Салауат районының Юлай ауылында тыуған танылған режиссер Франгиза Илбәкованың “Үҙем булып ҡалам” тип аталған ижад кисәһе үтеүе хаҡында иғланды күргәс, студент, йәшлек йылдары иҫкә килеп төштө. Башҡортостан телевидениеһында шиғыр тапшырыуҙары, шиғри спектаклдәр сығарыуға өлгәшкән автор тап минең күңелем өсөн генә программалар әҙерләй төҫлө ине. Йылдар үткәс, үҙемә лә бәхет тейҙе уның “Дарман”ының геройы булырға. Әҙерләгән тапшырыуҙарының геройҙарына, әйтәһе һүҙенә мөнәсәбәтен тәрән аңлайым кеүек, шуға ла “Үҙем булып ҡалам” тигән кисә күңелемде берсә тетрәндерҙе, берсә һиҫкәндерҙе. Еңелме икән ул был тормошта үҙеңдең хыялдарыңа, эске донъяңа тоғро ҡалыу? Ире, Башҡортостандың халыҡ артисы, данлыҡлы ҡурайсы Ишморат ағай менән улар икеһе лә ихлас, кешеләргә үтә лә ышанып барыуҙары арҡаһында яҙмыш һынауҙарын аҙ кисермәгәндәр, шуға ла берҙән-бер ҡыҙҙары Зөлхизәне үҙҙәре баҫҡан тырмаларға абынмаҫҡа өйрәтә алырҙармы икән, тип уйлаған саҡтарым да була торғайны. Бына ошолайыраҡ тоҫмаллай инем мин Франгиза Финан ҡыҙының эске донъяһын. Үҙе менән бергә эҙләп ҡарайым әле күңел ишектәренә асҡыс.– Ни өсөн “Үҙем булып ҡалам” тип атағанһығыҙ кисәгеҙҙе?
– Йәмғиәттә, кешеләр араһында йәшәгәс, бәндә үҙгәреүсән була. Кемдеңдер күңел торошон – вазифа, икенсенекен аҡса, өсөнсөнөкөн дәрәжә алыштыра. Йәш саҡта беҙ бер төрлө, урта йәштәрҙә бүтәнсәрәк, ҡартайғас бөтөнләй башҡа булабыҙ. Мин өләсәй менән үҫтем, ә ул һәр саҡ “Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел” тип ҡабатларға ярата ине. Эстән нисекмен, тыштан да шулаймын. Актрисаға уҡыһам да, диплом алһам да, тормошта актер була алманым. Кеше яҙмыштары, кисерештәре менән уйнай белмәйем. Шуға күрә лә кисәмде үрҙә әйтелгәнсә атаным. Бала саҡта ниндәй булғанмын, шул килеш ҡалам.
– Ә был яҡшымы, әллә яманмы? Ғөмүмән, ул күренеште үҙегеҙ нисек аңлатаһығыҙ?
– Дөрөҫөн әйткәндә, яҡшымы, яманмы икәнен әйтеүе ауыр. Һәр кешегә, уның ҡылығына баһа биреүҙе үҙ өҫтөмә ала алмайым. Аллаһ Тәғәләгә лә еңел түгелдер, әммә уға тапшырабыҙ был ғәмәлде. Баяғы өләсәйем әйткәнсә, кеше күңелдәре – ҡара урман, уны бер ҡасан да тотош- лайы менән аңлап та, тойоп та бөтөп булмай. Тормош һәр кеше алдына һынауҙар ҡуя, ана шуларҙы үткәндә үҙең булып ҡалыуы еңелдән түгел, минеңсә. Ә шулай ҙа мөмкин! Минең өсөн үҙемдең бала саҡ хыялдарыма, күңел сафлығына хыянат итмәү – ҙур бәхет. Юлымды ҡыйһалар ҙа, һындырырға теләһәләр ҙә, ошо маҡсатыма ирешергә тырышып йәшәйем ғүмер буйы.
– Ә юлығыҙҙы күп ҡыйҙылармы?
