Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мостай һүҙен сәңгелдәктән һеңдереп…
Вил Ғүмәров, Рауил Ниғмәтуллин, Кәбир Аҡбаш, Зөбәржәт Йәнбирҙиналар ғүмерен ошо ҡалаға бағышлап ижад иткән. Күңеле һыҙланған саҡтарҙа Рәми ағай Ғарипов бында “һыпыртҡан”, Рәлиф Кинйәбаев, Нияз Сәлимов, Азамат Юлдашбаевтар Стәрлетамаҡта һабаҡ алған, Тамара Ғәниева бында үҙе уҡытҡан. Ҡайһыһына ғына төртөп күрһәтмә, һәммәһенең яҙмышы бәйле һымаҡ был төбәккә. Күрәһең, Торатау көсө, Ашҡаҙар йылғаһының сихри тәьҫире юҡ түгелдер – барыһы ла ошо ерлектә нимә булһа ла ижад иткән йәки бағышлаған, унда булған ваҡиғаларға таянған. Ә халыҡ араһында “үҙе өсөн” генә яҙған күпме таланттарыбыҙ бар әле? Нәҡ шундайҙарҙы табыу, барлау һәм уларҙың һүҙ ҡеүәһен ҙур уҡыусы алдына сығарыу – бына ниндәй маҡсат ҡуйҙы Стәрлетамаҡта үткән әҙәби байрам.

Атайҙар һәм балалар. Был ике быуын “бәрелеше” әле бер ваҡыт арауығын да урап үтмәгән. Быуат ярым элек ижад ителгән Тургенев романында ла сағыла ул, бөгөнгө тормош та был күренештән азат түгел.
— Матурлыҡты һөйгән, яҡтылыҡҡа ынтылған йәштәрҙе күрмәйем, — тип әсенде үҙенең сығышында яҙыусы-фольклорсы Иван Карпухин.
Әммә шағирә һәм журналист Лариса Абдуллина профессор менән килешмәне:
– Һәр заманда йәштәргә зарланғандар, әммә тормош дауам итә. Талантлылар күп замандаштарыбыҙ араһында, бер-беребеҙҙең ижади асылын таный беләйек. Тап Стәрлетамаҡтан даими рәүештә үҫеп сығып тора әҙәбиәтселәр.
Ысынлап та, бер-ике кешегә бағып ҡына бөтә йәмғиәт хаҡында һүҙ йөрөтөп бул­майҙыр. Һәр егет йәки ҡыҙ наркоман йә иһә эскесе түгел дә. Күпме таланттарыбыҙ бар!
…Мин үҙем — һабантурғай:
Осам, ҡунам, һайрайым…
Бәпкә үләненә ятып,
Шиғыр яҙып ҡарайым, – тип яҙа Стәрлетамаҡтың В. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернаты уҡыу­сыһы Айгөл Ғәлиәкбәрова.
БДУ-ның әлеге ҡалала урынлашҡан филиалында белем алыусы Гөлназ Искән­дәрованың да ижад емештәре тос ҡына. Хәйер, абруйлы ғалимға ла үпкә белдереп булмай, үҫеш нигеҙе бит нәҡ бәхәстәрҙә, көсөргәнештә, сәмдә. Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы берлектә ойошторған әҙәби ҡор, ҡыҫҡаһы, бына шундай фекер алышыуҙан башланып китте.
…Эйе, Стәрлетамаҡ – йәштәр ҡалаһы. Матурлыҡҡа ынтылған егет-ҡыҙҙар төйәк иткән уны. Был һүҙҙәрҙе, һис шикһеҙ, әлеге ерлектә ижад итеүселәргә лә төбәргә кәрәк. Баштараҡ телгә алып үткән өмөтлөләр сафында Тимур Рәхмәтуллин, Фидан Йәрмөхәмәтов, Фирғәт Шәмиғо­ловтар ҙа ышаныслы баҫып тора. Рита Фәтҡуллина, Айнур Үтәев – былары иһә шиғыр һөйөүселәргә инде күптән таныш исемдәр. Атап әйткәндә, ҡайһы бер ра­йон-ҡалаларҙа шиғыр йә иһә проза яҙыу­сылар араһында, үкенескә ҡаршы, башлыса хаҡлы ялдағы апай-ағайҙарҙы осратаһың. Ә бында ижади донъя барыһын да арбаған – шуға ҡыуанмау мөмкин түгел. Хәйер, мәҙәни мөхит тә үҙ ролен үтәмәй ҡалмайҙыр: ҡалала ике театр эшләп килә, филармония гөрләй, китапханалар ишек­тәре һәр саҡ асыҡ. Яҙыусы шәхесен булдырыуға тос өлөш индергән матбуғат баҫмалары – “ижади майҙан” – хаҡында әйтеп тә тораһы түгел. Урындағы ижади эштәрҙән шағирә Рәйлә Нәҙерғолованың көсө менән тупланып, күптән түгел донъя күргән “Шихандар ҡосағында” китабы айырым иғтибарға лайыҡтыр.
