Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Асылмаған асылдар – һүҙҙәребеҙҙең йөрәгендә”
“Асылмаған асылдар –  һүҙҙәребеҙҙең йөрәгендә” Әҙәбиәт йылы тамамланды, тиһәк тә була. Ошо уңайҙан осор хаҡында тәнҡитсе, йыл дауамында студенттары менән генә түгел, төбәктәрҙәге ижадсылар менән дә осрашып, ижади оҫталыҡ хаҡында фекер алышҡан замандашыбыҙ, фән кандидаты Зәки Әлибаев менән әңгәмәләшәбеҙ. “Әҙәбиәт” һүҙен өсәүләп бергә һүтеп, йыя алған уйҙарҙы бергә туп­лап, бәхәс тыуҙырырҙайҙарын тарҡатып һөйләшәбеҙ. Ижади триола беҙ, йәғни Салауат Әбүзәров менән Лариса Абдуллина – һорау биреүсе һәм яңы фекерҙәр юллаусы. Яуаптар – ҡунаҡтан.
Лариса: Йыл, һеҙҙеңсә, нисек үтте? Әҙәби маҡсаттарға күҙ һалғанда?
Зәки: Тотош быуатты алып ҡарағанда, бер йыл ваҡыт арбаның тәгәрмәс әйләнеше генә бит инде. Заман үҙе нимәгә иғтибар итергә кәрәклеген үҙе әйтә, күрәһең, сөнки юҡтан ғына ил башлыҡтары тап әле килеп Әҙәбиәт йылы иғлан итмәне, минеңсә. Халыҡтың һүҙ ҡөҙрәтенә ихтыяжы шул тиклем ҙур, быға мин райондарҙа, баш ҡалала уҡытыусылар, студенттар менән осрашыу ваҡытында ғына түгел, ғөмүмән, үҙ-ара туғандар, яҡындар, коллегалар менән аралашҡанда ла инандым. Әгәр уҙған быуаттың 90-сы йылдарында публицист һүҙе, ошо рухтағы шиғриәт өҫтөнлөк итһә, хәҙер килеп тап әҙәби һүҙ, кешенең күңеленә үтеп инерлек лирикаға сарсау артты. Шуға күрә иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы, бер ҡараһаң, шулай булырға тейеш кеүек ҡабул ителһә лә, икенсенән, замандаштарыбыҙға үҙ күңеленә, үҙ асылына мөрәжәғәт итергә мөмкинлек тә тыуҙырҙы бит.
“Әҙәби нағыш” марафоны хаҡында ла төрлө фекерҙәр ишетелде, әммә ул рухи күперҙәрҙе нығытыу, уҡыусы менән яҙыусы араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләү өсөн бик ҡулай булды. Был бит аяғөҫтө тороп һөйләшеү генә түгел, ә бер-береңдең күҙенә ҡарап, ҡулъяҙмалар тикшереү, фекер алышыу, рухиәт телендә аралашыу. Төбәктәрҙә бит кемдең нисек яҙышҡанын барыбер беләләр, күҙаллайҙар. Даръя һыуы йылғалар, йылғасыҡтар, шишмәләр менән һуғарылып торған кеүек, Ирәмәл, Ямантау, Балҡантау, Ирәндек итәгендә тыуған йәш тауыштарҙың ижады ла данлы, абруйлы башҡорт әҙәбиәтенә килеп ҡушылыр.
Лариса: Эйе, дөйөм халыҡ өсөн уҙғарылған был сара ҡыҙыҡлы үтте ул. Мәҫәлән, Татарстанда ошо “Әҙәби нағыш”ты күҙәтеп барған күренекле әҙиптәр бар икән. Улар үҙҙәрендә билдәлеләрҙең ижадына, китапта­рының сығыуына бәйле саралар ойошторолоуын әйтте, әммә күмәк халыҡ өсөн беҙҙәге кеүек байрамдар ҡаралмауына борсолоу белдер­гәйне. Шуға күрә төбәктәрҙәге әҙәби осрашыуҙар, йылдар үткәс, һөҙөм­тәһен бирер әле.
Салауат: Халыҡты күҙ уңынан ысҡындырмау яҡшы булды ул. Тик шуныһы мәғлүм: талантты һыу һибеп тә, ҡолағынан тартып та үҫтереп булмай. Ул Хоҙай бүләге – йә бар, йә юҡ. Төбәктәрҙә йәшәүселәрҙе лә яңынан китапҡа мөрәжәғәт иттереү, әҙәбиәткә ылыҡтырыу йәһәтенән ваҡытлы булды “Әҙәби нағыш”.
Һәр нәмә сағыштырыуҙа баһалана бит инде. Ошо хаҡта һорағы килә тәнҡитсенән: Рәсәй, донъя әҙәбиәте менән сағыштырғанда, башҡорт әҙәбиәтенең үҙенсәлеге нимәлә икән?
Зәки: Элек, боронғо дәүер әҙәби яҙмаларҙа милли сиктәр булмаған. Улар дөйөм кешелек ҡомартҡыһы тип ҡабул ителә. Хатта “Урал батыр” эпосы башҡортса яҙылһа ла, унда башҡорт, Башҡортостан тигән һүҙҙәр ҡулланылмай.