– Эйе, асыҡтан-асыҡ әйтеп яманлыҡ ҡылғандар ҙа булды, ул хәлдәр инде алыҫ йәшлектә ҡалды, шуға әллә ни әһәмиәт бирмәйем дә кеүек. Яҡын дуҫтарҙың да һатыуы ихтимал был донъяла, әммә тап ана шул һынауҙар беҙҙе кеше итеп сыныҡтыра, күңелебеҙҙе сафландыра. Ниндәй генә эш башҡарһам да, мин талашып, тартышып, һуғышып йөрөй белмәйем, бәлки, шуға ла театр донъяһында ла, шиғриәт илендә лә урын таба алмағанмындыр. Сөнки кемдәрҙер, ниңә театрҙан киттең, тип минең өсөн борсолдо, икенселәр, ниңә шиғри йыйынтығыңды сығарманың, тип үкенес белдерҙе. Үҙемде нисектер ижад донъяһынан ситләтелгән итеп тоймайым ул. Һәр ваҡыт теге йәки был төр сәнғәт әһелдәре менән бергә ҡайнайым, ижади портреттар эшләйем, шиғри гөлләмәләр әҙерләйем, шәхестәрҙең эске донъяһы тураһында замандаштарыбыҙҙа яҡты фекер уятырға тырышам. Нисек кенә булмаһын, үҙемдең яҙған юлым барлығын тоям. Үҙем ҡойған бәхет, тип аңлайым мин уны.
– Камиллыҡҡа ынтылышмы?
– Эйе, беҙ бит һәр минут, секунд һайын яҙмыш һынауҙары аша үтеп, уйҙарыбыҙҙы, ғәмәлдәребеҙҙе сафландырабыҙ. Фекерҙәрҙе, хатта күңел кисереш- тәрен дә тәрбиәләп була. Камиллыҡҡа табан барған юл еңел тип әйтмәгән берәү ҙә, әммә минең шунан атлаусыларҙың береһе булғым килә.
– Өләсәйегеҙ хаҡында һөйләп китегеҙ әле. Кем ине ул инсафлы әбей?
– Сәхипъямал өләсәйем – әсәйемдең әсәһе. Элек атай-әсәй эштә, ә балалар өләсәй, олатай тәрбиәһендә бит инде. Беҙ алтау үҫтек, мин дүртенсе инем. Сәхипъямал өләсәйем миңә доғалар өйрәтте, күңелемә иман орлоҡтары сәсте. “Ағиҙел” журналын алдыра торғайныҡ. Тимер карауаттың бер башына – мин, икенсеһенә ул ултырып алабыҙ ҙа, Зәйнәб Биишеваның, Һәҙиә Дәүләтшинаның һәм башҡа башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрен ҡысҡырып уҡыйбыҙ. Йән әрнеткес урындары булһа, илап та ебәрәбеҙ. Ағайымдар килеп керә лә беҙгә аптырап ҡарап тора. Өләсәйем миңә аяттар, мәрхүмдәрҙе нисек тәрбиәләргә кәрәклеген, дин нигеҙҙәрен өйрәтте. Хатта йән ҡайтып йөрөүе хаҡында ла һөйләй ине. Шуға күрә мин уның ҡәберенә, бер туған ағайымдың зыяратына барһам да, ҡосаҡлап алам. Кемдер был ҡылығымды аңлап та етмәҫ, икенселәр тәнҡитләр, әммә миңә шулай тыныс, улар минең йылылығымды, онотмауымды тоя кеүек.
– Бала сағығыҙҙан шундай хисле инегеҙме?
– Уныһын аныҡ ҡына әйтә алмайым, әммә шиғырҙар уҡырға ғына түгел, үҙем шиғыр сығарырға ла әүәҫ инем. Салауат районы Силәбе өлкәһе менән сиктәш бит инде, шуға күрә беҙ урыҫ телендә лә яҡшы аралашып үҫтек. Беренсе яҙған шиғырым да рус телендә булды, уны әле булһа яҡшы хәтерләйем:
Наступил апрель,
А весны все нет.
Ждем мы теплых дней,
Идет белый снег.
Где же ты, весна?
Весна, ты красна.
Иль в плену зимы?
Тебе не до сна?
– Ҡыҙыҡ шиғыр килеп сыҡҡан ул!
– Күрше Әлкә мәктәбенә йөрөп уҡыныҡ. Юлда урман аша ҡайтыла, тәбиғәткә һоҡланып, ҡоштар тауышын тыңлап, иҫем китеп йөрөй торғайным. Бер мәл хатта ҡышын артымдан сатан бүре йүгергән. Ә мин уны күрмәйем, сөнки урманды ҡарап тик киләм. Икенсе көндө йыртҡыстарҙы атып алғандар ҙа юлда мине тап итеп ултыртып алып ҡайтҡан ағайҙар теге бүрене күрһәтә. “Ниңә бер үҙең йөрөйһөң, берәй йәнлек тап булһа, нишләрһең?” – тип әрләнеләр. Әйткәндәренә иғтибар иттемме икән, юҡмы, белмәйем, әммә сатан бүренең шундай ҙур булғаны ғына хәтеремдә ҡалған.
