2016 йылға календарҙағы иҫтәлекле даталар араһында бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе М. Өмөтбаевтың тыуыуына 175 йыл тулыу ваҡиғаһы айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡортостан, уның күп милләтле халҡы өсөн ул республиканың мәҙәни, ижтимағи тормошонда сағыу балҡышлы ҙур байрам төҫөн аласаҡ, әлбиттә. Сөнки Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев – ҡабатланмаҫ эпохаль шәхес. Ул – башҡорт халҡының ҙур фекер эйәһе, кешеләр күңелендә гуманистик идеялар сәсеп ҡалдырған мәғрифәтсе, шағир, ғалим-энциклопедист, йәмәғәт эшмәкәре һәм публицист. Бөтә ғүмерен туған халҡын аң-белемле, бәхетле һәм юғары мәҙәниәтле итеү өсөн көрәшеп, хеҙмәт итеп үткәргән. М. Өмөтбаев күтәреп сыҡҡан идеялар – Ер, Тел, Дәүләтселек, Мәғрифәт – бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмаған.
2016 йылдың оло ваҡиғаһы бөтә йәмәғәтселеккә, айырыуса киң мәғлүмәт сараларына яуаплы һәм маҡтаулы бурыстар йөкмәтә. Яңы рубрика – ана шул бурысты тормошҡа ашырыуҙың тәүге аҙымдарының береһе.
“Килмекәй батыр” исемле әлеге документаль-этнографик мәҡәләлә М. Өмөтбаевтың ижади мираҫынан алынған киң йөкмәткеле һәм фәһемле өҙөктәр бирелә. Билдәле булыуынса, ғалимыбыҙ башҡорт көрәше, арҙаҡлы башҡорт батырҙары тураһында һоҡланып һәм ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп күп тапҡыр яҙған (мәҫәлән, Абдулла исемле башҡорт көрәшсеһенең Европа чемпионы Моорҙы көрәшеп еңеүе хаҡындағы яҙмаһы бар).
Мәшһүр көрәшсе Килмөхәмәт Байбулатов менән Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев – бер ауыл һәм бер дәүер кешеләре. Хатта туғандар. Ә мәҡәләнең авторы – яҙыусы һәм ғалим Тимерғәле Килмөхәмәтов – ана шул данлыҡлы шәхестәрҙең тоҡомо, ҡәҙерле тарихты бөгөнгө уҡыусыға еткереүсе ҡәләм эйәһе.
Яңы рубриканы асып ебәреүсе был яҙма ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәргә бай, мауыҡтырғыс һәм уҡымлы телдә яҙылған. Уның менән танышҡанда М. Өмөтбаевтың рухи донъяһы, милли ғорурлығы, тел төбө, ҡәләм тибрәтеү үҙенсәлектәре күҙ алдына баҫа. “Башҡортостан” гәзите менән “Ватандаш”тың бер ижади матбуғат берекмәһенә ойошоуынан файҙаланып, ҙур күләмле мәҡәләләрҙе журналда ла биреп барырбыҙ.Тыуған ауылым Йомран-Ибраһим Табын ырыуының һоҡланғыс тәбиғәт ҡосағында урын алған. Боронғо ата-бабалар уның тирәһендәге күлдәргә, болондарға, урмандарға ҡолаҡҡа ятышлы, бер ишетеүҙән хәтерҙә ҡалырлыҡ исем-атамалар ҡушҡан. Ауылдың көнсығышынан көнбайыш осона ике-өс саҡрымға һуҙылған Ҡыҙылғы күле, кеше күңеленә йәм-ғәм биреп, йомшаҡ тәмле һыуын, аҡ балығын йомарт бүләк итеп, тере йән эйәһе төҫлө, быуаттарҙан быуаттарға кешеләр менән бергә йәшәй. Нисәмә быуын ауылдаштарым ғүмер кисергән ошо Ҡыҙылғы буйында. Бөгөнгө Ибраһим ауылы элекке замандарҙа Йомран, Тоҡос исемле ауылдарҙы үҙ эсенә алған. Тоҡос ауылынан яҡында Ҡолош һәм Илсекәй ауылдары барлыҡҡа килгән.
