Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған йорт тупһаһы
Тыуған йорт тупһаһы Бына тағы ҡайтып ауылыма,
Ҡаҡтым бала саҡтың ишеген.
Тик асманы бер кем.
Бикле ишек,
Бикле күңелеләй күршенең.

Мин соланда торам.
Ә бала саҡ эстә,
Мине индерергә теләмәй.
Ғәйептәрем күпме,
Гонаһтарым ҙурмы?
Ниндәй генә хистәр биләмәй...

Етем ҡалған өйҙә саф бала саҡ
Үҙе генә ғүмер кисерә.
Ә мин унан илһам көтөп ҡайтам,
Шишмә һыуын ҡайтам эсергә.

Тыуған йорттоң тупһаларын ҡосоп,
Илаһам да миңә йыуаныс.
Бала сағым ҡабул итмәһә лә,
Тыуған йортоң булыу ҡыуаныс.

Бер илайһы, бер йырлайһы килә
Тыуған йорттоң ҡосоп тупһаһын.
Хоҙай айырмаһын ошо мәлдән,
Тыуған тупраҡ ҡапыл йотмаһын...

Үкенмәҫмен инде тиһәм дә...

Үкенмәҫмен инде тиһәм дә мин,
Үкенерлек мәлдәр бар икән.
Керпегемә ҡунып иркәләгән
Яңы яуған ап-аҡ ҡар икән.

Үкендерә үкһеп илағандар,
Артыҡ ҡыуанғандар шатлыҡтан,
Һәр нәмәнең үҙ самаһы икән, —
Ишараһы микән ҡартлыҡҡа.

Үкендерә атай-әсәйҙәрҙең
Ҡайсаҡ киткәнемә күңелен.
Тула ине барса булмыштары
Беҙгә һөйөү менән түгелеп.

Үкендерә — тыуған ергенәмдең
Ҡәҙерҙәрен һуңлап аңланым,
Миңә тигән тоғро мөхәббәтен
Һөйөп туйып бөтә алманым.

Әсәй наҙы булып иркәләгән
Тыуған яҡтан иҫкән ел икән,
Үкенмәҫмен инде тиһәм дә мин,
Үкенерлек мәлдәр бар икән.


Яңғыҙ япраҡ

Яңғыҙ япраҡ ҡарҙа өйөрөлә,
Ҡайҙа бәрелһә лә, яралы.
Йәл япраҡҡай.
Әле көҙ генә бит,
Алда һалҡын ҡыштар,
Ыжғыр бурандар ҙа бар әле.

Икәү булһа, бәлки, өшөмәҫ тә ине,
Йәл япраҡтың яңғыҙ ҡалғаны.
Аҙашып та килеп таба төҫлө
Яҙмыштарҙың беҙгә яҙғаны.

Бөгөн мин дә ошо япраҡ төҫлө,
Өҙөлөп төшкән һымаҡ ағастан.
Яңғыҙҙарҙың хәлен аңлайһың тик
Яңғыҙлыҡта үҙең ҡалғас та.

Яңғыҙ япраҡ төҫлө бер аҙашам,
Берсә ел-ямғырҙа күшегәм.
Күңел усағымдың уты һүнгән —
Яңғыҙ ҡалмағыҙсы, кешеләр.


Ҡайтам Уралымды һағынып

Мин — Уралдың урман далаһында
Аунап үҫкән башҡорт балаһы.
Сикһеҙ диңгеҙ, ҡомло сүллектәрҙә
Аҙашҡандай баҙап ҡаламын.

Сит ерҙәрҙең еле иркәләмәй,
Ҡояшы ла өтә, наҙламай.
Айы ла ят, йондоҙҙары иһә
Уралдағы кеүек баҙламай.

Сит ерҙәрҙә сикһеҙ даръялар күп,
Тик юҡ унда ғорур Ағиҙел,
Талғын аҡҡан тыныс Әйем дә юҡ,
Юҡ һайығып ҡалған Ләмәҙем.

Сит илдәрҙә сикһеҙ һағындыра
Сал урманлы сая Уралым.
Ҡайтҡанымда әсәм төҫлө көтә,
Күкһел томандарға уралып.

Эҫе ҡояш,
Зәңгәр диңгеҙ эҙләп,
Сит илдәргә сәфәр тотабыҙ.
Ә сәфәрҙән
Һалҡын ҡышы,
Алтын көҙө,
Наҙлы яҙы,
Йәмле йәйе булған
Урал ерен һағынып ҡайтабыҙ.


Һуңғы яҙым ғына һуңлаһын...

Яҙмышыма яҙҙар яҙылмаған,
Һағышлы көҙ — минең юлдашым.
Шуға көтәм көҙҙө,
Тик ашыҡмай үҙе,
Ҡалды микән әллә аҙашып?

Ғүмеркәйҙәр миҙгелдәрҙән хасил.
Ә мин иһә —
Ошо тәбиғәттең балаһы.
Яҙҙарымды ялғап йәйҙәремә,
Көҙҙәремә табан бараһы.

Һағыштарым һары япраҡ булып
Түшәлгәндәр ергә келәмдәй.
Ап-аҡ ҡарҙар күңел офоғома
Аҡ шатлыҡтар алып килгәндәй.

Яҙмышыма нисә яҙ яҙылған,
Нисә көҙ яҙылған — Хоҙайҙан.
Миҙгелдәрҙе һанап моңаймаҫмын,
Ғүмер шул ҡәҙәрле оҙайһа.

Килер әле йәйҙәр, һуңлаһа ла,
Беләм аҡ ҡыштары булаһын.
Һуңғы көҙөм генә ашыҡмаһын,
Һуңғы яҙым ғына һуңлаһын.


Торам яңғыҙ ҡайын ҡосаҡлап...

Тағы ҡайттым әле тыуған ергә,
Тағы мендем әле тауҙарға.
Тау башында ҡалған йүләр саҡтың,
Мөхәббәтле гүзәл йәшлегемдең
Ауаздарын ҡабат тыңларға.

Кискә ауышҡан ғүмерҙәр
Ниңәлер тарта шунда.
Бала саҡ менән йәшлегем
Көтәлер төҫлө унда.

Дарманымдың һуңғы сәмен егеп,
Үрләһәм дә үркәс тауҙарға,
Бер кемде лә таба алманым,
Хистәремде бүлә алманым,
Яҙған яңғыҙыма ҡалырға.

Ҡайындар ҙа ҡартайғандай төҫлө,
Һүнеп ҡалған төнгө усаҡтар,
Һағыштарҙан албырғап та ҡалып,
Торам яңғыҙ ҡайын ҡосаҡлап.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780