Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ижад бәхете Фекерҙәрем – шағирә Асия Динислам ҡыҙы Басирова һәм уның ижады хаҡында. Ул мәктәп эскәмйәһенән башлап шиғриәткә тартыла. 1986 йылда Стәрлетамаҡҡа күсеп килде, шунан һуң уҙған утыҙ йылға яҡын осорҙа өс китап баҫтырыуға өлгәште. Тәүҙә ул Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһында булған йыйылыштарҙа һирәк күренде, мин эшләгән заводта тир түккән икән. Оялсан ғына ҡатын тураһында “эшсе-шағирә” тип ишеткәс, ҡыҙыҡһыныуым көсәйҙе.
Республикабыҙҙың үҙаллылығын яҡлап ҡул­там­ғалар йыйған дәүеремдә уның Якутов урамындағы фатирына ишек шаҡыуым хәтерҙә. Ул беренселәрҙән булып ҡул ҡуйҙы. Ҡалабыҙҙа башҡорт театры асылғас, театрҙың тәүге тамашаһына актрисалар етмәгән дәүерҙә ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыуы хәтеремдә. Ауылдан күсеп килгән, ике улын яңғыҙ үҫтергән әсә, эш аралаш яҙған шиғырҙарын туплап, ҡулъяҙма әҙерләгән. Өмөтлө ҡәләм эйәһенең ижад емештәре ойошмабыҙҙа йыйылыш ҡарары менән хупланды. Бер-ике йыл үткәс, авторҙың “Яңғыҙ итмә” тигән китабы Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫылды, шул исемдәге шиғырға композитор Рәмил Ғимрани йыр яҙҙы.
Авторҙың автографлы китабын ҡулыма алғас, үтемле лирикаһына һоҡланғайным. Ә 2006 йылда “Ағыла моң” тигән икенсе тупланмаһын уҡып, “башҡорт шиғриәтенә бәхетле ижадсы килде” тип ихлас шатландым. Сөнки ҡалабыҙҙа Зөбәржәт Йәнбирҙина апай менән Асия Басирова кимәлендә яҙыусы лирик шағирҙар юҡ ине.
Бына ҡулымда — ижадташ дуҫымдың өсөнсө китабы. 2014 йылда баҫылған “Биҙәктәр” тигән дөйөм ҡалын йыйынтыҡта уның “Йөрәк моңом” тигән китабына 46 бит бүленгән. Шағирәнең был китабында ла, исеменән күренеүенсә, һөйөү ли­ри­каһына ҙур урын бирелә. Авторҙың һәр шиғырында йөрәк моңдары сағылыш таба, поэтик сатҡылар булып сағыла. Шиғриәт һөйөүселәрҙең иғтибарын шул табыштарҙың бер нисәүһенә йүнәлткем килә.
Һандуғас та түҙмәй илар ине
Ҡорған оялары туҙғанға.
Йөрәк түгел, йәнем сыңлап китә
Ғүмерҙәрем зая уҙғанға.
(“Йөрәк моңом” шиғыры).
Һандуғас образы менән йәнәш ауаздаш ниндәй ябай һүҙҙәр! Мәңгелек шиғыр! Ҡорған оялары туҙған Донбасс халҡы күҙ алдына баҫа! Ә ябайлыҡ – талант билдәһе, тиҙәр. Шиғыр башҡорт халыҡ йыры шикелле башланған. Ҡалған строфалары ла шағирәнең күңел торошон, барлыҡ тормош юлын аныҡ күҙ алдына баҫтыра.
Табыштар был әҫәрҙә генә түгел. Китапҡа ингән йөҙләгән шиғыр ҙа хис-тойғо муллығы менән күңелгә ята, уларҙа уҡыусыға аңлашылмаҫлыҡ бер һөйләм дә, рифма, ритм хилафлыҡтары юҡ. Шуның өсөн автор шиғырҙары менән уҡыусыларҙы ялҡытмай, биҙҙермәй. Шағирәнең һәр китабындағы шикелле, быныһында ла бөтә шиғырҙар тел байлығы, фекерҙәр төрлөлөгө һәм тәрәнлеге менән күңелгә ятышлы, улар йөрәк моңдары булып аҡ ҡағыҙ биттәрен нағышлай, авторҙың асылын билдәләй. Шуныһы һөйөнөслө: ҡалабыҙҙа тәрән фекерле лирик шағирә үҫте, ул – ойошмабыҙҙың биҙәге.
Һуңғы биш йылда Асия Динислам ҡыҙының ижады республикабыҙ кимәлендә матур баһа­ланды. 2000 йылда Бәләбәйҙә үткәрелгән шиғриәт фес­тивалендә “Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы” номина­цияһында еңеүсе булды, 2009 йылда Стәрлетамаҡ тураһын­дағы йырҙар конкурсында ла уның һүҙҙәренә яҙылған “Эстәрлем” йыры икенсе урын алды. Бына шул йырҙың ике юлы:
Борондан уҡ үҙ ереңдә – тоҙоң,
Ҡырҙа һәр саҡ — уңған икмәгең.
Шул уҡ шиғырҙа меңәрләгән йырсы һәм шағирҙар тарафынан күп быуаттар буйы данланған ҡалабыҙҙы биҙәгән Стәрле, Ағиҙел, Ашҡаҙар йылғаларын, шихандарын дүрт юллыҡтар менән данлай шағирә:
Эстәрлекәй үргән һомғол талдар,
Тарих тынын тойған таш-тауҙар.
