Бала саҡта нәфис әҙәбиәт уҡыуы күңелле ине, сөнки китапхананан алып ҡайтҡандарҙың күбеһенең эсе тулы — әкиәт. Гүзәл принцессалар, ғәжәйеп хайуандар төшөрөлгән сағыу баҫмаларҙы кем яратмаҫ! Уларҙы ҡабат-ҡабат уҡығы, иптәштәр менән уртаҡлашҡы килә. Һөйләй торғас, шиғыр кеүек ятланып бөтә ине улар хатта. Серле лә, фәһемле лә әкиәттәр донъяһын үҙ эсенә алған ул китаптар беҙҙе бала саҡтан ҙур тормошҡа оҙатып барыусы иң яҡын дуҫтарыбыҙға әүерелде. Ошо хикмәтле донъяға яҡыныраҡ килеү теләге менән үҙем дә әкиәт яҙып ҡарағайным. Унда, әлбиттә, кисерештәрем, етем ҡалған ҡыҙҙың уйҙары, әрнеүҙәре сағылғайны...Үҫә төшкәс, ҡулыңа алған китапта һиңә таныш хәлдәр тураһында яҙылһа, бигерәк уйландыра икән. Китап ҡанатлы, тиҙәр бит. Үҙенең ҡанатына ултыртып мең йылға артҡа илтә йә иһә йөҙ йылға алға алып китә. Күптән түгел мин был ҡанаттарҙың тылсым көсөн үҙемдә татыным. Үткәндәремә ҡабат осоп ҡайтырға теләмәһәм дә, киләсәккә байҡау яһау, күңелемдә йөрөткән хыялдарымды нығытып ҡуйыу бик урынлы, яҡшы булды. Һүҙем Айгиз Баймөхәмәтовтың республика йәмәғәтселегендә ысын мәғәнәһендә шау-шыу тыуҙырған, бер тапҡыр һатылып бөтөп, икенсегә баҫылған “Ҡалдырма, әсәй!” тигән китабы тураһында.
Әҫәрҙең геройы Ильястың кисерештәре миңә бик яҡын, сөнки бәләкәй ваҡыттан әсәйемдән айырылып балалар йортонда йәшәнем, бер тапҡыр тәрбиәгә алынғас, кире ҡайтарылып, йәнә шул мөхиткә эләктем... Ильяс та ҡыҫҡа ғына ғүмерендә күп ауырлыҡтар күргән: ата-әсәһен юғалтҡан, балалар йортонда уның директорынан, тәрбиәсе Рәйфә апайҙан, һуғыш суҡмары, вәхши Даяндан йәберләнеп йәшәгән, яҡын дуҫы Фәнилдең үлемен кисергән. Балалар йортондағы тормошомдо һис тә иҫкә алғым килмәй ине. Шулай ҙа китапта бәйән ителгән хәлдәр миңә үткәндәргә дөрөҫ һығымта яһарға, ысынбарлыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтте тип әйтә алам.
Балалар йортоноң үҙ ҡанундары бар, унда рәхәт түгел, әлбиттә. Өлкәндәрҙең битарафлығына, яһалма мөнәсәбәтенә лә етем бала күңеле үтә һиҙгер була. “...Шул тиклем һыҙлана инем. Юҡ, тешем дә, аяғым да түгел... Күңелем һыҙлай ине. Ә бит уны теш кеүек һурып ташлап ҡына ҡотолоп булмай. Күңел һыҙлай, күңел! Донъяла шунан да ауырыраҡ нәмә бармы икән?” – тип яҙа автор. Күңелем илаған саҡтарҙы иҫкә алһам, миңә лә ҡыйын була...
Айгиз Баймөхәмәтовтың китабы башҡорт прозаһында яңы һүҙ булды, тип яҙҙылар. Был повесты уҡығас, йәмғиәттә етемдәр яҙмышына башҡасараҡ ҡараш барлыҡҡа килер тигән ышаныс та бар. Күптәр малайҙы йәлләгәндер. Күңелендә изге ынтылыш тыуып, етемдәрҙе тәрбиәгә алыусылар һаны ла артыр... Ә бына мин Ильястың яҙмышын үҙемдеке менән сағыштырам да көнләшеп ҡуям. Ильяс әсәһен өҙөлөп һағынған бер мәлдә Әмиләнән көнләшә. “Ниңә генә минең әсәйем дә төрмәлә ултырмай икән?” – ти геройым. Эй, йүләр! Кеше үлтереп төрмәгә эләккән йәки эскесе (әммә иҫән!) ата-әсәләрҙең ҡасандыр килеп балаһын ҡосағына алыр мөмкинлеге булыуы, ә үҙенең ғәзиздәренең кире ҡайтмаясағын уйлап әрней үҫмер күңеле.
