Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт киноһын кем төшөрөр?
Башҡорт киноһын кем төшөрөр? Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Кинематографистар союзының эшмәкәрлеге тураһында бик йыш телгә алалар. “Башҡортостан” киностудияһы менән берлектә ул билдәле башҡорт кинорежиссеры, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың төп киностудияһына нигеҙ һалған Әмир Абдразаҡовтың, кинооператор, республикабыҙҙа Кинематографистар союзын булдырған Илдус Ғәлиуллиндың хәтер кисәләрен, балалар өсөн “Башҡорт мультәкиәте”, “Башҡорт киноһы төнө”, “Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары — Рәсәй кинематографында” кисәләрен, төрлө фильм презентацияларын, кино эшмәкәрҙәре менән ижади осрашыуҙар ойошторҙо.
Союз “Башҡортостан” киносту­дияһы менән берлектә эшләй. Әммә һуңғы тапҡыр ул үҙаллы ҙур сара үткәреүгә лә өлгәште – сентябрь аҙағында “Родина” кинотеатрында “Башҡортостандың йәш киноһы” фес­тивале үтте. Тәүге көндә ете ре­жис­серҙың фильмдарын күрһәт­һә­ләр, иртәгәһенә йәш кино эш­мә­кәрҙәре үҙ эштәре менән таныштырҙы, килә­сәккә пландар ҡорҙо.
Ошо көндәрҙә беҙҙә тағы бер күркәм сара – “Родина” кинотеатрында Әҙәбиәт йылына арналған “Башҡорт әҙәбиәте һәм кино сәнғәте” тигән кисә булды. Уны ике ижади ойошма – республикабыҙҙа Кинематографистар союзы һәм Башҡортос­тандың Яҙыусылар союзы – үткәрҙе. “Баш­ҡорт­ос­тан” киностудияһы ла ярҙам­лашты.
Ошолар хаҡында һөйләшер өсөн республиканың Кинематографистар союзы рәйесе, Башҡортостандың ат­ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рә­сәйҙең почетлы кинематографисы Фәрит Фәтих улы Ғәбитовты саҡыр­ҙыҡ.
– Фәрит Фәтих улы, һеҙҙең был вазифаны биләгәнегеҙгә йыл ту­лып килә. Союз тураһында һөй­ләһәгеҙ ине.
– Башҡортостан Кинематографис­тар союзына быйыл егерме ике йыл тула. Союздың егерме йыллыҡ юбилейын бик матур итеп үткәрҙек, Татарстандан коллегаларыбыҙ килде.
Беҙҙә әле егерме бер ағза, ба­ры­һы ла элегерәк һәм хәҙер респуб­ликабыҙҙың кино сәнғәте үҫешенә байтаҡ көс һалған. Беҙҙең союз – Рәсәй кинематографистар союзының төбәк бүлексәһе, уның рәйесе ба­рыһына ла яҡшы таныш – билдәле кинорежиссер, союзды күптән етәк­ләп килгән Никита Сергеевич Михалков. Союз ағзаһы булыу мәсьәләһе Мәскәү аша хәл ителә, бар документтар унда ҡарала. Әйтергә кәрәк, беҙҙең Башҡортостан союзы әүҙем эшләүселәр иҫәбендә.
– Совет осоронда яҙыусылар, рәссамдар йәки кинематографистар союзында ағза булыу ижади кеше өсөн ҙур уңыш тип һанала ине һәм уны бөтөнләй икенсе кимәлгә күтәрә торғайны. Бөгөн Рәсәй һәм Башҡортостан Кинематографистар союзының ағзаһы булыу нимә бирә?
– Ижади берекмәләрҙең тиҫтәләр­сә йыл буйы тупланған абруйы бар, һәм ул заман елдәренә бирешмәй. Һинең ағза булыу-булмауыңды, туп­ланған тәжрибәңде юғары кимәлдәге профессионалдар билдәләй, һәм был үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй. Беҙҙең Союзға килгәндә иһә, киң йәмәғәтселек өсөн йыйындарҙы ла, үҙебеҙҙең кино эшмәкәрҙәренә генә ҡағылған сараларҙы ла байтаҡ үткә­рәбеҙ. Ниндәй булһа ла ижади ке­шегә үҙ мөхитеңдә ҡайнау, фе­керҙәштәр менән аралашыу, профессиональ йәһәттән кәңәштәр алыу мөһим бит.
Союздың эшен юғарыраҡ кимәлгә күтәреү, Мәскәү менән тығыҙ бәй­ләнештә эшләү милли кинобыҙҙы үҫтереү өсөн бик мөһим. Беҙгә бул­ған мөмкинлектәрҙе файҙалана бе­лергә кәрәк. Яңыраҡ союз ярҙамында беҙ алты кино эшмәкәренә «мәҙәниәт һәм сәнғәткә индергән тос өлөш өсөн» тигән стипендия юллап алып бирҙек, бер егетебеҙ, йәш белгес булараҡ, Президент стипендияһына лайыҡ булды. Союз ағзаларының ҡайһы берҙәренә, ауырыуҙары сә­бәпле, күләмле генә матди ярҙам ойоштора алдыҡ.
