Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
-Уй-й! Уй, башым! Ошо иҫкелек ҡалдығын сығарып ташламанылар бит! – Рәмиләнең әрнеүле лә, асыулы ла тауышы соландан өйгә бәреп инде.
– Ни булды, балам? – Гөлмәрйәм апай өтәләнеп тышҡа йүнәлде.
– Ни булды ла ни булды! Тағы башымды сәңгелдәккә төкөнөм! Нимә ҡарап һаман шуны һаҡлайһың ул? Беҙ үҫеп бөттөк түгелме ни?! – Ҡыҙы башының ауыртҡан урынын ышҡый-ышҡый сәрелдәүен белде.
– Сеү! Сығарып ташларға ни, ул һиңә утындыр шул. Ағайың бәүелеп үҫте шунда, һин яттың... Етмәһә, бергә йәшәй башлағас, атайыңдың үҙ ҡулдары менән яһаған беренсе әйбере ул. Матур йәшлегебеҙ иҫтәлеге, атайыңдың төҫө булараҡ һаҡлайым да һуң. Ҡомартҡы итеп. – Гөлмәрйәм апай солан мөйөшөн­дә элеүле торған сәңгелдәккә төбәлеп хәтирәләргә сумды. Әйтерһең дә, янындағы ҡыҙы ла, уны бында саҡырып сығарған сәбәп тә кескәй генә сүпкә әйләнеп, йыһан бушлығына осоп китте. Был битарафлыҡ былай ҙа һуңғы арала кәйефһеҙ йөрөгән Рәмиләне оторо ярһытты:
– Бәүеткәнһегеҙ ҙә бөткән! Кем иҫләй уны? Атайҙың үлгәненә лә биш былтыр! Төҫө тип һәр бер нәмәне һаҡлай башлаһаң, иҫкелек келәтенә әйләнергә лә күп ҡалмаҫ!
– Ауыҙыңдан ел алһын! Атайыңдың рухына тел тей­ҙерәһе булма. – Гөлмәрйәм апай ҙа асыуланып китте. – Атайһыҙ ҡалғас, үҙегеҙҙе етем тоймағыҙ, кәм-хур үҫмәгеҙ тип бер юлы ике-өс урында эшлә­нем, төн йоҡоларымды ҡалды­рып йыуҙым, йыштым. Ә һин...
Рәмилә низағҡа нөктә ҡуйырға уйламаны ла. Ҡаршылашыуын дауам итте:
– Кем һине һораны һуң? Тырыштың да ти, барыбер етешһеҙ йәшәнек. Байып китмәнек. Ә күршеләргә ҡара: ғүмер буйы эстеләр. Унан үҙҙәрен ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеп, балаларын алып киттеләр. Дәүләт мәктәпте бөткән­дә һәр береһенә пособие бирә, ай һайын банк иҫәбенә аҡса ла күсереп бара. Аҙна элек улдары Динистың машина менеп ҡайтып төшкәнен күрҙең. Ошо арала райүҙәктәге яңы төҙөлгән йорттан фатир ҙа бирәләр, ти. Бушлай! Ә беҙҙең нимәбеҙ бар? Атай төҙөгән донъя ла ана емереләм, бына емере­ләм тип тора. Етем тойманығыҙ үҙегеҙ­ҙе тиһең инде... Балалар йортона бирһәң, яҡшыраҡ булғандыр ҙа. Бөгөн мин дә машинала елдереп йөрөр, фатир алыр инем! Их, әсәй, ғәҙел түгел был донъя!
Гөлмәрйәм апай көфөр һүҙ һөйләгән ҡыҙына ҡото осоп ҡараны. Бына ниндәй ҡорт саҡҡан уны! Әйтәм, һуңғы ваҡытта балтаһы һыуға төшкәндәй йөрөй. Ҡыҙы­ның шулай тиеүенә үҙе лә ғәҙелһеҙлек ҡаласын күп татыған Гөлмәрйәм апай ни әйтергә лә белмәне. Донъялар болға­нып, ҡиблалар үҙгәреп киткәндә лә күҙ буяу, бурлыҡ, хөсөтлөк ике ятып бер төшөнә инмәне. Ә бына ҡыҙы матур, ялтырауыҡлы тормошҡа ҡыҙыға – шул ҡурҡыта.
Ауыр уйға сумып өйгә инеүенә телефон шылтырауы һөйөнөслө хәбәр кил­терҙе:
– Әсәй, диплом алдым! Кискә ҡайтып етәм.
Улы Данилы. Шөкөр, бына медицина университетында уҡыуын тамамлап то­ра. Тиҙҙән район дауаханаһына эшкә барасаҡ.