Ә бына мин Ильястан көнләшәм. Ул атаһы һәм әсәһе менән ғорурлана, уларҙың исеменә тап төшөрмәҫкә тырыша, һәр аҙымын уйлап атлай. Бала ғына сағынан ата-әсәһе рухы алдында яуаплылыҡ тоя. Күңеленән генә булһа ла әсәһе менән аралашыуы Ильясты күп яңылыш аҙымдарҙан, насар хәлдәрҙән һаҡлап ҡала. Был бәхет бит. Ә мин кескәй генә үҙемде һәм һеңлемде яҙмыш ҡосағына ташлап сығып киткән кешенән оялам. Атайымды бөтөнләй белмәйем. Быйыл йәй мине донъяға тыуҙырған ҡатын менән осраштым. “Әсәй” тип өндәшеп булмай уға. Уның тәртипһеҙлеге, эскелеге, битарафлығы арҡаһында беҙ күпме ҡыйырһытыуҙар күрҙек! Сабыйҙар йортонан һеңлем менән икебеҙҙе бер мари ҡатыны алды. Исемем, фамилиям, атайымдың исеме менән бергә бөтә тормошом үҙгәрер тип өмөтләнгәйнем. Ҡайҙа ул! Беҙҙе тамуҡтың үҙе көткән булып сыҡты. Ике йыл интеккәндән һуң мине балалар йортона кире ҡайтарҙылар. Һеңлемде ҡалдырҙылар, уның менән аралашырға рөхсәт итмәйҙәр, шунан башлап берҙән-бер туғанымды күргәнем юҡ. Ике тапҡыр ата-әсә хыянатын кисерҙем. Әммә улар мине ташлап киткән мәлдә, бәлки, килеп алырҙар, тигән өмөт менән тәҙрә янынан китмәй һаман да көткәнем хәтерҙә...
Бөгөн мин өсөнсө ғаиләлә йәшәйем. Атайым һәм әсәйем миңә гел изгелек кенә теләй. Беҙҙе, ун бер баланы – үҙҙәренекен дә, тәрбиәгә алғандарын да – тигеҙ күреп яраталар. Ошо йылы мөнәсәбәтте тойоу менән бәхетле мин. Атай-әсәйем мине оло сабырлыҡ менән донъяла йәшәргә өйрәтте. Улар һәр уңышымды күреп һөйөнә, ауыр саҡтарымда, бөтә мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, ярҙамға ашыға, күңелем ҡырылғанын күрһәләр, бергә ҡайғыралар. Әҙәбиәтте һөйөүем дә әсәйемдән күскәндер. Өйөбөҙҙә бай китапхана булдырыусы ла, мине китап уҡырға өйрәтеүсе лә ул. “Үҙ аҡылың юлбашсы булһын, китап юлдашың булһын”, – тип бәләкәй сағымдан ҡулыма тәрән йөкмәткеле китаптар һалды әсәйем.
Быйыл ХI класта уҡыйым. Һөнәр һайлау алдында торғанда Айгиз Баймөхәмәтовтың китабы ҡулыма килеп эләгеүе осраҡлы хәл түгелдер, моғайын. Дөрөҫ маҡсаттар ҡуя белһәң, яҡшы юлдан атлап, тормошта уңыштарға өлгәшеп булыуын Ильяс үҙ үрнәгендә иҫбатлай. Минең уға оҡшағым килә! Киләсәктән бер аҙ ғына ҡурҡыу бар, әлбиттә. Минеке кеүек яҙмышлы балалар һирәк осраҡта ғына юғары белем ала, яҡшы эш урыны таба. Ысынбарлыҡҡа күҙҙе йомоп булмай. Үҙемә табип һөнәрен алырға маҡсат итеп ҡуйҙым. Шуға өлгәшергә көсөм етһә, мин иң бәхетле кеше булыр инем. Үҙ алдымда, миңә ышанған ғаиләм алдында йөҙөм яҡты булыр ине.
Әлегә тиклем үҙ әсәйемдең ҡосағында иркәләнеү теләге күңелемдә йәшеренеп йәшәп килгән булһа, был өмөттәрем һүнде инде. Булғанына шөкөр итәм. “Ҡалдырма, әсәй!” – тип яңы әсәйемә, мине ҡараған, яҡшы тәрбиә биргән, балалары өсөн өҙөлөп торған кешемә әйтәм. Әрнеткәне өсөн дә, уйландырғаны һәм киләсәгемә ышаныс бүләк иткәне өсөн дә тоғро дуҫым Китапҡа рәхмәтлемен!