Ағиҙелкәй һинең – көмөш билбау,
Быуаттарҙың моңо – Ашҡаҙар.
“Эстәрлем” тип аталған был шиғыр-йыр ҡалабыҙҙың тәбиғәтен, тарихын, бөгөнгөһөн күҙ алдына баҫтыра.
90-сы йылдарҙан башлап шағирәнең мәғәнәле, тәрән хис-тойғоға, сағыштырыуҙарға бай шиғыр­ҙарына композитор Рәмил Ғимрани матур йырҙар ижад итте. Эстәлекле йырҙар компо­зиторҙың аудиокассеталары, диск­тары менән илебеҙҙең төбәктәренә сәйәхәт ҡылды, тыңлау­сыларҙың күңел ҡылдарын тирбәлдерҙе. Асия Басирова шиғыр­ҙарының һәр юлы көйләй төҫлө. Уның тиҫтәнән ашыу йыры Башҡорт­остандың һәм Татарстандың популяр йырсылары Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, Инсаф Ғәлимов, Фәнзил һәм Харис Шәриповтар, Әлим Ҡәйүмов, Нәфҡәт Ниғмәтуллин, Әлфиә Әғзәмова башҡарыуында тамашасыларҙы рухландыра, йәндәрен дауалай (хәтерем яңылышмаһа, ғәрәп-фарсы телендә Асия – йән дауалаусы).
Асия, әсә кеше булараҡ, гүзәл затҡа бағышлап тиҫтәләгән шиғыр яҙған. Йөрәк түренән сыҡҡан изге һүҙҙәрен ул йыр текстарына һала. Бына “Әсәй” тигән шиғырының аҙаҡҡы юлдары:
Һин теләһәң, юлдарым да уңыр,
Фатихаларыңдан ҡалдырма.
Асия Басированың шиғырҙары тап­ҡыр әй­темдәр, аҡыллы фекерҙәр менән айырылып тора. Мәҫәлән, “Тәҡдир” ти­гән шиғырында шағирә: “Тәүбәләргә кил­гән саҡтарым бар, тәүбәләргә килергә бер ваҡытта ла һуң түгел”, — тип үҙ тәжрибәһен фәлсәфәүи яҡтан раҫлай. Ә инде “Иман бирһен Хоҙай” тигән ҡыҫҡа шиғырын тулыһынса бирергә кәрәк тип уйлайым:
Был донъяла ни бар үҙең менән
Фанилыҡтан алып китерлек?
Иман бирһен Хоҙай зиһенемә
Мәңгелеккә генә етерлек.

Сабырлыҡты бирһә, Хоҙай бирә
Йәндең тыныслығын йыуатып.
Нисек тыуһа кеше, шулай китә:
Илап тыуа, китә илатып.
Асия Динислам ҡыҙының ижад офоҡтары киңәйгәндән-киңәйә бара. Уның “Йәшә ерҙә иман менән” тигән шиғырына һәләтле композитор көй ижад иткән, ул дини байрамдарҙа мосолмандар тарафынан яратып башҡарыла.
Иман бирһен дуҫҡа ғына түгел,
Йән әрнеткән хатта дошманға.
“Ит изгелек — көт яуызлыҡ” тигән
Яман һүҙгә һис бер ышанмам!

Ауыр һүҙҙән ҡалған яралар бар,
Йылдар яҡынайтмаҫ аралар бар.
Изгелектәр ҡыл да һыуға һал,
Иман менән ерҙә йәшәп ҡал.
Был шиғырҙың бер строфаһы өндәү билдәһе менән тамамланһа ла, автор кешеләрҙе иманға саҡырмай, унан ғына кешеләр иманға ултырмая­сағын белә. Ул иманды үҙенә йәшәү ҡағиҙәһе итеп алған, шиғырҙа теләктәрен генә еткерә һәм изгелектең изгелек булып ҡайтасағын раҫлай. Кеше үҙенең эшенән, ижадынан ҡәнәғәт булһа ғына бәхетле.
Мин бит әле риза яҙмышыма,
Мин бәхетле ерҙә, шулай ҙа...
Моңло-зарлы булмыштарым өсөн
Барыһына шөкөр Хоҙайға.
Йәмғиәтебеҙ үҙ яҙмышына риза булмаған ке­шеләр менән тулған. Уларға гәзит-журнал да, китаптар ҙа кәрәкмәй. Ғәмһеҙлек сәскә атҡан шарттарҙа йәшәп тә, ғәмле кешеләрҙе шағирәнең ижад емештәре һоҡландыра икән, ижадсы үҙен бәхетле тип хис итә ала. Фекерҙәремде йомғаҡлап, шуларҙы әйткем килә: шағирәбеҙ Асия Басирова мәңгелек теманы – ир менән ҡатын-ҡыҙ араһын­дағы мөхәббәт хистәрен – тел байлығы менән йөҙ төрлө юҫыҡта һүрәтләй, әммә ялҡытмай.
Асияға балалар һәм ейәндәр бәхетен оҙаҡ йылдар күрергә, китаптарын баҫтырырға насип итһен. Шағирә артабан да йән тыныслығы, ижади уңыштары менән илһамланып, ихлас йылмайып тормош юлынан атлаһын.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779