Ҡыҙылғы… Был һүҙ ниндәй мәғәнәгә эйә? Ул ҡайҙан барлыҡҡа килгән? Был һорауҙарҙы миңә йыш бирәләр. Үҙем дә табырға тырышам яуапты. Башҡорт тел ғилеме донъяһында мәғлүмәт осрамай, өлкәндәрҙең дә аныҡ яуап биргәне юҡ. Мин иһә, инде күпте күргән, күпте ишеткән кеше, төрлө фараздарҙы бер епкә теҙеп ҡарайым.
Әбйәлил ерендә Ҡыҙыл йылғаһы бар. Тыва илендә иһә – Ҡыҙыл ҡалаһы (илдең баш ҡалаһы). Башҡорт телендә “Ҡыҙыл ағас” (шыршы, ҡарағай), “ҡыҙыл мал” (туй ваҡытында бирелә торған бүләк-мәһәр), “ҡыҙыл мөйөш”, “ҡыҙыл әләм”, “ҡыҙыл ғәскәр”, “ҡыҙыл ҡар” тигән һүҙҙәр билдәле.
Улар бөтәһе лә, яҡынса, бер мәғәнә бирә: бик ҡәҙерле һәм бик баһалы (ҡиммәтле) әйбер. Ҡыҙылғы күле урындағы халыҡ өсөн бик ҡәҙерле, бик баһалы булған, әлбиттә. Ул – кешегә эсәр һыу, кәсеп итеү өсөн, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрау өсөн бай сығанаҡ.
Шулай уҡ күңел донъяһын сафландырыр, бөтәйтер матурлыҡ, ауылға йәм-биҙәк, зауыҡ бирерлек хазина. Юҡҡамы ни ошо тәбиғәт зауығын күреп-кисереп йәшәгән Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев. Ҡыҙылғы күленең матурлығын шиғырҙарында данлап яҙған ул. Өҫтәп, былай тип әйтергә лә мөмкин: Йомран-Табын ырыуының шөһрәтле улы М. Өмөтбаев ҡайҙарҙа ғына (Ҡырым сәфәрендә, хажда, Мәскәү, Петербург ҡалаларында), бик мөһим дәүләт һәм фән эштәре атҡарған саҡтарҙа ла Ҡыҙылғы күлен хәтерендә һаҡлап, уға салауат әйтеп, аят уҡыған. Ҡыҙылғы уға һаулыҡ, көс һәм илһам сығанағы булғандыр.
Ҡыҙылғы аръяғында, Ағиҙелгә ҡәҙәрем өс-дүрт саҡрым арала, киң туғай йәйрәп ята. Тош-тош урында йоп-йоморо күлдәр тонйорай. “Һыйыр күле”, “Асы күле”, “Тәрәүеш”, “Кәсеүән”, “Һүмәле”, “Ҡаракүл”, “Бәләкәй Талпаҡ”…
Ә был Талпаҡ Ағиҙелгә йәнәш кенә, ни бары бер саҡрым ара.
Бәләкәй Талпаҡ аръяғында – ун биш-егерме гектарлыҡ Атау яланы. Ул Ағиҙел ярына барып терәлә.
Ҡыуаҡтар, уйһыулыҡтар менән бүлгеләнгән Йомран туғайында төрлө исем йөрөткән башҡа урындар ҙа бар. Мәҫәлән, “Күк бүре һырты”, “Үләй араһы”, “Ярһыныҡ”, “Уйылған күл” тигәндәре бар халыҡ телендә.
Ҡыҙылғыны сығып, һулға китһәң инде, Килмекәй тауына барып юлығаһың. Исеме шулай булһа ла, ысынында, тау ҙа түгел инде. Ә шулай ҙа Ҡыҙылғы менән Ағиҙел араһындағы киң тигеҙ яланға ҡарағанда, саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ ул Килмекәй тауы.
Тау тигәнең тигеҙ туғайҙан килә-килеп төртөлә торған текә ҡашлаҡтан башлана. Таулы яҡтарҙағы ҡашлаҡтар менән сағыштырһаң, үтә текә лә, үтә бейек тә түгел инде былай. Ә бына мин үгеҙ егеп, бер арбаға салғысы ағай-апайҙарҙы ултыртып, бесән эшләргә китеп барған саҡтарҙа (8 – 10 йәштәр) ҡашлаҡты менгән саҡта үгеҙ тигән колхоз малҡайы мотлаҡ бер туҡтап хәл алыр ине.
Шул саҡ салғысы ағай-апайҙар, арбанан төшөп, йәйәүләп менеп китә ҡашлаҡ үренә. Унда күтәрелеп еттеңме, асылып китә әкиәттәгеләй бер донъя! Ҙур түңәрәк ялан. Тирә-яғын урман уратып алған. Ялан иңендә ике һыҙат уйһыулыҡ ята. Яландың ҙур өлөшөндә ҡалҡыу һырт һуҙылып киткән. Арба юлы шул һырттан Ағиҙелгә табан тартылған. Арбаға баҫып, артҡа ҡараһаң, Ҡыҙылғы буйындағы баяғы киң туғайҙар, уйым-уйым ҡыуаҡтар түбәндә, бик аҫта ятҡан һымаҡ күренә. Ауыл да соҡорҙа ултырған кеүек.
Күп тапарға тура килде миңә Килмекәй тауын. Йәйен, колхозсылар бесән әҙерләргә төшкәс, әле малай саҡта, үгеҙ йә ат менеп күбә тарттырыуҙар.
Егет саҡта инде, колхозсы ауылдаштарыма ҡушылып, ҡул салғыһы менән бесән саптым. Трактор сапҡысы, ат косилкаһы керә алмаған урындарҙы, урман ситтәрен салғы менән айҡап сыҡҡансы бер ай ғүмер үтә торғайны. Килмекәй тауында бесән сапҡан саҡтарҙы һис оноторлоҡ түгел. Үҙәккә үтте инде ундағы мажаралар, ҡыҙыҡ йә ҡыҙғаныс хәлдәр.
Бында сабынлыҡ бик йоҡа, һирәк кенә үҫкән үләне нәп-нәҙек, үҙе бик шырт. Үҙе һирәк, үҙе ҡаты үлән салғы аҫтынан шылып ҡала. Бер һелтәйһе урынға ике һелтәргә кәрәк. Салғы йөҙө тиҙ үтмәҫләнә. Шуға салғыны йыш-йыш янарға, әленән-әле тапарға кәрәк.
Бындай эштән шөйлә тәҡәт ҡороғас, салғысылар төрлөсә гәпләшеп ала.
– Эх, Килмекәй батырҙың үҙен терелтеп килтерәһе ине бына хәҙер. Баһадирҙарса айҡатып сапһын ине ошо шырт үләнде.
– Бары бер кәбән сығыр, ә этлеге муйындан.
– Николаевка сыуаштарына һатырға кәрәк был урынды. Әйҙә, улар рәхәтләнһен!
– Юҡ инде! Беҙ – Килмекәй тоҡомдары. Барыбер еңеп сығырбыҙ был сабынлыҡты.
– Бында ҡаты бесән. Ул бәрәкәтле, тәмле. Уны ашаған мал көр, ите лә, һөтө лә татлы була.
– Ҡуйығыҙ әле, егеттәр! Юҡ-бар һүҙҙәр һөйләп, Килмекәй бабабыҙҙы үпкәләтмәйек. Килмекәй тауы мәңге Йомрандыҡы булып ҡалһын. Ғәйрәтле ир-егеттәр йәй һайын ҡырып сапһын был сабынлыҡты. Ялан уртаһына ҡойоп ултыртып ҡуйһын күкрәкләп һалынған бейек кәбәндәрҙе.
Үҙәккә үткән, тәнде-йәнде сыныҡтырған Килмекәй тауы тауҙай бер сер булып күңелгә һеңде.
Әйләнгән һайын зиһендә бер үк һорауҙар ҡабатланды. “Килмекәй кем ул? Туғайҙағы ошо матур урынға ни өсөн шундай исем ҡушҡандар?” – ошондай уй күңелдән китмәне.
Бәхеткә күрә, йылдар үткәс, әлеге һорауҙарға яуап таптым. Был табыш миңә икеләтә шатлыҡ килтерҙе. Шәхесем Килмекәй батыр исеменә туранан-тура бәйле булып сыҡты.
1962 йылда Башҡорт дәүләт университеты студенты булып киткәс, тарих-филология факультетының II курсында уҡып йөрөгәндә курс эше итеп “Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев: тормош юлы, ижады, йәмәғәт эшмәкәрлеге” тигән теманы һайланым. Эш барышында бөйөк мәғрифәтсенең Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты архивында һаҡланған материалдар менән ентекләп танышып сыҡтым. Архивта Өмөтбаев фонды ҡалын-ҡалын биш томдан тупланған (һәр ҡайһыһы бер мең-бер мең ярым биттән тора). М. Өмөтбаевтың үҙ ҡулы менән русса йә ғәрәпсә яҙылған ҡағыҙҙар, XIX быуатта–ХХ быуат башында нәшер ителгән рус телендәге гәзит-журналдар, календарҙар бар. Ҡағыҙҙар бик бөхтә итеп, ныҡлы уйланылған, эҙмә-эҙлекле тәртиптә тегеп йә йәбештереп ҡуйылған. Һәр том, китап һымаҡ, ҡаты тышлыҡҡа ҡоршап, шыма һәм ныҡлы төпләнгәйне.
Ғәрәп телендәге яҙмаларҙы уҡырға өлкән йәштәге ике ауылдашым Мортаза Ибраһимов менән Мәғәлим Наҙарғолов ярҙам итте. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ул дәүерҙә Карл Маркс менән Фрунзе урамдары киҫешкән мөйөштә иҫ киткес матур бер ҡатлы йортта урынлашҡайны. Мортаза һәм Мәғәлим бабайҙар (улар хәҙер мәрхүм, ауыр тупраҡтары еңел булһын) иң тәүҙә “Титулярный советник һәм кавалер Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев мәғлүмәттәре һәм ҡушымта менән Йомран-Табын улысы башҡорттарының шәжәрәһе” тип исемләнгән ҡағыҙҙарҙы музей хеҙмәткәренән һоратып алды.
Ул саҡта 60 – 70 йәштәр тирәһендәге ауылдаш олатайҙар, күрәһең, М. Өмөтбаевтың бай архивы барлығын, унда Йомран ауылы шәжәрәһе һаҡланыуын ишетеп йә күреп белгәндер.
Ошо шәжәрәлә Килмөхәмәт Байбулатов исемле кеше теркәлгән. М. Өмөтбаев уның эргәһенә “Данлыҡлы көрәшсе” тип яҙып ҡуйған. Ошо көрәшсе батырҙы хөрмәтләп ауылдаштары теге урынға “Килмекәй тауы” тип ҡушҡан, күрәһең. Исемде ҡыҫҡартып алыуҙың халыҡ һөйләшендә киң таралыуы билдәле.
Килмөхәмәттең атай-олатайҙары шәжәрәлә бик асыҡ күрһәтелгән. Килмөхәмәттең атаһы – Байбулат, Байбулаттың атаһы – Байғол, Байғолдоң атаһы – Мырҙаш, Мырҙаштың атаһы – Өмөтбай.
Ә Килмөхәмәттең дауамы былай тип яҙылған: Килмөхәмәттең улы – Ғиндәлиф, Ғиндәлифтең улы – Ғәбделғәлим, Ғәбделғәлимдең улы – Тимерғәле. Үҙемдең ошо нәҫел-нәсәбемде һыҙма таблицаға төшөрөп алдым. Был үҙемә лә, балаларым өсөн дә ҡыҙыҡлы, ҡәҙерле булыр тинем.
