Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шамил моңо йәшәй күңелдә
Шамил моңо йәшәй күңелдә “Бәллүр яҙмыш”, “Төнгө серенада”, “Ҡойон”, “Парлы тормош”, “Өфөләргә барам әле”, “Үҙең аңла”... Халҡыбыҙ күңелендә урын алған был йырҙарҙы тыңлаған һайын тыңлағы килә. Башҡортостандың халыҡ артисы Шамил Хәмәҙинуров ана шундай үҙенсәлекле, моңло тауышы менән бихисап тамашасының яратҡан йырсыһына әүерелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, замандашыбыҙ бынан бер йыл элек яҡты донъянан китеп барҙы. Шулай ҙа Шамилдың моңо бөгөн дә беҙҙең күңелдә сыңлай. Ә инде ижадташ дуҫтары уның ғәжәп кеше булыуы хаҡында сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер. Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз баянсы Хәлит Фәтихов оло талант эйәһе менән күп йылдар бергә эшләгән. Хеҙмәттәше, ғаилә дуҫы булараҡ, ул осорҙо һағынып иҫкә ала. Һеҙҙең иғтибарға музыкант Хәлит ФӘТИХОВтың яҡты хәтирәләрен тәҡдим итәбеҙ.


Йәшлек һағындыра

Беҙ Шамил Шәрифйән улы менән 1978 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында эш башланыҡ. Ябай, ихлас булыуы менән айырылып торҙо ул. Бер ҡатлылығы ла бар ине – бөтәһенә лә са­бый­ҙарса ышанып барҙы. Асыуланышып, тәмһеҙләшеп тә йөрөмәне. Үҙенә ҡыйын булһа булһын, тик башҡаларҙы шатландырырға тырыша ине. Уның берәй ҡасан һүгенгәнен дә ишетмәнем.
Шамилдың бала сағы бигүк еңелдән булмай. Бәләкәйҙән атай­һыҙ үҫә. Моңдо үҙ иткән малай мәк­­тәптең бер күрке ине, тип һөй­ләй ауылдаштары. Хатта уҡытыу­сылар ҡайһы берҙә дәрес ваҡы­тында Шамилдың йырлауын үтенгән.
Хәмәҙинуровты, күптәр хөрмәт иткәнгә күрә, йәш булһа ла төркөм етәксеһе итеп ҡуйҙылар. Бригада­лағы шәхестәрҙең исеме үк күп нәмә хаҡында һөйләй: Ишмулла Дилмөхәмәтов, Фәриҙә Ҡудашева, Бәхти Ғайсин, Филүс Гәрәев, Әхәт Ураҙмәтов һәм башҡалар.
Заманында Шамил Хәмәҙину­ровтың даны ҙур ине. Уны түрәләр ҙә, төрлө уҡыу йорто етәкселәре лә хөрмәт итте. Шуға ла ауылдан килгән таныштары гел уға мөрә­жәғәт итте. Ә Шамил ағай уларҙы уҡырға керетергә ярҙамлашты, кемделер дауаханаға һалыуҙы хәстәрләне. Ғөмүмән, ул кеше өсөн йәшәне тиһәм, хата булмаҫ.
Шамил моңо йәшәй күңелдәБеҙ эшләй башлаған осорҙа сәнғәт кешеһенә еңел булманы. Автобус юҡ. Йә тракторға, йә йөк машинаһына ултырып, төпкөл ауылдарға барабыҙ. Сәхнә кәрәк-ярағын да, әйберҙәребеҙҙе лә үҙебеҙ йөкмәп йөрөтәбеҙ. Ҡышҡы буран булһынмы, йәйге селләме, ҡарап торманыҡ – планды үтәргә кәрәк бит! Ә инде ауыл клубтарын­дағы хәлде әйтеп тораһы ла түгел. Һыуыҡ, йылытылмаған биналарҙа йыш сығыш яһарға тура килде. Хәҙер генә шарттар бүтән.
Гастролдәргә сығып китһәк, өсәр ай юлда йөрөй инек. Бер мәл хәтеремдә, яҙ ҡуҙғалдыҡ та көҙ генә ҡайтып индек. Хәләл ефетем Лилиә Фәтихова ла, Шамилдың ҡатыны Римма Ибраһимова ла беҙҙең менән бергә эшләне. Шуға балаларҙы гел туғандарға ҡалды­рып йөрөнөк. Улар үҫә биргәс, үҙебеҙ менән ала башланыҡ. Әйткәндәй, беҙҙең балалар ҙа сәхнә юлын һайланы.
Бер мәл оҙайлы гастролдән ҡайтып төштөм. Улыма уйынсыҡ алғайным. Ул ҡулымдан теге машинаны алды ла йәһәт кенә өйгә йүгереп инеп китте. “Унда ниндәй­ҙер ағай миңә бүләк килтергән”, – тигән өләсәһенә. Ана шулай, балалар беҙҙе танымаған саҡтар ҙа булғыланы.
Хәтеремдә, бер саҡ Урта Азияға гастролгә сығып киткәйнек. Әйбергә ҡытлыҡ, өҫтә йүнле кейем дә юҡ ине. Хәҙер иҫкә төшөрһәң, көлкө булып китә.
Бына Ҡаҙағстанда туҡталдыҡ. Булған ғына аҡсабыҙ бөттө. Ахырҙа һәр кемебеҙҙең кеҫәләрен, сумка төптәрен тентеп сыҡтыҡ. Күпмелер шунда тәңкә таптыҡ. Арабыҙҙа аҡсаны ипләп кенә тотонған Фәнүнә Сиражетдинова бар ине. Ул бер тиндән бишәү яһай, тип шаярта инек. Уны магазинға ебәрҙек.
Элгәре хаҡы төшөрөлгән тауар һатыусы магазин була торғайны. Фәнүнә шунда барып, бер ҡап рафинад, икмәк, консерва һәм бә­ләкәй генә сало киҫәге алған. Теге сало саҡ ҡына күгәрә башлағайны. Ул ерен ҡырып алып ташланыҡ та теүәл бүлештек. Башҡортос­танға ҡайтырға иртәрәк, шуға бул­ған ғына “мөлкәтте” шул көндәргә етерлек итеп бүлергә кәрәк. Шәкәрҙе Фәнүнә һәр кемебеҙгә шутлап ҡына өләшә. Әйтерһең дә, һуғыш осоро... Әммә нисек кенә булмаһын, шул йәшлек осоро һағындыра. Ятаҡта йәшәһәк тә, аҡсаға ҡытлыҡ булһа ла, йәшәүе күңелле ине. Халыҡ алсаҡ, ихлас ине ул заманда.

“Мичурин” тип йөрөттөк

Шамил Шәрифйән улының “Мичурин” тигән ҡушаматы булды. Донъяла ниндәй үҫемлек бар, бөтәһен дә белә. Дарыу үләндәрен дә, ҡайҙа үҫкәнен дә, ниндәй фай­ҙаһы барлығын да беҙгә һөйләй. Гел шуға арналған китаптар уҡыны.
Уларҙың фатиры гөлгә күмелеп торҙо. Ниндәй генә сәскә юҡ! Хатта өйөндә әллә нисә сорт виноград та, лимон да, слива ла үҫтерҙе. Гастролдә йөрөгәндә ҡыҙыҡ була торғайны. Шамил клубҡа килеп инә лә гөлдәрҙең “һаулығын” тикшерә башлай. Ҡороп барған үләнен йолҡоп ташлай, ерен йомшарта. Шунан клуб хеҙмәткәр­ҙәренә теге гөлдө нисек ҡарарға кәрәк икәнлеге тураһында бер сәғәт буйы лекция уҡый.
Ағас эшенә лә оҫта ине Шамил ағай. Урманға барһа, төрлө бо­таҡтар алып ҡайта ла шунан төрлө һындар яһай. Тамырҙан да әллә ниндәй матур әйберҙәр эшләп ҡуя ине. Хатта беҙ ҙә уға тамыр ташыныҡ.
Тағы ла Шамил оҫта ашнаҡсы ине. Ул картуфтан ғына әллә нисә төрлө ризыҡ әҙерләй. Ә инде гастролдә нимәлер бешерһә, беҙҙең өсөн байрам.

