Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухи ҡиблабыҙ бар!
Рухи ҡиблабыҙ бар! Күренекле яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатованың М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үткән ижад кисәһе хаҡында күп яҙҙылар. Минең дә үҙ кисерештәрем менән уртаҡлашҡым килде.

...Тамашаның сәбәпсеһе – Фәрзәнә Аҡбулатова. Исеменә – есеме тигән­дәй, милли башҡорт кейемендә, ҡаш­мауҙа сәхнә уртаһына килеп баҫты. Үҙенә генә хас булған эскерһеҙ ябай тауыш менән бер-ике һүҙ әйтте. Ә беҙ, тамашасылар, Фәрзәнә Аҡбула­тованың ижадына инеп сумдыҡ… Эй, рәхәт, шундай рәхәт ине унда йөҙөүе! Диңгеҙҙең һыуы шундай йылы, нурлы ине, күңелдәр рәхәтләнде. Сеү, туҡта, ни өсөн әле кемдер берәү сеңләп илағандай... Ян-яғыма ҡаранам.
Баҡһаң, янымда ултырыусылар мыш-мыш килеп, күҙ йәштәрен һөртә. Ҡатмарлы драма спектаклен ҡарап ултырмайбыҙ бит, әммә хис-тойғоно бәйҙә тотоп буламы ни? Ә театр артистары яҙыу­сының шиғырҙарын, хикәйәләрен, повестағы өҙөктәрҙе һөйләй. Баҡтиһәң, шиғырҙарҙан, бер бәләкәй генә хикәйәнән дә тотош спектакль яһап була икән! Залдағы тамашасы, яҙыусының китабын ҡулына тотоп, уҡып ултырғандай булды.
”Атай икмәге” хикәйәһе тама­шасыға шундай көслө тәьҫир итте. Уны актриса Рәзифә Динәхмәтова бик оҫта уҡыны. Был әҫәр – Фәрзәнә Аҡбулатованың тәүге хикәйәһе һәм әҙибә уның өсөн Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булғайны. Әҙәбиәт донъяһына яңы аяҡ баҫҡан йәш кешегә был бик юғары баһа ине, әлбиттә. Фәрзәнә уға тулыһынса лайыҡ икәнлеген бөгөн йәнә бер тапҡыр раҫланы.
Артабан сәхнәлә шағирәнең байтаҡ шиғырҙары, хикәйәләре тасуири һөй­ләнде, йырҙары яңғыраны. Фәнис Рәхмәтов, Сала­уат Юлдашбаев, Илнур Сәлим­гәрәев, Нәғим Нурғәлин, Илгиз Таһиров, Гөлбинә Сафуанова һәм башҡалар яҙыусының әҫәрҙәрен тасуири һөйләне. Театрҙың абруйлы артистары Вәкилә Ҡал­мантаева ”Яҙылып бөтмәгән китап” исемле романдан өҙөктө, Рәмилә Сәлимгәрәева ”Ергә төштө томан” исемле хикәйәһен тылсымлы тасуир итте. Фәрзәнә ­Аҡбулатованың залда яңғыраған һәр әҫәре йөрәккә үтеп инде, сөнки уның һәр һөйләме, һүҙе ихлас, үҙе кеүек эскерһеҙ, ябай. Ә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусы­лары шағи­рәнең ”Уның исеме – мөхәббәт” повесынан өҙөк уҡып ишеттерҙе.
Ишморат Илбәков ҡурайҙа ”Ҡаҙаҡ көйө”н уйнағанда уның таһыллығын, үҙ һөнәренең ысын маһиры икәнен тағы бер тапҡыр күреп ҡыуандыҡ. Әҙибәне ҡот­ларға тип Хәйбулла районынан да килгәйнеләр. Илүзә Илембә­тованың ”Тамсыҡай” исемле әкиәте, Гөлфиә Хәләфетди­нова­ның ҡобайыры — ялан яғы халҡынан, Рөстәм Бәйембәтовтың ”Тыуған ауылым” йыры йәмле Һаҡмар буйҙарынан сәләм булып яңғыраны.
Фәрзәнә Аҡбулатованың исеме – халҡым тип янып йөрөгән күренекле шәхестәребеҙ араһын­да. Йөрәгенә уйылып яҙылған һүҙҙәрҙе, халҡына булған һөйө­үен, уның яҙмышы өсөн борсолоуын ташҡа баҫып ҡалдырыу­сыларҙың береһе ул. Һәр әҫәрен­дә башҡорт халҡының яҙмышы өсөн яныу ята. “Беҙҙең рухи ҡиблабыҙ бар, беҙ аҙашмабыҙ!” – тигән юлдар ғына ла ни тора! Эйе, Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы хаҡлы. Беҙ ҙә, уның фекерҙәштәре, замандаштары әҙибәнең һүҙҙәренә ҡушылабыҙ. Беҙҙең рухи ҡибла­быҙ бар! Тыуған илебеҙ, тыуған еребеҙ, туған халҡыбыҙ барҙа аҙашмабыҙ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779