Өмөтбай
Мырҙаш
Байғол
Байбулат
Килмөхәмәт
Ғиндәлиф
Ғәбделғәлим
Тимерғәле
* * *
Күренеүенсә, минән ете быуын алда ҡартатайымдың ҡартатаһы Өмөтбай бабай йәшәгән беҙҙең ауылда. Ата-бабаларым, тимәк, минең тоҡом Өмөтбайҙан таралған булып сыға. “Йомран-Табын башҡорттарының шәжәрә”һендә Килмөхәмәткә бәйле йәнә ошондай мәғлүмәт бар: Килмөхәмәттең улдары – Динмөхәмәт, Атаулла, Ғиндәлиф.
Ошо өс улы Килмекәй тауындағы ҡаты бесәнлекте сабырға, йыйып кәбәнгә һалырға һәм, ҡышҡы юл төшкәс, ауылға, ялан аҙбарға ташып ҡуйырға ярҙам иткәндер, әлбиттә. Килмөхәмәт Байбулатов хаҡында ошонан башҡа мәғлүмәт юҡ шәжәрәлә.
Ә бына икенсе бер ҡулъяҙмала көтмәгәндә алыҫ олатайым тураһында бик бай сығанаҡҡа тап булдым һәм тауҙай шатлыҡ кисерҙем.
Университетта уҡығанда, шулай уҡ фәнни эшкә ныҡлап тотонғас, төрлө архивтарҙа, китапханаларҙа эҙләнергә кәрәк булды. Шундай эҙләнеүҙәр барышында Н. Крупская исемендәге Республика китапханаһында “Тәржемәсе Өмөтбаевтан” тип исемләнгән документҡа тап булдым. М. Өмөтбаевтың үҙ ҡулы менән яҙған 43 битлек ҡулъяҙмаһы ине ул. Һәр биттең артҡы (икенсе) яғында ла тулы текст. Яҙыу – рус телендә. Бер аҙ һарғая биргән стандарт ҡағыҙ биттәре ылйырай төшкән, сит-ситтәре уйым-уйым йыртылған, һәр биткә һандары һуғылған. Ҡулъяҙманың тәүге битендә иң өҫтә “Тәржемәсе Өмөтбаевтан” тип яҙып ҡуйылған.
Ҡулъяҙма мәғлүмәткә ғәжәйеп бай булып сыҡты. Уны тулыһынса уҡып бөткәс, авторҙың бөтә донъя тарихы буйынса сикһеҙ киң һәм тәрән белемле ғалим-энциклопедист булыуы, яҙыусы ҡәләменә эйә шәхес икәне ап-асыҡ аңлашыла.
Ҡулъяҙма сығанаҡтың барлыҡҡа килеүе ҡыҫҡаса былай: 1886 йыл Өфө ҡалаһының 300 йыллығы байрам ителә. Ошо ваҡиғаға әҙерлек барышында ҡала башлығы Волков М. Өмөтбаевҡа хат менән мөрәжәғәт итә. Ул Ырымбур диниә назараты тәржемәсеһе һәм губерна секретары Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтан Өфө ҡалаһының тарихы хаҡында берәй хеҙмәт яҙып биреүен үтенеп һорай. Ошоға яуап рәүешендә “Тәржемәсе Өмөтбаевтан” тип аталған хеҙмәт тыуа.
Шуныһы үҙенсәлекле: бында Өфө тураһында мәғлүмәт күп түгел. Ошоноң өсөн ғәфү үтенгән кеүек, автор былай тип яҙа: “Ваҡытым юҡ сәбәпле, Өфө губернаһы мосолмандары тураһында әҙәби белешмәләр йыя алманым, бының өсөн бөтә губернаны йөрөп сығырға кәрәк бит әле, сөнки Башҡортостанда әҙәби әҫәрҙәр, айырыуса шиғырҙар һәм йырҙар осраһа ла, улар быға саҡлы бер кем тарафынан да йыйылмаған” (41-се бит).
Уның урынына, Башҡортостан һәм башҡорт тарихы буйынса, уның тәбиғәт байлығы, күренекле шәхестәре, халыҡтың милли кәсептәре, ғөрөф-ғәҙәттәре, инаныуҙары, йыр-моңдары, тел үҙенсәлектәре тураһында Ағиҙел йылғаһы һымаҡ киң һәм тәрән мәғәнәле факттар, күҙәтеүҙәр бихисап ҡулъяҙмала.
