Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Матбуғатты сифат ҡотҡарасаҡ
Матбуғатты сифат ҡотҡарасаҡ Яңыраҡ ҡулыма билдәле журналист Андрей Мирошниченконың “Гәзиттәр үлгәс” исемле китабы килеп эләкте. Автор баҫма матбуғаттың ғүмерен 2037 йыл менән сикләй. Аныҡ сәбәптәрен дә күрһәтә. Булмаҫ, тиер ҡайһы берәүҙәр. Шулай ҙа утһыҙ төтөн сыҡмай тигәндәй, әлеге фекер күңелгә шик-шөбһә һалманы түгел. Етмәһә, 37-гә (әлеге лә баяғы 37!) күп тә ҡалманы...
Башҡорт дәүләт университетының журналис­тика кафедраһы мөдире Азамат ҒӘЛЛӘМОВтың иһә был йәһәттән үҙ ҡарашы. Әңгәмәбеҙгә башлыса әлеге китап сәбәпсе булһа ла, фекерҙәребеҙ бөгөнгө журналистика, һүҙ ҡөҙрәте, выждан азатлығы, тармаҡтың йәшәйеше һәм киләсәге солғанышында беректе.

— Һуңғы осорҙағы ва­ҡи­ғаларҙан сығып фекер йөрөт­кән­дә, журналистиканың ғына түгел, ғәмәлдә, һүҙ ҡөҙрәтенең ни тиклем көслө, шул уҡ ва­ҡытта үтә ҡурҡыныс һәм аяу­һыҙ ҡорал була барыуына нығыраҡ инанабыҙ. Бындай сәйәси шарттарҙа һеҙгә, журналистика кафедраһы мөдиренә, йәштәрҙе был һөнәрҙең нес­кәлектәренә төшөндөрөү, ғөмү­мән, ысынбарлыҡты аңлап ҡабул итергә өйрәтеү еңелдән түгелдер, моғайын?
— Әлбиттә. Айырыуса һуңғы йылдарҙа мәсьәлә ҡатмарлашты. Сәбәптәре күп. Иҡтисади, сәйәси юҫыҡты алып ҡарағанда ла, ниндәйҙер матди, хатта рухи ҡиммәттәргә килгәндә лә хәл итәһе проблемалар етерлек. Мәҫәлән, шул уҡ технологик үҙгәрештәрҙе генә алып ҡарайыҡ. Бөгөн уларҙың хатта иҡтисади нигеҙҙәре лә башҡасараҡ юҫыҡта үҫешә. Заманса компьютерҙар, һуңғы моделле кеҫә телефондары, 3D принтерҙар... Былар әле беҙ белгәне, үҙебеҙгә таныштары ғына. Ә асылда — баш китерлек ғәжәйеп донъя. Һөҙөмтәлә бындай үҙгәрештәр мөхитендә элеккесә эшләп тә, иҫкесә йәшәп тә булмай һәм был мөмкин дә түгел. Нисек кенә булмаһын, яңы үҙгәрештәргә, яңы ҡағиҙәләргә көйләнергә тейешбеҙ. Ләкин шуны танырға кәрәк: беҙ әле булһа аңыбыҙ менән был яңылыҡтарҙы ҡабул итеп бөтә алмайбыҙ. Һәр редакцияға, һәр мәктәпкә һәм уҡыу йортона компьютер, принтер йәки башҡа заманса технология таратып биреүҙә генә түгел бит эш башы... Унан һуң, шарттар үҙгәргән кеүек булһа ла, журналист һөнәренең асылын юйып ташлау мөмкин түгел. Мәғлүмәтте йыйыу, уны тикшереү һәм дөрөҫ хәбәрҙе генә халыҡҡа еткереү — ҡайһы быуатта, ниндәй генә шарттарҙа йәшәһәк тә, журналист тәү сиратта ошо ҡанундарҙан сығып эшләне һәм әле лә шулай. Һәр хәлдә, был аксиома булырға тейеш. Хәйер, был осраҡта, теләйбеҙме-юҡмы, абруй ха­ҡын­да ла оноторға ярамай. Кем ниндәй исем юллап алған, уға ышанырға мөмкинме-юҡмы һ.б. Әйтәйек, бөгөн ҡайһы бер мәғлүмәт агентлыҡтарына ышаныс кәмей икән, был тиккә түгел бит. Ҡыҫҡаһы, үҙгәрештәр ысынлап та бара һәм, минеңсә, был – тәбиғи процесс. Хәтеремдә, элегерәк бер мәғлүмәтте генә лә 3-4 кеше тикшергән заманалар бар ине. Ундай сикләү ниндәйҙер кимәлдә әле лә күҙәтелә. Һәр хәлдә, теләһәң, хатта йәшерен мәғлүмәтте лә халыҡҡа ишет­терергә була...
