Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аңлай белгәнгә ишара
Башҡорт шиғриәтенең аҡһаҡалы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назарҙың ижадын даими күҙәтеп барам. Замандашымдың, ихлас кәңәшсемдең, яҡын теләктәшемдең заман ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, донъя ваҡлыҡтарынан һығылып төшмәйенсә, йәштәрсә дәрт менән янып йәшәүенә, рух күтәренкелегенә ҡыуанам. Шағирҙың ижад тилберлеге, фекер байлығы, сәсән теллелеге, ир аҡылы һоҡландыра. Ер ҡуйынынан урғылған шишмәләрҙең ғәйрәтен бер нәмә лә туҡтата алмаған һымаҡ, Хәсән Назар шиғриәтенең ташҡынына ла ҡаршы торорҙай һис ниндәй кәртә юҡ. Бары ысын таланттар өлөшөнә генә төшә бит бындай ҡөҙрәт. Хәсән Назарҙың шундай һирәк таланттарҙың береһе булыуына бына нисә йылдар инде шаһитбыҙ.
Тормошто аллы-гөллө биҙәктәргә генә төрөп, кемдәргәлер ярарға тырышып, түрәләргә ярамһаҡланып яҙмай ул әҫәрҙәрен. Илке-һалҡылыҡ та, өҫ­төн-мөҫтөнлөк тә ят шағирға. Ғүмере буйы тураһын ярып, дөрөҫ­лөктө күҙгә бәреп әйтте. Ошо холоҡ шиғырҙа­рын­да ла сағылыш тапты. Бер ҡарағанда һинең эс-бауырыңа инер, әйләнгә­неңдә аҫтыртын ғына хөсөтөн ҡылыр ике йөҙлөләрҙе ҡам­сы ише ҡайыҙ­ла­ны, һәләте булмаһа ла үҙҙәрен бө­йөк­тәргә тиңләүсе хәс­рәттәрҙе йә­шендәй көйҙөрҙө, дан-шөһ­рәт юллап ниндәй генә аҙым­дарға барырға ла тар­тынмаған меҫкендәрҙе уттай яндырҙы Хәсән Назарҙың шиғырҙары. Шөкөр, ошо асылына бөгөн дә тоғро ҡала ха­лыҡ шағиры. Быны матбуғатта даими донъя күреп торған шиғри әҫәрҙәре әленән-әле раҫлап тора. Шағирҙың шиғри ялҡыны йылдар үтеү менән тағы ла көслөрәк, ижад офоҡтары тағы киңерәк, яулар үрҙәре артабан да бейегерәк тойолғандай. Яңыраҡ “Баш­ҡортостан” гәзитендә (2015 йыл, 23 ғин­уар) донъя күргән шиғри шәл­кеме әйткәндәремде ҡеүәтләрҙәй дә­лил ул. Афарин, тимәй, ни тиһең инде!
Хәсән Назар ижадында һәр саҡ тел, халыҡ, милләт яҙмышы өсөн янып- көйөү беренсе урында. Был мәсьәлә бөгөн бигерәк тә ҡырҡыу торған заманда шағир битараф ҡала буламы һуң?! “Ниҙә ҡеүәт?” тигән ши­ғыры мил­ләттәштәребеҙгә донъя күргән, тор­мош­та оло тәжрибә туп­ла­ған аҡ­һа­ҡалдың ораны булып яң­ғырай. Шағир-аҡһаҡалды ҡасан­дыр ергә аҫа­ба халыҡтың меҫкен­леккә төшөп ҡуй­мағайы тигән хәүеф тә борсой, ке­ше­ләр араһындағы яҡын, изге мө­нәсәбәттәрҙең һүнә барыуы ла хафаға һала. Шағир һәр кеме­беҙ­гә билдәле хәҡиҡәтте хәбәр итеүҙе маҡсат итә икән, тип уйларға яра­май. Былай булһа, шағир һүҙе­нең ҡим­мәте ҡала­мы һуң? Аңлаған ке­шегә ошоно төшө­нөү ауыр түгел: төшөнкөлөккә би­ре­леп, барыһын да үҙағышына ҡалдырып, ҡул һелтәп кенә ҡуйырға ярамай, тип иҫкәрт­мәк­се шағир замандаштарын. Бер­ҙәм­лек­те, бер-береңә терәклекте онот­ма­йынса, меҫкен түгел, ә хужа булыу уйы менән йәшәгәндә мил­ләтебеҙ һис кенә лә юҡҡа сыҡмаҫ, тигән фекер үткәрелә шиғырҙа:
Йәшәр милләт, сәме сүкмәҫ, булһа
Батырҙары менән шағирҙары.
