Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шиғриәт күгендәге Зөһрә-йондоҙ
...Әй был тормоштоң әүрәткес тиҙлеге! Ҡасан ғына әле беҙ ҙә студент инек. Гөрләп торған ул йылдарҙың хатта көндәре хәтерҙә һаҡлана. Беҙ өсөнсө курсҡа уҡырға килдек. Осор ауылдан килгәндәр өсөн дөйөм ятаҡҡа урынлашыу мәшәҡәттәренән башланды. Бергә уҡыған өс ҡыҙ нәҡ үҙебеҙ теләгәнсә бер бүлмәгә тура килдек, ә дүртенсебеҙҙең кем булырын белмәйбеҙ. Әлегә лекцияға ашығабыҙ, уҡыуҙан ҡайтыуға билдәле булыр...

Ысынлап та, ҡайтып кереүебеҙгә бүлмәлә ғәжәйеп үҙгәреш күрҙек. Түрҙәге буш карауат бөхтә итеп йыйыштырылған, хатта ҡунаҡ көткән ҡупшы ауыл йортондағы кеүек ҡабартып ҡуйған мендәргә селтәр япма ябылған, а инде урын йәнәшәһендәге стенаға йыл миҙгелдәре һүрәтләнгән рәсемдәр беркетелгән һәм һәр береһенә тура килтереп шиғырҙар ҙа яҙылған. Өҫтәл өҫтөндә “Ҡыҙҙар, һеҙҙе яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлайым. Уңыштар теләйем. Зөһрә” тип яҙылған дәфтәр бите ята.
Тимәк, Зөһрә исемле ҡыҙ менән йәшәйә­сәкбеҙ, тиештек. Ә мин стенаға беркетелгән шиғырҙарҙы ҡат-ҡат уҡыным. Улар үҙенән-үҙе йырлап торған кеүек тойолдо. Филология факультетында уҡыған һәр кемгә тиерлек ниндәйҙер дәрәжәлә “шиғыр ене” ҡағылған була бит ул. Үҙемә ҡалһа, кешенең күркәм сифаттары уның уй-моңонан килә, тип ышанам. Сөнки моңһоҙ кешенең күңелендә шиғыр тыумай. Ана бит, Зөһрә лә беҙҙе күрмәҫ-белмәҫтән күңелдәребеҙҙе күтәреү өсөн бер миҙгелдә күпме яҡшылыҡ эшләп өлгөргән, үҙенең рухи байлығын беҙҙең менән уртаҡлашҡан!
Бер аҙҙан ул үҙе лә ҡайтып керҙе: зифа буй­лы, көләс йөҙлө, күҙҙәренән нур һирпелеп торған сибәр ҡыҙ ишекте асып ебәреүгә бүлмә эсе яҡтырып киткәндәй тойолдо. Танышып һөйләшә башлағас, уның үтә ябай, ипле, асыҡ күңелле, кеселекле булыуына иғтибар иттем. Был сифаттар уның тәбиғи матурлығын тағы ла тулыландыра ине.
Зөһрә Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамам­лағас, уҡытыусы булыу хыялы менән Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға керә. Тырыш ҡыҙ “бишле”гә генә уҡый һәм училищены ҡыҙыл дипломға тамамлай. Шуға ла 120 йәш белгес араһынан бер үҙенә, ул саҡта мәжбүри булған “отработка”ға ебәрмәйсә, Башҡорт дәүләт университетына юллама бирәләр. Зөһрә Камалова (ҡыҙ фамилияһы) училищеның ғорурлығы була, ҡәләмен дә шул осорҙа тирбәтә башлай.
Университетҡа уҡырға килгәнсә үк шиғырҙарынан шаҡтай ҡалын дәфтәр туплаған ине. Беҙ, бүлмәләш ҡыҙҙар, уларҙы ҡат-ҡат уҡытабыҙ, рәхәтләнеп тыңлайбыҙ. Шиғырҙары аша йәмле Әй буйҙарының гүзәллегенә һоҡландыҡ, мәғрур ҡаяларға күтәрелдек, яныу-көйөүҙәр, шатлыҡ-көйөнөстәр кисерҙек. Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә, тиҙәр бит. Беҙ Зөһрәнең ҡасан шиғыр яҙғанын күрмәй ҙә инек. Ә дәфтәр ҡалынайғандан-ҡалыная. Ниңә гәзит-журналдарҙа баҫтырмайһың, тиһәк, яуап итеп: “Мин бит үҙем өсөн, яҙаһым килгән өсөн генә яҙам”, — тиер ине.
Зөһрә университетта уҡығанда ла бик әүҙем, тырыш булды. Уҡыу отличнигы бер үк ваҡытта спорт менән шөғөлләнергә, “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенә йөрөргә лә ваҡыт тапты. Түңәрәк ултырышына яҙыусылар, шағирҙар йыш килә. Бер саҡ осрашыуға саҡырылған күренекле талант эйәләре Рәми Ғарипов менән Тимер Йосоповтан үҙенең шиғырҙарына ыңғай баһа алған Зөһрә бүлмәгә ҡанатланып тигәндәй ҡайтып керҙе. Уға шиғриәт донъяһына тәүге фатиханы биреүселәр ошо ике олуғ әҙип булды. Рәми Ғарипов Зөһрәнең тәүге шиғырҙарын әҙерләп “Башҡортостан ҡыҙы” журналында, ә Абдулхаҡ Игебаев “Ағиҙел” журналында баҫтырып сығарҙы. Унан һуң да шиғырҙары ваҡытлы матбуғат биттәрендә йыш баҫылып торҙо. Уларҙы гәзит-журнал уҡыусылар йылы ҡабул итә, сөнки һәр кемдең күңеленә аһәңдәш тыуған ерҙе, ата-әсәне һөйөү, ихласлыҡ, мөхәббәт һәм әҙәп, ҡатын-ҡыҙ наҙлылығы, кешелеклелек һәм тоғролоҡ кеүек тойғоларҙан туҡылған, авторҙың күңел даръяһындағы хистәр менән һуғарылған.
Кешенең кемлеген белгең килһә, тыуған ерен барып күр, тигән бер аҡыл эйәһе. Һуңыраҡ, журналист булып эшләй башлағас, мин дә Зөһрәнең тыуған яҡтарында булдым. Йырҙарҙа йырланған йәмле Әй буйҙарында йөрөнөм. Ул һөйләгән, шиғырҙарында тасуир­лаған гүзәллекте күреп таң ҡалдым.
Зөһрә тыуған ере, ата-әсәһе, ауылдаштары менән ғорурлана ине. Ғаиләлә алты ҡыҙ үҫкән улар. Ата-әсәләре көн оҙоно эштә, балалар күбеһенсә өләсәләре тәрбиәһендә булған. Шуға Зөһрә уны теленән дә төшөрмәй ине. “Өләсәкәйем, сибек тә, бөйөк тә, наҙлы ла, ҡәтғи ҙә, ихлас та була белдең. Аҡыл эйәһе лә инең бит һин. Беҙгә, алты ҡыҙға, тик бер нәмәне аныҡ һеңдерҙең: тәүфиҡлы булырға!” тип яҙҙы ул һуңыраҡ үҙенең иҫтәлектәрендә.
— Минең өләсәйем Салауат батырҙың әсәһе Аҙнабикә тоҡомонан, — тип ғорурланып һөйләй ине Зөһрә.
Ысынлап та, был төбәктә телдән телгә күсеп йөрөгән легенда буйынса (әйткәндәй, уны тарихсылар ҙа инҡар итмәй), Ләмәҙтамаҡ ауылының Ҡуянауыл осонда Аҙнабикә тигән һылыу ҡыҙ йәшәгән. Ауылға һабантуйға килгән Юлай Аҙналин бер күреүҙә уға ғашиҡ булып, ҡыҙҙы һоратырға яусы ебәрә. Аҙнабикә — иле, халҡы өсөн ғүмерен дә аямаған батыр Сала­уатты донъяға бүләк иткән легендар әсә.
Зөһрәнең өләсәһе үҙенең Аҙнабикә тоҡомонан булыуына инанып йәшәй. Шулай икән, һабаҡташыбыҙҙың булмышында ла уның рухы һаҡлана лабаһа! Ул да Аҙнабикә йөрөгән һуҡмаҡтарҙан атлап үткән, Әй буйы һанду­ғастарының моңон, көмөштәй шишмәләрҙең йырын тыңлап үҫкән.