Мөхит тигәндән, стәрлетамаҡтар, ғөмү­мән, ижади кешеләр икән. Был хәлгә ҡунаҡтар “Әҙәби троллейбус”та инанды. Пассажирҙар шиғыр тыңлап ҡына кинән­мәне, әҙәбиәткә арналған викторина һорауҙарына яуап бирҙе, күптәре үҙҙәренең шиғыр яҙып ҡарағаны хаҡында бәйән итте.
Әммә шиғыр яҙыу — бер, шағир булыу икенсе шул. Аҡса түләп, үҙнәшер юлы менән китап баҫтырыу ҙа, ижад емеш­тәреңде виртуаль донъяға сығарыу ҙа бер ни тормай хәҙерге заманда. Уның ҡарауы, уҡыусы “һуҡыр” түгел дә. Рифма килешлелеге һәм ижектәр төҙөклөгө шағир икәнлегеңде аңлатмай әле.
Был йәһәттән сарала Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, драматург Наил Ғәйетбайҙың әйткән һүҙҙәре ҡиммәт.
– Шиғырҙың да, башҡа әҫәрҙең дә төп уңышы һәм нигеҙе – образ, – тине ул. – Үкенескә ҡаршы, ошо ҡанундан күп кенә ижадсылар тайпыла.
…Марафон уңайынан үткән сараларҙа тос фекерҙәр әленән-әле яңғырап торҙо. Кемдер әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса борсолдо, темалар төрлөлөгө лә уйлан­дырҙы ижадсыларҙы. Шул уҡ ваҡытта шағирә Любовь Әфләтүнова әйткән фекергә айырым туҡталып үтке килә.
– Балалар өсөн тәғәйен әҫәрҙәр һирәк, – тип билдәләне Бәләбәйҙәге “Илһам шишмәләре” фестивалендә өс тапҡыр лауреат булған ҡәләм оҫтаһы. – Ә бит беҙ матурлыҡҡа, ғәҙеллеккә, тыныслыҡҡа ынтылған әҙәбиәтте кескәй генә саҡтан уҡ яратырға, яраттырырға тейеш. Кисәлә башҡорт шағирҙарына һүҙ бирелмәүе генә бер аҙ аптыратты. Ә бит зал тулып ултыралар ине.
Ни генә тимә, шағирәнең хаҡлығын инҡар итеү мөмкин түгел. Бала күңеленә үтеп инерҙәй, шулай уҡ мауыҡтырғыс һүрәттәр менән биҙәлгән китаптар етмәй һымаҡ. Телеэкран-монитор, тормош күренештәре аша килгән кире йоғонтонан көслөрәк булһын ине улар. Ә Мостай һүҙен сәңгелдәктән һеңдереп үҫкән быуындың киләсәге үкенескә ҡалмаҫ!
…Борон Юрматы сәсәндәренең феке­ренә таянып күп кенә донъяуи мәсьәләләр хәл ителгән. Бөгөн дә был ерлектең һүҙ ҡеүәһе халыҡтан айырылғыһыҙ. Стәрле­тамаҡтың үлемһеҙ шағир-яҙыусылары булған һымаҡ, Ишембай районы ла — бихисап әҙиптәрҙең тыуған төйәге. “Әҙәби нағыш” марафоны артабан Ибраһим Ғиззәтуллин, Әмир Гәрәев, Фәүзиә Рәхимғолова, Вафа Әхмәҙиевтәрҙең кендек ҡаны тамған ергә юлланды...








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779