Лариса: Әммә башҡорт рухы, асылы бирелә!
Зәки: Әлбиттә, тап шулай. Сөнки беҙ уға бөгөнгө заман күҙлегенән бағабыҙ, башҡортлоҡ сифаттарын күрәбеҙ.
Дөйөм Рәсәй әҙәбиәтенә килгәндә, әгәр уны ҙур бер даръя итеп күҙ алдына килтергәндә, әлбиттә, унда башҡорт әҙәбиәтенең үҙ урыны. Бында әҙәби әҫәрҙәргә тематик яҡтан һәм форма йәһәтенән бағыу ҙа етә. Әйтәйек, элегерәк барабан ҡаҡҡан публицистик шиғриәт хәҙер бөтөнләй башҡаса сағылыш тапты. Ватанды һөй, илеңде ярат, тип ҡысҡырып әйтмәйҙәр бөгөнгө шағирҙар, әммә тарихи материалды файҙаланып, ошо хаҡта замандашҡа еткерәләр. Был инде бөгөн космоп­оли­тизмдың антонимы булып тора. “Кеше үҙе өсөн йәшәргә тейеш”, – тип Көнбайыш саң ҡаҡҡанда, башҡорттар: “Кеше – ул Урал, Урал – ул кеше”, – тигән фекерҙе алға һөрә, шуның менән йәшәй. Был бер булһа, икенсенән, бөгөнгө әҙип мәңгелек һорауҙарға яуапты үҙенсә эҙләй, йәғни фәлсәфәүи әҫәрҙәр тыуҙыра. Мәңгелек сәңгелдәгенең үҙенсәлекле яғын табып, шиғриәттә, прозала, драматургияла яңы образдар барлыҡҡа килтерә.
Салауат: Бөгөнгө уҡыусы – донъя әҙәбиәтен яҡшы белгән, Рәсәй классикаһын һыу кеүек эскән зат, шуға күрә уны тышҡы форма менән генә ылыҡтырып та булмаҫ. әҙәбиәттең төп миссияһы – ул күңел сафлығы, изгелек йырын йырлау.
Лариса: Был хаҡта әйткәнем дә бар инде: “Урал батыр” эпосының төп геройы йәшәү тәғли­мәтен ябай ғына итеп аңлатып биргән бит:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ!
Ошо юлдарҙан уҙып тағы ни әйтеп булыр? Әммә, әлеге лә баяғы, һәр әҙип үҙ заманы йылъяҙмаһын яҙа.
Зәки: Форма тураһында һөйләшеүҙе дауам итеп, шуны әйткем килә: мәҫәлән, Рауил Бикбаевтың “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” – ул бер форма, “Баҙар балтаһы” – икенсе юҫыҡта, ә инде “Хазина” бөтөнләй башҡаса формала яҙылған. Заман үҙе үк әҙипкә яңы алымдар, ысулдар тәҡдим итә, минеңсә. Тәүгеһендә ҡобайыр формаһы килеп керә, сөнки был үҙенә күрә халҡыңа мөрәжәғәт! “Хазина”ла шәжәрә барлана, бөтөнләй башҡа алым, әммә ул алыҫ үткәндәге тарихты хәтергә төшөрә, ошо рәүешле бөгөнгөбөҙгә һорау ташлай: ә һин шәжәрәңде беләһеңме? Бындай асыштар апаруҡ булды, шиғриәттең яңы балҡыштары уҡыусы күңеленә лә барып етте.
Драматургияға килгәндә, халыҡ яҙыусыһы Флорид Бүләков яңы, әммә беҙ белгән геройҙар тәҡдим итеп, бөтәбеҙгә таныш темалар хаҡында заман телендә һөйләште. Башҡорт сәхнәһендә тыуған яңы образ, персонаждар тап ошо авторҙың исеме менән бәйле. Салауаттың үҙенең “Хыялый”ы ла тәбиғилектең бөйөклөгө хаҡында һөйләне. Әллә ҡайҙа әллә нимәләр эҙләргә кәрәкмәй икән, киреһенсә, бөтә бөйөк һәм беҙгә ҡәҙерле нәмәләр беҙҙең эргәлә, беҙҙе уратып алған икән дәбаһа! Замана технологиялары бәндәнең ихласлығын бөтөрөргә тейеш ине һымаҡ, әммә әгәр ҡаныңда бар икән, ул тойғоно юйып ташлап булмай!
Лариса: Кешенең төп асылын, ерҙәге миссияһын был заманда ла раҫлап, беҙ һүҙ сәнғәте әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итәбеҙ, бәндәне бәндә иткән хистәр, фекерҙәр хаҡында һөйләшәбеҙ. Ошо үҙе үк башҡорт халҡының ғына түгел, милләтенең дә йырға һыйынып, дөрөҫ юлдан барыуы хаҡында һөйләмәйме икән?
Зәки: Эйе, тап шулай. Тәбиғилекте инҡар итеп булмай. Кеше хыял менән йәшәргә тейеш. Тап ошо тойғолар уны ҡанатлы итә лә инде. Милли үҙенсәлек беҙҙе донъя өсөн ҡыҙыҡлы яһай. Ни өсөн “Туғанлыҡ” фестивалендә, мәҫәлән, киң билдәле ҡала театры түгел, ә тап үҙ халҡының милли йөҙөн асҡан сәнғәт усағы еңеү яулай? Сөнки ана шул мәңгелек темаларға үҙ халҡы ҡарашынан мөрәжәғәт итәләр ҙә, беҙгә бөтөнләй таныш булмаған форма яңылығы, фекер тапҡырлығы менән арбайҙар. Асылмаған асылдар беҙҙә, һүҙҙәребеҙҙең йөрәгендә ята. Был драматургияның үҙенә генә түгел, килгән йәш режиссерҙарҙың яңы алымына ла хас. Әйтәйек, Айрат Абушахманов – театрҙа, Айсыуаҡ Йомағолов кинола үҙ һүҙен әйтте.
Салауат: Уларҙы хәҙер йәш режиссерҙар тип атап та булмай, сөнки эштәренең кимәле менән танылған сәнғәт оҫталарына әүерелделәр.
Лариса: Эйе, мин дә Салауат менән килешәм, сөнки тап ошо егеттәр театр сәнғәте өлкәһендә милли образды үҙенсә аса алды.
Зәки: Ә ни өсөн шулай, сөнки ул тап тамырҙарға, тарихи үткәнгә мөрәжәғәт итте, һәм был үҙенсәлекле һыҙат барыһы өсөн дә ҡыҙыҡлы булды. Башҡорт һүҙе яңғыраны!
Зәки: Прозала бик күп уҡымлы әҫәрҙәр тыуҙы, һәм уларҙың араһында милли образды һынландырырға тырышҡандар ҙа байтаҡ бит. Ижадсының эҙләнеүҙәре хатта ҡайһы саҡ бер жанр эсендә генә сикләнмәй, быны мин шулай уҡ авторҙың ынтылыштары, заман һүҙен яңыса еткерергә тырышыуы менән бәйләйем.
Рәйес Түләктең “Зөлхизә”һен айырым телгә алып үтке килә. Был – авторҙың әйтергә теләгән фекерен тиҙерәк еткерергә тырышыу маҡсатынан тыуған яңы алым. Ул эҙләнгән, былай, тегеләй булырға тейеш, тип тә уйланғандыр һәм ошо ысулды аңлы, бәлки, эске аң кимәлендә һайлағандыр. Был әҫәр уның ижадының иң сағыу, балҡышлы, көслө осоронда яҙылған, шуға күрә унда тотош дәүер һыйған, тип әйтә алам.
Лариса: Форма йәһәтенән минең өсөн ул Рәйестең иң уңышһыҙ әҫәре төҫлө. “Ҡашмау” менән “Яныу”ҙан һуң уны ҡабул итеүе еңел булманы, буғай, уҡыусыға.
Салауат: Ул бит поэма түгел, ә роман яҙырға уйлаған булған ошо рәүешле. Яҙыр ине, өлгөрмәй ҡалды бит. Һәр хәлдә, төҙөлөшө ҡыҙыҡлы, теле тураһында әйтеп тә тормайым.
Зәки: Форма төрлөлөгө барыбер булырға тейеш. Бына, мәҫәлән, Әмир Әминевтең “Ҡытай­го­род”ында хронология үҙенсәлеге, хронотоптар – барыһы ла уҡыусыны әҫәргә ылыҡтыра. Әммә ваҡыт бит бер генә яҫылыҡта үлсәнмәй, беҙ был хаҡта студенттарға ла еткерергә тыры­шабыҙ. Бер үк әҫәрҙә төрлө быуат, төрлө дәүер тасуирланыуы ла ихтимал, әммә яҙыусының оҫталығы бер бөтөн полотно тыуҙырыуҙа. Ваҡыт бит вертикаль генә түгел, горизонталь киңлектә лә үлсәнә. Беҙҙең күҙгә күренмәгән башҡа төшөнсәләр бар. Бахтин XX быуат башында индереүен-индергән ул әҙәбиәт теорияһына ваҡыт берәмеген, әммә беҙ бөгөн тотошлайы менән шул ҡалыптарға һыйып бөтә алмайбыҙ. Һәм был тәбиғи күренеш тә, сөнки һәр дәүер үҙе яңы формалар талап итә, яңы һулыш менән һуғара күңелдәрҙе. Ваҡытты әҙәбиәттә уңышлы уйнатып, автор уңышлы әҫәрҙәр тыуҙыра ала.
Реаль ысынбарлыҡ та бар әҙәбиәтебеҙҙә. Талха Ғиниәтуллиндың һуғыш хаҡындағы яҙмалары беҙҙе бөтөнләй башҡа яу менән таныштыра. Элек беҙ һулҡылдап торған яралар тураһында һөйләй инек, хәҙер һуғыштың кеше тормошона, асылына йоғонтоһон күрәбеҙ. Ошо уҡ яу әҙәми заттарҙың донъяға ҡарашын үҙгәртеп ебәреүен дә күрәбеҙ.
