“Әҙәби нағыш” республика марафоны уңайынан Ҡариҙел районына юлланғанда ошо төбәктән сыҡҡан шағир Мөхәммәт Закировты иҫкә алдым. Тыуған яғын һәр күҙәнәге менән яратҡан ҡәләмдәшебеҙ ҙә беҙҙең менән бергә сәфәргә сыҡҡан булыр ине. Нишләтәһең инде, яҙмыш. Әммә тыуған төйәгенең иғтибарын тойоп йәшәне ул. Район етәкселеге төбәктең Ғаян Лоҡманов исемендәге премияһы менән бүләкләне шағирҙы. Һүҙебеҙгә дәлил булараҡ ҙур йылға буйында урынлашҡан Ҡариҙел ауылына ингән ерҙә беҙҙе Әҙәбиәт йылы уңайынан эшләнгән баннер ҡаршы алды: унда – ошо төбәк яҙыусылары Рәис Риян, Ғаян Лоҡманов, Мөхәммәт Закировтың рәсемдәре. Үҙ оҫталарын белергә тейеш райондарҙа йәшәгән халыҡ. Юғиһә Әҙәбиәт йылын иғлан итеп тороуҙың ни кәрәге бар?!
Башҡортостан Яҙыусылар союзының “Тулпар” журналы баш мөхәррир урынбаҫары Илдус Фазлетдинов етәкләгән делегацияһы эште район мәҙәниәт йортонда ойошторолған ҡулъяҙмалар тикшереү сараһынан башланы. Һөйләшеүҙе төбәктең “Ҡариҙел” гәзитенең баш мөхәррире Рөстәм Ильясов алып барҙы.
Һәр төбәге үҙенсәлекле Башҡортостандың, быны “Әҙәби нағыш” республика марафоны барышында ла күрәбеҙ. Әгәр ҡайһы бер яҡтарҙа әҙәби түңәрәк ойоштороу кәрәклеген яҙыусылар әйтһә, бында үҙаллы ике әҙәби ойошма эшләп килә. “Сулпан”да ҡәләмен һынағандар райондың 75 йыллығы уңайынан шиғри йыйынтыҡтарын ҡулына алып ҡыуанған. Бынан тыш, Заһит Мурсиев етәкләгән әҙәби түңәрәктә шөғөлләнгәндәр ҙә аҙ түгел.
Иң тәүҙә һүҙҙе мәктәп уҡыусылары алды. Тыуған яҡҡа, атай-әсәйгә, йорт хайуандарына арналған эскерһеҙ тойғолар менән яҙылған шиғырҙарҙағы ихласлыҡ күңелде арбай. Яҙыусыларҙан кемдер матбуғатта балалар бер үк нәмә хаҡында яҙыуын билдәләп: ”Әсәй, бесәй, эт...” – тип тәнҡитләп тә киткәйне. Әммә улар бит үҙҙәре күргән, белгән нәмәләр хаҡында яҙа, һәм был тәбиғи ҙә. Киреһенсә, үҙен уратып алған донъяға сәнғәт күҙлегенән бағырға тырышҡан ҡыҙҙарға һәм малайҙарға “Афарин!” тип әйтергә кәрәк, минеңсә. Элина Сәйетованың “Йылмайыуың менән һин Йөрәкте йылытаһың”, Регина Бәхтийәрованың “Яҙ атлап керҙе ауылға, Керҙе лә түргә уҙҙы” кеүек юлдары ихласлығы менән арбаны. Артабан да шиғыр төҙөлөшөн өйрәнеп, дәртләнеп ижад итеүҙәрен теләйек.
“Тулпар” журналы редакцияһының шиғриәт һәм сәнғәт бүлеге мөхәррире Мөнир Вафин ижадтың кимәле, асыштар тураһында һүҙ алып барҙы. “Нимә ул илһам? Һеҙҙең ошо хаҡта уйланғанығыҙ бармы? Нимә ул ижад? Ул донъяны үҙеңсә асыу ғына түгел, ана шул табыштарыңды башҡаларға еткерә белеү һәләте лә!” – тине шағир. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова проза яҙмаларына анализ яһаны. “Хәҙер күптәр сюжет ҡороп яҙыуҙы әҫәр ижад итеү тип уйлай. Дөрөҫөн әйткәндә, хикәйә – ул иң ауыр жанр. Роман яҙыуы күпкә еңелерәк, ә бына ҡыҫҡа ғына тормош күренешендә характерҙарҙы асып, образдарҙы күрһәтә белеү ҙур оҫталыҡ талап итә. Ҡәләмегеҙ бар, яҙығыҙ, тормошто өйрәнегеҙ, йылдар үткәс, бынамын тигән хикәйәселәр менән осрашырға яҙһын!”– тине ул Лилиә Туҡташеваның яҙмаһы хаҡында.
Заһит Мурсиев, Фидаил Сафин, Гүзәлиә Тимершина, Әлфир Яҡупов тураһында айырым туҡталып, бер кәлимә әйтеү кәрәктер. Улар барыһы ла исемдәре республикала таныш авторҙар. Уларҙың шиғырҙары, хикәйәләре, мәҡәләләре ҡалын журналдарҙа, гәзиттәрҙә баҫылып тора. Заһит Мурсиевтың юмористик хикәйәләре, Фидаил Сафиндың тарихтарҙы байҡап, күңелен түңкәреп яҙған, Гүзәлиә Тимершинаның иманға өндәгән шиғырҙары төбәк моңон ғына еткермәй, заманыбыҙҙы һөйләй, дәүер йырын йырлай. Фидаилдең:
“Эй, башҡортом, любезники,
Йәнбирҙенең балаһы.