Гөлмәрйәм апай бешеренергә-төшө­рө­нөргә булып китте. Йомош ҡушайым тигәйне, Рәмиләһен тапманы. Аптырап, тәҙрәнән урамға күҙ һалғайны, күрше малайы Динистың машинаһына ултырған сағын күрҙе лә телһеҙ ҡалды. Ҡайҙа киттеләр? Ниндәй уртаҡлыҡ бар араларында? Эскесе балаһы тип, аралашмай ине бит элек ҡыҙы. Ай-һай, хәйерлегә булырға оҡшамаған был эш!
Плитә менән тәҙрә араһында йүгергеләп йөрөй торғас, көн кискә ауышты. Ниһайәт, урамда выжлап машина килеп туҡтағаны, шығырлап ҡапҡа асылғаны, “әсәй!” тип һөрәнләгән тауыш ишетелде. “Балаҡайым!” – Гөлмәрйәм апай иртәнән бирле тулышып йөрөгән күңеленә түгелергә ирек бирҙе. Данил ҡайтты… ә Рәмилә һаман күренмәне.
Иртәгәһе көн ығы-зығынан башланып китте. Рәмилә таңға ғына килеп инде. Өй эсендә дауыл ҡупты. Ҡыҙыҡай асылып китмәй генә, иптәштәр менән күрше ауылда клубта булдыҡ, тиеү менән сикләнде лә йоҡларға ятты. Гөлмәрйәм апайға үҙ алдына көйәләнергә генә ҡалды. Ярай әле эш сәғәте башланыуға район үҙәгенә киткән Данил ҡыуаныслы хәбәр менән шылтыратты:
– Дауаханаға эшкә алалар! Ә “Ауыл табибы” программаһы буйынса миллион һум аҡса бирәләр. Яңы төҙөлгән йорттарҙың береһенән фатир ҡараясаҡмын. Шунан һеҙҙе үҙемә күсереп аласаҡмын. Пенсияңды ашап, йылы, ванналы-бәҙрәфле өйҙә генә ултырырһың, әсәй...
Ысынлап та, күп тә тормай Данил аҡ халат кейҙе. Эш араһында документтар йүнләп, торлаҡ алыу мәшәҡәтенә сумды. Көҙгә ҡарай “күсенәбеҙ!” тип һөйөнсөләне. Китте йүгереш, ығы-зығы... Ярлы булһаң, күсенеп ҡара ти­гән­дәре дөрөҫ икән. Әйберҙәрен йөк машинаһына саҡ-саҡ һыйҙырҙылар. Иң һуңынан, нимәнелер иҫенә төшөрөп, өйгә инеп киткән Гөлмәрйәм апайҙың сәңгелдәк күтәреп сығып килгәнен күреп, Данил йылмайҙы. Ләкин Рәми­ләнең сәрелдәүе һауаны ярҙы:
– Шул ғына етмәгәйне! Ҡайҙа тыҡ­маҡсы итәһең, әсәй, уны? Ҡалдыр!
Гөлмәрйәм апай, аптырап, ни алға, ни артҡа китергә белмәй торҙо ла, ысынлап урын юҡлығын самалап, те­ләр-теләмәҫ кенә кирегә атланы. Ҡу­лындағы бишекте түбәлек аҫтына алып барып элгәс тә, бер килке уға төбәлеп, уйға сумып торҙо. Күҙенән су­бырлап йәше тамды. Ошо сәңгелдәк менән бергә ғүмере уҙған йортта йөрәге өҙөлөп ҡалғандай тойолдо. Әммә күсенеү мәшәҡәте был юғалтыуҙы онот­торҙо. Ысынлап та, яңы урынға барып етеп, төйөнсөктәрҙе бушатыу, өйгә ташыу, урынлаштырыу байтаҡ ваҡытты алды.
Кис тә булды. Инде эште тамамлап, сәй эсергә ултырмаҡсы инеләр, Рәмилә бер аҙ йөрөп килергә хәл итте. Гөл­мәрйәм апай эстән ҡаршы булһа ла, көноҙоно арып-алйып бөткәндер тип, йөҙөнә ҡәнәғәтһеҙлек билдәһе сығар­маны. Саф һауала башын елләтер ҙә инер тип ышанды. Ләкин Рәмилә ғәйеп булды. Шылтыраттылар – телефонын алманы. Туған-тыумасаны, таныш-тоношто аяҡҡа баҫтырҙылар – һыуға төш­төмө ни, юҡ инде, юҡ. Улы көйәләнмәҫкә ҡушһа ла, әсә ҡара янды. Ҡараңғы төшөүгә, аптырап, Данил апайын эҙләргә сығып китте.