Мине айырыуса ҡыҙыҡһындырған хәбәрҙәр 27 – 30-сы биттәрҙә булып сыҡты. Бында Йомран ауылы кешеләренең, Өмөтбаевтар ғаиләһенең тормош-көнкүреше тураһында бәйән ителә. Атаһы Ишмөхәмәт кантон тураһында Мөхәммәтсәлим ошоларҙы яҙа:
“Ишмөхәмәт Ишеғол улы йәш сағында иң беренсе көрәшсе булған, үлгән көнөнә саҡлы йыйындарға сабыштырырға аттар ебәргән һәм йыш ҡына еңеүсе булып ҡалған. Циолковский һәм уның кейәүе П.И. Сергеевтың Дыуан йыйынында уның аты алдан килгән.
Уның көрәшселәренән Килмөхәмәт Байбулатов Барановскийҙың Күсем ауылында, Тевкелевтың Килем ауылында үткәрелгән йыйындарында еңеүсе булып ҡала” (27-28-се биттәр).
Һуңғы был өҙөктә ғәжәйеп хәл теркәлгән: Күсем ауылы (хәҙерге Әбйәлил районы), Килем ауылы (хәҙерге Бүздәк районы) ҡайҙа ята бит?! Өфө янындағы Йомран ауылынан йөҙәр саҡрым алыҫ араларға йөрөгән Килмөхәмәт Байбулатов көрәштәрҙә еңеүсе булып ҡайтҡан, “Килмекәй батыр” тигән даны, исеме бөтә Башҡортостанға шулай таралған.
Килмөхәмәт Байбулатов тураһында М. Өмөтбаев яҙып ҡалдырған тарихҡа үҙ ҡолағым менән ишеткән бер ваҡиғаны өҫтәп килтереү урынлы һәм кәрәкле булыр. Уны миңә Килмөхәмәттең ейәнсәре Мәрйәмбикә Динмөхәмәт ҡыҙы Мәсәлимова 60-сы йылдарҙа һөйләгәйне.
Дим буйындағы Йоматау йыйынында Килмекәй батырға ҡаршы ҡыҙ батыр алышҡа сыға. Ҡалын ҡара сәс толомо итәгенә төшөп торған һомғол ҡыҙыҡай, таҫтамал тотоп, Килмекәй ҡаршыһына килеп баҫа. Бындай осраҡты беренсе ҡабат тап иткән Килмекәй батыр ҡаушаңҡырап ҡала. Әллә көрәшмәҫкә микән ҡатын-ҡыҙ менән, тип тә уйлай. Әммә сая ҡыҙ табын батырының биленә таҫтамал һалып та өлгөрә.
Бер сама көс һынашҡас, Килмекәй батыр, ҡыҙҙы биленән шаҡарып, ерҙән һурып алып, күкрәгенә һала. Башҡорт көрәшендәгесә, уны саңҡайып ташлайһы ғына ҡала. Шул саҡ батыр ҡыҙ шыбырлай: “Әй, ир-батыр, ергә атып бәреп хур итмә, үҙеңә ғүмерлек йәр булырмын”. Килмекәй батыр, Ҡыҙ батырҙы баш осона күтәреп, алпан-толпан түңәрәкте әйләнеп сыҡҡас, майҙан уртаһына һаҡ ҡына баҫтыра. Халыҡ аяҡ өҫтө баҫа, шау-гөр килә.
Ҡыҙ батыр Килмекәй батырға ишетелерлек кенә итеп өндәшә: “Мин вәғәҙәмде үтәргә әҙер – йәрең булырмын”. Килмекәй батыр көрһөнөп ҡуя: “Үҙ йортомда терегөмөштәй кәләшем көтә. Һин, батыр ҡыҙ, Дим буйының бер аҫыл азаматын бәхетле ит”. Ысын ваҡиғамы, әллә халыҡ ижадымы – өҙөп кенә әйтеүе ҡыйын. Ә Мәрйәмбикә инәй быны ысындарҙан да ысын хәл-ваҡиға кеүек итеп һөйләне.
