Дөрөҫөн әйткәндә, уны белеп тә бөтмәйем, әммә фильмдары, ысынлап та, ниндәйҙер бер эске энергетикаһы, хатта йомағы менән арбап ала. Әсәһе Луиза Фархшатованың сценарийы буйынса төшөргән “Две жены” тигән диплом фильмы “Алтын мөнбәр” кинофестивалендә йәш кинорежиссерҙарҙың конкурсында еңеүсе булғанын беләм. Интернет селтәрендә уның хаҡында күп яҙалар, йылы фекерҙәр минең дә күңелгә ята: башҡорт ҡыҙы бит.
Израилдән композитор Ирена Скалериканың яҙмаһы иғтибарға лайыҡ түгелме ни? Лайыҡ, әлбиттә! “Хөрмәтле Флүзә! Рәхмәт һеҙгә “Карамель” фильмы өсөн. Сюжеты шундай нескә, аҡыллы, мәртәбәле, фекер ҡеүәһе лә үҙенсәлекле. Мин һеҙҙең менән эшләргә һәм фильмдарығыҙға музыка яҙырға теләр инем. Санкт-Петербург консерваторияһын тамамланым, халыҡ-ара конкурстар лауреатымын. Һуңғы эштәремдең береһе – режиссер Владимир Аленковтың беренсе чечен һуғышы хаҡындағы “Война принцессы” тигән фильмына көй яҙҙым...”
Бына тағы ла бер фекер башҡорт режиссерының эшенә ҡағылышлы: “Флүзә, һаумыһығыҙ! Яңыраҡ “Услышь мое сердце” тигән фильмығыҙҙы ҡараным. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Шул тиклем йәнгә үтеп инерлек сюжет, иламайынса булдыра алманым... Был – мин балауыҙ һыҡҡан тәүге кино. Бигерәк тә Людмиланың Татьяна Клочковаға ҡарата мәрхәмәте арбаны. Беләһегеҙме, мин күптән шундай әхирәт хаҡында хыялланам. Һеҙҙең режиссер булараҡ эшегеҙҙе юғары баһалайым һәм ихтирам итәм. Ысын күңелдән рәхмәт һеҙгә! Фильмды ҡарағанда күҙ йәше түгеп илаһам да, ундай әхирәттәргә ҡарауы рәхәт ине... Үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға именлек теләйем!” Хәйер, бындай фекерҙәр, Рәсәйҙә киң билдәле актерҙарҙың үҙ ҡарашын белдергән яҙмалары бик күп Интернет майҙанында. Мине ғәжәпләндерә башҡорт ҡыҙының фильмдары: уларҙа үлтереш, ҡан-ҡойош, йәбер, ҡара энергетика юҡ. Киреһенсә, кинолары кешелә өмөт уята, яҡты хыялдар бүләк итә, изгелек орлоҡтары сәсә. Ирекһеҙҙән, йәнә “Урал батыр” эпосын иҫкә төшөрҙөм. Әйткәндәй, улына ла бит ул Урал тип исем ҡушҡан. Моғайын, юҡҡа түгелдер.
Шулай ҙа күптәр яратып өлгөргән популяр кино һәм сериалдарҙың авторы кем һуң Флүзә Фархшатова? Әсәһе Башҡортостан телевидениеһының йөҙөнә әйләнгән шәхес Луиза Фархшатова икәнен дә беләм, әммә баланың башына талантты ярып һалып булмай бит. Шулай ҙа кино сәнғәтендәге тәрәнлек ҡан аша ла бирелә төҫлө миңә. “Пузаны” (сериал, 2014), “Новогоднее дежурство” (ТВ, 2014), “Мой любимый репетитор” (2014), “Домоправительница” (ТВ, 2014), “Большое сердце” (2014), “Карамель” (сериал, 2011 – 2012), “Немного не в себе” (сериал, 2011), “Услышь мое сердце” (ТВ, 2010), “Метель” (мини-сериал, 2010), “Крем” (сериал, 2010 – 2011), “Сердцеедки” (сериал, 2008), “Атлантида” (сериал, 2007) фильмдары аша Рәсәй тамашасыһының һөйөүен яулаған профессионал, Бөтә Рәсәй кинематография институтын (И. Масленников оҫтаханаһы) тамамлаған Флүзә ФАРХШАТОВА менән заман технологиялары ярҙамында әңгәмәләшәбеҙ.– Кино сәнғәтенә юл бала саҡтан башландымы?
– Был эш менән шөғөлләнергә теләгем бәләкәйҙән үк булды. Телевидение хеҙмәткәренең балаһы булараҡ, кино төшөрөү, тапшырыуҙар эшләү “кухня”һында үҫтем. Бала саҡтан, хатта бик иртә ошо эштең нескәлектәрен күреп буй еткереү миндә кино сәнғәтенә ҡарата тәрән ҡыҙыҡһыныу уятты. Был эшкә шул тиклем күнегеп киттем, хатта бер мәл үҙемде кинонан башҡа күҙ алдына килтерә алмауымды аңланым.