Күпме ваҡыт тәҙрәнән күҙен алмай ҡарап торғандыр Гөлмәрйәм апай, бил­дәһеҙ, ҡапыл өҫкө ҡаттарҙың береһенән килгән таныш тауыш уны айнытып ебәрҙе. Эйе-эйе, былай сыңғырлатып уның Рәмиләһе генә көлә! Әсә балконға сығып, тағы ҡолаҡ һалды. Ҡайҙалыр уйын-көлкө ойошторғандар. Музыка яңғырай. Күңелле гөжләү ишетелә. Тик ниндәй фатирҙа шағараҡ ҡорғандар һуң? Тауыш бөтә яҡтан да килә кеүек. Ҡарт кешенең тамам башы әйләнде, борсолоуҙан ҡан баҫымы күтәрелеп, күҙ алды ҡараңғыланып китте. Ни, Данилы һаман ҡайтмай, шылтыратайым тигәй­не, ҡаңғырып, телефонын тапманы. Шулай ишекле-түрле йөрөнө лә йөрөнө ул. Бер аҙҙан теге тауыштар ҙа баҫылды.
Көтмәгәндә тышта шау-шыу башланды. Кемдер әсе итеп ҡысҡырҙы, бер аҙҙан сирена тауышы яңғыраны. Һауала шомло бәлә еҫе аңҡыны. Гөлмәрйәм апай өтәләнеп балконға ашыҡты. Ҡабаланып, ишеген аса алмай аҙап­ланды. Ниһайәт, сығып аҫҡа күҙ ташлауға, выжлап янғын һүндереү, “Ашығыс ярҙам” машиналары килеп туҡтағанын, кешеләр йүгерешкәнен күрҙе. Аһ, ни булған?! Ул арала ахмалға тө­шөп улы ҡайтып инде:
– Әсәй, беҙҙең йортта янғын сыҡҡан!
Егет тиҙ арала өҫтөн һалып ырғытты ла кире тышҡа атылды. Гөлмәрйәм апай ҙа, аяғы һыҙлағанын онотоп, уның артынан тәнтерәкләне. Өҫкө ҡатҡа сапҡан улынан ҡал­майым тип, абына-һөрлөгә баҫҡыстан үрмәләне. Менеп етеүенә, ишеге янында халыҡ өйөмө йыйылған фатирҙан аҡ простыня менән ябылған ике носилка күтәргән табиптар күренде. Улар ашығып эргәһенән үткәндә, Гөл­мәрйәм апайҙың ниңәлер шул хәтлем йөрәге өҙөлөп, япманы асып ҡарағыһы килде. Ә инде ишектән йөҙө ҡағыҙҙай ағарған улы күренеүгә, уйларға ла ҡурҡҡан нәмәһенең дөрөҫкә сығыуын аңланы. Ҡапыл стена бер яҡҡа шыуып китеп, өҫтөнә түшәм ишелеп төшкәндәй булды...
Кәйеф-сафа ҡороп ултырған йәштәр таралғас, тәмәке тартҡан Динис аңғар­маҫтан янғын сығарған икән. Ҡыҙмаса булып алғанға күрә, егет менән ҡыҙҙың эш олоға китмәҫ борон утты һүндерергә хәленән килмәгән.
Бер аҙҙан әсәле-уллы дауахананың реанимация бүлеге ишеге төбөндә ине. Ауыр сирлеләр янына, ғәҙәттә, инеү тыйылһа ла, табип булараҡ, ҡайғынан бөгөлөп төшкән әсәһен ҡосаҡлаған Да­нил бер тотҡарлыҡһыҙ эскә үтте. Ҡайғынан ергә эйелгән башын саҡ күтәреп, Гөлмәрйәм апай бинтҡа сорналып, ыңғырашып ятҡан ҡыҙына ҡараны. Уныһы, ике күҙен мөлдөрәтеп, ғазап­тарын еңеләйтерлек ярҙам һорағандай тойолдо. Тәбиғи хискә бирелеп, Гөл­мәрйәм апай карауатҡа табан атланы ла ҡошсоғон ҡурсалағандай ҡулын алға һуҙған ерҙән, ҡорт саҡҡандай, кире тартып алды – тәне тотош бешеп, тотор урыны ҡалмағайны Рәмиләнең.
Бахыр ҡыҙ әсәһен таныны, ахыры, телен көскә әйләндереп шыбырҙаны:
– Әсәй, үлтереп тәнем һыҙлай... Сәң­гелдәккә һалып ҡына бәүет әле...







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780