Ҡыҫҡаһы, хәҙерге заманда зар­ланыуҙан фәтүә юҡ, мөмкин тиклем мәғлүмәтле булырға, дәүләт биргән мөмкинлектәрҙән файҙалана белер­гә кәрәк.
– Ул йәһәттән тәжрибәгеҙ ҙур һәм бик ҡиммәт. Белеүемсә, һеҙ туҡһанынсы йылдарҙа “Башкиновидеопрокат” берекмәһендә эшлә­негеҙ, унан алда обкомда мә­ҙә­ниәткә һәм шунда ла киноға ҡағылған мәсьәләләрҙе хәл ит­те­геҙ. Рәйес булғанға тиклем союз­дың яуаплы секретары ва­зи­фаһында эшләнегеҙ...
– Эйе, кино өлкәһе миңә күптән таныш. Етмешенсе йылдар аҙағында Свердловскиҙағы киностудияла Мос­тай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһы буйынса төшөрөлгән кинола консультант булырға тура кил­де. Хатта беҙҙең актерҙарҙың хәлен белергә тип, мине Ҡырғыҙстанға командировкаға ебәрҙеләр. Ысыҡкүл буйында төшөрөлгәйне был фильм. Һыуыҡ ваҡыт. Шул осорҙа Гөлли Мө­бәрәкова менән Биктимер Мулла­баевтың үҙ эшенә мөкиббән би­ре­леп, бер нәмәгә лә иғтибар ит­мәй эшләүенә иҫем китеп ҡайтҡай­ным. Киноактер хеҙмәтенең ниндәй ауыр булыуын шунда яҡындан күрҙем.
1980 йылда “Мосфильм”да баш­ҡорт әкиәттәре нигеҙендә төшөрөл­гән “Алтын атлы һыбайлы” филь­мына ла (режиссеры – Василий Журавлев) ярҙам күрһәттек.
Ошо уҡ йылдарҙа “Мосфильм”да “Пугачев” фильмын төшөрмәксе булдылар. Иң тәүҙә беҙгә сценарийын ебәрҙеләр. Уның буйынса үҙебеҙҙең теләктәрҙе һәм иҫкәрмәләрҙе әйттек. Күп кенә ролдәрҙә тап беҙҙең актер­ҙарҙың уйнарға тейешлеген белгерттек. Шулай итеп, Салауат Юлаев роленә циркта эшләүсе Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы Салауат Кирәевте һайланылар. Ул йөҙө, йәше менән тап килде һәм айырыуса һыбай оҫта йөрөүе менән арбаны. Ишмулла Дилмөхәмәтовты Кинйә Арыҫланов роленә тәҡдим иттек, әммә уны ҡалмыҡ актеры Юрий Ильянов уйнаны, ә Ишмулла ағай өсөн махсус Сәсән ролен уйлап сығар­ҙылар. Ысынлап та, фильмдың иң сағыу урыны – башҡорт ғәскәренең ҡурай уйнап, Пугачев станына ингәне.
Ә инде кинопрокатҡа килгәндә, миңә бик абруйлы кино эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәриф Фаяз улы Хафизов менән эшләү насип булды. Прокатта утыҙ йылдан ашыу хеҙмәт иткән кеше ул. Ошо дәүерҙә республика кинопрокаты Рәсәй күләмендә алдынғы­лар­ҙан һаналды. Байтаҡ күрһәткестәр – кино ҡоролмалары, киномеханик­тар­ҙың эшмәкәрлеге, килем һәм баш­ҡалары – буйынса беренсе урындар алдыҡ. Нәриф Фаяз улын юҡҡа ғына Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Координация үҙәге кәңәшсеһе итеп һайламанылар бит!
Билдәләп китәйем, ошо күренекле шәхескә быйыл 80 йәш тулған булыр ине. Уның хәтер кисәһен “Родина” кинотеатрының Йәшел залында үткәрмәксебеҙ.
Прокатта эшләгән осорҙа кино өлкәһенә мөкиббән бирелдем. Рес­публикабыҙҙа был сәнғәттең тарихы хаҡында байтаҡ белем тупланды. Кино музейын астыҡ. Әле был му­зейҙы киностудияның яңы бина­һында тергеҙәбеҙ.
Элек беҙҙең республикала Свердловск киностудияһының хәбәрселәр пункты эшләп килде. Уның оператор­ҙары Башҡортостан тураһында төр­лө киножурналдарға материал әҙер­ләй ине. Ошо эште яйға һалыу ҙа минең бурыстар рәтенә инде. 1976 йылда корпунктҡа Башҡортостанға оператор һәм хәбәрсе итеп Михаил Николаевич Новиковты ебәрҙеләр. Беҙ уның менән аэропортта ҡаршы алғанда уҡ дуҫлаштыҡ, әле лә ара­лашабыҙ. Михаил Николаевич аҙаҡ “Башҡортостан” киностудияһын етәк­ләне, әле лә союздың иң әүҙем ағзаһы.