– Һеҙҙең өсөн нимә ул кино?
– Киноны юҡҡа ғына сәнғәт тип әйтмәйҙәр. Моң, һынлы сәнғәт, әҙәбиәт кеүек үк, ул кешеләрҙең аңына тәрән йоғонто яһай. Хатта бөтә булмышын аҡтарып сығарыуы ихтимал. Әҙәм балаларын матурлыҡ, ваҡыт, мөхәббәт, һыҙланыуҙар хаҡында уйланырға, тетрәнергә мәжбүр итә.
Шул уҡ ваҡытта кино рәссам, автор өсөн үҙәгеңдәген әйтергә мөмкинлек тыуҙыра. Үкенескә ҡаршы, мин әле был сәнғәт төрөнә ҡағылышлы бер нәмә лә эшләмәнем. Бына инде нисәмә йыл мин шөғөлләнгән сериалдар етештереү эшенең кино сәнғәтенә бер ҡыҫылышы ла юҡ. Әммә өмөтөм бар һәм ҙур. Алда – оҙон ижад юлы... Өлгөрөрбөҙ тип хыялланам.
– Һеҙҙең менән килешеп бөтөп тә булмай, сөнки, кино сәнғәтенә бер ҡыҫылышым да юҡ, тиһәгеҙ ҙә, һеҙ төшөргән фильмдарҙы профессионалдар юғары баһалай. Бәлки, режиссер булараҡ, һеҙ үҙегеҙгә ныҡ талапсандыр?..
– Быны әйтеүе ауыр, әлбиттә, сөнки, ниндәй генә эш булмаһын, уны йөрәгем аша үткәрәм. Әммә әлегә тиклем “бына был – минең һыҙланыуҙарым, кисерештәрем” тип әйтерлек өлгөләр төшөрөлмәне. Ә сәнғәттә унһыҙ мөмкин түгел, эйе, сценарийым бар, һәм ул иртәме-һуңмы халыҡ хөкөмөнә сығыр тип өмөт итәм. Ә быға тиклем ижад иткән бар фильмдарым да – һөнәрем үҙенсәлектәрен ҡулдан килгән тиклем файҙаланыу ғына.
– Бик тыйнаҡ яуап. Яратҡан фильмдарығыҙ?
– Кино ҡарарға бик яратам. Шундай юғары кимәлдә төшөрөлгән фильмдар бар! Бер тапҡыр ғына түгел, ҡабат-ҡабат ҡарайым, һоҡланам, тетрәнәм, илайым. “Не горюй”, “Жил певчий дрозд”, “Полеты во сне и наяву”, “Восемь с половиной”, “Ночи Кабирии”, “Небо над Берлином”, “Магнолия”, “Красота по-американски”, “Любовное настроение”, “Нью-Йорк, Нью-Йорк” һәм башҡа йөҙләгән, меңләгән кино әҫәрҙәре мине был сәнғәт төрөнә яңынан ғашиҡ итте. Кино бит ул – яңы тормош, асыш.
– Кино сәнғәтендә иң мөһиме нимә?
– Һәр сәнғәт төрөндәге һымаҡ уҡ, кинола ла талант менән эшһөйәрлектең үҙ-ара дөрөҫ һыйышып йәшәүе шарт. Ван Гог иҫ киткес талантлы ғына түгел, тырыш та булған. Профессионализмды, әлбиттә, бер кем дә инҡар итмәгән. Кино – ул биҙәү-ҡулланма сәнғәт төрө, режиссерға үҙенең идеяһы һәм донъяға ҡарашы менән башҡаларҙы ла ҡыҙыҡһындыра, хатта тоҡандыра алыуы мөһим.
– Милли киноның үҙенсәлеге ниҙә?
– Минеңсә, уның үҙенсәлеге материалдың үҙендә үк ятырға тейеш. Фильмдың теле талап иткән милли тел, темпоритм, халыҡтың менталитеты, холҡоноң үҙенсәлектәре иғтибар үҙәгендә булыуы – төп шарт.
– Бөгөнгө башҡорт “киношник”тарының ҡайһы фильмы һиңә яҡын?
– Әйтеүе лә оят инде, әммә кино төшөрөүсе башҡорт замандаштарымдың ижади эштәрен белмәйем шул. Шуға күрә теге йәки был фильм оҡшай, тип әйтә алмайым. Бала саҡта ҡараған яҡшы документаль фильмдарҙы хәтерләйем. Шул инде минең яуабым!
– Профессиональ киноны ябай тамашасы кеүек ҡарай алаһыңмы?
