Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында “Әҙәби музейҙар: проблемалар, бурыстар, перспективалар” I республика форумы, шулай уҡ Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үтәсәге хаҡында гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде. Байрамды асыу тантанаһында ҡотлау һүҙе менән Мәҙәниәт министрлығының социаль-мәҙәни эшмәкәрлек бүлеге етәксеһе Алһыу Сирғәлина сығыш яһаны.Музейҙар һорау ҡуяУл телмәрендә музейҙар аша халыҡҡа рухи мираҫыбыҙ барып етеүе һәм уларҙы мөмкин тиклем һаҡлау кәрәклеген билдәләне. Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратованың доклады “Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫын һаҡлауҙа әҙәби музейҙарҙың роле” тип аталды һәм, исеменән үк күренеп тороуынса, үҙ эсенә бик күп проблемаларҙы алды. Бөгөн Милли әҙәбиәт музейының айырым үҙ бинаһы юҡ, ошо мәсьәлә хәл ителгәндә лә, оҙаҡ йылдар дауамында тупланған материал бер урында йыйналыр ине.
Башҡортостандың Милли музейы директоры урынбаҫары Л. Чишкова республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған коллегалары алдында “Башҡортостан Республикаһында әҙәби музейҙар селтәрен булдырыу тарихынан” тигән темаға телмәр тотто. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаевтың доклады тотошлайы менән Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тормош, ижад юлына һәм уның милли әҙәбиәткә нигеҙ һалыуына бағышланды.
Донъяға билдәле урыҫ шағирәһе Марина Цветаева музейы директоры О. Саттарова Өсән-Ивановск ауылы, әҙибәнең исеменә бәйле урындар хаҡында һөйләне, видеоматериалдар ярҙамында тотош төбәк менән таныштырҙы тиергә лә була. “Әҙәбиәт йылында Аксаковтар ғаиләһе музейының эшмәкәрлеге” тигән доклад менән музей директоры А. Ғәйнуллина телмәр тотто. “Жәлил Кейекбаевтың ғилми һәм әҙәби мираҫы” тип аталған ғилми эште халыҡ хөкөмөнә шулай уҡ музейҙың директоры Р. Ишмырҙина сығарҙы. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бәйле музей директоры Р. Хафизованың “Фәтих Кәрим – шағир-патриот” тигән сығышы ла ҡыҙыҡлы булды. Байрам һуңында музейҙар араһында ойошторолған конкурсҡа йомғаҡ яһалды.
Алда әйтелгәнсә, бөгөн әҙәби музейҙар алдында бик ҙур бурыстар тора, әммә уларҙы хәл итер өсөн иң тәү сиратта Милли әҙәбиәт музейының иң төп проблемаһын – дөйөм ҡыйыҡ аҫтына тупланыу мәсьәләһен — хәл итеү зарур. Күп милләтле Башҡортостанда тыуып, донъяға танылған яҙыусылар етәрлек, уларҙың һәр береһенең шәхси әйберҙәрен йыйып, әлегә тиклем тупланғандарын халыҡҡа күрһәтеү өсөн бина кәрәк. Тормош һәр саҡ ошо рәүешле генә бармаҫ, ана, ҡағыҙ баҫмаларҙан баш тартҡан Көнбайыш яңынан ҡулына гәзит ала, китап аша йәш быуынды тәрбиәләү юлдарын эҙләй.
Әҙипте яҡшы беләләрБашҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған саралар менән дауам итте Әҙәбиәт музейҙары форумы. Әҙиптең исемен йөрөткән театр алдында халыҡ күп йыйылғайны: Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы, М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы, Ғафури районынан мәктәп уҡыусылары, бер саранан да ситтә ҡалмаған М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары, әҙиптәр, сәнғәт әһелдәре. Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев халыҡ шағирының рухи тормошобоҙҙа тотҡан урыны хаҡында бәйән итте. Гөлнур Яҡупованың М. Ғафуриға арналған шиғыры күңелдәргә үтеп инде.
Шиғриәттең баҡый
күктәренән
Тауыш бирә халыҡ шағиры, – тигән юлдар әҙип һүҙенең мәңгелек булыуы хаҡында һөйләй.
Лира Яҡшыбаева Мәжит Ғафуриҙың Зәйнулла ишан менән аралашып йәшәүе, “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡыуы тураһында һөйләне. М. Кәрим исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусылары Дамир Вәлиев, Гөлназ Әхмәтйәнова ла шағирҙың шиғырҙарын уҡып ҡыуандырҙы.
