Башҡорт әҙәбиәте классигы Сәғит Агишты күреп белгәндәр һирәк замандаштар араһында, әммә уның менән хәтирәләр аша танышбыҙ. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева үҙенең яҙмаларында әҙип тураһында бына нимәләр теркәгән: “Сәғит Агиш шәхес булараҡ та бик ҡыҙыҡлы, күп яҡлы, сикһеҙ үҙенсәлекле кеше ине. Талантлы яҙыусы ла, сәсән телле импровизатор ҙа, уның үҙ һүҙе менән әйткәндә, “ҡыҙыҡ” артист та, бик оҫта әңгәмәсе лә, хатта оҫта оратор ҙа — барыһы бергә йыйылғайны унда. Хәтере лә бик шәп ине уның. Йөрөгәне менән йәнле тарих та, ал бирмәҫ сәсән дә, кәрәк саҡта үтә ҡаты һәм бәреп әйтә белә торған ҡыйыу кеше лә ине ул. Әгәр рухланып һөйләп китһә, хатта ҡайһы берҙә саманан тыш арттырып, осондороп ебәреүен тоя тороп та, кинәнеп тыңламай булдыра алмай инек, сөнки уның һүҙгә оҫталығы һинең иғтибарыңды тотош яулап ала ла тыңларға, уның менән бергә көлөргә, ҡыуанырға мәжбүр итә”. Ырымбурға табан юлыбыҙБашҡа хәтирәләре менән дә уртаҡлашып барҙы Сәғит Агиштың тыуған яғына – Ырымбур өлкәһенең Иҫәнгилде ауылына – юлланғанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән филология фәндәре докторы, прозаик, драматург Тимерғәле Килмөхәмәтов сәфәрҙәштәре менән. Кешеләр хаҡында күп матур һүҙҙәр һөйләргә була, әммә ҡылыҡтары быны дәлилләмәһә, тәьҫораттар буш ҡыуыҡ кеүек тарала. Ә Сәғит Агиштың яҙыусылыҡ эшмәкәрлегенән тыш кешелеклелек сифаттары хаҡында замандаштары бик яратып хәтерләй: ҡулынан килгән тиклем туғандарына, ҡәләмдәштәренә бик ярҙамсыл булған ул. Әҙиптең тыуыуына 110 йыл тулыу уңайынан сара ойошторолоуы – яҡташтарының, Башҡортостан яҙыусыларының яҡты мөнәсәбәте.
Иҫәнгилде мәктәбендә икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы Ырымбур башҡорттары. Шунда уҡ ҡурай моңо ағылды. Көйөргәҙе районынан “Әҙәби нағыш” республика марафонынан тура бында юлланған яҙыусыларҙы апаруҡ көткәндәр Туҡ буйында. Кис еткәйне инде. Мәктәптә С. Агиштың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған күргәҙмәләр менән танышҡандан һуң, ҙур маҡсаттар, изге ниәттәр менән йыйылған халыҡ шунда уҡ эшкә тотондо.
“Тик, Ағиҙел,
изге күпереңдән,
Ғәфү итеп,
мине һин үткәр...”
Ырымбур шағирәһе Нәфисә Смаҡованың ҡулъяҙмаһы тикшерелде түңәрәк өҫтәл янында. Башлап һүҙҙе Туҡ буйында тыуып үҫкән шағир, ошо ауыл егете, Ғ. Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Хисмәтулла Юлдашев әйтте. Ул яҡташының ижадына хас булған йор һүҙлелеккә, тел байлығына иғтибар итте, ҡулъяҙмаһын күптән китап итеп сығарырға кәрәклегенә баҫым яһаны.
– Шиғриәтеңдә көсәнеп яҙыу, халҡым, тип маһайырға тырышыу юҡ. Ябайлыҡ та мине әсир итә, – тине ул сығышында.
Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһы етәксеһе, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Тамара Искәндәриә шағирәгә йыйынтығын тупларға ине тигән теләген еткерҙе. “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин:
– Шағирәнең кисерештәре тос фекерҙәр менән үрелеп бара, шуның менән был шиғырҙар минең өсөн бик ҡыҙыҡлы булды. Урындағы халыҡтың тауышын ишеткәндәй булдым, – тип ҡулъяҙмаға ыңғай баһа бирҙе.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев Нәфисә Смаҡоваға уңыштар ғына теләп ҡалманы, ә ижадҡа етди ҡарауын теләп:
– Беҙ тарихи мәлдең шаһиты булып ултырабыҙ. Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһында оҙаҡ йылдар дауамында күп ҡулъяҙмалар тикшерелде. Әммә секция ултырышының республикабыҙҙан ситтә ойошторолғаны булмағандыр. Нәфисә бер китабын Ырымбурҙа бынан тиҫтә йыл самаһы элек сығарҙы ул, әммә артабан да үҫер өсөн был ғына аҙ. Ҡулъяҙмаһы бик йылы тойғолар уятты. Өлөштәргә бүлеп, ыҡсым йыйынтыҡ тупларға була. Ырымбур еренән оҙаҡ йылдар яҙыусылар сыҡмауына бер мәл хафаланып та киткәйнек. Шунан бына Хисмәттең шиғырҙары балҡыны, ә хәҙер Нәфисә үҙенең ижады менән ҡыуандырыр тигән өмөттәмен. Быуындарҙы быуындар алмаштырып торһон, рухи ептәр өҙөлмәһен, – тип яңы йыйынтығы менән ҡотланы.
Ысынлап та, Нәфисә Смаҡованың үҙенсәлекле ижади моңон башҡа берәү менән дә бутарлыҡ түгел. Тапҡыр теле, сағыу образдар шунда уҡ хәтерҙә ҡала, тәьҫире көслө. Бынан тиҫтәнән ашыу йыл элек уның шәлкеме “Йәшлек” гәзитендә лә баҫылғайны, ваҡыт үтеү менән шағирәнең тауышы көрәйгән. Нәфисә Смаҡованың ижадында Ырымбур башҡорттарының ауазы ишетелә, республиканан ситтә йәшәгән милләттәштең хәлен һөйләй ул. Ә инде “Өфөгә” тип аталған шиғырын иламай уҡып та булмай. Һеҙ ҙә ҡолаҡ һалығыҙ әле шағирәнең һүҙенә:
– Өфө! – тинем, һулыш алған төҫлө,
Аҡыл тыныс, йөрәк шашына.
Израилгә ҡайтҡан йәһүд төҫлө,
Тәүге тапҡыр баҫтым ташыңа!
Ниндәй һуң һин, Өфө, таныш кеүек,
Кергән кеүек әллә төшөмә,
Рус телендә үткән йәшлегемдең
Мөхәббәтен иҫкә төшөрәң.
Әйтергә лә оят, ышанмаҫлыҡ,
Бер генә лә килә алманым.
Сит милләттең сәйер телдәренә
Ярты ғүмер үтте алданып.
Ырымбурҙан киләм, Рәсәйҙән...
Төшөнмәҫтәр мине шул күптәр,
Тик, Ағиҙел, изге күпереңдән,
Ғәфү итеп, мине һин үткәр!
Иҫ киткес тәрән тойғолар, башҡорттоң мәркәзенә тәрән мөнәсәбәт, замана картинаһы был юлдарҙа! Афарин, Нәфисә, китабыңды ҡулға алып ҡыуанырға яҙһын! Шағир бына ошондай була ул – бер шиғыры менән күңелгә үтеп инә!