Хәсән Назар ижадында шағир­лыҡ, уның йәмғиәттәге урыны һәм әһәмиәте темаһы даими яҡтыртыла. Был юҡҡа ғына түгел, сөнки һәр заманда ла һүҙ оҫталары иңенә халҡы менән бергә ҡайнап, бер үк яҙмышты кисереп йәшәү рәүеше төшкән. Әммә улар ябай халыҡтан айырмалы донъяға фәлсәфәүи яҡтан ҡараш ташлаған, хәл-ваҡиғаларҙы икенсе­рәк төрлө баһалаған, эҙемтәләрен дә алданыраҡ сырамытҡан. Ана шу­ға ла килер бәләләрҙән, һағалаған хәүефтәрҙән һаҡлау сараһын күреү­ҙе һүҙ оҫталары теләп һәм уңышлы атҡарған. Шиғри тел үтемле бул­ған­лыҡтан, шағирҙар ғына үҙ халҡын ҡур­салай, улар ғына ҡатмарлы хәлдәрҙән сығырға кәңәш­тәр бирә, ялҡынлы һүҙҙәре менән рухтарын күтәрә, тик яҡшыға һәм яҡтыға дәртләндерә ала. Әлбиттә, бының өсөн ысын мәғәнәһендәге талант булыу шарт.
Хәсән Назар шағирлыҡ төшөн­сә­һенә бик талапсан. Уныңса, шиғыр әтмәләгән һәр бер бәндә шағир тигәнде аңлатмай.
Шағир түгелһең һин,
тыумыштан ул
Һалынмаһа әгәр йөрәккә, —
тип әйтә икән бер шиғырында, бында бит хәҡиҡәт ярылып ята. Ҡайһылай сәпкә барып тейә торған, кире ҡаҡ­ҡы­һыҙ тос фекер яңғырай. Аҡыл­лыға йәтеш ишара бит был. Уйлап ҡараһаң, ысын таланттар һәр ваҡыт­та ла ғәҙел генә баһаны аламы икән? Кемдәрҙер әрһеҙләшеп бер-ике йыры менән сәхнә йондоҙона әйләнһә, икенселәр һәләте ташып тороп та ғүмере буйы күләгәлә ҡала. Берәүҙәр төрлө алым­дарҙы оҫта файҙаланып, маҡтаулы исемдәргә лә өлгәшә, бәғзеләр лайыҡ­лы булып та – күрмәмеш тә белмәмеш. Ошондай ғәҙелһеҙлек күренештәренә Хәсән Назар шиғырҙарындағы лирик герой һис кенә лә риза түгел. Бөгөн нәҡ шундай аҡыл эйәләренең үткер һүҙе етешмәй. Әммә әрһеҙҙәргә, ур­таҡул­дарға бөтөнләй хөрриәт асыл­ды икән тип уйлаһаң, дөрөҫ булмаҫ ине, сөнки Мостай Кәрим, Назар Нәжми шәкерт­тәре, шөкөр, барҙар. Шундайҙарҙың береһе – Хәсән На­зар үҙе. Сатнатып, аҡты аҡ, ҡараны ҡара, тип туранан-тура әйтергә ҡыйыулығы етә уның. Шуға ла:
Әлдә бар бит әле шәкерттәре,
Шәхестәр бар – берәм-бөртөк.
Мин ышанам әле – аҡбуҙаттың
Ҡалмаҫына биле биртеп, —
тигән ышаныс менән баға ул киләсәккә (“Өйрәнегеҙ…” шиғыры).
Шағир Мөхәммәт Закировҡа ар­нал­ған “Аяҙ көндө…” шиғырында ла шағир образы сағылыш таба. Хаҡлыҡ өсөн көрәшеүсе, тура һүҙле шәхес булып күҙ алдына баҫа ул. Был шәхес тә үҙ ғүмерендә ярам­һаҡланыу, яраҡлашыу, әрһеҙлек ке­үек нәмәләр менән һис кенә лә килешмәй. Ундайҙарға йәшәүе еңел түгел, юлдар ҙа ауырлыҡ менән ярыла. Тик ни эшләмәк: кеше шундай итеп яратылған, Хоҙай шулай насип ҡылған. М. Закиров кеүек ысын таланттар иңенә яҙмыштың да ауырҙары төшә икән. Әммә шуныһы күңелде тынысландыра: фани донъяла бик үк шәфҡәтлелек күрмәһә лә, ысын ша­ғирҙар эҙһеҙ юғалмай. Уларҙың исеме мәшһүр әҫәрҙәре менән бер ҡатарҙан халыҡ күңе­лендә йәшәй.
Яҡтылыҡтар әммә һүрелмәҫ ул
Китабыңда – “Тыуған йорт”оңда.
Ҡәбереңә нурын һирпер ҡояш
Ҡалҡа, ана, тауҙар һыртында,–
тигән юлдарҙа хаҡлыҡ бар.
Шиғырҙарҙағы шағир рухлы лирик герой тыныс ҡына күҙәтеүсе, күндәм генә, бошонмаҫ ҡына көн уҙғарыусы түгел. Ул бөгөнгө боларыш заман ме­нән һис кенә лә килешә алмай. Кем­дәр­ҙер ил, халыҡ байлығын та­лап влас­ҡа үрләй, бәғзеләр халыҡ хеҙ­мәт­сеһе битлеге аҫтында тауыҡ көлөрлөк закондар тәҡдим итеп, шул халыҡты мең төрлө яфаға дусар итә. Һөҙөмтәлә төҙөүгә ҡарағанда емереүҙәр өҫтөн­лөк ала. Ирекһеҙҙән ошондай күңелһеҙ хәлдәр күҙ алдына баҫа “Етмәй” исемле шиғырҙы уҡығас. “Нисек булыр иртәгәһе?” тигән һорау бер лирик геройҙы ғына борсомай, бик күптәр уға яуап эҙләй. Тик нин­дәй яуап булыр? Аныҡ яуап юҡ, бары тик яҡ­шы­ға ғына өмөтләнергә ҡала. Шағир әйт­мешләй, “Табылыр хаҡ юл ярыусы.”
Һәр заман йәмғиәте ошаҡсылыҡ, ялағайлыҡ, көнсөллөк кеүек яман кү­ренештәрҙән азат түгел. Кемдер шун­дай алымдар ҡулланып, үрҙәр яулай, бимазаһыҙ тормош көйләй, маҡсат­та­рына ирешә. Ике йөҙлө ун­дай бән­дә­ләрҙе, бар, һин тиҙ генә айырып ҡара. Шуға күрә ундайҙар йәмғиәт өсөн ҡурҡыныслы. “Әйтмә­йем” шиғырын­да­ғы лирик герой әле­ге ике йөҙлөләр ҡоршауында тура һүҙҙән, әйтер феке­ренән тыйылып, баҙап ҡалғандай һы­маҡ, ғәҙеллек­тең, намыҫтың тантана итеренә лә шикләнгән кеүек. Әммә һис кенә лә улай уҡ түгел икән. Шағирҙың кинә­йәһе, тос фекере һуңғы строфала имеш тә баһа:
Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем, тип
Башламаҡ инем һүҙҙе,
Ишетмәмеш булырһығыҙ,
Мин беләм инде һеҙҙе.