Ҡыҙыҡ хәлдәргә тарып...

Шамил Хәмәҙинуров бик яҡшы рәссам да ине. Әрмелә хеҙмәт иткәндә ул писарь булған. Шуға стена гәзите эшләргә, карикатуралар яһарға һәләк оҫта булды.
Йәшерәк саҡта булды был хәл. Союздаш республикала гастролдә инек. Ҡыҙҙар — бер бүлмәлә, беҙ күршеһендә йәшәйбеҙ. Кис етһә, ниндәйҙер мәрәкә сығарғы килә. Шамил менән ҡыҙҙарҙы шаяртырға булдыҡ. Ул ҙур ҡағыҙ алды ла баш һөйәге һөлдәһен төшөрөп ҡуйҙы. Ундай билдә, ғәҙәттә, электр баға­наларына ҡуйыла. “Сегодня ночью убью”, — тип аҫтына яҙҙы. Шунан был ҡағыҙҙы Фәнүнә Сиражетдинова менән Гөлсөм Хәбибуллина йәшәгән бүлмәгә ишек аҫтынан тыҡтыҡ. Йәнәһе, күрһендәр ҙә ҡурҡһындар.
Иртәгәһенә ҡараһаҡ, ҡунаҡхана гөж килә. Ул милиция, ул табиптар йүгерешә. Ҡот осто! Нимә булды икән, тип аптырайбыҙ. Баҡтиһәң, теге яҙманы Гөлсөм күргән дә үҙе­беҙгә кире ҡайтарырға булған. Тик, абайламайыраҡ, икенсе кешенең бүлмәһенә тыҡҡан. Ә унда спекулянт ҡатын йәшәгән. Ул заманда илдә алыпһатарҙарға ҡарата закон ҡаты ине, шуға улар йәшеренеп эш итте. Шул спекулянт теге ҡур­ҡыныс “хат”ты күргән дә иҫен юғалт­ҡан. Ҡыйын булып киткәс, милицияһын да, “Ашығыс ярҙам”ды ла саҡырғандар.
Етмәһә, ҡунаҡхана директоры Гөлсөмдө ныҡ итеп әрләне. “Шундай урында эшләп тә, оялмай теләһә нимә менән булышаһығыҙ!” – ти. Ә был эште кем уйлап сығар­ғанын белмәнеләр ҙә.
Тағы ла бер хәл иҫкә төштө. Шамил ауырып киткәйне. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, концерт ҡуя­быҙ. Коллегаларҙың береһе температуранан дарыу биргән. Шамил сәхнәлә торғанда башы әйләнеп киткән. Тирә-яҡта төҫтәр тоноҡ­лана, күҙ алды ҡараңғылана башланы, ти. Үҙен насар тойғас, тиҙ ге­нә сәхнәнән сығып киткән. Баҡ­тиһәң, уға яңылыш йоҡлата торған дарыу биргәндәр икән. Шундай күңелһеҙ осраҡтар ҙа булғы­ланы.