* * *
“Тәржемәсе Өмөтбаевтан” исемле ҡәҙерле ҡулъяҙма ҡомартҡының һуңғы битенә ошолай тип яҙып ҡуйылғайны:
“Ырымбур Диниә назараты тәржемәсеһе, губерна секретары Мөхәммәт-Сәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев.
1885 йыл, 25 декабрь.
Өфө ҡалаһы”.
Ошо урында Килмекәй батыр тураһында тарихты тулыландырған йәнә бер сығанаҡҡа иғтибар итәйек. М. Өмөтбаевтың “Миңә билдәле көрәшсе батырҙар…” тип аталған ҡулъяҙмаһы бар (1906-1907 йылдарҙа яҙылған, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге архивында һаҡланған). Уның тураһында мәғлүмәттәр һәм айырым өҙөктәр Розалия Солтангәрәеваның “Башҡорт халыҡ көрәше” исемле китабынан (Өфө, 2009, 126 – 131-се биттәр) алынды.
“1700 йылдарҙа беҙҙең Ибраһим-Йомран ауылында Наҙарғол мулланың улы Биккенә батыр йәшәгән. 25 йәштә генә үлеп ҡала. Иҫәнғол улы Йәнбирҙе бик оҫта көрәште. Уның нәҫелен Йомранда Ибраһимовтар тоҡомо тип атайҙар. Ошо Йомран ауылынан Әбләс ҡарт батыр булды. Ошо уҡ ауылдан зауряд-есаул Байбулат данлыҡлы батыр ине. Ул көрәшселәрҙең дәүере үткәс, 1855 йылдарҙа Йомран-Тоҡос ауылында Байбулатов улы Килмөхәмәт киң билдәлелек алды. Ул көрәшеп йыҡмаған бер батыр ҡалманы тирә-яҡта. Йәй һайын биш-алты йыл самаһы көрәште. Бөтә Дим буйында киң танылды. Ул бик һоҡланғыс көрәшсе ине: дошманын күтәреп алып, юғарыла бер нисә ҡат өйөрөлдөрөп, баш аша ташлай торғайны”.
Өфө өйәҙе Ураҙбахты ауылында Ғабдулла батыр, Ҡашҡалашала Әхмәҙи батыр, Бәләбәй өйәҙенең Ҡарғалы ауылында Әхмәтйән батыр йәшәгән. Ә шулай ҙа уларҙың барыһын да Килмөхәмәт батыр йыҡҡан…
Килмөхәмәт батыр ҡаршы сыҡҡан көрәшсене ҡулына күтәргәс, һәр саҡ һорай икән: “Һин ниндәй ырыуҙан, ҡайһы ерҙән?” “Дыуандыҡы” тип әйтһәләр, дыуандар алдына ташлаған, әгәр кәлсерҙән тиһәләр, кәлсергә ырғытҡан, “ҡумырыҡтан” тиһәләр, ҡумырыҡтар алдына быраҡтырған, “меңдән” тиһәләр, меңдәр алдына һелтәгән. Элек бит йыйындарҙа һәр кем үҙ ырыуы кешеләре менән бергә айырым төркөм ойошоп, түңәрәк яһап ултырған.
* * *
Килмекәй батырҙың Башҡортостандың барса тарафтарындағы иң атаҡлы кешеләрҙе еңеп, батырҙарҙың батыры булып танылыуы, һәр көрәште мауыҡтырғыс тамаша һымаҡ яһауы, урғылып торған сикһеҙ ғәйрәте әкиәтте хәтерләтеп ҡуя. Ә бит ғәҙәттәге ысын тормошо ла дауам иткән. Ауылында донъя көткән: бесән сапҡан, мал ҡараған, ишле ғаиләһен ашатып кейендергән, ауылдаштарына тыныс һәм етеш тормош хәстәрләгән.
Өҫтәүенә кантон идаралығында штатта тороп, төрлө эш башҡарған. Кантон канцелярияһының аттарын ҡараған. Кантон башлығын, ат егеп, йомош-юлда йөрөтөүсе даими күсер ҙә, улыс фельдшеры ла булған.