Әҙипкә таҡтаташ
астылар
Байрам өсөн тәүлектең теләһә ҡайһы сәғәте лә дан икән, тинем киске сәғәт 10-дар тирәһендә малын көтөүҙән ҡаршылап, башҡорттоң баш ҡалаһынан ҡунаҡтарҙы күрергә, арҙаҡлы яҡташтарына арналған сараға шаһит булырға килгән милләттәштәремә ҡарап. Ана йыраҡтан бер апай йүгерә-атлай был яҡҡа табан килә. Ул, күрәһең, саҡ һыйырын һауып сыҡҡан: алъяпҡысы сиселмәгән, үҙе ҡулындағы тарағы менән ашығып-ашығып сәсен тарай. Тыны ҡыҫылып, баяғы алъяпҡысын төрөп кеҫәһенә тыға-тыға килеп баҫты ул халыҡ йыйылған ергә. Ошо күренеш кенә лә халыҡтың көнкүрешен, рухи сараларға мөнәсәбәтен күрһәтә, минеңсә.
Ырымбур өлкәһенең Александровка районы хакимиәте башлығы Александр Писарев, йыйылған бар ғәмде байрам менән ҡотлап, төбәктә дөйөм халыҡтың 11 проценты башҡорттар булыуын һәм уларҙың берҙәмлеген билдәләп үтте. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев Иҫәнгилде ауылынан ғына түгел, өлкәнең башҡа төбәктәренән дә килгән башҡорттарға Сәғит Агиштың әҙәби мираҫы, кешелек сифаттары хаҡында һөйләп үтте. Ошондай тантаналы шарттарҙа Иҫәнгилде мәктәбе бинаһына, әҙиптең яҡты иҫтәлегенә арнап, таҡтаташ ҡуйылды. Тиҙ арала эште атҡарып сығырға ярҙам иткән яҡташтарына Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Марат Сарбаев рәхмәт әйтте. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ырымбур башҡорттарын бер ҡорға туплаған рухлы милләттәшебеҙ Миңнулла ағай Ғәбитов, тантаналы сарала сығыш яһап, төбәк башҡорттарының йәшәйеше менән таныштырҙы. Әйткәндәй, ағайыбыҙ улына әҙип хөрмәтенә Сәғит тип исем ҡушҡан һәм С. Агиш урамында йәшәй.
“Шиғырҙар яҙып әҙәбиәткә килгән Сәғит Агиш дүрт тиҫтә йылдан ашыуға һуҙылған әҙәби эшмәкәрлегендә хикәйә, повесть, роман, шиғыр, пьеса, юлъяҙмалар, очерктар, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, публицистик сығыштарҙы үҙ эсенә алған бай әҙәби мираҫ ҡалдырҙы. Шул уҡ ваҡытта ул бүлмәгә бикләнеп, өҫтәл артында әҫәрҙәр генә яҙып ултырған әҙип булманы. Мәҙрәсә шәкертенән башлап яңы йәмғиәт төҙөүҙең бөтә дәүерҙәрендә ең һыҙғанып ҡатнашҡан эшмәкәр дәрәжәһенә күтәрелде”, – тип яҙа Сәғит Агиш хаҡында уның ижадын өйрәнгән ғалим, фән докторы Тимерғәле Килмөхәмәтов. Ошо һүҙҙәргә дәлил булған фекерҙәрҙе ишеттек сығыштарҙан.
Тапҡырлыҡты, сәсәнлекте улар
һеҙҙән алған!