Уҡытыусыларымдың береһе Вилмир Иштимер улы, уҡытыусы булыуымды теләп, Башҡорт дәүләт университетына ебәрҙе. Әммә иншамды “яҡшы” билдәһенә яҙһам да, ҡабул итеү комиссияһында ултырғандарҙың илтифатһыҙ ғына ҡараштарын тойоп, телдән имтиханды тапшырып тормай сыҡтым да киттем. Һәр саҡ ана шулай үҙемдең эске кисерешемә таяндым. Миндә тойомлай белеү, алдан күреү һәләте юҡ ул, әммә ана шулай һис көтмәгәндә тотам да үҙемсә эшләйем дә ҡуям.
– Аҙаҡ үкенмәнегеҙме һуң БДУ-ға инмәүегеҙгә?
– Үкенес, бәлки, элегерәк булғандыр, әммә минең үтәһе юлым тап ошолай яҙылған. Аҙаҡ ауылға ҡайтып пионервожатый булып эш башланым. Балалар менән төрлө сараларҙа ҡатнашып, алдынғы урындар яулай башланыҡ һәм миңә сәнғәткә барырға кәңәш иттеләр. Училищеның бинаһына кереп барһам, йәш кенә егеттәр һөйләшеп, көлөшөп ултыра. Улар миңә сәнғәт институтына бергә уҡырға инәйек, тип тәҡдим итте. Торараҡ курсташтарым булып киттеләр: Мәғәфүр Усманов, Радик Рәжәпов, Илгиз Кәримов.
– Артист булырға теләгән студенттар этюд эшләп күрһәтә, белеүемсә...
– Дөрөҫөн әйткәндә, мин һыйыр һауып уҡырға инеп киттем! (көлә.)
– ?
– Һеперткене гитара итеп уйнай алһағыҙ, һеҙҙән артист сығыр, тигәнде ишетеп ҡалдым. Ә бында этюд әҙерләргә ҡушалар бит инде. Ауылда булған хәл иҫкә килеп төштө лә шуны күрһәтергә булдым. Һыйыр һауғанда малҡай мине тибеп осорғайны, бына ошо күренеште сәхнәләштерергә тырыштым. Ҡараһам, минең әҙерләп ҡуйған яулыҡтарымды кемдер алып файҙаланған, шунан имтихан ҡабул итеүселәр араһынан Олег Ханов миңә ярҙам итеп ебәрҙе – ҡулъяулығын бирҙе. Бына шул рәүешле студентка булып киттем. 2-се курстан сәхнәгә сыға башланым. “Юлдар өҙөлгән мәл”, гастролдәрҙә “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” спектаклдәрендә уйнаным. Тик мөхәббәт барыһына нөктә ҡуйҙы!
– Ентекләберәк?
– 3-сө курста Ишморат менән танышып киттек тә 4-селә өйләнешеп ҡуйҙыҡ. Ә инде диплом спектаклен Зөлхизә йөрәк аҫтында килеш уйнаным. Аҙаҡ филармонияға эшкә саҡырҙылар, телевидениела оҙаҡ йылдар эшләйем. Ошо юлды һайлағас, ишектәр асылып ҡына торҙо. Мәскәүҙәр менән берлектә ойошторолған төркөмдә – Өфө дәүләт сәнғәт институтының “телевидение режиссеры” бүлегендә уҡыным. Әле лә тап ошо йүнәлеш- тәге мәктәп-студияла йәштәр менән шөғөлләнәбеҙ. Кемдер телевидениены етештереү урыны тип күрә, әммә ул иң беренсе сиратта – заманса сәнғәт төрө. Уның халыҡ аңына, күңеленә тәьҫир итеү көсө ҙур. Шуға күрә мин әҙерләгән тапшырыуҙарымды күберәк замандаштарымдың йөрәгенә им булырҙай итергә тырышам. М. Кәримдең “Йәйәүле Мәхмүт” спектаклен әллә нисәмә тапҡыр ҡараным һәм төп геройҙың асылы һәр саҡ таң ҡалдыра килә. Телевизион спектакль эшләргә уйлағайным ошо әҫәр буйынса, бына инде оҙаҡ йылдар шул эшем тамамланмайынса ята. Тоторға ла эшләргә кәрәк! Тик ниәтемдән ситләштереп, башҡа мәшәҡәттәр баҫа ла китә. Шуныһы өмөтләндерә – хәҙер бит сәнғәт әҫәрҙәрен эшләр өсөн гранттар бүленә. Бәлки, ошо рәүешле ижади коллектив туплап, маҡсатыма өлгәшеп ҡуйырмын, тим.
