Яҙыусылар союзының “Хендай” автомобиле, теткеләнгән юлдарға әллә ни иғтибар итмәй, бер үк корей көйөн һуҙып Кушнаренкоға табан елдерҙе. Башҡорт әҙәбиәтенә Хәсән Мохтар, Рәғиҙә Янбулатова, Әсхар Кәшфуллин, Нәжибә Әминева кеүек шәхестәрҙе биргән төбәккә “Әҙәби нағыш” марафоны алып килде беҙҙе. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, күренекле драматург Наил Ғәйетбаев етәкселегендәге төркөм – “Ағиҙел” журналының яуаплы сәркәтибе Дамир Шәрәфетдинов, республика Мәғарифты үҫтереү институтының өлкән уҡытыусыһы Руслан Сөләймәнов, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәре Зәһинә Әғзәмова, Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге Йорт-музейы мөдире Светлана Низаметдинова һәм мин – иң башта Иҫке Ҡормаш ауылының мәҙәниәт һарайына туҡталдыҡ. Бында ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙға йыр-моң ҡушып ҡаршыланылар. Китапхана мөдире Гүзәлиә Ғайсина белем донъяһына сәфәргә саҡырҙы. Бөхтә һәм бай китапхананы һоҡланып ҡараныҡ, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған “Йылдар аша баш эйәбеҙ һеҙгә” тигән китап күргәҙмәһе алдында, шанлы һәм данлы яу юлында ятып ҡалған яугирҙәрҙе хөрмәт менән иҫкә алып, тын ғына баҫып торҙоҡ.
Артабан китапхана шиғри нурға сорналды. VIII класс уҡыусыһы Алина Әбдрәхимова яҡташ шағирәләре Әнисә Хәмәтдинованың ижады менән таныштырҙы. Зарина Рахманова, Илнур Ниғмәтйәнов, Әлиә Ғәзизова уның шиғырҙарын илһамланып уҡыны. Балаларҙың шул тиклем оҫталыҡ менән шиғыр һөйләүенә ихлас һоҡланды ҡунаҡтар – әртистәрең ары торһон!
Осрашыу район етәкселеге ҡатнашлығында дауам итте. Хакимиәт башлығы Алмас Йосопов кеүек йор һүҙле, шаян телле етәкселәр менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеп ултырыуы – үҙе бер йән рәхәте. Уҡаһы ҡойолоп барған тормошобоҙҙа йөҙөн һөрөм баҫҡан етәкселәрҙе күреп, йыш ҡына кәйеф ҡырылып ҡуя. Ә бына Алмас Мәмдух улының әҙәби китаптарға ла ваҡыт табыуы күренеп тора: Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың шиғырҙарын яттан һөйләп ебәрә. Әйткәндәй, Әнғәм Атнабаевтың ҡатыны – Кушнаренко районының Баҡай ауылынан.
Хакимиәт башлығы райондың “кардиограмма”һы менән таныштырҙы.
– Халыҡтың мәҙәни тормошо иғтибарҙан ситтә ҡалмай, – тине ул. – Оптимизация тип беҙ бер мәктәпте, клубты, китапхананы ла япманыҡ, уларҙы һаҡлап ҡалыу юлдарын табырға тырыштыҡ. Әле клубтарға ремонт эшләргә торабыҙ. Көрсөккә һылтанып ишектәргә йоҙаҡ элһәк, ваҡыт үткәс, икенсе бер етәксе, мине ҡәһәрләй-ҡәһәрләй, уларҙы асасаҡ. Бөтөрөүе тиҙ ул, булдырыуы ауыр. Компьютерға бирелгән йәштәребеҙҙе мәҙәниәткә, әҙәбиәткә ылыҡтырырға кәрәк. Юғиһә, икене икегә ҡабатлау өсөн дә калькуляторға йәбешәләр.
Бөйөк Еңеү көнөндә театрлаштырылған тамаша буласаҡ икән. Әле районда 28 һуғыш ветераны бар. Тағы ла ШОС, БРИКС саммиттарына килгән ҡунаҡтарға һабантуй ойошторорға уйлайҙар. “Был сараға үҙем бер тәкә һимертәм”, – тип йылмая етәксе.
Алмас Мәмдух улының кабинетынан күңелебеҙ йылмайып сыҡтыҡ. Мәҙәниәт бүлеге мөдире Флида Мөхәмәтйәнова беҙҙе райондың яҙыусы-шағирҙары менән осрашыуға саҡырҙы. Быға тиклем байтаҡ районда ошондай сарала ҡатнашырға тура килгәйне. Уларҙы үпкәләтергә теләп әйтмәйем, ләкин залда күп тигәндә биш-алты кешенең генә ултырыуын күреп, кәйеф ҡырылған саҡтар ҙа булды. Кушнаренкола иһә район китапханаһының ҙур залы шығырым тулы ине. Китапхана тигәндән, уның директоры Миңзилә Вәлиеваны телгә алмау хилаф булыр ине. Миңзилә Тәлғәт ҡыҙының башҡарған эштәрен һанай башлаһаң, гәзит бите лә етерлек түгел. Китаптарҙың исем туйы, “түңәрәк өҫтәл”дәр, конкурстар тиһеңме – барыһына ла өлгөрә эшлекле ханым.
Хакимиәт башлығы Алмас Мәмдух улына рәхмәтлебеҙ, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙып тора, – ти ул.
Уны тыңлағанда, башҡорттар күпләп йәшәгән райондарҙа тиҫтәләрсә мәктәп, китапхана ябылыуын уйлап, бәғер теленә. Ана бит, эшләгән кеше бер ҙә ябайыҡ тип тормай, юлын эҙләй, әмәлен таба. Халҡының киләсәген ҡайғырта улар.
Кушнаренконың ҡәләм тибрәтеүселәре менән осрашыуҙы Наил Ғәйетбаев асты:
Беҙҙең төп бурысыбыҙ – йәштәрҙе әҙәбиәткә йәлеп итеү, – тип башланы ул һүҙен. – Яҙыусылар союзы йәш ижадсыларға айырыуса ҙур иғтибар бирә. Сер түгел, һуңғы ваҡытта әҙәбиәткә килеүсе таланттар күренмәй тиерлек: драматургиябыҙ ҡытлыҡ кисерә, шиғриәтебеҙҙә лә “йәшенле” йәштәр кәмегәндән-кәмей, прозабыҙ менән дә маҡтана алмайбыҙ...
Нисек кенә булмаһын, былтыр, мәҫәлән, 14 йәш ҡәләмдәшебеҙҙе Союзға ағза итеп алдыҡ. Был, бәлки, берәүҙәргә оҡшап та етмәгәндер, ләкин беҙ иң беренсе сиратта киләсәгебеҙҙе уйларға тейешбеҙ.
Кушнаренконың шағир һәм яҙыусылары Фәнғиә Низаева, Әлфиә Арыҫланова, Фәнисә Фәхретдинова, Павел Кулинцев, Фәрҙиә Юнысова, Рәшит Кәримов, Алһыу Абдуллина, Екатерина Кулинцева, Айгөл Сабирова, Анна Шуберт, Леонид Ғиззәтуллин ҡулъяҙмаларын тикшереүгә ҡуйғайны. Наил Ғәйетбаев менән Дамир Шәрәфетдиновтың төплө кәңәштәре уларҙың ҡолағынан яҙа китмәҫ, моғайын. Әлбиттә, тәнҡитте бер кем дә яратмай. Ләкин шуны онотмайыҡ: тәнҡит – ул кәнфит түгел, ә дарыу. Дарыу әсе була...
Шулай ҙа ҡәләмдәштәребеҙ шиғыр яҙыуҙың – рифма, ритм ғына түгел икәнен яҡшы аңлағандыр. Ул, тере организм кеүек, һәр күҙәнәге менән донъяның һулышын тойорға тейеш.
Наил Ғәйетбаевтың тәҡдиме менән районда “Сәрмәсән таңдары” тигән әҙәби түңәрәк ойошторолдо. Уның етәксеһе итеп шағир Илдар Хафизов һайланды.
Мәҙәниәт һарайындағы тантаналы кисәне уҡыусыларҙың сығышы башлап ебәрҙе. Артабан Ғафури районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Салауатов менән мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фәнил Кинйәғолов Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Алмас Йосоповҡа “Йылъяҙма- китап”ты тапшырҙы.
Әҙәбиәт йылы – ул китап һәм китапханалар йылы. Әҙәбиәтте уларҙан тыш күҙ алдына килтереүе ауыр. Әлбиттә, яҙыусы хеҙмәтен бер ниндәй ҙә үлсәмдәр менән үлсәп булмай. Яҙыусы – тормошобоҙҙоң барометры ул, – тине Алмас Мәмдух улы.
Әҙәбиәт дуҫлыҡ күперенә әйләнһен, – тип, Руслан Салауатов ғафуриҙарҙың күстәнәсен тәҡдим итте. Күстәнәс шәп булып сыҡты: Рәмил Ҡотдосовтың ҡурай моңон зал дәррәү алҡыштарға күмде. Күңелде ғорурлыҡ тойғоһо солғап алды: Ах, үҙебеҙҙең ҡурай моңо!
Светлана Низаметдинова республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡотлауын уҡып ишеттергәндән һуң, сәхнәләге “хакимлыҡ” әҙиптәргә һәм йырсыларға күсте. Кушнаренко шағирҙары Нәжибә Әминева, Фәндидә Харрасова, Ләйсән Яҡупова, Руслан Сөләймәнов яҡташтарына шиғри күстәнәсте мул тейәп килгән ине. Уларҙың “һыйын” тамашасы кинәнеп тәмләне. Юҡ, юҡ, Өфө ҡунаҡтары ла “һыу” уртлап ултырманы. Дамир Шәрәфетдиновтың һағышлы һәм мөхәббәтле лирикаһы уйландырҙы ла, моңландырҙы ла.
Рухиәт байрамын мәҙәниәт һарайы артистарының береһенән-береһе шәберәк сығыштары биҙәне. Сулпан Баҡыева, Роза Сабурова, Рәфис Баҡыев, Айрат Гәрәев, Гүзәлиә Исламова, Азат Ғәлиуллин тотош залды моң “бишеге”ндә бәүелтте. Иршат Бикмырҙиндың “Ирәндек” бейеүе йөрәктәрҙе елкендерҙе.
Әҙәби тантананы Кушнаренко районының гимны ослап ҡуйҙы.