағы эволюцияны мауыҡтырғыс һәм фәһемле ваҡиғалар, матур деталдәр аша һүрәтләй. Олатаһының ҡул йылыһын һаҡлаған таяғын һатып эсергә йыйынған Шамил һуңынан ошо таяҡ менән көмөшкә тулы шешәне төртөп ауҙарып, эскелек менән хушлаша. Шәп деталь! Ошо тылсымлы таяҡ быуындар бәйләнешен кәүҙә­ләндерә кеүек. Эйе, егеттәрҙә рух та, сәм дә, күңел байлығы ла мөлдөрәмә тулы. Рәүеф тәүге мөхәббәтен осратып, бығаса ойоп ятҡан дәртен генә уятмай, яңыса йәшәүгә етерлек көс тә ала кеүек. Ә шиғри күңелле Шамил нисек үрһәләнә:
…Кешнәй-кешнәй һыу төбөнә китә
Бер-бер артлы йылҡы баштары…
“Нисек күрәләтә диңгеҙҙә батырмаҡ кәрәк бер өйөр атты. Йөрәгем түҙмәй. Үҙгәртһен. Үҙгәртһен был аяуһыҙ шиғы­рын”, – тип һамаҡлай ул. Әйткәндәй, әҙә­биәт­тәге юлы шиғырҙарҙан башланған Мөнир Ҡунафиндың шиғри аһәңгә битараф булмауы был әҫәрендә лә сағылыш табып ҡуя. Байтаҡ шағирҙар ижадына мөрәжәғәт итә ул, шиғыр юлдары образдарҙы аса, балҡытып ебәрә, ваҡиғаларға үҙенсәлекле яңғыраш өҫтәй.
Ауыл байының әҫәрҙәге төп кире образ булыуына күңел кителеберәк ҡуя башта. Өлкәнерәк быуын яҡшы хәтерләй: совет осорондағы күп әҫәрҙәрҙә ауыл байҙары, мулла һәм мәзиндәр баштары тулы хөсөт уй йөрөткән кире образдар булып аңы­быҙға һеңеп ҡалғайны. Һуң, әҙме ни беҙҙә үҙенең тырыш хеҙмәте менән гөрләтеп донъя көткән, ауылдаштарын эш менән тәьмин иткән, барыбыҙға ла өлгө булыр­лыҡ эшҡыуарҙар, фермерҙар! Улар ҡасан әҫәр геройҙары булараҡ лайыҡлы урын алыр һуң?
Шулайын шулай, әммә авторҙың Хамматы – халыҡҡа ағыулы көмөшкәһен таратып, унда-бында иҫереп аунаған ауылдаштарының баштарына баҫып, нисек тә байырға ынтылған әҙәм аҡтығы икән дә! Был иһә – тормош ысынбарлығы, кеше рәнйешенә, гонаһына ҡарамай аҡса өсөн туғанын һатырға әҙер хамматтар һәр ауылда осрап тора. Көмөшкә һорап кергән егеттәргә ҡаштарын ҡырып алыу шартын ҡуя ул. Ә ҡаш – күҙҙең биҙәге, ҡашың юҡ икән, күҙең бар көйө һуҡырһың да. Тик Хамматтың йәһәт кенә тәүбәгә килеүе көтөлмәгәнсәрәк ҡабул ителә. Хәйер, кешелек сифаттары бөтөнләйгә үк юйыл­мағандыр, теге донъяға бер нәмәһен алып китә алмаҫын аңлай ул. Шуға күрә ҡапыл вафат булған ирҙе ситкә тибәрмәй ауыл халҡы. Хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатып, ҡарағастан бура ултырталар.
“Ата-бабанан ҡалған йола закондан да, изгелектән дә, яуызлыҡтан да олораҡ ул, юҡ-бар кәртәләр зыяраттың ҡотон ебәреп тормаһын”, – ти төп герой Фәнил.
Эйе, өс егет, өс таған берҙәм тотонһа, байтаҡ изге эштәр атҡарыр, үҙҙәре лә аяҡ­ҡа баҫыр, ауылдаштарын да эйәртер. Бығаса ғәмһеҙерәк көн иткән ауыл халҡы ла, ауырлыҡ килгәс, берләшә бит. Етерлек аҡса йыйып, Фәнилде төрмәнән йолоп ҡалыуға бик күптәр үҙ өлөшөн индерә. Яңы­рыуға ла, һынауҙарға ла әҙер йәнле организм булараҡ күҙ алдына баҫа ауыл халҡы. Иртәгәләре бөгөнгөнән ҡояшлыраҡ, сағыуыраҡ булыр төҫлө, быға бөтә ерлек бар.
Шулай булһын да, юғиһә өйөр-өйөр булып диңгеҙҙә йөҙгән аттар халҡыбыҙҙың бөгөнгө торошон да сағылдырып ҡуя бит. Ерҙән айырылған аттар бар көскә һыуҙа ишенеүҙән башҡаны белмәй ҙәһә! Ҡайҙа барыуҙарын белеп ишәләрме, белмә­йенсәме? Барыһын да диңгеҙ йотормо, әллә ҡабат ергә аяҡ баҫырҙармы?
Ғөмүмән, бәхетеңде үҙ ереңдә генә табырға мөмкин икәнен бик асыҡ әйтеп бирә автор. Әҫәрҙәге символдарҙың, деталдәрҙең һәр береһенең үҙ роле бар, повестың уҡымлы теле, композиция, сюжет ҡороу оҫталығы тураһында тәфсилләп анализ яһарға мөмкин. Ҡарамаҡҡа ыҡсым ғына әҫәрҙә фәлсәфәүи күпме тема күтәрелгән, заман ҡуйған һорауҙарға ым-ишара ла бирә, уйландыра ла, әҫәр­ләнде­рә лә был повесть. Зәйнәб Биишева исе­мендәге “Китап” нәшриәте республика Башлығы грантына үткәргән конкурста еңеүсе тип табылған был әҫәр – әҙәбиә­тебеҙ өсөн ҙур табыш ул.
Әҙәбиәт донъяһына шиғыр менән килеп ингән Мөнир Ҡунафин “Ҡартайған ҡояш аҫтында”, “Тәңре өрөк ҡапҡанда” кеүек хикәйәләре менән уҡыусы күңелен яуланы, драматург булараҡ та асыла бара. “Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә…” повесы менән ул әҙәбиәтебеҙҙең кимәлен билдәләрҙәй әҫәрҙәр тыуҙырыусы оҫта прозаик булараҡ сығыш яһай. Әҙәбиәт тигән диңгеҙҙә ҡолас ташлап йөҙә хәҙер Мөнир, диңгеҙҙәрҙе иңләгән һайын ижады тосораҡ, ҡәләме ослораҡ була бара.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780