Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевҡа — 85 йәш
Иҫ киткес тәрән мәғәнәле әхлаҡи төшөнсә йәшәй халыҡта: күкрәк көсө менән...
Был һүҙгә күп төрлө йөкмәтке һалынған — ир ҡеүәте, тырышлыҡ, егәрле хеҙмәт, ғәҙел маҡсат, рух сафлығы, нәфсеһеҙлек; ҡыҫҡаһы, яҙылмаған әҙәп һәм намыҫ ҡағиҙәләренең бөтәһе лә һалынған бында.
Күкрәк көсө менән табылған мал, ирешелгән дан борон-борондан хәләл иҫәпләнгән. Был инде кеше өлөшөнә инмәүҙе, кеше көсөн екмәүҙе, кеше мөлкәтенә ҡыҙыҡмауҙы, көнләшмәүҙе, кешегә арҡаланып көн итмәүҙе аңлата. Аҙмы-күпме, булғаны үҙеңдеке, харамы юҡ.
Абдулхаҡ Игебаевтың үҙе һәм уның ҡырҡ йыллыҡ ижады тураһында уйланғанда, миңә бына ошондайыраҡ фекерҙәр ҡағылып үтте. Ысынлап та, ул әҙәбиәттә үҙен күкрәк көсө менән раҫланы.
Еңел килгән уңыштар, иҫ китмәҫтән яуған шөһрәт ямғырҙары уны йыш иркәләмәне. Әммә ул ҡаҡҡыланып-һуҡҡыланып та йәшәмәне һәм йәшәмәй, хуплауҙарҙы, маҡтауҙарҙы ла ишетте, хаҡлы бирелгән бүләктәргә лә иреште. Баҫҡан ерендә тапанманы, үҙ һуҡмағы, үҙ юлы, үҙ көйө менән алға бара. Дүрт тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт шағир тигән исемдең бәҫен төшөрмәй абруйлы алып килә. Ошо ваҡыт эсендә уның һөйөнөр һөйөнөстәре лә, көйөнөр көйөнөстәре лә, тимәк, әйтер һүҙе лә, йырлар моңо ла өҙөлмәне. Шиғырҙан-шиғырға, поэманан-поэмаға, китаптан-китапҡа күсте улар. Торған һайын мәғәнәлерәк, сағыуыраҡ, өлгөрөбөрәк күсте. Үҙенең поэтик уйланыуҙарына, рухи принциптарына, шиғриәттең үҙенә тоғро булды. Бына нимә ти ул:
Ауыр мәлдә:
“Уф!” — тиһәм дә,
Донъямды мин
тарһынманым.
Үҙ хәтерем ҡалғанда ла,
Дуҫ хәтерен
ҡалдырманым.
Бер саҡ Яҡутстандың күңелде иләҫ-миләҫ килтергән аҡ төнөндә Абдулхаҡ Игебаев менән икәү, йоҡонан ҡасыпмы, йоҡо эҙләпме, бик оҙаҡ урамда йөрөнөк. Йондоҙһоҙ яҡты төн хәтәр икән ул. Һүҙ ниҙән башланғандыр, хәтерләмәйем. Шуныһы иҫемдә: асылып китеп, Абдулхаҡ үҙе тураһында былай тине: “Мин ғүмер баҡый үҙем усаҡ яғып, үҙемде йылыттым. Был “үҙемде генә” тигән һүҙ түгел, әҙер усаҡҡа ҡул һонорға тырышманым, тимәксемен... Ижадымда мин йылғамы, әллә бер инешме, белмәйем, әммә үҙемдең талдарыма, ҡамыштарыма, һөҙәк ярҙарыма мөкиббән китеп йәшәйем. Ҙур даръяларҙың ярҙары ла бейектер, ярҙарындағы ағастары ла мөһабәтерәктер, ситтәрендәге ҡамыштары ла эрерәктер. Ләкин улар минеке түгел бит. Мин уларға тик һоҡлана ғына алам. Улар менән берегеп йәшәй алмайым”.