Лариса: Ошо түгелме һуң әҙәбиәттең төп маҡсаты – рәссам картина тыуҙыра, уға ҡарата һәр кемдең үҙ мөнәсәбәте һәм үҙ фекере.
Зәки: Әҙәбиәт һәр саҡ образдар менән эш итә. Әгәр уҙған йылдарҙа шундай әҫәрҙәрҙе Динис Бүләков тыуҙырһа (“Туҙҙырылған тамуҡ” ни тора!), әлеге осорҙа ла шундай алдынғы ҡарашлы әҙиптәр бар. Әҙиптең төп маҡсаты – уҡыусының ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү. Нисек кенә пафослы һымаҡ яңғыраһа ла, яҙыусы халҡы өсөн, халыҡ тураһында яҙа.
Салауат: Әҙәбиәтте халыҡ яҙмышынан айырып ҡарап булмай. Халыҡтың тарихы, үткәне, фольклоры ни тиклем бай булһа, әҙәбиәттә лә шул сағылыш таба. Төпһөҙ ҡоҙоҡтан һыу уртлаған кеүек, беҙ даими рәүештә халыҡ ижадына мөрәжәғәт итәсәкбеҙ әле.
Зәки: Тарих тигәнгә өҫтәп, бер фекер әйткем килә. Алдар батырҙы, мәҫәлән, алғанбыҙ икән, уны ошо заманға яҡын герой итеп һүрәтләү шарт. Фәрзәнә Аҡбулатованың “Яҙылып бөтмәгән китап” әҫәрендә ваҡыт менән уңышлы эш итеү алымы күрһәтелә.
Лариса: Ярай, быныһы аңлашылды ла ти, әммә беҙҙең яҙыусыларыбыҙҙың китаптарының күбеһе уҡыусыға оҡшамай, ҡыҙыҡһыныу уятмай, шул уҡ ваҡытта, яҙыусы йыйынтығым сыҡмай, милли һүҙ сәнғәте дәүләт дотацияһынан башҡа йәшәй алмай, тип зар­лана. Ә бына коллегабыҙ Айгиз Баймөхәмәтовтың әҫәре башҡорт телендә тиҙ таралып бөттө, урыҫса ла баҫылды, хәҙер ул татар телле аудиторияға сығырға ниәтләй. Сыуаш теленә лә тәржемә иттеләр уны. Әгәр яҙғаның уҡырлыҡ булһа, баҫырға әҙер тораларҙыр ул. Маркетинг тигән төшөнсәне, бәлки, әҙәбиәткә лә индерергә ваҡыттыр? Бына, мәҫәлән, эстондар һан буйынса башҡорттарҙан да аҙыраҡ, әммә, беҙ аҙ тимәйҙәр, ижад итәләр, донъя кимәленә сығалар, зарланмайҙар.
Салауат: Уларҙың зарланмағанын беҙ ҡайҙан беләйек инде. Үҙебеҙ унда йәшәмәгәс, был хаҡта фекер йөрөтөүе ауыр. Ғөмүмән, беҙгә комплекстарҙан арыныу өсөн кем менәндер сәмләшергә, үлсәшергә кәрәкмәй. Үҙ юлыбыҙҙан тайпылмауыбыҙ фарыз.
Лариса: Быныһы менән килешәм: Рәйес әйтмешләй, “Кем һуң әле улар үҙҙәре?” Миңә ҡалһа, беҙ үҙебеҙгә үҙебеҙ кәртәләр тыуҙырабыҙ. Мәскәүҙең беҙҙән башҡа хәстәре лә күптер уның. Яҙыусының төп эше – шәп әҫәр яҙыу, ә китабым сыҡмай тип зарланыу түгел, тимәксемен. Шәп китапты ҡайтанан баҫасаҡтар.
Зәки: Менеджмент төшөнсәһе ижад донъяһына күптән килеп ингән ул, тик яҙыусылар ғына уны ҡабул итә алмай ыҙалана. Китап яҙҙым да эшем бөттө, тип ултырһаҡ, әлбиттә, алға барып булмаясаҡ. Фекере уҡыусыға етеүен әҙип үҙе лә хәстәрләргә тейеш. Мәҫәлән, беҙҙең эшмәкәрлектә лә шул уҡ хәл – үҙебеҙгә студенттар табыу өсөн беҙ республика төбәктәре буйлап ҡыш буйы йөрөйбөҙ, ынтылыштары филологияға тартылған балаларҙы эҙләп табабыҙ һәм үҙебеҙгә уҡырға инергә саҡырабыҙ. Әлбиттә, башҡалар кеүек үк, улар ҙа имтихан бирә, әммә киләсәктә үҙен ошо йүнәлештә күргәндәр, ғәҙәттә, һынауҙарҙы ла уңышлы үтә.
Салауат: Татарстандан берәү, 60-мең дананан ашыу тираж менән китап сығарып, шуны һатыуға өлгәшкән. Әммә әҫәренең кимәлен бер профессиональ яҙыусы ла баһаламай. Һатылып бөтөү әле китаптың сифаты, художество юғарылығы хаҡында һөйләмәй, тип әйтмәксемен. Шул тиклем примитив яҙма­ларҙы халыҡ яратып уҡый, әммә был әҙәбиәт кимәле түгел. Шуға күрә әҙәбиәтте ана шундай кимәлгә төшөрөүҙән ҡурҡырға кәрәк.
Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар: юғары зауыҡлы әҙәбиәт, классика тип аталған китаптарыбыҙ һатылмай ятҡан осраҡтар ҙа юҡ түгел. Бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалып булмай.
Зәки: Ундайҙар ҙа булырға тейеш. Ғөмүмән, ижадтағы төрлөлөк ҡыҙыҡлы ла ул. Нәшриәт аҡса­һына сығармаған бит, әйҙә, яҙһын, эшлә­һен, әммә уҡыусыға әҙәбиәттең кимәле ха­ҡын­да аңлатыу зарур.
Лариса: Эйе, һуңғы йылдарҙа бүләктәргә, исемдәргә ҡараш ҡырҡа кирегә үҙгәрҙе. “Ҡайһы бер халыҡ шағирҙарын яҙыусыларығыҙ үҙҙәре лә танымай бит”, – тинеләр Борай районында командировкала саҡта.
Салауат: Баяғы “берәү” барыбер уҡыусыны үҙенсә матурлыҡҡа өндәп, тәрбиәләү эшен атҡармаймы икән ни? Атҡара, әлбиттә.
Зәки: Эйе, тап шулай, шуға күрә ундайҙар ҙа кәрәк. Халыҡ ярата икән уның яҙмышлы яҙмаларын, әйҙә, уҡыһындар. Уны уҡырға ярамай, тип бағана һайын иғлан элеп йөрөп булмай бит. Кәрәкмәй ҙә. Әгәр унда аҙмы-күпме яҡшылыҡ тәрбиәләү бар икән, тимәк, автор яҡтылыҡ юлында. Кем белә, бәлки, ул авторҙар ҙа киләсәктә бынамын тигән сәнғәт әҫәре ижад итә башлар.
Лариса: Эйе, кемдер берәү әйткәйне бит әле: ошондай заманда уҡыусыны китаптан айырмай ҡалдырған өсөн дә ундай авторҙарға рәхмәт әйтерлек! Әммә уҡыусыға ҡыҙыҡ һәр нәмәне яҙып булмай бит, уларҙы әллә нимәләр ҡыҙыҡ­һындырыуы ихтимал. Һүҙ сәнғәте әһелдәре – әҫәре менән зауыҡ тәрбиәләүсе лә!
Салауат: Миңә ҡалһа, әҙәбиәткә ылыҡтырыу мәк­тәп­тән үк башланырға тейеш. Әгәр балала бә­ләкәйҙән ниндәй ҙә булһа өлкәгә ҡыҙыҡ­һы­ныу тәрбиәләһәң, ул шулай булырға тейеш, тип ҡабул итеп үҫәсәк. Театрға кескәй сағынан йөрөгәндәр шунда ынтылып ҡына тора. Ошондай уҡ хәл әҙәбиәт менән дә була алыр ине.
Зәки: Мәктәптә бөгөн әҙәбиәтте уҡытыу юҡ дәрәжәһенә етеп бара. Ҡасандыр сит илдәгеләр ҡабатлау таблицаһын белмәй икән, тип аптырай инек, бөгөн үҙебеҙ ҙә ошо хәлгә төшөп барабыҙ. Әйтәйек, Л. Толстойҙың “Һуғыш һәм солох” романын үткәндә, балалар, уны ниңә башты ҡатырып уҡып ултырырға кәрәк, тип аптырай. Төп тезистарҙы ҡарап сығалар ҙа, йәнәһе, шул етте. Ә бит йөкмәтке, әҫәр менән үҙенә танышыу ни икәнен дә аңлатып булмауы ихтимал бит йәштәргә!
Салауат: Бөгөн уҡыусыға бөтәһе лә барыбер кеүек, улар китап уҡып интекмәй, Интернетта бөтәһе лә бар һәм яуаптар ҙа әҙер. Бына ошо рәүешле ҡолдар яһала, битарафтар тәрбиәләнә. Бигерәк тә бөгөнгө йәштәр еңеллеккә ынтыла.
Лариса: Әммә, шуға ҡарамайса, ижадсы боҙ иреп ағып бөткәнсе усағын яғырға тейеш, сөнки уның маҡсаты – рухиәт һағында тороу!
Зәки: Ваҡыт барыбер үҙ баһаһын ҡуя һәм заман әҙибенә лә үҙ һорауы менән мөрәжәғәт итә. Әгәр ошо дәүерҙең һүрәттәрен тыуҙырмайһың икән, ни бысағыма һин ҡулыңа ҡәләм алдың? Ни бысағыма һин яҙыусы булып йөрөйһөң, әгәр халҡың мәнфәғәтенә хеҙмәт итмәйһең икән?
Салауат: Пушкин заманында бик күптәр ижад иткән. Слепушкин тигән бер шағир ҙа булған, әммә бөгөн уны иҫләүсе юҡ. Бөтәһе лә барыбер ысын ижадҡа ҡайтып ҡала. Уның төп хакимы һәм хөкөм сығарыусыһы – халыҡ һәм ваҡыт.
Зәки: Эйе, бына, мәҫәлән, беҙ кемгәлер бүләк эшләргә, сит өлкәләргә, илдәргә китап ебәрергә теләһәк, ни тиклем генә ҡиммәт булһа ла, күн тышлы 600 һумлыҡ “Урал батыр”ҙы алабыҙ, Мостай Кәримдең йыйынтыҡтарын һорайбыҙ. Хатта һуңғы аҡсабыҙға булһа ла. Берәү ҙә бүләккә тип бер көнлөк әҫәрҙе һорамаясаҡ. Тап ана шул саҡта күренә лә, минеңсә, зауыҡ һәм әҙәбиәт, сәнғәт әҫәре кимәле. Менеджмент булырға тейеш ул, булһын, хатта район кимәлендә яҙышҡандар ҙа кәрәк. Улар төбәктең рухи усағын дөрләтеп тота.
Лариса: Беҙ уҡыусы артынан түгел, ә улар яҙыусыға эйәрергә тейеш.
Салауат: Күңелдән сығарып яҙһаң, ана шул әҫәр була инде. Уҡыусы бит һиҙгер, бармаҡтан һурып, көсәнеп яҙғанды яҡшы тоя.
Зәки: Беҙ бит ябай ғына халыҡ түгел: Зәйнәб Биишеваны, Һәҙиә Дәүләтшинаны, Нобель премияһы лауреаты Михаил Шолоховты уҡып үҫкән халыҡ. Ә был үҙе үк быуындан быуынға күсеп килгән юғары уҡыу кимәле, зауыҡ хаҡында һөйләй. Әгәр бөгөн кемдер шуларҙан түбәнерәк кимәлдәге әҫәр тәҡдим итә икән, уҡыусы быны шунда уҡ тоя.
Бөгөн хатта “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса уҙғарылған конкурс тирәһендә лә бәхәстәр сығып ҡуя. Уның табыштары, балҡыштары әле генә беленмәүе лә ихтимал, берәй 50 йылдан һуң күрәсәкбеҙ беҙ уның ниндәй ыңғай һөҙөмтә биргәнен.
Лариса: Кешенең мейеһе компьютер һымаҡ бит инде, унда ингән мәғлүмәт юғалмаясаҡ. “Урал батыр” менән танышҡан һәр кемдең күңелендә донъяуи глобализацияға ҡаршы ҡалҡан ултыра, минеңсә.
Салауат: Беҙҙең халыҡтың тарихы, йырҙары, эпостары бай. Ә бына ижадҡа талап бөтөнләй юҡ. Күләмгә ҡарап баһалау бар. Бына теге автор шунсама китап яҙған, вәт, исмаһам, шәп, тип ебәрәләр. Әллә нисәмә роман яҙған кешеләребеҙ ҙә бар, әммә уларҙың бер әҫәрен уҡып сығыу ҙа – яза. Ундай китаптарҙан халыҡҡа, әҙәбиәткә ни файҙа һуң? Премияларҙы ла сифатҡа ҡарап бирергә ине, йылына биш роман яҙған, тип түгел. Тап бына ошо мәлдә беҙ уҡыусының битенә төкөрәбеҙ һымаҡ килеп сыға ла инде.
Зәки (көлә): Салауат, ҡыҙыҡ фекер әйттең. Былай мин тырышлыҡты ла хуплар инем. Беҙҙең халыҡ ялҡауыраҡ та бит. Кемдер эшләй икән, әйҙә, яҙһындар. Уларҙы бөтөнләй инҡар итергә ярамай.
Салауат: Инҡар итеп әйтмәйем мин.
Лариса: Баһалау критерийҙары хаҡында фекер йөрөтөү һис ҡамасауламаҫ ине.
Зәки: Егәрлелек тә кәрәк ул. Эйе, шуныһы менән, моғайын, бөтәһе лә килешер: әҙәбиәт һандар менән иҫәпләнмәй. Ул бер китап, бер шиғыр, бер роман, хатта исем генә лә булыуы ихтимал. Мәҫәлән, бөгөн С. Есенинды яңынан күккә күтәрәләр, минең өсөн уның “Персия мотивтары” шәлкеме генә яҡын. Был минең өсөн шулай. Әммә башҡаларға уның икенсе әҫәрҙәре оҡшай, йәки бөтөнләй Есенинды танымағандар бар икәнен дә беләм. Шул уҡ Рәми ағайҙа ла һәр кем үҙенә яҡын әҫәрен эҙләй – мин “Дон Кихот монологы”н үҙ итәм.
Лариса: Рәми Ғарипов – нескә лирик. Беҙгә уны заманында публицистик рухтағы яҙыусы итеп танытҡандар икән, был да ыңғай күренеш булды ул. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары өсөн тап шундай Рәми кәрәк ине!
Зәки: Шул уҡ Рәшит Назаровтың да бөтә яҙғандары бер төрлө тәьҫир итмәй беҙгә. Улай булыуы мөмкин дә түгел, сөнки шағир ҙа бит – кеше. Уның да күңеленең, кәйефенең төрлө миҙгелдәре була.
