Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәйле-мәйһеҙ һабантуй
Сәйле-мәйһеҙ һабантуй Үҙ ғүмеремдә ҡайҙа ғына, ниндәй генә һабантуйҙарҙа булманым. Ләкин Өфө вики-һабантуйында күргәндәремде иҫем китеп иҫкә алам, сөнки был сара башҡаларҙан ғәҙәти булмауы менән айырылып тора. Ғәҙәттә, туйҙар һабан эштәренән һуң уҙғарыла, әммә “викитуй”, был ҡағиҙәгә ҡарамай, “һабан”ға төшмәҫ борон – ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан үткәрелде.

Хәйер, бынан ун йыл элек Интернет донъяһында пәйҙә булған Башҡорт википедияһы үҙенең “һабан” эштәрен күптән тамамланы, тиергә лә мөмкин. Уның өсөн хәҙер “ураҡ” мәле – уңыш йыйып алыр ваҡыт етте. Шуныһы ҡыуаныслы: милләтебеҙҙең аҫыл улы Рөстәм Нуриев етәкләгән башҡорт ирекмәндәренең тырышлығы арҡаһында бөгөн беҙ Интернет селтәре аша әҙәби, мәҙәни, ижтимағи, сәйәси һәм башҡа мәғлүмәттәр менән туған телебеҙҙә рәхәтләнеп таныша алабыҙ. Ниһайәт, мин дә үҙем тураһында мәҡәләне күреү бәхетенә ирештем. Юғиһә ниндәй генә телдә яҙып бөтмәнеләр, ә башҡортса – юҡ. Әйткәндәй, Башҡорт вики­педияһындағы “яҡшы мәҡәләләр” исемлегенә ингән был белешмәнең “Айсар” атлы авторы өйрәнсектәр араһында үткәрелгән бәйгелә еңеүсе булды.
“Википедия һәм мәғлүмәти йәмғиәт” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатна­шыусылар менән осрашыу тантанаһында мин “Айсар”ҙың ысын йөҙөн астым. Баҡтиһәң, ошо псевдоним артына “Башҡортостан” гәзитенең Нефтекама төбәгендәге үҙ хәбәрсеһе, әле яңыраҡ ҡына Журналистар союзына ҡабул ителгән ҡәләмдәшем Ансар Нуретдинов “йәшеренгән” икән.
– Бөтөн әҙиптәр тураһында ла яҙырға иҫәбем бар, – тине ул.
– Бик мәслихәт, ҡустым! – тинем уға. – Баш­ҡорт википедияһынан Африкалағы бөжәктәр хаҡында ғына түгел, үҙебеҙҙең яҙыусыларыбыҙ, ғалимдарыбыҙ, арҙаҡлы милләттәштәребеҙ тураһында ла уҡырға тейешбеҙ бит.
Мин, эшлекле ҡәләмдәштәремә һәм бул­дыҡлы милләттәштәремә ижади уңыштар теләп, ҡымыҙ йотоп ҡуйҙым. Унан буҙа уртланым. Ахырҙа, башҡорт балы менән туйғансы сәй эстем… Баш ҡалабыҙ үҙәгендәге иң шәп рес­торандарҙың береһендә бөтә донъянан йыйыл­ған мәртәбәле ҡунаҡтар араһында бына шулай тамсы ла хәмер ҡапмайынса, тәмле-татлы милли ризыҡтар менән һыйланып, һөйләшеп ултырҙыҡ. Юҡ, аҙыраҡ арттырып… йәғни кәметеберәк ебәрҙем. Вики-һабантуйҙы алып барған Рөстәм Нуриев тантанала ҡатнашыу­сыларға тыныс ҡына ултырырға ирек бирмәне. Әле бер “викимән”де, әле икенсеһен микрофон янына саҡырып, үҙҙәре һәм эштәре менән та­ныштырҙы, уй-фекерҙәрен башҡаларға ишет­терҙе. Алыҫтан килгән ҡунаҡтар иһә хужаларға һоҡланыу йә рәхмәт һүҙҙәре генә әйтеп ҡал­маны, тәжрибә уртаҡлашып, файҙалы кәңәш­тәрен дә йәлләмәне.
Былары инде ғәҙәти хәл – иҫ китерлек түгел. Иң ғәжәбе шунда: етди һөйләшеүҙәр, ихлас аралашыуҙар гелән күңелле шаярыуҙар, уйын-көлкө менән үрелеп барҙы. Һабантуй ярышында ҡатнашҡан Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалала­рынан, Польша, Израиль һәм башҡа сит илдәрҙән килгән вики-маһирҙарҙың йомортҡа һалынған ҡалаҡ ҡабып, зал буйлап нисек йүгереүҙәрен күҙ алдына килтерегеҙ… Йәки урыҫ, йәһүд дуҫтарҙың башҡорт көйҙәренә бейегәнен… Ап-айыҡ килеш!
Халыҡ-ара сараны ойоштороусы “Викимедиа РУ” етәксеһе Владимир Медейко ғәҙәти булмаған был һабантуйҙа миңә саф башҡорт телендә яҙылған “Рәхмәт хаты”н тапшырҙы. Башҡорт милләтле башлыҡтарҙан, министр, директор кеүек етәксе ағай-эненән урыҫса ғына яҙылған “Благодарственное письмо”лар алырға күнеккән фәҡирегеҙ өсөн был иҫ китерлек, юҡ, һуштан яҙҙырырлыҡ бәхет тәһә! Күҙ алдына килтерәһегеҙме?
Мәртәбәле ойошма директорының ҡултам­ғаһы ҡуйылған мисәтле хатта ошондай һүҙҙәр бар: “Һәр кем кешелектең бар белемен ҡуллана ала торған донъяны күҙ алдына килтерегеҙ. Беҙҙең маҡсат – шуға өлгәшеү”.
Дөрөҫөн әйткәндә, әлегә быны күҙ алдына килтереүе ҡыйын миңә. Тик шулай ҙа ышанысым ҙур – изге маҡсатҡа ирешербеҙ, шәт! Ә ниңә, бик мөмкин. Был заманда ғәҙәти сәйле-мәйле түгел, ә сәйле-мәйһеҙ һабантуйҙар үткәреп, айыҡ аҡыл менән йәшәгән һәм ең һыҙғанып эшләгән милләттәш­тәребеҙ булғанда!








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Имя
    Имя от 08.05.2015, 01:13
    Оҙаҡламай Марсель Сәлимов тигән мәҡәлә иврит телендә буласаҡ.

  2. Радик
    Радик от 15.05.2015, 01:18
    Нимә генә тиһәгеҙ ҙә, Марсель Сәлимов һымаҡ булырға кәрәк бит әле! Ундай йор һүҙле, әүҙем, әрһеҙ, һис үпкәләмәҫ, ябай, кешелекле тағы берәй әҙипте беләһегеҙме? Башҡорттоң данын донъяға таратыусыларҙың береһе ул Марсель ағай!






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780