Ябайлығы, һоҡланғыс булыуы менән тирә-яҡҡа йәм биреп йәшәгәндәр сәнғәт өлкәһендә йыш осрай. Ундайҙарҙы тамашасы һағына, сығышынан һәр саҡ мөғжизә, асыш көтә. “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Илфат Мусин – ошондай шәхестәрҙең береһе. Ул Әбйәлил районының Хәлил ауылында дүрт балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы Булат Зәйләғи улы, ғүмерен клуб эшенә бағышлап, милли сәнғәтте үҫтереүгә күп көс һалған, ҡатыны Зифа Мофаззал ҡыҙы менән “Йәшлек” бейеү ансамблендә парлашып бейеп йәшәгән. Етенсе тиҫтәне ҡыуһа ла, мәҙәниәткә тоғро был уҙаман “Байыҡ” республика конкурсында ла ҡатнашып өлгөрә. Ошондай дәртле ғаиләлә үҫкән Илфат Мусин менән әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.
– Илфат, һуңғы йылдарҙа ғаилә ансамбле менән сығыш яһау – киң таралған күренеш. Ә һеҙ, бейеүселәр ғаиләһе, быға ниндәй ҡарашта?
– Ғаилә ансамбле хаҡында уйлайбыҙ ҙа, тик әлегә ваҡыт тығыҙыраҡ: бөгөн – беребеҙ, иртәгә икенсебеҙ бушамай. Шулай ҙа киләсәктә үҙебеҙҙе һынап ҡарау теләге бар. Бер туғандарым араһынан мин генә бейеүҙе төп һөнәр итеп һайланым, башҡалар өсөн ул – күңел талабы, илһам биреүсе шөғөл генә. Иршат ҡустым Өфө ҡалаһында “РоссТур” фирмаһында эшләй, Рифатыбыҙ иһә – Яр Саллыла. Ләйсән һеңлем байтаҡ йылдар паспорт бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡара. Шөкөр, атай-әсәйебеҙ иҫән-һау, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә матур өлгө күрһәтеп йәшәйҙәр. Әсәйем әле булһа ауылдың фольклор ансамблендә шөғөлләнә.
– Оҫта бейеүсе Йәүҙәт Бикбирҙин да туғанығыҙ шикелле?
– Эйе, ул яҡын ғына ағайым, мин бәләкәй саҡта беҙгә йыш килә торғайны. Кистәрен атайым менән икәүһе сәнғәт, башҡорт бейеүен үҫтереү, яңыларын һалыу хаҡында һөйләшеп ултырырҙар ине. Әйткәндәй, Йәүҙәт ағай тәүгеләрҙән булып миндә бейеүгә ҡарата һөйөү тәрбиәләне.
Атай-әсәйем ҡайҙа барһа ла мине үҙҙәре менән йөрөттө, һуңғараҡ бейеү һалып бирҙе. Башлап “Йәшлек” ансамблендә шөғөлләндем, сәхнәгә “Һыбайлылар” бейеүе менән сыҡтым. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумының театр бүлегендә бер йыл уҡыным, унан хеҙмәт итергә киттем. Ҡайтҡас инде бейеү бүлегендә белем алдым. Шул уҡ ваҡытта Хәлил Ишбирҙин етәкселегендәге театрҙа оҫталыҡ нығыттым. Ошо мәлдә сәхнәһеҙ йәшәй алмаҫымды ныҡлы аңланым.
– Сибай филармонияһына ниндәй юлдар алып килде?
– Гүзәл менән Фәнил Әсәҙуллиндар, Гөлниса Мусина һәм мин уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, филармонияның гөрләп эшләгән сағында, “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбленә нигеҙ һалған, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Аҡназарованың саҡырыуы буйынса килдек.
– Көндәлек тормошта ябай һәм баҫалҡы Илфат сәхнәлә дәрт-дарманы ташып торған кешегә әйләнә...
– Рәхмәт! Бейеүгә бар булмышымды һалырға тырышам, сөнки сәхнә яһалмалыҡты яратмай. Унан һәр бейеүҙең асылы, йөҙө бар. Ҡыҫҡа ғына сығыш та тотош дәүер тарихын, кешенең күңел торошон сағылдырыу көсөнә эйә.
“Үҫәргән байығы”н ғына алып ҡарайыҡ. Башҡорт халҡы ырыу-төркөмдәргә бүленгән, уларҙың һәр береһенең үҙенә генә хас сифаттары бар. Аңлауымса, үҫәргәндәр борон-борондан сабыр холоҡло, ыҫпай, зирәк, йыр-моңға, бейеүгә маһир булған. Әлеге бейеүҙә ырыуҙың тап ошо һыҙаттарына баҫым яһала.