Салауат: Бөтә әҫәр бер төрлө булһа, уның ҡыҙығы ла юҡ. Тәбиғилек көслө булыуы мөһим әҫәрҙә!
“Әҙәбиәт” һүҙе “әҙәп”тән яралған икәнен яҙыусыларыбыҙ онотоп ебәрә түгелме? Беҙ нимә эшләйбеҙ ул? Ҡайҙа барабыҙ? Халыҡ яҙыусыһы исемен бер-бер артлы өләшеү дөрөҫмө?
Зәки: Премиялар – сираттағы бер бәйге инде ул, тип әйтер инек, унда иң шәп аттар еңә! Беҙҙә иң яҡшылар ярышҡа сыҡмай ҙа тороп ҡала шул. Беҙ үҙебеҙ үрсетәбеҙ шикле авторҙарҙы, сөнки исемлеләрҙе башҡа телдәргә тәржемә итә башлайҙар. Бына был осраҡта инде ул автор йөҙөндә милләтебеҙҙең дә, яҙыусыларыбыҙҙың да оятҡа ҡалыуы ихтимал. Мин ҡаршы түгелмен исемдәр биреүгә, әммә барыбер, алда әйткәнемсә, башҡорттар шулай яҙа икән, фекерләүҙәре түбән икән, тип уйлауҙары ла ихтимал.
Лариса: Премиялар әҙиптең, әҫәренең кимәлен билдәләмәй, тип әйтә алабыҙ бөгөн. С. Юлаев, Ш. Бабич премияһы лауреаты булыу иң шәп яҙыусы икәнде аңлатмай. Исем биреүгә ҡаршымын, тимәйем, әммә кимәлде онотоп ебәрҙек шул.
Салауат: Хатта ки әҙиптәр исем биргәнде көтөп тормайҙар, юллап алалар.
Зәки: Премияларға тәҡдим итеүҙең бер ыңғай яғы бар: шәхестәр тураһында күберәк белеп ҡалабыҙ. Мәҫәлән, Салауат Хәмиҙуллиндың тапшырыуҙарына унда, бында, тегендә генә күҙ һала торғайным, ә премия уңайынан ултырып, ентекләп ҡараным. Үҙемә оят булып китте. Халҡыбыҙ тарихын уның кеүек телевизион вариантта еткергән кеше юҡ бит.
Салауат: Шулай. Күпме милләттәштең күҙен асты бит ул. Һоҡланғыс тапшырыуҙар, тарихи ысынбарлыҡты телевидение тапшырыуҙары аша еткереү халыҡҡа үтемле тауар булды.
Лариса: Салауат Хәмиҙуллинды заманыбыҙ Салауаты тип атаһаҡ та була. Уҡып белгән нәмәләр хаҡында рухыбыҙҙа үҙенсә революция яһаны ул.
Зәки: Шәхестәргә дөрөҫ һәм ваҡытында баһа бирә белеү ҙә халыҡтың мәҙәни кимәлен күрһәтә. Бер-беребеҙгә яҡшы һүҙ әйтергә тартынырға ярамай.
Салауат: Заказ биреп маҡтатҡандар ҙа була бит. Яҡшы һүҙ әйтеү тигән һүҙ ысын мәғәнәһендә яҡшы һәм дөрөҫ һүҙ булһын ине ул.
Лариса: Бөйөк, ул шәп әҙип, тип бер автор яҙһа, яҙыусының шуға ышанып китеүе лә ихтимал бит. Ихтимал ғына түгел, шулай тип уйлай башлай ҙа. Бәндәнең күңелен дан менән аҙҙырыу өсөн күп кәрәкме ни инде.
Зәки: Һәр кем үҙ балаһын әллә кем итеп күрә бит, яҙыусы ла үҙенең һәр әҫәрен иң яҡшыһы тип иҫәпләй, күрәһең. Әммә, әллә ниндәй мәҡәләләр сыҡһа ла, әллә ниндәй маҡтауҙар, премиялар яуһа ла, барыбер үҙ-ара беҙ кемдең нисек яҙырға һәләтле булыуын яҡшы беләбеҙ. Әйҙәгеҙ, быныһын таныйыҡ, шулай бит?!
Салауат: Кешене юлдан яҙҙырам тиһәң, маҡта, тиҙәр бит.
Лариса: Таныйбыҙ ғына түгел, ҡул сабыр инек был осраҡта. Үҙ-ара ғына түгел, барыбер һәр кем үҙенең яҙыу кимәлен яҡынса тойомлай ул. Күктәр менән япа-яңғыҙыбыҙ ҡалып һөйләшкәндә, беҙ үҙебеҙҙең нимәгә маһир икәнебеҙҙе бик яҡшы беләбеҙ.
Зәки: Европала бер ниндәй исемдәр ҙә, титулдар ҙа юҡ бит ул. Шуға күрә барыбер иң ҙур баһа әлеге лә баяғы Ваҡыт һәм Халыҡ хөкөмөндә ҡала.