— “Инстаграм”, “Тумблер”, “Твиттер” кеүек социаль сел­тәр­ҙәрҙе күҙ уңында тота­һығыҙмы?
— Нәҡ шулай. Әл­биттә, был мәғ­лүмәт сы­ғанаҡ­та­рында “сүп-сар”ға ла урын күп. Уның ҡарауы, дө­рөҫ­лөк­тән ҡур­ҡып тор­майҙар.
— Ләкин был ос­раҡта таяҡтың ауыр башы әлеге лә баяғы сифатлы матбуғатҡа төшә түгел­­ме? Телмәр оҫ­­талары бында һүҙ­ҙең ҡөҙрәте һәм бәҫе менән дә иҫәп­ләшеп тормай...
— Килешәм, ләкин халыҡ­тың бит һайлап алыу мөмкин­леге лә бар. Теләй икән, мәғ­лүмәтте Интернет селтә­ренән эҙләй, теләй икән — милли матбуғат биттәренән.
— Тик көстәр барыбер ҙә тигеҙ түгел шул...
— Көстәр тигеҙләнһен өсөн милли матбуғаттың үҙенә Интернетты яуларға кәрәк. Хәҙер бит күптәр хатта телевидение, радионы ла Интернет аша ғына ҡарап, тыңлап бара. Гәзит-журналдар хаҡында әйтеп тораһы түгел. Ҡыҙыҡлы, уҡымлы мәҡәлә икән, сайттағы һылтанмаһы бар Ер шарын урап сығасаҡ.
— Тимәк, беҙҙең гәзит-журналдар ҙа тора-бара ҡағыҙ вариант­тан Интернет вер­сия­һына ғына ҡалырмы икән?
— Һис тә улай тип уйламайым. Элекке ҡулъяҙма китаптар­ҙы ғына алып ҡарайыҡ. Улар ҙа заманында ҡәҙерһеҙ ине, ә хәҙер сәнғәт өлгөһөнә әүерелде — бөгөн ҡулдан яҙылған баҫмалар­ҙың хаҡы миллиондар менән иҫәпләнә. Баҫма матбуғат та бөтмәйәсәк. Әммә күләме... эйе, кәмейәсәк. Хәйер, матбуғатҡа ҡағылышлы имеш-мимеш бер бөгөн генә борсомай беҙҙе. Радио барлыҡҡа килгәс, гәзит-журналдар бөтәсәк, тип күпме яу һалдылар. Телевидение менән дә ошо уҡ хәл күҙәтелде. Хәҙер килеп Интернетты төп хәүеф сығанағы тип күрәләр.
— Бәлки, үҫешкә лә әлеге лә баяғы “сик” ҡамасаулайҙыр...
— Киң мәғлүмәт сараларының бойондороҡһоҙлоғо асылда ни бары ике төп төшөнсәнән тора, тип фараз итәм: объективлыҡ һәм ғәҙел ҡараш. Әммә тап бына шуға өлгәшеүе барыһына ҡара­ғанда ла ҡыйыныраҡ та инде. Журналистар һәм киң мәғлүмәт саралары алдында үҙ урының­ды, үҙ уҡыусыңды һәм тамаша­сың­ды, ә иң мөһиме – үҙ те­маң­ды табыу бурысы тора. Һәм шул уҡ ваҡытта, әле әйткәнсә, һәр нәмәгә аудиторияң күҙлегенән түгел, бәлки ғәҙел һәм объектив мөнәсәбәттә ҡалыу кәрәк. Ғөмүмән, бармы ул мат­буғат азатлығы, тигән һорауҙың ни бары өлөшләтә хәҡиҡәт булыуын да билдәләр инем.
— Ә беҙ күрергә теләгән, үҙебеҙ ынтылған журналис­тика хаҡында ни әйтерһе­геҙ... Ғәмәлдә бармы ул?