– Тарихи йөкмәткеле “Сонайым” бейеүе заманында бик билдәле ине, тик бөгөн онотолоп бара. Сәбәбе ниҙә?
– Уны бик яратып башҡара инем. Боронғо йола буйынса, ҡатыны булып та йәш кәләш алған ҡарт образы сағылдырыла был бейеүҙә. Ике көндәштең бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәте, ирҙең ике ҡатынына ла ярарға тырышыуы, шулай ҙа йәш кәләшенә айырым иғтибар бүлеүе бай юмор менән һуғарылған. Тамашасы “Сонайым”ды бик яратып ҡарай, дәррәү алҡышҡа күмә торғайны. Әммә һуңғы йылдарҙа был бейеүҙең сәхнәлә күренгәне юҡ. Шулай ҙа уны тергеҙеү бер ҡасан да һуң түгел: насип булһа, тамашасыларыбыҙ “Сонайым”ды мотлаҡ күрер!
– Һәр һөнәр эйәһенең остазы була. Һин кемдәрҙән өлгө алырға тырышаһың?
– Әйтеп үткәнемсә, бәләкәйҙән Йәүҙәт ағай Бикбирҙиндың талантына һоҡланып, унан өйрәнеп үҫтем. Атаҡлы бейеүселәр Фәйзи Ғәскәров, Мөхәммәт Иҙрисов, Рәшиҙә Туйсина, Риф Ғәбитов, Мәхмүд Эсамбаев (ингуш), Зөлфиә Ҡудашева, Радмир Бәҙретдинов, Радик Тотманов кеүек сәнғәт йондоҙҙары үҙҙәренең ҡабатланмаҫ ижады, бейеү тактикаһы менән әсир итте мине. Рәшиҙә апайҙағы мөләйемлек, башҡорт ҡатын-ҡыҙына ғына хас нәзәкәтлек, Риф ағайҙағы ғорур олпатлыҡ, Радмир ағайҙағы эскерһеҙлек – беҙҙең һымаҡ бейеүселәр өсөн бына тигән өлгө! Ошондай остаздар барында сәхнәлә илке-һалҡы сығыш яһау мөмкин түгел.
– Бейеүҙән башҡа тағы ниндәй шөғөлдәрең бар?
– Йәшерәк сағымда һүрәт төшөрә торғайным. Үҙемә оҡшаған, иғтибарымды йәлеп иткән күренештәр, күңел иләгенән үтеп, үҙем тойған образ сифатында аҡ ҡағыҙ битендә сағылыш тапты. Илһам килгән минуттарҙа шиғыр яҙам. Уларҙа ла айырым бер тема юҡ – күңел кисерештәрен тасуирлайым.
– Мәҙәниәткә дәүләт тарафынан иғтибар етерлек кимәлдә бирелә тип әйтә алаһыңмы?
– Был һорауға “эйе” йәки “юҡ” тип кенә яуап биреү дөрөҫ булмаҫ. Ҙур саралар даими үткәрелһә лә, милли сәнғәтебеҙ тейешле иғтибарҙан йыраҡ әле. Былтыр, Мәҙәниәт йылында, ыңғай үҙгәрештәр күп булды, әммә күңелде ҡырған күренештәр ҙә юҡ түгел. Йәш быуынға торлаҡ табыу мәсьәләһе, эш хаҡының түбәнлеге ышаныслы аҙымдар менән атларға ҡамасаулай. Шулай ҙа филармониябыҙ етәкселегенең тырышлығын билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Мәҙәниәткә лә спортҡа бүленгән кеүек иғтибар булһа, милләтебеҙ үҙен донъяла киңерәк таныта алыр ине, минеңсә.
– Бай тәжрибә туплаған сәхнә оҫтаһы булараҡ, үҙеңдең махсус программаң менән тамашасы алдына сығыу ниәтең дә барҙыр?
– Генерал булыу хаҡында хыялланмаған һалдат һалдатмы ни?! Әлбиттә, уйланам, күҙаллайым һәм уны ойоштороуҙа ижадташ дуҫтарымдың, сәхнәләштәремдең ярҙамына өмөтләнәм.
– Йәштәргә ниндәй теләктәр еткерер инең?
– Мәҙәниәт усағы – ял итеү, тамаша ҡылыу урыны ғына түгел, ә үҙенә күрә бер тәрбиә мәктәбе лә ул. Йәштәр ваҡытын бушҡа үткәрмәһен, тамашаларға килһен, күрһен, яңы темалар тәҡдим итһен! Мәҙәниәтте үҫтереүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейеш.
Мотал РӘМОВ,
Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы.