Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәмле була бутҡа яланда
Тәмле була  бутҡа яланда Маҡар ауылы эргәһендәге Ауҙаҡан яланы олоһон да, кесеһен дә “Ҡарға бутҡаһы”на йыйҙы. Байрамға Өфөнән, төрлө райондарҙан да байтаҡ ҡунаҡ килде.


Ауыл үҙенең егәрле кешеләре менән көслө. Был тарафтарҙа ла ундайҙар аҙ түгел. Байрамдың тәүге өлөшөндә матур ғаиләләр, уңған хужалар тәбрикләнде. Маҡар ауыл Советы хакимиәте башлығы Әмир Рәхимов, яҡташтарын сәләм­лә­гәндән һуң, сәхнә түренә алтын туйҙарын билдәләгән ғаилә парҙары — Гөлдәр һәм Фаяз Ғазалиевтар, Мәрйәм һәм Әнүәр Йәғәфәровтар саҡырылды. Йәғә­фә­ров­тар байтаҡ йылдар урман хужа­лығында эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Ғазалиевтар иһә уҡытыусы ғаиләһе булараҡ билдәле. Сарала шулай уҡ ауылдың уңған ғаиләләре лә билдәләнде. Зәлифә менән Илшат Тимербулатовтарҙың йорто иң өлгөлөһө, төҙөгө тип баһаланды. Кәбирә Хисмәтуллина менән Әмир Әминевтәр ғаиләһе “Иң өлгөлө баҡса” номинация­һында еңде.
Бәләкәй ауылдарҙа ла тырыштар етерлек. Һәргәйҙән Гөлсөм менән Салауат Вәлитовтарҙы өлгөлө ихата хужалары булараҡ ҡотланылар.
Ауылдың йәме, ҡото – ул сабыйҙар. Яңы йән тыуа икән, тимәк, ауылда тормош һүнмәй. Өсөнсө балалары тыуған Гөлназ менән Айнур Баймөхәмәтовтар, икенсе балалары донъяға килгән Регина һәм Фәнил Мөхәмәтҡоловтар кеүек йәш, матур ғаиләләр тәбрикләнде.
Маҡарҙарҙы байрам менән Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин ҡотланы. Ул ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү йәһәтенән дә был сараның әһәмиәтле булыуын билдәләне. Быйыл райондың 85 йыллығы уңайынан хаки­миәт башлығы ҡунаҡтарға күптән түгел донъя күргән район энциклопедияһын тапшырҙы.
“Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаеваның да яҡташтарына әй­тер һүҙе күп ине. Ул байрамға йыйы­лыу­сыларҙы республикала алып барыл­ған ағинәйҙәр эшмәкәрлеге менән та­ныш­тырҙы. Эскелек, буйҙаҡлыҡ кеүек проб­лемаларҙы хәл итеүҙә ололарҙың ролен билдәләп үтте. Тыуған ауылды күтә­рер­ҙәй шәхестәр тәрбиәләйек тигән теләк тә белдерҙе ул. Әйткәндәй, был төбәк халҡы үҙенең лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙары менән ғорурлана ала. Бағыусы булараҡ та улар әлеге байрамды уҙғарыуға күп көс һалған. Бынан тыш, район хакимиәте лә ныҡлы ярҙам күрһәткән.
Шулай уҡ сарала Ишембай райо­нының төп ағинәйе һайланды. Районда ғына түгел, республикала билдәле шәхес Мәрйәм Солтанова ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. “Ағинәйҙәр ҡоро” эшмәкәрлеген ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткәне, онотола барған йолаларҙы тергеҙеүҙә, ауыл тормошона йән өрөүҙәге фиҙакәрлеге, халыҡ араһында алып барған тәрбиәүи һабаҡтары өсөн Мәрйәм Солтановаға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Сығыштар урындағы сәнғәт оҫталарының йыр-бейеүе менән аралашып барҙы. “Ҡарға бутҡаһы” йолаһын да ҡыҙыҡлы итеп сәхнәләштерҙеләр. Балалар был йола тураһында күпте белеп ҡайтҡандыр.
Маҡарҙа тыуып үҫеп, аҙаҡ ситкә йәшәргә сығып киткәндәр ҙә йыйылғайны байрамға. Ауылдаштар, дуҫтар менән күрешеү урынына ла әүерелде был сара. Маҡар ҡыҙы, әлеге ваҡытта Сорғотта йәшәгән Гөлнара Дәүләтшинаны ла ошонда осраттыҡ. Хәҙер инде 20 йыл ситтә булһа ла, тыуған ауыл уны һәр ваҡыт үҙенә тарта икән.
– «Ҡарға бутҡаһы» хаҡында әсәйем хәбәр иткәйне, ашҡынып ҡайтып төштөм. Бик матур әҙерләнгәндәр. Күп дуҫтарҙы, таныштарҙы күреп һөйләштем, – тине ул.
Ауыл халҡы рәхәтләнеп ял итте. Йыр-моң һөйгәндәр сәхнә тирәһендә булды, бер майҙанда көрәштә көс һынаштылар, икенсе урында көйәнтә менән һыу ташып етеҙлектәрен күрһәттеләр. Ауыл­даштарҙы күрештергән, бергә туплаған, йолаларыбыҙҙы күтәргән ошондай байрамдар еребеҙгә бәрәкәт, ҡот килтерһен.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779