Күрше Ҡабаҡ ауылындағы өйәҙ башланғыс училищеһында “табип-фельдшер” һөнәренә уҡып сыҡҡан көндән башлап, өйәҙҙең Йомран, Тоҡос, Ҡолош, Илсекәй, Һәүәләй, Бишул ауылдарына йөрөп, кешеләргә сәсәк һалған. Кантондағы ғәскәр аттарының таҙалығын күҙәтеп тороу ҙа уға йөкмәтелгән. Бер кешегә сәсәк һалған өсөн табипҡа 12 тин көмөш төшкән. Башҡа бөтә эш бушлай башҡарылған. Күсер булараҡ, Ишмөхәмәт кантонды бер нисә көнләп йә аҙналап эш сәфәрендә йөрөткән саҡтарҙа ил-ер күргән инде, ҡурайсылар, йырсылар, бейеүселәр, сәсәндәр, көрәшселәр менән танышып дуҫлашҡан. Өйҙә ҡалған ул-ҡыҙҙары, ҡатыны уны зарығып көткән.
Килмөхәмәттең ейәне Ғәлимйән Динмөхәмәт улы Байбулатов (ул саҡта 80 йәштә) миңә былай тип һөйләгәйне: “Килмөхәмәт ҡартатайым, атайым һөйләүенсә, дәү кәүҙәле, киң яурынлы, ҡуңыр йөҙлө, яҫы ҡуйы ҡашлы, һоро ҙур күҙле күркәм кеше булған. Көрәктәй ҡулдары оҙон булып тубығына етеп торған.
Ул бик оҙаҡ йәшәгән. Йәй көндәре оҙон еңле күк киндер күлмәк, киң балаҡлы киндер ыштан, башына йәшел теүәтәй кейеп, балаларына килеп-китеп йөрөгән.
Тамам олоғайған саҡта, аяҙ көндә, ҡул арбаһын һөйрәп, көнөнә бер ҡабат ауыл ситендәге урманға барып ҡайтҡан. Арбаһына ҡоро-һары ағас, сыбыҡ-сабыҡ тейәгән. Әлеге лә баяғы, һаман көс-ғәйрәте барлығын үҙенсә күрһәтергә теләүе шул булғандыр”.
Уның улдарының улдары араһында иң баһадиры, бөтә яҡтан Килмекәй батырға оҡшағаны Факил Хәбибулла улы Байбулатов булғандыр. Бер туған Факил менән Наил Байбулатовтар минең замандаш нәҫел ағайҙарым ине. Икеһе лә бик иртә китте яҡты донъянан.
Ә Килмөхәмәттең улдары араһында иң төпсөк өсөнсө улы Ғиндәлиф Байбулатов көрәшкән. Тик ул йәшләй үлеп ҡалған.
Шуныһы үкенесле: Йомран-Ибраһим ауылынан Килмөхәмәт Байбулатов кеүек бүтән көрәшсе батыр сыҡмай. Ҡырмыҫҡалы ауылында район һабантуйында Йомран Хәмит Зөбәйҙуллин ХХ быуаттың 50-се йылдарында көрәштә бер нисә йыл рәттән район чемпионы булды. Ғәбдрәшит Дәүләтбаев ағай ҙа көрәшеп еңеп сыҡты. Ошо ике ауылдашымдың район һабантуйҙарында көрәшеп еңгәндәренә үҙем шаһит.
* * *
Килмөхәмәт Байбулатовтың данлы исемен мәңгеләштерерлек бер тәбиғәт ҡомартҡыһы бар. Ул – Йомран туғайындағы Килмекәй тауы. Был изге эште Йомран-Ибраһим халҡы бынан ике быуат – ике йөҙ йылдар элек башҡарған.
Мин хәҙер уйлайым: әле бөгөн, беҙҙең заманда, мәшһүр Килмекәй батырҙың иҫтәлеген нисек мәңгеләштерергә мөмкин булыр икән?
Тимерғәле КИЛМӨХӘМӘТОВ,
яҙыусы.