— Ысын журналистика юҡ тип әйтеүе, аҡыл өйрәтеүе күп­­кә еңелерәк, әлбиттә. Әм­мә­ тармаҡты тамырынан ҡап­шай ­башлаһаң, эштең яҙыу-һы­ҙыу­ҙа ғына түгел икән­­леге ярылып ята. Сәбәп­тә­­ре иһә иҡтисади тотороҡ­һоҙ­­лоҡҡа ла, сәйәси үҙгә­­­­реш­­тәр­гә лә ҡағыла. Ва­ғы­раҡ мәсьәләләргә килгәндә иһә сифат түбәнәйә. Һайлап алыу мөмкинлеге күбәйгән һа­йын ҡыҙыҡлы материал табыуы ауырлаша.
— Үҙ тәжрибәгеҙҙән сы­ғып, сит ил жур­на­лис­ти­ка­һын беҙҙең жур­­­на­­лис­- ­тика, ғөмүмән, баш­­­­ҡорт журналис­ти­ка­һы менән сағыш­ты­рып ҡараға­нығыҙ бул­ды­мы?
— Сағыштырыр өсөн ныҡлы нигеҙ кә­рәк. Ә беҙҙә ул юҡ. Хәйер, сит илдәрҙә дәү­ләт мат­буғаты бөттө бит хәҙер. Барыһы ла шәхси ҡулда. Булғандары ме­нән дә сағыштырыу урын­һыҙ. Мөм­кинлектәрҙән, һәләт­тән сығып фекер йөрөткәндә, улар­ҙа ла шул уҡ проблема.
— Әлеге лә баяғы тираж­мы?..
— Эйе, тираж мәсьәләһе беҙҙең гәзит-журналдарға ла, шул ук “Нью-Йорк таймс” өсөн дә баш бәләһе инде. Әйтәйек, бөгөн Америкалағы көндәлек гәзиттәрҙең уртаса тиражы — 300 мең дана. Ә бит быға тиклем миллион ярым-ике миллион тарала торғайнылар. Теләйбеҙме-юҡмы, технологик үҙгәреш яңы талаптар ҡуя, яңы шарттарға яраҡлашырға мәжбүр итә. Быларҙы ҡабул итергә кәрәк.
— Журналистика ғына түгел, тормош та башҡаса­раҡ бит хәҙер — яңы ҡағи­ҙәләр, заманса һулыш. Элек нисек ине? Философтар фәлсәфә ҡорҙо, диндарҙар иманлылыҡҡа өндәне, уҡы­тыу­сылар белем бирҙе, тәфтишселәр тикшерҙе... Тәү ҡарамаҡҡа әле лә шулай кеүек. Әммә бөгөн быларҙың барыһын да бер үк кеше башҡара — ул да булһа журналист. Ә биш йыл эсендә бындай бе­лем­гә һәм мәҙәнилеккә, бындай әхлаҡи ҡиммәт­тәргә, шул уҡ яуаплылыҡҡа һәм профессиональ ки­мәлгә өлгә­шеп буламы?
— Бәлки, шулай тойола ғыналыр ул, әммә барыбер килеп сыҡмаясаҡ. Журналист ниндәй генә белемле булма­һын, ул барыбер заводтың эшмәкәрлеген аныҡ белмәй, тауарҙы ла бер үҙе генә етеш­терә алмаясаҡ. Фәлсәфәүи фекер йөрөткән осраҡта ла ул фәлсәфәсе булып китмәйә­сәк, кеше һүҙен һөйләйәсәк. Ә бына төплө, киң ҡарашлы фекерләүгә килгәндә, бында килешәм. Ысын журналист менән бар темалар буйынса ла аралашып була. Студенттар менән дә шул уҡ хәл. Беҙ уға мәғлүмәт, репортаж йә интервью яҙырға өйрәтһәк тә, унан Познерҙы ла, Парфеновты ла әүәләп булмаясағын яҡшы аңлайбыҙ, һәм был беҙҙең маҡ­сат та түгел. Иң мөһиме — уның тормошта үҙ урынын табыуы. Хатта журналист дипломы булып та башҡа тармаҡты һай­лаған хәлдә лә.