– Союз ҡарамағында йәштәр үҙәге эшләй башлаған, тип ишетеп шатландыҡ. Ысынлап та, киноға йәштәр күпләп килә һәм уларҙы үҙ ҡанатығыҙ аҫтына алыуығыҙ, әлбиттә, ҙур әһәмиәткә эйә...
– Рәсәй Кинематографистар сою­зы янында бына инде 2012 йылдан Йәштәр үҙәге эшләп килә. Ул киноға яңы аяҡ баҫҡан йәштәр өсөн ҙур терәк – төрлө мәсьәләләр буйынса консультатив ярҙам, шул иҫәптән юридик ярҙам күрһәтәләр. Хәҙерге заманда проекттарыңа инвестор табыу юлдарының береһе булған питчингтарға әҙерләнеү өсөн мәғлүмәти ярҙам да бирелә. Мәскәү тәжрибәһенән күреп, беҙҙең союзда ла Йәштәр үҙәге асылды. Уның етәксеһе итеп йәш кинорежиссер, республикала киң билдәле Айнур Асҡаровты һайланыҡ. Шулай уҡ сентябрь аҙағында беҙ бик уңышлы ғына итеп “Башҡортостандың йәш киноһы” фестивален үткәреп ебәрҙек. Берен­се көн тантаналы рәүештә ре­жис­серҙарыбыҙҙы тәбрикләнек. Шуныһы ҡыуандырҙы: Ҡыҙыл зал туп-тулы булды. Тимәк, үҙебеҙҙең киноға ҡы­ҙыҡһыныу арта. Әйтергә кәрәк, был сара тәүге тапҡыр махсус белем алған кино эшмәкәрҙәрен һәм сән­ғәттең ошо юлына үҙаллы баҫ­ҡан, Булат Йосоповтың киномәк­тә­бен тамамлаған йәштәрҙе бер­ләш­терҙе.
Бынан алда кино өлкәһенә бәйле тағы ике күркәм сара үтте. Мәҫәлән, Рәсәй киноһы көнөндә “Башҡорт­остан” киностудияһының 25 йыллыҡ юбилейын үткәрҙек. Унда ла ете режиссерҙың нәфис, документаль һәм анимацион фильмдарын күр­һәттек, “Родина” кинотеатрының ике залы ла шығырым тулы булды. Аҙаҡтан был фильмдар аҙнанан ашыу “Родина” кинотеатрында байтаҡ тамашасыны йыйҙы.
Бәҙәр Йосопова исемендәге Актер йортонда беҙҙең союз ярҙамында Таңсулпан Бураҡаеваның “Ике лә генә егет” ҡыҫҡа метражлы тарихи фильмы менән таныштырыу булды. Унда ла халыҡ бик күп йыйылды. Йәштәр күмәкләшеп был сараны ысын байрамға әйләндерҙе. Тамашасылар милли аштар ҙа тәмләне, мәтрүшкәләп сәй эсте, милли биҙәүестәр, китаптар, дисктар һатып алды. Иң ҡыҙығы – фильмда төшкән арбаға ултырып фотоға төштөләр.
Беҙҙең йәштәр бик әүҙем, улар үҙ көсөнә ышанып эшкә тотона, заман технологиялары, алымдары менән яҡшы таныш. Шуға ла союздың Йәш­тәр үҙәге киләсәктә бик күп эш ҡыйратыр, тип ышанам. Әле ул, “Башҡортостандың йәш киноһы” фес­тивален дауам итеп, ноябрҙә бер аҙна буйы фильмдар күрһәтәсәк. Бөгөн 9 – 12 декабрҙә “Көмөш Аҡ­буҙат” милли һәм этник халыҡ-ара фестивале уңайынан республикала тәүге тапҡыр үтәсәк дебютанттар питчингына ең һыҙғанып әҙер­ләнәләр.
– Ысынлап та, йәш кинорежис­серҙарҙың халыҡ-ара фестивал­дәге уңыштарына ҡыуанабыҙ. Тимәк, башҡорт киноһы яҡын арала тағы ла үҫешер тигән өмөт бар.
– Әлбиттә. Хөкүмәт һәм Мәҙәниәт министрлығы һуңғы йылдарҙа киноға иғтибарҙы ныҡ арттырҙы. “Башҡорт­остан” киностудияһының үҙ биналарын, төшөрөү павильондарын бул­ды­рыуы ла, фильмдарға гранттар биреү ҙә, халыҡ-ара фестивалде бик матур итеп үткәреү ҙә – дәүләт ярҙамының һөҙөмтәһе.
Киләһе йыл Рәсәй киноһы йылы тип иғлан ителде. Был беҙҙең өсөн яңы маҡсаттарға өлгәшергә, тамаша­сыларыбыҙҙы яңы, ҡыҙыҡлы саралар менән ҡыуандырырға мөм­кин­лектәр асыр тип ышанабыҙ.
— Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

Зөһрә БУРАҠАЕВА һөйләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779