Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Интернет һиңә дуҫмы, дошманмы?
Интернет һиңә дуҫмы, дошманмы? “Әҙәби нағыш” республика марафоны барышында һәр төбәктә үҙенсәлекле күренештәргә тап булабыҙ. Шаран районының мәҙәниәт һарайында сағыу тамашаның шаһиты булырға насип итте.

Мәктәп уҡыусылары сәхнәгә сыға ла, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле драматург, прозаик Ибраһим Абдуллиндың әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе тасуири уҡый. “Уның нимәһе бар һуң?” –тиерһегеҙ. Бар шул! Беренсенән, өҙөктәр өсәр-дүртәр биттән ашып китә, йәғни оҙон ғына, икенсенән, ҡыҙҙар һәм малайҙар уларҙы мәғәнәһен аңлап, тәрән кисерештәр аша уҡыны. Өсөнсөнән, уларҙың береһен туҡтатып юрамал ғына: “Ибраһим ағайҙың яҙмаларын ҡайҙан алдығыҙ?”– тип һорауыма: “Кемдер – китаптан, өлгөрмәгәндәр Интернет селтәренән тупланы!”– тигән яуап ишеттем.
Тимәк, Интернет селтәренән! Ошо хаҡта бер аҙ ғына фекер йөрөтөп алайыҡ әле. Мин дә балаларҙың виртуаль донъя менән мауығыуына ҡаршымын. Һәр нәмәлә сама кәрәк. Әммә, хөрмәтле йәмәғәт, Хужа Насретдин әйтмешләй, ниндәй маҡсат менән тотонаһың бит был эшкә. Әгәр беҙ Интернетҡа бысраҡлыҡ, яманлыҡ эҙләп инәбеҙ икән, ул да беҙгә шуны уҡ тәҡдим итәсәк. Хас та урмандағы шаңдау һымаҡ: нимә тип өндәшһәң, шундай уҡ яуап алаһың. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Ана бит, кәрәк булғас, мәктәп уҡыусылары матур әҙәбиәтте лә виртуаль донъянан эҙләп тапҡан.
“Боронғолар ахырызаманда бөтә донъя бер ҡумта эсенә һыйыр, тигән”, – тип һөйләй торғайны беҙгә өләсәйем. Телевизорға ҡарап, моғайын, ошо хаҡта һүҙ барғандыр, тип уйлай ине ул. Хәҙер килеп компьютер тураһында беҙ ошондай уҡ фекерҙәбеҙ. Быларҙың ғына сик булмауы ла ихтимал. Кешелек технологиялар юлы менән атлай. Алға барамы, әллә бер урында тапанамы, әллә киреһенсә артҡа китеп барамы – уныһын һәр кем үҙенең рухи халәтенә, донъяның яҡты йәки ҡараңғы яғында йәшәүенә ҡарап тойомлар. Әммә, нисек кенә булмаһын, XXI быуатҡа аяҡ баҫҡан Әҙәм балалары шиғыр уҡый, яттан әҙәби әҫәрҙәр һөйләй икән, тимәк, беҙ дөрөҫ юлдабыҙ, тимәк, бөтә донъяны үҙ эсенә һыйҙырған ҡара ҡумта үҙе лә тормошобоҙ сағылышы икән дәбаһа! Тик айырма шунда ғына: әгәр был донъялыҡта беҙгә яҡтылыҡты арттырыр өсөн көрәшергә кәрәк булһа, виртуаль киңлектә изгелек эҙләгәндә лә, яманлыҡты арттырам тиһәң дә бер нөктәгә генә баҫыу етә. Ниндәй ниәт, маҡсат менән тотонаһың бит эшкә! Хәҙистә әйтелгәнсә, Мәккә менән Мәҙинә араһын да Аллаһ ризалығы өсөн үтергә була, шул уҡ араны үҙеңә дан, мал өсөн дә атларға мөмкин.
Интернет селтәре донъя әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте ҡомартҡылары менән тулы. Шаран мәктәптәре уҡыусылары кеүек, унда яҡты маҡсат, изге ниәт менән инергә кәрәклеген онотмайыҡ, йәмәғәт!








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Айҙар
    Айҙар от 07.11.2015, 13:53
    Интернетты ҡуллана белеүгә күп нәмә бәйле булһа ла, билдәле әҙиптәрҙең ВК-ла бысраҡ сәсеп ултырыуын нисек аңларға? Яҙыусының ауыҙынан үт аҡҡаc, белемһеҙ халыҡҡа ни һан?






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779