Асылда журналистика — бик яуаплы, көслө, шул уҡ ваҡытта үтә һиҙгер тармаҡ ул. Донъяуи үҙгәрештәр ҙә, сәйәси, ижтимағи, иҡтисади икеләнеүҙәр ҙә тәү сиратта ошо өлкәлә сағылыш таба. Ас журналист менән туҡ журна­лис­тың мәҡәләләрен уҡып ҡара­ғанығыҙ бармы? Тормошта ла ошо­лайыраҡ килеп сыға инде. Радио барлыҡҡа килгәнгә саҡлы гәзиттәр көнөнә өс тапҡыр сыға торғайны: иртәнге, көндөҙгө һәм киске. Тора-бара мохтажлыҡ кә­мене. Ә Интернет барлыҡҡа кил­гәй­не, бер генә данаға ҡалды. Бөгөн көндәлек ваҡиғалар гәзит биттәрендә хатта баҫылмай ҙа тиерлек. Хәйер, уның кәрәге лә юҡ. Гәзит килеп еткәнсе ул хә­бәр­ҙе телевидение, радио аша йөҙ ҡабат ишетәһең. Шуға күрә гәзит-журналдар баҫымды ла хәбәр­ҙәр­гә түгел, ә күпкә етдиерәк жанр- ­ҙар­ға яһарға тейеш. Шул уҡ аналитиканы ғына алып ҡарайыҡ. Бөгөн бер мәғлүмәт агентлығы ла теге йәки был ваҡиғаға анализ яһамай һәм яһамаясаҡ та. Бының өсөн көстәре лә, мөмкинлектәре лә юҡ. Ә аналитика, көслө аналитика ысын журналистың ғына ҡу­лы­нан килә. Ә улар ҡайҙа? Баҫма мат­бу­ғатта. Шуға күрә быны функция­ның юғалыуы тип түгел, ә төп функцияның яңынан терге­ҙе­ле­үе тип аңларға һәм гәзит-жур­нал­дарҙың абруйын күтәреүҙә бик оҫта файҙаланырға ғына кәрәк.
— Тимәк, гәзит үҙ асылына ҡайта?
— Шулай. Сифатлы матбуғат аналитика менән көслө. Ғөмүмән, аналитиканы гәзиттән башҡа бе­рәү ҙә бирә алмай. Телевидение­ла аналитика юҡ. Улар мәғ­лү­мәт­те йыя һәм тамашасыға еткерә генә. Радиола ла шул уҡ хәл: биш минут иғлан, ҡалған ваҡытта — башлыса йыр-моң.
— Ә һеҙ үҙегеҙ ҡайҙан мәғ­лүмәт алаһығыҙ? Гәзиттәнме, Интернеттанмы?
— Төрлө сығанаҡтарҙан. Башлыса Интернеттан. Әммә был гәзит уҡымайым тигән һүҙ түгел. Баҫма матбуғаттың Интернет-версияһына өҫтөнлөк бирәм.
— Азамат Абдрахман улы, форсаттан файҙаланып, тағы бер һорау бирмәй булдыра алмайым. Һеҙ башҡорт телендә шул тиклем матур һөйләшә­һегеҙ, ҡалала үҫкәнһегеҙ, тип әйтеп тә булмай...
— Кеше бала саҡтан уҡ туған телендә һөйләшһә, тел йәшәй тигән һүҙ. Был йәһәттән мин мең тапҡыр бәхетлемен. Унан һуң телде белеү йыш ҡына теләктән дә тормай. Теләк булып та, шарттар юҡ икән, күпкә үкенеслерәк. Шуға күрә тауҙар беҙҙе түгел, ә беҙ тауҙарҙы яуларға тейеш. Шул уҡ Интернетты киңерәк ҡулла­нырға, төркөмдәр булдырырға, туған телебеҙҙә аралашыу мөм­кинлеге булдырырға һ.б. Күп нәмә сәнғәт кешеләренән дә тора. Мин был осраҡта бейеү-йырлауҙы ғына күҙ уңында тотмайым Шул уҡ журналистарҙы ғына алып ҡарайыҡ. Туған телендә ни тиклем ҡыҙыҡлы материалдар ижад итһә, уны шул тиклем күберәк кеше уҡыясаҡ, һөҙөмтәлә тел дә үҫәсәк, гәзит тә йәшәйәсәк.

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА
әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779