– Әгәр сценарийҙа кәүҙәләндерелгән сюжеты, режиссер оҫталығы, әйтелгән фекере, актерҙар уйыны, художестволы образдары һине әсир итһә, уны фәҡәт профессионал булараҡ ҡарап ултырмайһың инде. Аҙаҡтан ғына, ҡайта-ҡайта ҡарап ҡына фильмды уҡыу әсбабы кеүек өйрәнә башлайһың. Мәҫәлән, Феллиниҙың “Восемь с половиной” картинаһын әллә нисәмә тапҡыр ҡарарға була, әммә һәр саҡ ниндәйҙер яңылыҡ асаһың, ижади үҙенсәлегенә иғтибар итәһең. Әгәр инде киноны етештереүҙә талант тойолмаһа, уны ҡарағанда уҡ эш процесын уйлай башлайһың, сөнки ул күңелеңә үтеп инмәй. Кино хаҡында мейнстрим-тауар хаҡында һөйләгән кеүек үк фекер йөрөтөргә була: ул барыбер йә талантлы, йә талантһыҙ әҫәр.
– Милли асыл Рәсәй киноһын төшөргәндә үҙен һиҙҙерәме?
– Әгәр мин сериал индустрияһында кәсепселек түгел, ә кино сәнғәте менән шөғөлләнһәм, моғайын, асылым сағылыр ине. Ә әлегә күптәрҙе телевидение өсөн сифатлы тауар етештереү ҡыҙыҡһындыра, шуға күрә булмышым “борт” артында тороп ҡала, “ҡул” ғына хәрәкәт итә.
– Әле ниндәй фильм өҫтөндә эшләйһегеҙ?
– Әле “Беренсе канал” өсөн 12 сериялы телевизион фильм әҙерләйем. Лирик комедия. Унда ҡатын-ҡыҙ персонаждар бик күп, сит ил фильмы бар бит – “Секс в большом городе”, ана шундай стилдә.
– Флүзә Фархшатова – бик үҙенсәлекле режиссер, ул актерҙарҙы ла фильмға үҙе генә һайлай, тинеләр...
– Эйе, үҙем. Был бик ҡатмарлы мәл, сөнки продюсерға ни өсөн тап ошо актерҙы һайлауыңдың дөрөҫлөгөн иҫбат итергә кәрәк. Үҙ-ара йәнле әңгәмә рәүешендә бара был һөйләшеү. Эшләргә теләмәгәндәр менән барыбер ижадҡа тотонмайым. Актер менән режиссер араһында ла бер эске бәйләнеш булырға тейеш. Дуҫлыҡ, яҡын әхирәтлек түгел, ә профессионализм тураһында һүҙ бара бында.
– Кино төшөргәндә команда булыу мөһимме? Әллә оператор, режиссер теләһә ниндәй актерҙы ла эшләтергә бурыслымы?
– Кино – ул коллектив хеҙмәт. Режиссер ни тиклем талантлы булһа ла, әгәр уның уй-ниәттәрен тормошҡа ашырырлыҡ профессиональ команда йыйылмаған икән, кино әҫәре тыумай. Фильм төшөрөү барышында миңә юғары профессионалдар менән эшләргә насип булды, улар менән әле лә ижад итәбеҙ. Ҡайһы берҙәре менән буш ваҡыттарыбыҙ ҙа тап килмәй китә, әммә, дөйөм алғанда, беҙ бергә. Шул уҡ ваҡытта яңы кешеләр менән танышырға һәм хеҙмәттәшлек итергә яратам.
Актерҙар – ул айырым тарих. Бик күп киң билдәле, талантлы шәхестәр менән эшләнем, киләсәктә лә бәйләнеште өҙмәҫ инем. Минең өсөн иң мөһиме – актерҙың ролгә тап килеүе. Бая әйтеп үткән яңы проектта кино төшөрөү майҙанында байтаҡтары менән тәүгә осрашам.
– Башҡорт киноһын үҫтереү өсөн беҙгә нимә кәрәк?
– Ошо сәнғәт төрөн яратҡан, тәрән аңлаған, унан да бигерәк туған телен, мәҙәниәтен, халҡын яратҡан кешеләр булыуы фарыз. Улар төрлө юлдар эҙләргә, килешеп һөйләшеүҙәргә әҙер булырға тейеш. Эйе, аҡса ла кәрәк, әлбиттә. Әммә бөгөнгө заман технологияларының үҫешен, кеҫә телефоны ярҙамында ла кино төшөрөп булыуын иҫәпкә алғанда, быларҙың барыһы ла – икенсел. Тамашасының да – битарафмы, түгелме, рәхмәтлеме, юҡмы – булыуы шарт. Үҙең өсөн кино төшөрөүҙең мәғәнәһе юҡ. Фильм ижад итеү – ул шулай уҡ энергиялар менән алмашыу. Ә бит өлгө алырлыҡ миҫалдар бар: бүрәттәр, яҡуттар, ҡырғыҙҙар. Улар прокатҡа сыҡҡан фильмдары менән Голливудты, Рәсәйҙең төп студияларын да баҫып алды. Кинолары ул тиклем ҡиммәт тә түгел, бер ҡатлы, эскерһеҙ ҙә, әммә тап ана шул ихласлыҡ арбай ҙа инде. Яратып ҡарайым уларҙың фильмдарын.