Салауат: Был хаҡта яҙғаным да булды. Ана, Аҡмуллаға ла, Бабичҡа ла премиялар ҙа, бүләктәр ҙә кәрәкмәгән. Бөгөн дәүләттең иң юғары наградалары уларҙың исемен йөрөтә.
Зәки: Ҡыш бабай күстәнәс өләшкәндә, бер бала ғына алмай ҡалһа ла, илай башлай бит, шуның кеүек шәхестәр бүләкһеҙ ҡалыуынан ҡурҡып, күҙ йәше түгә башланы, ахырыһы.
Салауат: Бөгөн беҙ яҙыусыларҙы премия кимәленә күтәрмәйбеҙ, киреһенсә, яҙыусы кимәленә төшөрҙөк премияларҙы!
Лариса: Шәп әйттең, Салауат! Шунан әҙәбиәттең кимәле төшә лә ҡуя. Әҙәбиәт йылы тамамланғанда, һәр кем был йылда ниндәй исем алдым, нисек бүләкләндем тип түгел, ә үҙем әҙәбиәткә нимә бирә алдым, тип уйланырға тейеш!
Гәзит-журналдарҙа сейле-бешле әҫәрҙәр баҫаһығыҙ, тип зарлана ҡайһы бер авторҙар...
Зәки: Эйе, ундай күренеш күҙәтелә ул. Әҙәбиәт йылында төбәктәрҙәге ижадсыларҙың төрлө кимәлдәге яҙмалары “Башҡортостан”да ла баҫылды. Әммә был бер мәл генә, тағы ҡасан һәр райондың йәштәренә ундай майҙандар бүленер ине? Тик киләсәктә барыбер сейле-бешлеләргә юл ҡуйылмаҫ, тигән теләгемде белдерәм, сөнки улар республика баҫмаһын биҙәмәй.
Әҙәбиәттең кимәлен билдәләр йәштәр үҫеп киләме – бына ошо хаҡта һүҙ алып барырға ине ул.
Салауат: Йәштәрҙе Яҙыусылар союзына күпләп алалар бит. Был уларға ҙур өмөт бағлау тигән һүҙ. Ана шуны аҡларға ла кәрәк бит әле. Быуа быуырлыҡ итеп алғансы, яҙырҙай бер-ике кешене индерһәк, яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән, тип уйлана башланым. Әҫәр тотоп килгәндәр юҡ бит.
Лариса: Йәштәр өсөн хәҙер ижади майҙандар киң, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте яңы исем сыҡҡанын көтөп кенә тора. Әммә Әҙәбиәт йылында бер йәш яҙыусының да мәҡәлә тотоп килгәнен, фекер әйтәм, тигәнен белмәйем. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан өс егет, бер-ике ҡыҙ үҙ теләктәре менән мәҡәләләр яҙҙы. Улар – афарин! Ә бына яңыраҡ Союзға алынғандарҙан инициатива сыҡманы шул...
Зәки: Шул уҡ “Йәштәр тауышы” серияһы ла бик сәйер тойғо ҡалдыра башланы. Унда сыҡҡан китаптарҙы уҡымай ҡалғаным юҡ, әммә тотош йыйынтыҡта бер шиғыр ҙа таба алмаған саҡтарым бар. Был нимә? Шул уҡ йәш яҙыусыны беҙ үҙебеҙ яңылыш юлға этәрәбеҙ түгелме? Әгәр автор һәм шиғриәт, проза юҡ икән, ниңә уны көсләп сығарырға тырышырға? Юҡ икән – юҡ. Исем табыла икән – шул йылында уҡ нәшер итергә кәрәк.
Салауат: Ана шул йыһан емешен, йөрәктәрҙә тыуған әҫәрҙәр көтөп ҡалабыҙ һәр бер авторҙан, яҙыусынан киләһе йылда ла...
Лариса: Яҙыусы заманын тойоп, уның һәм замандаштарының образын тыуҙырырға тейеш. Әгәр ошо юлды һайлағанбыҙ икән, тимәк, бөгөн һүҙебеҙҙе әйтеү – төп талап, бөгөнгөнөң картинаһын тыуҙырыу мөһим. Әгәр һүҙең йөрәгеңде ярып килә икән, әйт, шулай бит. Тик ҡулыңа ҡәләм алғанһың, шағир тип танылғанһың икән, яуаплылыҡ хаҡында ла онотма! Был – мөҡәддәс бурыс.
Зәки: Лариса, фекерең менән килешәм, беҙ яуаплылыҡ тойғоһон оноторға тейеш түгелбеҙ. Сөнки тап донъяға яуаплы ҡарашы булғанға ла әҙәбиәт рухиәт һағына баҫҡан.
“Башҡортостан” гәзите һәр саҡ әҙәби тормоштоң уртаһында ҡайнаны, шуға күрә киләсәктә лә ул замана күҙенә ҡарап һөйләшергә тартынмаҫ, яңы әҫәрҙәр менән ҡыуандырыр, ҡурҡмай рухи ихтилалдар эшләргә әҙер баҫма булыр, тигән уйҙамын.

Л. АБДУЛЛИНА ҡағыҙға төшөрҙө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 649

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 535

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 748

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545