“Ихлас”тың дәртле саҡтары

1993 йылда оло быуын артистары хаҡлы ялға китеп бөткәс, Шамил менән бергәләп “Ихлас” төркөмөн ойошторҙоҡ. Бик шәп килеп сыҡты! Яңы төркөмдә мин, улым Илшат, көлкө оҫталары Әхәт Ураҙмәтов, Лилиә Фәтихова, Данис Фәтихов, бейеүсе Минзиә Насибуллина, йырсылар Римма Ибра­һимова, Сүриә Ғималова, Рәмил Хәзиев эш башланыҡ. Шунда уҡ матур костюмдар тектерҙек, ҡыҙыҡлы программа ла төҙөнөк. Бер ғаилә кеүек татыу, берҙәм булдыҡ. Тыуған көндәребеҙҙе, башҡа байрамдарҙы бергәләп үткәреп йәшәнек. Беҙҙең төркөм тиҙ арала Башҡортостанда ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә танылыу яуланы.
Хәтеремдә, Себер яҡтарын тетеп йөрөп сыҡтыҡ. Халыҡ кон­церттарға эркелеп йөрөй торғайны. Шуға ла “Ихлас” планды арттырып үтәп килде. Аҡсаны мул алып ҡайтып, филармонияға тапшыра инек. Шуның өсөн ҡайһы бер коллегаларҙан дәғүә лә ишетергә тура килде. “Ниңә улай аҡсаны күп тапшыраһығыҙ? Хәҙер беҙҙән дә шулай талап итәләр”, – тип үпкә­ләүселәр булды.
Юлда ниндәй генә хәлдәр тыу­май бит инде. Бер заман Белорет районында автобусыбыҙ менән түңкәрелдек. “Ҡәйнә теле” тигән ҡурҡыныс урында. Аҫта – 72 метр­лыҡ упҡын. Шофер йоҡлап китеп, шунда тәгәрәнек. Әллә нисә тапҡыр әйләндек. Бәхеткә, бер ағасҡа эләгеп тороп ҡалғанбыҙ. Бөтәбеҙ ҙә иҫән-һау. Бына Хоҙайҙың ҡөҙ­рәте! Ә инде Өфөгә беҙҙе үлгән тип хәбәр иткәндәр...
Шамилды бар халыҡ яратты, сөнки ул күп телдәрҙә йырлаған берҙән-бер артист ине. Башҡорт һәм татарсанан тыш, ҡаҙаҡ, әрмән, сыуаш, мордва, мари, үзбәк һәм башҡа телдәрҙә лә йырланы. Әгәр башҡа республиканан рәсми вәкилдәр килһә, шунда уҡ беҙҙе саҡырталар ине. “Тиҙ генә Хәмә­ҙинуров менән музыкант Фәтихов­ты табығыҙ. Сыуаштар килә”, – тип филармонияға шылтырата торғайнылар.
Шамилды ҡайһы саҡ шаяртып мари тип тә эләкләйҙәр ине. Беренсенән, уның тыуған районы Мишкәлә шул милләт вәкилдәре күп йәшәй. Икенсенән, артисыбыҙ шул телдә байтаҡ йыр белде. Әммә Шамил — милләте буйынса мишәр. Ҡатыны Римма Ибраһимова иһә – башҡорт. Уларҙың кесе ҡыҙы Гөлсәсәк — хәҙер Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт театры актрисаһы, ә Гөлназ З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында эшләй.

Һуңлап булһа ла...