Башҡорт фильмына бәйле хәл шул тиклем йән өҙгөс, ул юҡ тип әйтергә лә була. Башланғыстар бер кем яғынан да ҡеүәтләнмәй. Йыл һайын илебеҙҙең Мәҙәниәт министрлығына “Рәсәй халыҡтары фильмы” лотына дәүләт ярҙамын һорап ғариза яҙам, әлегә һөҙөмтәһе юҡ. Ни өсөн икәнен дә аңлайым, республикала ла башҡорт киноһын етештереп ебәрергә ҡыйыулығы еткән заттарҙың юҡлығын да беләм. Нимә тип әйтәһең инде – беҙҙең илдә китаптарҙы яғалар...
– Башҡорт холоҡло геройҙар бармы һеҙҙең фильмдарҙа?
– Үкенескә ҡаршы, был һорауға яуап бирерлек бер генә лә йүнле һүҙем юҡ, сөнки мин тәҡдим ителгән материал менән эшләйем. Уларҙы мин яҙмайым, ижад итмәйем, уйлап тапмайым, бары тик һайлай ғына алам.
– Пландарығыҙ? Тапалған фекер кеүек яңғыраһа ла, был һорауһыҙ булмай.
– Яуабым да баналь! Бәләкәй генә ауылда йәшәгән, Шекспир тәҡәттәре менән ҡайнаған милләттәштәр хаҡында башҡорт телендә фильм төшөргөм килә.
– “Сериалдарҙа Кеше юҡ – ҙур йөрәге, бар асылы, ҡеүәте, үҙенең эске донъяһы менән”, – ти Флүзә үҙенең бер әңгәмәһендә. Эпохаль башҡорт киноһын күрергә насип булырмы икән беҙгә?
– Әлбиттә, әгәр үҙебеҙҙе яратырға өйрәнһәк, башҡорт булыуыбыҙҙан тартынмаһаҡ, өр-яңынан үҙебеҙ өсөн туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы асһаҡ, тәрәнлеген, беҙҙең өсөн уларҙан башҡа тамырҙар юҡ икәнен таныһаҡ. Бөтә донъяға үҙ булмышыбыҙ хаҡында һөйләргә теләһәк, ваҡ темаларҙан арына алмай батып ҡалмаһаҡ, социаль мәсьәләләргә һәм көндәлек ығы-зығыға суммаһаҡ, килеп сығыр ул фильм.
– Кем ул Улан Баялиев? ”Бәйләнештә” социаль селтәрендә уның менән төшкән фотоларың байтаҡ ҡына. Тормош иптәшең тип аңланым.
– Улан Баялиев – һоҡланғыс, талантлы театр режиссеры, фекерҙәшем, дуҫым, ирем, баламдың атаһы.
– Әйткәндәй, Уралдың фотоларын да күрҙем Интернетта. Иҫ киткес матур бала, күҙ теймәһен!
– Рәхмәт, эйе, ул беҙҙең биш йәшлек улыбыҙ.
– Әсәйең, Луиза апай, һөйөп туймайҙыр инде Уралды. Ул бит шул тиклем балалар ярата.
– Әйтергә лә түгел. Әсәйем өсөн ейәне – донъялағы төп кеше.
– Балалар өсөн фильм төшөрөргә уйың юҡмы?
– Бының өсөн айырым талант кәрәк. Миндә ул юҡ! Хәҙер бит шарттар ҙа башҡа кино төшөрөү майҙансыҡтарында, балалар менән шөғөлләнергә ваҡыт та юҡ. Унһыҙ ҙа күп нәмә шул тиклем ялған, уйын рәүешендә эшләнә. Шуға күрә, тәҡдим итһәләр ҙә, баш тартам.
– Урал һеҙҙең эшегеҙҙе ҡыҙыҡ күрәме?
– Улыбыҙ беҙҙең режиссерҙар икәнде белә. Әлбиттә, ул да кино төшөрәм тигән була (көлә. – Авт.). Әммә, бәләкәс бит инде, аңлап та бөтмәй: нисек инде уның ябай ғына әсәһе бөтә кеше ҡарай торған нәмәне эшләй? Ул шул тиклем кино ярата, балалар фильмдарының күбеһен яратып ҡарай.
Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.