Халыҡты битарафлыҡтан ҡото­лор­ға өндәп, сәмләндерә түгелме һуң лирик герой? Бик уңышлы кинәйә был, минеңсә.
Ә бына “Йәшертен сир” шиғы­рын­дағы лирик герой асыҡтан-асыҡ ҡыйыу эш итә. Фекерҙәр тос, һүҙҙәр мәргән. Ике йөҙлөлөккә ҡоролған системаға нәфрәт тә сағыла, асыу ҙа яңғырай, уяу булырға кәрәк тигән иҫкәртеү ҙә тойомлана. Ялағайлыҡ, ҡотҡо, ғәйбәт, ошаҡ – былар барыһы ла, шағир әйт­кәнсә, яман сир. Ә сирҙе йәшерһәң, ул көсәйә генә. Тимәк, дауаларға кәрәк. Нисек дауа­ларға? Быға яуап юҡ. Һәр хәлдә бер кешенең генә эше түгел, бар йәмғиәт менән бергәләп көрәшкәндә генә был яман сирҙе еңеү мөмкин­дер.
Хәсән Назар ижадына хас бер үҙенсәлек: ул – дүрт юллыҡ шиғыр­ҙар. Ошо дүрт юлға ғына күпме аҡыл, фәһем, һабаҡ, ғибрәт һыя икән, тип ғәжәпләнерлек. Уға ғына хас афоризмдар бик тә үткер яңғырай. Мәҫәлән, “Мәккәләргә барып ҡына ишәк хажи булмаҫ, ти­гәндәр”. Асылы аҙғындарға, ҡом­һоҙҙарға, уғрыларға һ.б. шундай зат­тарға йүнәлтелгән. Ерҙәге кеше­ләрҙе йыһандағы йондоҙ­ҙар менән сағыштырыу ҙа бик йәтеш. Кешеләр бер-береһен ерҙә тапарға, иҙергә күп һорамаһа, миллиондарса йондоҙ ҡайһылай һыйышып йәшәй. Әлеге лә баяғы, уйлағанға ишара был.
Асылына тоғро ҡалып, был юлы ла Х. Назар халҡым, милләтем тип йән атыусы шәхес-граждан булып сығыш яһай. Уны бөгөнгө көнөбөҙҙөң уңыш­тары, йәшәйешебеҙҙе билдә­ләгән алға китештәр ҡыуандырһа, тормошо­боҙ­ҙағы ғәҙелһеҙлек, бита­рафлыҡ, ғәм­һеҙ­лек кеүек йәмғиәт үҫешенә кәртә булған күренештәр борсой. Шағир хал­ҡын шундай яман­лыҡтарҙан ҡурса­ларға ынтыла, ғәм­һеҙлектән арынырға саҡырып мө­рә­жәғәт итә. Сит-яттарға һуҡыр­ҙарса табынмағанда, теләһә нин­дәй емергес ҡотҡоларға бирел­мә­гәндә, ата-бабалар рухынан тайпыл­ма­ған­да, киләсәккә яҡты өмөттәр ме­нән ҡарарға мөмкин, тигән фекер үткәрә ул.
Хәсән Назарҙың ижади эшмә­кәр­леге халҡы менән айырылғыһыҙ. Ана шуға күрә шиғриәт һөйөүселәр күптән инде уны халыҡ шағиры тип баһалай. Ысын талантҡа теүәл ба­һаны бары тик халыҡ билдәләй бит. Хөкүмәт уны рәсмиләштерә генә.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780