Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәссамға ҡармаҡ нимәгә?
Рәссамға ҡармаҡ нимәгә? Нәсих Хәлисовты дуҫтары, яҡындары рәссамлыҡтан бигерәк балыҡсы тип белә. Саҡ ҡына буш ваҡыты табылдымы, ҡырға, һыу буйына сыға ла китә ул. Ҡомарлы булғанға түгел, ә тәбиғәтте яратҡанға.

Бишенсе класта уҡығанда уҡ “Сме­на” аппараты менән фото төшөрөргә әүәҫләнгән Әбйәлил егете Өфө­ләге мәктәп-интернатҡа килгәс тә тә­биғәт балаһы булып ҡала, һәр ерҙә матурлыҡты, үҙенсәлекте кү­реп, кадрға теркәп йөрөй. Баш­ҡорт дәүләт педагогия инс­ти­тутының художество-графика факультетын тамамлағандан һуң күп тә үтмәҫтән республика матбуғатында эшләй башлай, бар көсөн, ижади ҡеүәтен ошо тар­маҡ­ҡа ба­ғышлай, ләкин яратҡан шөғө­лөнә лә хыянат итмәй. Йәшә­йештең төрлө мәлдәре – ҡы­ҙы­ғы ла, ҡыҙ­ғанысы ла – Нәсихтең объективына эләгеп кенә тора. Бөгөн уның иҫ киткес бай фотоархивында ниҙәр генә һаҡланмай!
Рәссамға ҡармаҡ нимәгә?Һөнәри эшмәкәрлегенә килгән­дә, Нәсих Хәлисовты Баш­ҡорт­ос­тандағы исемле йыл­дарҙың етеһенең эмбле­ма­һын ижад иткән талантлы рәссам булараҡ республика халҡы яҡшы белә. Баш­ҡорт­ос­тандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡу­шылыуының 450 йыллығына арналған эмблемаһы айырыуса киң танылыу алды. Төр­лө ойошмаларҙың, ведом­ство­ларҙың, сараларҙың билдәләре, йәғни логотиптары хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Бынан тыш, “Башҡортостан” гәзитендәге һәр фотоһүрәт ошо рәссамдың ҡулы, зиһене аша үтә, баҫманың биҙә­лешен яҡшыртыу йәһәтенән дә Нәсих Хәлисовтың хеҙмәте оло хуплауға лайыҡ. “Рә­сәйҙең атҡа­ҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре”, “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” кеүек маҡтаулы, абруйлы исемдәрҙе юҡҡа алмаған ул.
Рәссамға ҡармаҡ нимәгә?Әле Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейының күр­гәҙмә залында Нәсих Хәлисовтың “Ҡабатланмаҫ мәл” тигән фото­күр­гәҙмәһе ҡуйылған. Авторҙың үҙен, дуҫтарын да саҡырып, музей етәк­селеге Өфөләге Ҡ. Дәүләткил­деев исемендәге республика художест­во гимназия-интернаты уҡыу­сыла­ры өсөн матур осрашыу ойош­торғайны. Балаларҙы Нәсих Хәлисовтың ижады һәм шәхесе менән таныштырырға балыҡсы һәм “балыҡсы” дуҫтары килде: “Башҡортостан” гәзитен уҡыусы­ларға ҡармаҡ һалыу серҙәрен өйрәтеүсе Әсләм Камалов; тормош күренештәрен “ҡәләм-ырғаҡ”­ҡа оҫта эләктереп, шәп әҫәрҙәр ижад итеүсе, шулай уҡ фәһемле фекерҙәрҙе ҡомарланып сүпләүсе әҙип Факил Мырҙаҡаев; халҡы­быҙ­ҙың көйҙәрен төрлө тәрәнлек­тәрҙән тартып сығарып, ҡурай моңона һалып, сәхнә аша тамаша­сыларҙы “һыйлаусы” Ишморат Ил­бәков; рухи донъябыҙҙағы иң мө­һим бурыстарҙы “һөҙөп алып”, дөйөм хөкөмгә тәҡдим итеп барған Альбина Исхаҡова, Наилә Буран­ғолова...
Рәссамға ҡармаҡ нимәгә?Былтыр Нәсих Хөббөтдин улы социаль селтәргә ике кило ярым­лыҡ балыҡ тотоп төшкән фотоһын ҡуйғайны. Быйыл шунан ике тап­ҡырға тиерлек ҙурыраҡты эләк­тергән. Фоторәссам булараҡ та йылдан-йыл еллерәк табыштарға юлығырға яҙһын уға!

Күберәк фотолар ошонда: фотолар


Автор: Я. УСМАНОВ.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779