Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәсәйҙең мәҙәниәт министры хәрби тарихыбыҙға һоҡлана
Рәсәйҙең мәҙәниәт министры  хәрби тарихыбыҙға һоҡлана ШОС һәм БРИКС саммиттары башланыр алдынан Рәсәйҙең мәҙәниәт минис­тры Владимир Мединский Баш­ҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урын­ба­ҫары Салауат Сәғитов, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән бергә Башҡортостандың Милли музейына сәйәхәт ҡы­лып, унда “Үҙәк Евразияның традицион мә­ҙәниәте: Ебәк юлының мираҫы” тип атал­ған күргәҙмәне асыу тантанаһында ҡат­нашты.

Сарала Үҙәк Азия халыҡ­тарының мәҙәниәтен сағылдырған 400-ҙән ашыу экспонат (Рәсәйҙең этнография музейы фондынан), “Өфө-2” ҡала­сығынан та­был­ған арт-объекттар менән таныш­тыр­ҙылар. Ебәк юлының төньяҡҡа таралған тармаҡ­тарының береһе булған боронғо Өфө ҡаласығы. Шуны иҫбатлаған ҡомартҡылар һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
– Бөйөк Ебәк юлы – донъя тари­хын­дағы үҙенсәлекле күренеш, – тине Владимир Ростиславович. – Сауҙа һәм үҙ-ара хеҙ­мәттәшлек аша ундан ашыу дәү­ләт Азия менән Европаны бәйләп тор­ған. Ул юл Ҡытай диңгеҙҙәренән башланып, Һин­достанды иңләп, тотош Үҙәк Азия аша үткән. Бөгөн беҙгә Көньяҡ Урал­ға килеп еткән каруан хәрәкәттәре лә ҡы­ҙыҡлы. Юҡҡа ғына был күргәҙмәне асыу­ҙы тап ШОС һәм БРИКС саммиттары үткән көндәргә тап килтермәнек – ҡа­сан­дыр беҙҙең ата-бабалар булдырған бәй­лә­нештәрҙе дауам итәбеҙ, тер­геҙәбеҙ.
Милли музейҙың генераль директоры Ғәли Вәлиуллин ҡунаҡтарҙы хәрби тарихты сағылдырған экспонаттар менән дә таныштырырға онотманы. Рәсәйҙең мә­ҙә­ниәт министры, данлыҡлы Башҡорт кавалерия дивизияһынан 78 яугирҙең Со­веттар Союзы Геройы булғанын ишет­кәс, хатта ғәжәпләнеп ҡалды: “Мин хәрби тарих менән бик ҡыҙыҡһынам, әммә баш­ҡорт дивизияһының батырҙар һаны буйынса рекордсы икәнен белмәй инем! 1812 йылда Елисей яланында сабып йөрөгән башҡорт атлыларының ва­риҫтары булыу бына нимә ул!” Шәп әйтте бит! Халҡыбыҙ тураһында маҡтау һүҙе ишетеү менән йөҙҙәр яҡтырып китте. Артабан министр Хәрби Дан музейына юлланды.
Икенсе көндә Владимир Мединский М. Нес­теров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында “XX быуаттың тәү­ге ярты йыллығындағы урыҫ сән­ғә­тендә Көн­сығыш образы” күргәҙмәһен асты. Дәү­ләт “Росизо” музей-күргәҙмә үҙә­ге, Третьяков галереяһы, “Мәржәни” ғилми-мәҙәни программаларҙы ҡеүәтләү һәм үҫ­те­реү фонды, Көнсығыш халыҡтары сән­ғәте дәү­ләт, А. Радищев исемендәге Һарытау дәү­ләт художество музейҙары менән бер­лектә туплан­ған картиналарға һоҡ­лан­мау мөмкин түгел ине. Әйткәндәй, рәс­самдарҙың күбеһе серле Шәреҡ ил­дә­рендә булмаған, әммә үҙҙәренең хыя­лындағы, уйындағы күренештәрҙе ҡыл­ҡәләм аша киндергә, ҡағыҙға һалған – С. Юдин, П. Беньков, А. Волков, Н. Карахан һүрәттәрендә Көнсығыштың тәбиғәте, кешеләре сағылған.
Күргәҙмәләр залында башҡорт рәс­сам­дарының эштәре лә тәҡдим ителгәйне. Ә. Лотфуллин, А. Бурзянцев, А. Тюлькин, Б. Домашников, М. Назаров һәм башҡа оҫта­ларҙың картинаһы янынан һоҡ­лан­майса үтеү мөмкин түгел. Шундай яҡын, үҙ мөхит һүрәтләнә уларҙа. Ҡылҡәләм ма­һир­ҙа­ры­ның хал­ҡыбыҙға, тыуған яғына мөнә­сәбәте, милли асыл – барыһы ла бар был рәсемдәрҙә. В. Мединский музейҙың эш­мә­кәрлеген дә, һүрәттәрҙе лә юғары ба­һаланы. Һү­рәт­тәр фонды ла уның иғтибарын яу­ла­ған.
– Киләсәктә “Росизо” барлыҡ күр­гәҙмә­ләр һәм музейҙар системаһын үҙ ҡара­мағына алыр тигән уйҙабыҙ, шуға күрә төрлө халыҡтарҙың йәшәйешен, тө­бәктәрҙең тәбиғәтен сағылдырған саралар йышыраҡ үткәрелер. Ә был күр­гәҙмәнең бөгөнгө донъяуи сара менән тап килеүе юҡҡа түгел – мәҙәни күпер аша бер-беребеҙҙе танып беләбеҙ, – тине ул һорауҙарға яуап биргәндә.
Әйткәндәй, “Мәржәни” ғилми-мәҙәни программаларҙы ҡеүәтләү һәм үҫтереү фонды президенты беҙҙең яҡташыбыҙ булып сыҡты. Рөстәм Сөләймәновтың тамырҙары – Башҡортостандың Кушнаренко районынан. Фонд был сара уңайынан махсус йыйынтыҡ сығарған. Киләсәктә лә ул республика ижадсылары менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер.

Владимир МЕДИНСКИЙ, Рәсәйҙең мәҙәниәт министры:
— БРИКС илдәре араһындағы хеҙмәттәшлек иҡтисади бәйләнештәр менән сикләнмәй. Һәр милләттең асылын милли ҡиммәттәр билдәләй, шуға эшлекле форматтың тап ошо өлкәгә лә ҡағылыуын дөрөҫ аңларға кәрәк. Хеҙмәттәшлеккә килгәндә, ошо көндәрҙә күп йүнәлештәрҙе күҙ уңында тотҡан хөкүмәт-ара килешеүгә ҡул ҡуйылды.
БРИКС илдәренең һәр ҡайһыһы милли ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалырға ынтыла. Бөгөнгө документтар был йәһәттән ышаныслы аҙым булыр тип ышанам. Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, йолаларыбыҙ төрлө булһа ла, мәҙәниәттә, сәнғәттә беҙгә тәржемәсе кәрәкмәй. Әйткәндәй, барығыҙға ла саммит уңайынан Өфөлә барған күргәҙмәләрҙе ҡарарға кәңәш итәм.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780