– Өйөгөҙҙә бөтәгеҙ ҙә – ижад кешеләре. Бының ыңғай һәм кире яҡтары бармы?
– Шуныһын ап-асыҡ әйтә алам: ижад кешеләре бер-береһен ярты һүҙҙән аңлай. Ирем булған өсөн генә түгел, мин Ишмораттың ҡурайын да, моңон да бик яратам. Уның халыҡсан тауышы, милли аһәң менән әҫәрҙәрҙе башҡарыуы бер кемдекенә лә оҡшамаған. Шуға ла уның ижады буйынса концерттар эшләү миңә еңел бирелде. Мәскәүҙә уҡығанда хатта диплом эше итеп башҡарҙым мин уны. Улар өсөн Ишмораттың ижады бер асыш булды. Артабанғы концерттарына ла сценарийҙар яҙып, режиссер булараҡ халыҡ хөкөмөнә тәҡдим иттем. Ул – ғаиләләрендә иң кесе бала. Тыуғанда атаһына – 54, әсәһенә 42 йәш булған. Бәләкәйҙән йырлап үҫкән, шуға вокал бүлегенә уҡырға инергә теләгән. “Йәдкәр” фольклор төркөмөнөң халыҡ араһында популяр булып китеүендә Ишмораттың да өлөшө ҙур. Сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, ул тотошлайы менән эшкә, ижадҡа сумды. Йылдар үткәс, Ҡаҙағстандың Ҡорманғазы исемендәге консерваторияһында уҡыны. Тормошта ниндәй генә ауыр һәм ҡатмарлы хәлдәр килеп тыуһа ла, уның миңә терәк булырын беләм, үҙем дә унан башҡа бер минутымды ла күҙ алдына килтерә алмайым. Бер-беребеҙгә эйәләшеп бөттөк инде (көлә).
– Зөлхизәнең ижадына әсәй кеше нисек ҡарай?
– Ҡыҙым бала саҡтан “Тамыр” студияһында йырлап, бейеп үҫте. “Бесәй, бесәй” йырын уның өсөн махсус рәүештә яҙҙыҡ. Клип эшләнек, ана шулай үҙе лә һиҙмәҫтән ул “Тамыр”ҙың һәр юбилейы һайын яңы йыр менән сығыш яһаны. “Күрше малай”, “Уйнай ҡурай”, “Батырым” йырҙарын башҡарып тамашасылар араһында популяр булып китте. Уңыштары ла күп Зөлхизәнең – “Йәшлек-шоу”, “Гәлсәр һандуғас” кеүек йыр конкурстарында лауреат булды,“Урал моңо”нда 1-се урынды яуланы.
Рәсәй кимәлендәге “Новая волна” йыр бәйгеһенә 15 мең кеше ҡатнашырға теләп ғариза биргән. Зөлхизә һайлау этабын үтеп, 25 номинант араһына инде. Уны дәртләндереп, Мәскәүҙә клип эшләйбеҙ, тип тә саҡырҙылар. Әммә баш ҡаланың үҙ талаптары, беҙгә ят булған ҡағиҙәләре бар. 11 йәштән намаҙ уҡып үҫкән балам бер көнлөк дан өсөн үҙенең эске донъяһын емерергә теләмәне. Иблискә йәнеңде һатһаң, аҙаҡ ҡабат яҡты юлға баҫып китеүе ауыр икәнен китаптарҙан уҡып ҡына түгел, эргә-тирәләге яҙмыштарҙы күреп тә беләбеҙ. Был – уның һуҡмағы, һыҙланыуҙар аша үҙен үҙе эҙләүе. Юл нисек кенә урау булмаһын, ул, иң мөһиме, үҙеңә табан илтһен! Зөлхизә әле йырҙар ижад итә, шәхси концертын да әҙерләрбеҙ яҡын киләсәктә.
– Һеҙҙең өсөн иң ҡәҙерлеһе ни был донъяла?
– Шәхсән үҙем өсөн иң ҡәҙерлеһе – күңелем сафлығы. Әлбиттә, яҡындарымдың үҙ-үҙҙәренән риза булып, минең менән йөрәк аша һөйләшеүҙәре.
Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.