Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Китап кәштәһенә
Китап кәштәһенә “Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ”
Зәйнәб Биишева исе­мендәге “Китап” нәшриә­тендә башҡорт һәм урыҫ телдәрендә донъя күргән “Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ” китабында Баш­ҡортос­тандағы тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең, милли-мәҙәни берекмәләрҙең эш­мәкәрлеге хаҡында ентекләп һөйләп бирелә, башҡорт еренең күркәм этносәйәси тормошо — күп милләтле халҡы күҙ алдына килтерелә.
Башҡортос­та­ны­быҙҙы үҫтереү, нығы­тыу өсөн ары­май-талмай эшлә­гән­дәр­ҙең уртаҡ уйлы һәм маҡсатлы булыуы, бөтөнлөгө һоҡ­ланыу тыуҙыра. Был китап республикала йәшә­гән ха­лыҡ­тар­ҙа, милләт-ара дуҫлыҡ сы­ға­наҡ­тарын аң­лар­ға те­ләгән һәм шул изге мөнә­сә­бәт­тәрҙең нигеҙен ҡаҡ­шатмау өсөн даими хәстәрлек күргән төрлө йәш­тә­ге, телдәге һәм диндәге кеше­ләр күңе­лендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр һәм һәр кемдең күңелен байытыр, рухын нығытыр.



Халыҡ улын данлап
Күренекле кешеләребеҙ тормошо хаҡында китап-альбомдар сығарыу йолаһы, хәҙергесә әйткәндә, “Китап” нәшриәтенең брендына әүерелде. Күҙ яуын алып торған береһенән-береһе матур һәм әһәмиәтле был китаптарҙы уҡыусы һәр саҡ көтөп ала.

Яңыраҡ сыҡҡан “Хөкүмәт рәйе­се Зәкәриә Аҡназаров” китап-альбомын да халыҡ шатланып ҡабул итер. Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаров — Башҡортостан тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең бере­һе. Халыҡ уны үҙ еренең, иленең ысын улы итеп белде һәм ихлас яратты. БАССР-ҙың Министрҙар Советы рәйе­се бу­лып си­рек бы­уат ти­ерлек эш­ләү осоронда ул Баш­ҡорт­ос­тан­дың социаль-иҡ­тисади тормошон үҫ­те­реүгә лайыҡ­лы өлөш ин­дерҙе.
Китап-альбомда дәүләт эшмә­кәр­ҙә­ренең, замандаштарының һәм төрлө быуын журналис­та­рының күренекле шәхес хаҡында төплө мәҡәләләре, йылы иҫтә­лек­тәре тупланған. Китапты күре­нек­ле публицист Марсель Ҡот­ло­ғәл­лә­мов һәм нәшриәт ветераны Ғәлиә Ғәлимова төҙөгән.



Әһәмиәтле
Антологиялар

“Балалар әҙәбиәте анто­логияһы”ның беренсе томын сығарыу әҙәбиәтебеҙ һәм рухиәтебеҙ тормошонда күптән хыялланған ваҡиға булғайны.

Бына был антологияның икенсе томы ла баҫылып сыҡты. Унда халыҡ ша­ғирҙары, Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт премияһы лауреат­тары менән бергә төрлө быуын яҙыусы­ларының һәм шағирҙарының балалар өсөн әһәмиәтле әҫәрҙәре тупланған. Киләһе йылға был кәрәкле антологияның өсөнсө томы ла әҙерләнә. Үтә лә әһәмиәтле баҫмаларҙы күре­некле балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙул­лина төҙөй.



“Башҡорт әҙәбиәте тарихы” – урыҫса
Рәсәй Фәндәр ака­демия­һының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты байтаҡ йыл элек “Башҡорт әҙә­биәте тарихы”н алты томда башҡорт телендә баҫып сығарғайны.


Хәҙер уның урыҫ те­лендә дүрт томлығы сыға башланы. Яңыраҡ “Китап” нәшриәтендә икенсе баҫма донъя күрҙе. Башҡорт совет әҙә­биә­тенең 1917 – 1955 йыл­дарҙағы осорон үҙ эсенә алған ул. “Башҡорт әҙә­биәте революция һәм граждандар һуғышы осо­рон­да”, “Егер­менсе йылдар әҙәбиәте”, “Уты­ҙынсы йыл­дар әҙә­биә­те”, “Бө­йөк Ватан һу­ғышы осоро әҙәбиәте” һәм “Һуғыш­тан һуңғы ун йыл­лыҡтар әҙәбиәте” бүлектә­рендә әҙәбиәт­тең үҫеше һәм торошо фәнни ҡараштан яҡ­тыртылған.
Әҙәбиәт йылында был томдар — киң ҡатлам уҡыусылары өсөн ҙур бүләк.





Автор: И. БУЛАТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780