Һөйөү өсөн генә тыуған
Төньяҡ һөйөү аллаһы”, –
тип яҙған юлдары уйға һалмай ҡалмаҫ сәмле уҡыусыны. Бер нисә китап сығарған, әҙәбиәт ғәме менән йәшәгән был авторҙар бөгөндән профессиональ Яҙыусылар союзы ағзаһы булырлыҡ. Күпләп йәштәр ҡабул ителде ижади ойошмаға, ә әҙәби саралар үткәрелә башлаһа, ҡайһы берҙәрен сараға ла йәлеп итеп булмай, мәҡәлә һораһаң, мин шиғыр яҙам, тиҙәр. Ә бит тап ғүмерен ижадҡа бағышлаған, төплө фекере булған ҡәләм оҫталары ситтә ҡала. Әҙәбиәт йылында профессиональ яҙыусының асылы хаҡында ла уйланырға тейешбеҙҙер бит!
Радим Оморҙаҡовтың ҡулъяҙмалары хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтеп китеү кәрәк. Ҙур тормош һынауҙарын үткән авторҙың донъяны, үҙен яңынан асыуы, юғалтыуҙары эҙһеҙ үтмәүе уның шиғырҙарында асыҡ сағылып тора. Дини темаға яҙылған шиғырҙарҙы кескәй генә йыйынтыҡҡа туплап нәшер иткәндә лә була. Һәр кисереш, һәр фекер артында – тәрән һыҙланыу, хис-тойғолар ҡайнарлығы. Киләсәктә Радимдың яҙғандарын “Башҡортостан” гәзитен алдырыусыларға ла тәҡдим итербеҙ. Улар тематик шәлкемде хасил итә.
Фекер алышыуҙа ҡатнашҡан Милли әҙәбиәт музейының төп һаҡсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Альмира Шәрипова музейҙың филиалдары, ижади экспедициялар хаҡында һөйләне. Уның һүҙенә ҡушылып, райондың әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Нәзилә Әхкәметдинова һирәк осрай торған китаптарҙың электрон варианттары менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.
Русса яҙылған әҫәрҙәргә шағир Леонид Соколов баһа бирҙе. Уны иң хәүефләндергәне – йәштәр ижадындағы өмөтһөҙлөк. “Ҡайһы бер яҙмаларҙы уҡып, авторҙың үҙе өсөн генә түгел, тотош быуындың киләсәге өсөн борсолаһың. Тап ана шундай тойғоларҙан ҡотолоу юлы бит ул – әҙәбиәт”, – тине ул.
“Тулпар” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Илдус Фазлетдинов үҙ сығышында төбәктәге шиғри асыштар, табыштар хаҡында ғына һөйләп ҡалманы, ә милли асылдың әҙәбиәттәге сағылышы тураһында һүҙ алып барҙы. “Глобализация заманында һәр халыҡ үҙ йырын һуҙып барғанда ғына милләттәр һаҡланып ҡаласаҡ. Әгәр рус яҙыусыһын уҡыйым икән, мин шул халыҡтың һыҙланыуын күрергә теләйем. Башҡорт, татар авторҙары үҙ милләтенең ғазаптары, шатлыҡтары менән йәшәргә тейеш. Һеҙҙең төбәктә профессиональ яҙыусыларға тиңләшерлектәр бар, шуға күрә һәр саҡ әҙәбиәтсе һүҙенең кимәле хаҡында онотмағыҙ”, – тине.
Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Руслан Булатов ҡунаҡтарҙы Байҡы ауылында урынлашҡан Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына алып китте. Бына, исмаһам, ҡомартҡылар! Был музейҙың бинаһы ла XIX быуатта, йәғни 1897 йылда төҙөлгән йортта урынлашҡан. Һәр дәүерҙе, тарихи осорҙо сағылдырған был музей экспонаттарға бик бай. Мөдире Р. Кашапов халыҡтан йыйылған һәм оҙайлы йылдар дауамында ҡәҙерләп тупланған хазиналар хаҡында ентекләп һөйләне.
Район мәҙәниәт йортонда үткән шиғыр һәм йыр кисәһен Ғ. Туҡайҙың “Туған тел” шиғырына яҙылған йыр асып ебәрҙе. Мәҙәниәт министрлығындағы социо-мәҙәни эшмәкәрлектең баш белгесе Елена Хоменко район халҡын Әҙәбиәт йылы менән тәбрикләне һәм министр Әминә Шафиҡова исеменән ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. Нуриман районынан Йылъяҙма-китапты мәҙәниәт йорто директоры Гүзәл Ерикәйева Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Илдус Мусинға тапшырҙы. ”Гармония” балалар хоры, “Дуҫтар” вокаль ансамбле, “Стиль” квартетының сығышы һәр кемдең күңеленә хуш килде. Зилә һәм Фәнзил Ҡотдосовтар ҙа тамашаға йәм өҫтәне. Районда йәшәп ижад иткән авторҙарҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар, башҡорт бейеүҙәре (“Йәшлек” ансамбле) байрамдың ҡото булды. Линара Рәхмәтова тамашасыларҙы шиғыр менән тәбрикләне. А. Чехов, А. Пушкин кеүек классиктарҙың образы сәхнәлә ижад хаҡында һөйләне. Ә инде Шүрәленең “Ниңә йәнә лә халыҡ мине иҫенә төшөрҙө һуң әле ул?” тигән һорауына яуап эҙләп йөрөгәндә Былтырҙы осратыуы ҡыҙыҡлы бер күренеш булды. Быйыл да һине хәтерләмәһәләр, ҡулдарына китап алмаһалар, Кешелекте кем һәм нимә генә ҡотҡарыр икән?!