Ауыл клубында балҡып уттар яна. Коридорҙа яҙыусының ижадына арналған күргәҙмә эшләнгән. Ошонда уҡ ауыл тарихын сағылдырған музей экспонаттары ла урынлашҡан. Сәғәт 11-се яртыла күренекле яҙыусының тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған байрам концерты башланып китте. Сәхнәгә ҡурайсылар ансамбле килеп сығыу менән тирә-яҡҡа моң таралды. Уларға ҡумыҙсылар ҡушылды. Бына ҡайҙа йәшәй икән ул йыр-моңға, йор һүҙгә маһир халыҡ! Алып барыусылар әҙиптең тормош юлы менән таныштыра, ул арала төбәктең үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары халыҡты сығышы менән ҡыуандыра. Ысын әйтәм, бындай алҡыштарҙы бер ҡайҙа ла күргәнем дә, ишеткәнем дә юҡ. Тамашасы йоҡоло-уяулы ултырмай, киреһенсә, йәнле аралашыу бара, улар һәр сығышты иғтибарҙа тотто.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев һүҙен хәтирәләрҙән башлап ебәрҙе:
– 1984 йылда Шәриф Бикҡол, Кәтибә Кинйәбулатова, Ғайса Хөсәйенов, Тимер Йосопов менән килгәйнек Туҡ буйына. Ишмулла ағай Дилмөхәмәтовтың ҡурайы ул ваҡытта ғәжәп бер күренеш кеүек тойолһа, бөгөн беҙҙе, ана, нисек итеп егеттәр ансамбле таң ҡалдыра! Рәхмәт һеҙгә, яҡташтарым, милли асылыбыҙға тоғролоҡто һаҡлағанығыҙ өсөн. Ошо залдағы тамашасылар, сәхнәлә сығыш яһаған балалар йөҙөндә мин халҡыбыҙҙың киләсәген күрәм. Заманалар ауыр тип зарланмайһығыҙ, берҙәмлек менән тарихи тамырҙарығыҙға таянып алға атлайһығыҙ! Сәғит Агиштың юбилей тантаналарын үткәреү ҙә тәү сиратта йәш быуын өсөн кәрәк. Хөрмәтле Александр Петрович, Иҫәнгилде мәктәбенә яҙыусының исемен бирһәк, бик яҡшы булыр ине! – тигән мөрәжәғәт менән тамамланы ул үҙ сығышын.
Рауил Төхвәт улы яҡташтарына китаптар бүләк итте. Ә район хакимиәте башлығы Александр Писарев, уның тәҡдимен хуплап, бының өсөн бары тик мәктәп етәкселегенең мөрәжәғәт хаты кәрәк булыр, тине. Әйткәндәй, бындай тарихи ваҡиғалар быйыл районда булып үткән дә икән. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан бер нисә мәктәпкә Советтар Союзы Геройҙары исеме бирелгән. Фәрештәләрҙең амин тигән сағына тура килеп, киләсәктә Иҫәнгилде ауылына С. Агиш исемен йөрөткән мәктәпкә килергә яҙһын! Һәр кем яҡшы аңлай: белем усағы гөрләһә, ауыл да, милләт тә һаҡланыр был төбәктә. Байрам тамамланғансы, төн уртаһы ауышҡансы беҙҙең менән бергә булды Александр Петрович. Ҡайһы бер хакимиәт башлыҡтарының әҙәби сараларҙан ситтә тороуын, кисә башланып 15 минут үткәс тә сәғәтенә ҡарай-ҡарай сығып китеүен күреп өйрәнгәс, был күренеш ғәжәп тойолдо ул хатта. Үҙеңә һәм башҡаларға ихтирам өлгөһө шул була торғандыр.
Бер мәл сәхнәлә “Ҡәйнәләр һәм килендәр әйтеше” башланмаһынмы! Әйтештәге йор һүҙлелек, тормошсанлыҡ хайран итте барыһын да. Бына ҡайҙа ул тел маһирлығы, тапҡырлыҡ, нескә юмор! Сәғит Агиш кеүек данлыҡлы көлкө оҫтаһының был ауылда тыуыуына һис ғәжәп итергә түгел. Тыуған төйәгендәге моңдан һуғарылып үҫә әҙип! Шағир Хисмәтулла Юлдашевтың да тыуған ауылы ул Иҫәнгилде, тип әйтеп киткәйнем инде. Яҙыусының асылын тойғоң килһә, уның тыуған яғын барып күр, тип юҡҡа әйтмәйҙәр, күрәһең. Туҡ буйҙарының иркенлегендә, яҡташтарының сәсәнлегендә Хисмәт ағайҙың ижадындағы киң даирәлә фекер йөрөтөүҙе, халыҡсанлыҡты күргәндәй булдым. Ул яҡташтарына бик күп китаптар, журналдар бүләк итте.