Һәйкәлгә гөлләмәләр һалынғандан һуң, йыйылған халыҡ М. Ғафуриҙың ҡәберенә юлланды. Өфөнөң Ш. Мөхәмәтйәнов (А. Матросов) паркындағы йыйнаҡ ҡына, шыршылар араһында ышыҡланып торған был урында үҙенсәлекле мөхит урынлашты. “Мәжит Ғафури – XXI быуат” мәҙәни фонды советы рәйесе Люция Камаеваның сығышы һәр кемдең күңеленә уйылып ҡалғандыр. Ул, әйтерһең, шағирҙың үҙе менән һөйләште, уның рухына, ижадына мөрәжәғәт итеп, яҡты һүҙен күҙ йәштәре аша еткерҙе. “Мәжит Ғафури үҙенең ижады аша төрки донъяһында тәүгеләрҙән булып ябай кеше образын күтәрҙе. Шуның менән ул халҡының йөрәгендә, рухиәтендә урын алды”, – тип тамамланы һүҙен Люция Музакир ҡыҙы. М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусылары Александра Симонова менән Рената Тимерғәлина йәнә шағир ижадына мөрәжәғәт итеп, уның әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе. Ғафури районының ҡайнар сәләмен Рәсилә Нәжметдинова үҙе яҙған шиғыры аша еткерҙе.
М. Ғафуриҙың йорт-музейында дауам итте шағирҙың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль кисә. Йыйылған тамашасылар алдында Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусылары сығыш яһаны, “Үгеҙ менән Бүре” әҫәрен сәхнәләштереп тә күрһәтте. Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов тәүге халыҡ шағирына арналған шиғырҙарын уҡыны. Ирек Лотфый улы З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана сығарған Мәжит Ғафуриҙың ижады хаҡындағы библиографик белешмәне музей директоры Гөлдәр Моратоваға бүләк итте.
Башҡортостандың халыҡ артисы Илһөйәр Ғизетдинова, “Ҡара йөҙҙәр” әҫәрендәге Ғәлимә образын сәхнәләштереп, барса халыҡты тетрәндерҙе. Актриса был әҫәрҙең әле театрҙа ҡуйылыуы һәм хәҙер Ғәлимәнең әсәһе ролен башҡарыуы хаҡында әйтеп үтте, тамашасыларҙы М. Ғафуриҙың исемен йөрөткән мәҙәни усаҡҡа саҡырҙы.
Ғафури районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Салауатов сараны ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә рәхмәт һүҙен еткерҙе. Райондың майҙан тулып килеп сыҡҡан һәүәҫкәр артистары, йыр-моңдар, дәртле бейеүҙәр, әҙиптең әҫәрҙәренән өҙөктәр – былар барыһы байрамға йәм өҫтәне. Рәмил Ғимрани ижад иткән “Ғафури районы гимны”, “Уҡлы ҡая” халыҡ вокаль ансамбленең сығыштары баш ҡала урамын гөрләтте.
Заманында М. Ғафури “Эшсе” операһына либретто ижад иткән. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, республика конкурстары лауреаты Заһир Иҫәнсурин ошо әҫәрҙе башҡарып, тамашасыларҙы уҙған быуат башына “алып ҡайтты”. Концертмейстеры – Адель Әбделнәғимова.
Республика һуҡырҙар китапханаһы директоры Айгөл Әминева күреү һәләтенән мәхрүм булғандар араһында ла М. Ғафуриҙың ижады киң танылғанын әйтеп үтте. Улар өсөн махсус рәүештә халыҡ шағирының әҫәрҙәренән торған аудиокитаптар сығарғандар, һәм улар Милли әҙәбиәт музейына бүләк ителде.
“Башҡортостан” гәзите Милли әҙәбиәт музейы менән берлектә “Кем яҡшыраҡ белә Шағирҙы?” тигән викторина үткәргәйне. Еңеүселәрҙе баҫмабыҙҙа атап та киткәйнек инде. Тап ошо көндө ҡотларға насип булды уларҙы. II урынды яулаған әүҙем халыҡ хәбәрселәренең береһе, сканвордтар авторы Фәрит ағай Рәмовҡа баш ҡалаға килгән арала дипломын, китапты бүләк итеп өлгөргәйнек. Фотоға төшөргә уңайһыҙланһа ла, еңеүсе булыуын ҡабат иҫенә төшөрөп, мәңгеләштереп ҡалдыҡ уны. Һәр саҡ шулай йәштәргә өлгө булып ҡалһын Фәрит ағай!
III урынды алған Өфө ҡыҙы Гөлнара Әмированы бүләктәре Милли әҙәбиәт музейында көтә. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты, Илеш ҡыҙы Илүзә Саҙретдинованы тағы ла бер ҡотлайбыҙ ҙур еңеүе менән! Дипломдар һәм бүләктәр уҡытыусылыҡ эшендә уға дәрт өҫтәп торһон! Еңеүселәрҙе ҡотлап сығыш яһаған Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Әлмира Шәрипова киләсәктә лә әҙәбиәт һөйөүселәр араһында ошондай саралар уҙғарыласағын әйтте һәм әүҙемлеккә саҡырҙы.
Байрамды йәнле алып барған Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре Радмил Абдрахманов менән Олеся Әхмәтрәхимова кисәне тамамлап, тамашасыларға халыҡ шағирының киң таралған шиғырын бергәләп уҡырға тәҡдим итте:
Бер аҙым алға баҫам да
Әйләнәм мин артыма.
Ҡайҙа баҫҡандар икән тип
Күҙ һалам мин халҡыма...
Ошо әҫәр рухы менән сарала ҡатнашыусылар ғына түгел, М. Ғафуриҙың йорт-музейы урынлашҡан Гоголь урамы һуғарылды кеүек...