Аҙнабикә — ауылдашым минең,
Йөрәгемдә мәңге йәшәй ул.
Ҡайсаҡ ҡалҡа бөйөк ҡая булып,
Ҡайсаҡ йәшен булып йәшнәй ул.
Шиғырҙарында ла иң камил ҡатын-ҡыҙ образы булып Аҙнабикә кәүҙәләнгәндер. Һәр кемдең дә үҙ Мәккәһе була бит! Ә Мәккәле кеше тормошта бер ҡасан да аҙашмай, яңылышмай, минеңсә.
Гел яҡтыға, яҡшыға ынтылып йәшәгәнгә, Зөһрәнең тормошо күркәм дә, емешле лә. Ул университетты тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын “Ленинсы” йәштәр гәзитендә башланы. Артабан “Русский язык в башкирской школе” журналына бүлек мөхәррире итеп эшкә саҡырҙылар. Бер аҙ ваҡыт Башҡортостан телерадио­компанияһында өлкән мөхәррир булды. Ә инде 1996 йылдан алып “Ватандаш” журналында мәҙәниәт һәм сәнғәт, әҙәбиәт бүлектәрен етәкләне. Матбуғат өлкә­һендәге уңыштары өсөн Зөһрә Нариман ҡыҙы “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән абруйлы исемгә лайыҡ булды. Ул — Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы. Командировкалар менән бәйле тынғыһыҙ журналист эшен башҡарғанда ла ул ҡәләменән айырылманы. Бер-бер артлы бер нисә шиғырҙар, хикәйәләр, очерктар китабы донъя күрҙе. Алғараҡ китеп әйтәйек, бөгөн ул — тиҫтәгә яҡын китап авторы. Зөһрә шиғырҙарын өҫтәл артында ултырып ҡына түгел, юлда ла, тәбиғәт ҡосағында ла, хатта йоҡлағанда ла яҙа. Сөнки күңелендә илһам шишмәһе урғыла. Йыраҡта ҡалған йәшлек романтикаһы менән һуғарылған йыйын­тыҡтарына тәрән фәлсәфәүи уй-фекерҙәр менән бер һулышта уйландырған, ҡанатлан­дырған, йәшәүгә дәрт өҫтәгән тәрән поэзия емештәре өҫтәлә. Уларҙа поэтик тылсым бар. Уның тиҫтәгә яҡын шиғырына көй яҙылған.
Күңел донъяһы ла, ғаиләһе лә һоҡланғыс уның. Йәмәғәте Рәис менән ике бала үҫтереп, ҙур тормош юлына сығарҙылар. Инде улдары Йыһанур ҙа, ҡыҙҙары Айһылыу ҙа үҙҙәре ғаиләле булып донъя көтә, балалар үҫтерә. Тик, ни аяныс, ғаилә башлығы Рәис Ғәлләм улы гөрләтеп тормош көткәндә кинәт вафат булды. Зөһрә ауыр ҡайғыны кисерергә, балаларға, ейәндәргә терәк булырға үҙендә көс тапты.
Осрашҡанда беҙ йыш ҡына йәшлектең алһыу таңдарына ҡайтабыҙ, иҫтәлектәр яңыртабыҙ. Ябай ауыл ҡыҙының баш ҡалалағы абруйлы уҡыу йортонда белем алып, журналистика, шиғриәт үрҙәренә күтәрелеүенә һоҡланам. Бәлки, Зөһрә тәбиғәте менән үтә тыйнаҡ, хатта, әйтер инем, бер аҙ тартыныусан булмаһа, талпыныр бейеклектәре тағы ла юғарыраҡ булыр ине. Ләкин уның булмышы шундай. Үҙен түгел, тәүҙә кешеләрҙе ҡайғырта, булғанына шөкөр итә белә. Мин тәү күргәндәге пак күңелле Зөһрә, шиғриәт күгендәге Зөһрә-йондоҙ булып ҡала.

Клара ҒИЛӘЖЕВА,
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779