Ғалим Тимерғәле Килмөхәмәтов, алда әйткәнемсә, Сәғит Агишты күреп белгән әҙиптәрҙең береһе. Уның сығышын Иҫәнгилде халҡы бик ҡыҙыҡһынып тыңланы. Тимерғәле Әбделғәлим улы, башҡорт әҙәбиәте классигының һүҙ оҫтаһы ғына түгел, ә бик кешелекле шәхес булыуын да телгә алып, “Икмәк” пьесаһы тураһында һөйләп үтте. Уның йөкмәткеһе шунан ғибәрәт: был әҫәрҙә студенттар уйнаған һәм уның бер урынында артистар оҙаҡ итеп икмәк ашай икән. Пьеса халыҡ араһында популяр тип, Сәғит ағайыбыҙ уны көнөнә бер нисә тапҡыр ҡуйҙырыуға өлгәшкән. Әммә тора-бара театр етәкселеге уның ниәтен һиҙеп ҡалған: үҙегеҙ аңлағанһығыҙҙыр, төп маҡсаты аслы-туҡлы йөрөгән студенттарҙы туйындырыу ҙа булған. Теремек, шаян, кеселекле әҙип үҙ маҡсатына ана шулай ирешкән икән.
– Халыҡ, ил тормошо һәм ябай кеше хәстәре менән йәшәү уның ижад офоҡтарын киңәйтә, уға халыҡсан төҫ, юғары яңғыраш бирә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Почет Билдәһе ордендары менән наградланыуы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнеүе яҙыусының ижтимағи, ижади эшмәкәрлегенең юғары баһаланыуы тураһында һөйләй, – тине Т. Килмөхәмәтов сығышында.
Яҙыусы Тамара Искәндәриә Иҫәнгилде ауылы халҡына шиғри сәләмдәрен, мәктәп балаларына республика баҫмаларын, китаптар тапшырҙы. “Аҡбуҙат” журналын иһә бейеүсе ҡыҙҙарға бүләк итте. Ә сәхнәгә күтәрелгән балаларға, үҫмерҙәргә, ысынлап та, һоҡланмаҫлыҡ түгел ине.
“Ғәли байҙың ҡыҙҙары” бейеүен башҡарыусыларҙы Өфө сәхнәһенә сығарғы килде хатта. “Байыҡ” бейеү конкурсында ҡатнашһалар ҙа, һис кемдән кәм сығыш яһамаҫтар ине. Әйткәндәй, улар хаҡында ҡәләмдәшем Рәлис Ураҙғолов яҙып та сыҡҡайны. Рәйсә Әхмәҙулла ҡыҙы менән Ғәли Ғәфиәт улы Сарбаевтар был һигеҙ ҡыҙҙы балалар йортонан алған. Башта һап-һары сәсле, зәңгәр күҙле үҫмерҙәргә ҡарап, Ырымбур башҡорттары ла Дим буйыныҡына оҡшаған икән, тип уйлап ҡуйғайным. Баҡтиһәң, башҡортса йырлап, бейеп йөрөгән был ҡыҙҙар барыһы ла рус милләтенән. Бына һиңә ғаилә, бына һиңә рухи тәрбиә! Иҫең китерлек бит! Красногвардейск районынан килгән йырсы милләттәшебеҙ Луиза Раймановаға ҡушылып, Лидия Таңатованың “Башҡорт егетенә” тигән йырындағы “Башҡортмон тип күкрәгемде ҡағам!” тигән юлдарын гөрләтеп йырланы йәштәр. Баш ҡала ҡунаҡтарын сәләмләр өсөн махсус рәүештә концерт номерҙары әҙерләгән Луизаға рәхмәт. Шул уҡ райондың “Һин һәм мин” вокаль төркөмө, Лев Языков, Зиннур Дауытов тамашасыларға рус телендә йырҙар бүләк итте. Филарит, Зилиә, Наил Агишевтар башҡорт моңдары менән әсир итһә, “Зилалай”, “Тол ҡатындар” бейеүҙәре тәрән йөкмәткеһе менән арбаны. Һуңғыһы Сәғит Агиштың ҡатыны Фәрзәнә апайҙың яҡты рухына бағышланды.