Шағирҙың ерегеп йәшәгән төйәген дә күрҙем мин. Ирәндек итәгендә йүгергән ҡылған тулҡындарына ҡарап, хайран ҡалдым, турғай башы саҡлы эре ер еләктәрен өҙөп, шул тупраҡтың ҡояш нурҙары менән татлыландырылған һутын татыным. Төпкөл шишмәһенең һалҡын һыуын эсеп һыуһындарымды ҡандырҙым. Сал ҡылғандар елгә эйелгәндә, әлеге тулҡын эсенән Абдулхаҡтың бала сағы килеп сығыр һымаҡ тойолдо. Сыҡманы. Уҙғандар уйҙа ғына терелә бит. Уның тыуған ауылы Күсейҙәге тирәктәрҙең шаулауын әле лә ишетәм шикелле.
Баймаҡ, Күсей, Туҡтағол. Ошо төбәктән сыҡҡан мәшһүр ҡурайсыбыҙ Хәмит Әхмәтовтың бит инде сихри моңдары, донъяға таралып, йөрәктәрҙе әсир иткән. Ирәндек буйҙарының һүҙ хазиналарын, илһамын, дәртен илгә еткергән шағир Батыр Вәлидтең өнө бында асылған. Баймаҡ... Уның исеменә моң тылсымсыһы атаҡлы Хөсәйен Әхмәтов нур өҫтәне. Ә йырсылар, бейеүселәр, быуын-быуын килгән йәш яҙыусылар, шағирҙар... Үҙ-үҙенән телгә рифмалар килә лә шул:
— Һеҙ үҙегеҙ ҡай яҡтан?
Ҡай яҡтан,
ҡай аймаҡтан?
— Беҙ үҙебеҙ
Баймаҡтан,
Йырға, моңға бай яҡтан.
Ал яҡтар ҙа гөл яҡтар.
Һый-хөрмәткә мул заттар.
Һеҙҙең һыйҙы, баймаҡтар,
Кем татыһа, шул маҡтар.
Баймаҡ тураһында һөйләп, мауығыбыраҡ киттем шикелле. Күңелеңә ятҡан төбәк менән мауығырһың да шул. Хәйер, ижадсының шишмә башы, сәңгелдәге, тамырҙары тураһында һөйләү уның үҙе хаҡында һөйләү түгелме ни? Сөнки тыуған тупрағының йылыһы һәм фатихаһы уның әҫәрҙәренә йәшәү көсө бирә.
Абдулхаҡ Игебаевтың ижадын мин өҙлөкһөҙ тиерлек күҙәтә барам. Әммә уның тураһында ни бары икенсе тапҡыр һүҙ әйтәм. Беренсе тапҡыр 1956 йылда уның “Йәшлек йыры” һәм “Тыуған ер” тигән китаптарын уҡып, Балтик диңгеҙе буйынан хат яҙғайным. Ошондай уҡ хаттар Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Марат Кәримов йыйынтыҡтары тураһында ла айырым-айырым яҙылғайны. Шул саҡта уҡ мин уларҙы “Башҡортостан” гәзитендә баҫтырып сығарҙым. Иң ҙур борсолоуым Абдулхаҡ Игебаев тураһындағы хатта ине. Унда нимә күберәк булғандыр — ышанысмы, әллә шикме, әйтеүе ҡыйын. Уның китаптарында поэзияның ысын гәрәбә бөртөктәрен табып ҡыуандым, шул уҡ ваҡытта ялтырауыҡлы быяла төймәләрҙең күп осрауы хафаға һалды. Шулай ҙа үҙ тауышын табыр тигән өмөттә ҡалдым.