Шамил Хәмәҙинуров һуңғы йыл­дарҙа ныҡ ауырыны. Сәбәптәре лә булды. Беренсенән, әллә күпме йылдар һыуыҡ клубтарҙа сығыш яһауы үҙенекен итте. Икенсенән, дәрте ташып эшләп йөрөгәндә пенсияға сығыуын бигерәк тә ауыр кисерҙе. Уйлап ҡараһаң, уға әле эшләргә лә эшләргә ине. Шамил етәкләгән “Ихлас” төркөмө уңыш­лы, әүҙем ине, планды арттырып үтәне. Халыҡ яратҡан йырсыһын осратҡан һайын ниңә сәхнәлә күренмәүен һорай торғайны.
Шамил Хәмәҙинуровҡа ваҡы­тында тейешле баһа ла бирмә­неләр. Шуға ла ныҡ ғәрләнде. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: унан күпкә йәшерәктәр әллә ҡасан “халыҡ артисы” исемен алып бөттө, ә Шамилды гел ситләтеп үттеләр. Ә бит ул филармонияға күпме килем килтерҙе, халыҡ араһында абруйы ҙур булды! Тәү ҡарамаҡҡа ижад кешеһе өсөн халыҡ һөйөүенән дә ҙурыраҡ баһа юҡ һымаҡ. Ләкин тормошта бюрократтар, сәнғәтте аңламаған әҙәмдәр уға ҡарап фекер йөрөтмәй шул.
Беҙ быға әллә ни иғтибар ҙа итмәҫ инек. Һуңғы осорҙа Шамил йыш ауырый башланы. Быуындары тотмай, етмәһә, үпкәһенә һары һыу йыйыла. Дауаханала ла әллә ни оҙаҡ тотмайҙар, тиҙерәк кире сығарыу яғын ҡарайҙар. Унда һине артист тип тормайҙар. Өфөлә “Совмин дауаханаһы” бар бит инде. Унда, ғәҙәттә, түрәләр, билдәле сәнғәт оҫталары, ғалимдар дауалана. Тейешенсә ҡарайҙар, профилактика ла яһайҙар. Шамилды һәр ваҡыт формала тотор өсөн шунда һалырға булғайныҡ. Йәнәһе, иғтибар ҙурыраҡ булһа, хәле яҡшырыр тип өмөтләндек. “Беҙ алмайбыҙ”, — тип яуапланылар. “Ни өсөн? Шамил кеүек Башҡортос­танға хеҙмәт иткән кешеләр һирәк бит”, — тибеҙ, йән көйөп. “Беҙҙең ҡағиҙә бар. Әгәр Башҡортостандың халыҡ артисы булһа, хәл башҡаса юҫыҡҡа боролор ине”. Асылда бит ул — халыҡ артисы, тик рәсми документы ғына юҡ! Ҡағыҙға ышана торған заманда йәшәйбеҙ шул.
Беҙ, коммунизмда тәрбиәләнгән кешеләр, капитализм шарттарына күнә алмай ҡалдыҡ. Бөтә бәлә шунда. Ана, бүтән өлкә артистары үҙгәртеп ҡороу осоронда концерт менән аҡса эшләргә оҫтарып алды. Халыҡ алдында сығыш яһай ҙа бөтә килеме үҙ кеҫәһенә инеп ята. Ә беҙ бит ундай юлдан китмәнек. Шуға әллә ниндәй затлы машина­ларыбыҙ ҙа, ҡала ситендә шәхси йорттарыбыҙ ҙа булманы. Егер­мешәр йыл ятаҡта йәшәп, һуңлап ҡына фатирлы булдыҡ.
Ахырҙа Шамил Шәрифйән улына исем юлларға тотондоҡ. Ошо урында Мишкә районы хакимиә­тенең элекке башлығы Виталий Андреевҡа сикһеҙ рәхмәтемде еткерге килә. Ундай етәкселәр күбе­рәк булһын ине! Ул мәртәбәле исемде юллауҙа ҙур ярҙам күрһәт­те, хакимиәттән тейешле документ­тарҙы ла тултыртып тапшырт­тырҙы.
Ниһайәт, 2013 йылда Шамил Хәмәҙинуровҡа юғары награда бирелде. Ләкин уның хәле хөртәй­гәйне. Хатта тәғәйен бүләкте республика етәксеһе ҡулынан алырға саҡ барҙы. Бынан һуң ул оҙаҡ йәшәмәне. Ҡатыны Римма Ибра­һимованан бер айға ҡалып, теге донъяға китеп барҙы.

Яҡташтары онотмай

Халыҡ яратҡан сәхнә оҫтаһына быйыл сентябрҙә 65 йәш тулған булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙе был көндө күрә алманы. Шулай ҙа тыуған төйәге Мишкә районында киң билдәләнеләр.
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективы был көндә Мишкәлә хәйриә концерты ойошторҙо. Урындағы хаки­миәт йырсы хөрмәтенә аудиодиск сығарҙы, ә район үҙәгендә уға иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйҙылар.
Шамил ағайҙың ауылдашы, бөгөн иһә район хакимиәте баш­лығы йөгөн тартҡан Рөстәм Мусин был йәһәттән ҙур эш күрһәтте. Киләсәктә урамға уның исемен бирергә ниәтләйҙәр. Артабан да Шамил Хәмәҙинуровтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән эште дауам итергә кәрәк. Уның кеүек Башҡортостан сәнғәтенә тоғро хеҙмәт иткән шәхестәрҙе ололарға бурыслыбыҙ.

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 607

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 674

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576