– Мин Сәғит Агишты яҡташым тип уйлай торғайным, сөнки мәктәбебеҙгә ингән ерҙә уның хөрмәтенә таҡтаташ ҡуйылған. Уҡыған саҡта уҡ әҫәрҙәренең үҙенсәлекле теленә, нескә юморына һоҡланып үҫтек. Һеҙҙең сығыштарҙы ҡарап, әҙип илһамын ауылынан, яҡташтарынан алған икән, тип ултырҙым, – тине “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, прозаик Мөнир Ҡунафин. Ул мәктәпкә китаптар, журналдар бүләк итте. Светлана Ғәфүрова С. Агиштың ейәнсәре Гүзәл менән бер редакцияла эшләгән, шуға күрә уның һүҙе балаларының атаһына, олатаһына булған яҡты мөнәсәбәте хаҡында булды.
– Олатаһы хаҡында Гүзәл шул тиклем йыш яҙа торғайны, беҙ хатта бер ай мәҡәлә сыҡмай торһа, был юлы юҡмы ни, тип көлөп тә ала инек. Сөнки уның олатаһы тураһында иҫләмәгән көнө булманы, шуға һәр хәтирәһен мәҡәлә итеп гәзиттә баҫтырҙы, – тине Светлана.
Ауылдаштары исеменән күренекле прозаик хаҡында Фәнүрә Сарбаева һөйләне. Ул шулай уҡ әҙиптең кешелекле булыуына, ярҙамсыллығына баҫым яһаны. Ырымбурҙан Өфөгә барған һәр кем уларҙа туҡтаған, әҙип яҡташтары менән аралашып йәшәгән.
Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Марат Сарбаев әүҙем милләттәштәренә – Сажиҙә, Рәйсә, Райман Сарбаевтарға, Венера, Филарит Агишевтарға, Миңнулла Ғәбитовҡа, Луиза Раймановаға, Рәйлә Юлдашеваға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырып, китаптар бүләк итте. Таҡтаташ асыуҙа ҡатнашҡан Фәнил Ишбулатов, үҙ сығышында яҡташтарына рухи ныҡлыҡ теләп, мәктәп китапханаһына китап бүләк итте. Ғәйфулла Агишев та ярҙамлашҡан был эштә. Шағирә Нәфисә Смаҡованың шиғри сәләмдәре һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер, моғайын. Алҡыштарҙан төнгө һауа яңғырап торҙо.
Башҡортостан башҡорттары насар йәшәй, тип әйтә алмайым, әммә йыш ҡына халыҡ күңел төшөнкөлөгөнә бирелә лә китә. Әгәр рухи ҡеүәт алғығыҙ, зар хаҡында бөтөнләй онотҡоғоҙ килһә, мәмләкәтебеҙҙән ситкә сығып ҡарағыҙ. Тиңдәр араһында тиң булып, милләтебеҙ йөҙөнә тап төшөрмәй йәшәй Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Пермь башҡорттары! Уларҙың да проблемалары, кисекмәҫтән хәл ителергә тейеш мәсьәләләре етерлектер, әммә ыһ та итмәй алға атлайҙар. Туҡ буйынан илһам алып, ҡәүемебеҙ хаҡындағы ауыр уйҙарҙан арынып ҡайтҡандай булдым. Ырымбурҙар ыңғырашмай, ырымбурҙар ырыҫ тарата.