Туғанына ярамаҫ тура һүҙемде йәш шағир еңел ҡабул итмәгәндер. Әммә изге теләктән әйтелгән ауыр һүҙгә ул заманда хәтер ҡалып, үсләшеп йөрөү ғәҙәткә инмәгәйне әле. Игебаев үпкәләүҙең остоғон да һиҙҙермәне миңә. Үткәреп ебәрҙе. Тик егерме биш йылдан һуң шул уҡ һалҡын диңгеҙ буйында әңгәмәләшеп йөрөгәнебеҙҙә, Абдулхаҡ әйтә һалды: “Ошо ярҙан бит инде һеҙ дүрт таяҡтың иң бешеһен миңә ҡарай быраҡтырҙығыҙ, — үҙе рәхәтләнеп көлә. — Йән ҡабул итмәй башта иҫәңгерәберәк торғайным да, аҡыл айнытты. Ихтыярым нығыны. Сәмем артты”.
Шағир сәмләнеп ижад итергә тейеш. Ошо күренеште мин Адулхаҡ Игебаев миҫалында ла асыҡ төҫмөрләнем. “Йәшлек йыры”нан алып “Әйтелмәгән һүҙҙәрем бар”, “Һеҙҙең өсөн, балалар” исемле иң һуңғы китаптарына тиклем үтелгән юл — ана шул сәм менән һикәлтәләрҙә һикереп, үрҙәргә үрмәләп уҙған юл, баштараҡ әйкәнемсә, шағирҙың үҙен эҙләү, табыу, раҫлау һәм шул уҡ ваҡытта үҙен һаҡлау юлы булды. Модалар килә лә китә. Сәнғәттең асылы — ябай дөрөҫлөк, ябай матурлыҡ, ябай изгелек ҡала. Абдулхаҡ Игебаев әҫәрҙәрендә ана ошо ябайлыҡ һаҡлана, ә тәүге осорға хасыраҡ үтә ябай ябайлыҡ (примитив) бөтә килде. Ижадының айышы үҙгәрә. Донъяға, тормошҡа ҡарап, шаҡ ҡатып һоҡланыу бара-тора хәүефле тойғолар, борсоулы уйҙар менән аралаша.
“Оран һала Ер-Әсә” тигән патетик поэмала шағирҙың тауышы фажиғәле оранға әйләнә. Уның шиғырҙарында ла дәртле, шат моңдар менән бер ҡатарҙан, яраланған ҡошсоҡ йырына хас, һағышлы, хатта әрнеүле өндәр ишетелә. Шағирҙың мөхәббәт лирикаһы һәм ошо лириканың матур өлгөһө, уның йөҙөк ҡашы тиерлек “Мөхәббәт йыры” айырым иғтибарға лайыҡлы. Поэма – Йәнгүзәленә ғүмергә ғашиҡ булған ирҙең бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәт һүҙе. Ул һүҙ ҡабатлаған һайын яңыра — ғишыҡтың сере тәрәнәйә бара. Мөхәббәтте, уның изге серен һаҡлау өсөн ирмен тигән иргә ҙур рухи батырлыҡ та кәрәк.
Ана ниндәй һүҙҙәр әйтә ул:
Йәнгүзәлем,
яттар һиҙмәһен тип
Аһ-зарымды минең,
Бөгөн
бар ҡайғымды
яндырҙым да
Йоттом уның көлөн!
Абдулхаҡ Игебаевтың ижад арбаһын йор ат тартып бара. Төптә — уның ололар өсөн яҙған әҫәрҙәре, мисәүҙә — балаларға арналған шиғырҙары. Дуғаһында ҡыңғырауы ла бар. Уныһы — шағирҙың композиторҙар моң өргән йырҙары. Уларҙы беҙ ишетеп торабыҙ, зауыҡланабыҙ.
Үҙеңдән кесе кешенең олпат йәшен таныуы сәйер икән ул. Һин иҫән саҡта, йәшерәктәр гел йәш булып ҡала инде. Хәйер, шағир үҙе лә бына нимә тип ышандыра беҙҙе:
Һин ни хәлдә?
Минең әле
Бөркөттәй ажар сағым —
Иң бейек тауҙарға менеп
Маяҡтар ҡаҙар сағым.
Шулай булһын, Абдулхаҡ. Күкрәк көсөң ҡайтмаһын.
Мостай КӘРИМ.
“Совет Башҡортостаны” гәзите, 1990 йыл, 29 июнь.