Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәхнәлә – һәләтле һәүәҫкәрҙәр
Сәхнәлә – һәләтле һәүәҫкәрҙәр Ошо көндәрҙә районыбыҙҙың ете коллективы “халыҡ театры” исемен раҫлар өсөн сығыш яһаны. Бөтә Союз художестволы үҙешмәкәр ижад фестивале, Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Ғафуриҙың 125 йыллыҡ юбилейына арналған Республика театр фольклор фестивале лауреаты Учалы ҡала мәҙәниәт бүлегенең башҡорт халыҡ театр коллективы ла бар ине араларында. Улар тамашасыларға Гөлшат Әхмәтҡужинаның “Бөтәһе лә башҡаса булыр ине...” тигән пьесаһын тәҡдим итте.

Билдәле һәм әле танылып та өлгөрмәгән һәүәҫкәрҙәр менән Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзалары ҡат­нашлығында ҡуйылған спектакль бик ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Артистарыбыҙ барыһы ла ролдәрен уңышлы баш­ҡарҙы. Фашизмдың яуызлығы, тотҡонда булған яугирҙәребеҙҙең ауыр яҙмышы, тылда һағынып көткәндәрҙең донъя ауырлығын үҙ иңдәрендә күтәреүе — барыһы хаҡында ла һөйләне сәхнә әҫәре.
Сәхнәлә – һәләтле һәүәҫкәрҙәрЙәш Муса ролен башҡарған Илнур Фазлетдинов, уның ҡатыны булып уйнаған Динара Рамаҙанова, ҡарт Мусаны сәхнәләштергән Булат Миңлеғолов һәм уның ҡатыны Файза образын асҡан Рәүзәнә Хәлиуллинаның уйнауы тамашасыны тетрәндерҙе. Залдағылар күҙ йәштәрен тыя алманы. Фашист офицеры (Альберт Таһиров) һәм уның һал­даттары, һаҡсылары (Айсыуаҡ Ғәй­фуллин, Тимур Фәйезов, Айҙар Яхин), һалдат ҡатыны Криста (Ләйсән Юнысова) тамашасыларҙа нәфрәт хисе тыуҙырһа, тотҡондар (Рифат Фәйезов, Динар Шәйхетдинов, Руслан Ғибәҙәтов, Илнур Фазлетдинов) йәлләү тойғоһо уятты.
Немец фермеры Раубаль (Ильяс Ибәтуллин) һәм уның ҡатыны фрау Раубаль (Сәкинә Морсалова), ҡыҙҙары Ильзе ла (Илзирә Бузыҡаева) зауыҡ менән уйнаны, залдағыларҙы битараф ҡалдырманы.
Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина һәм башҡа баһалау комиссияһы ағзалары артис­тарҙың сығышын маҡтап үтте.
Ҡала мәҙәниәт бүлегенең сайтында “үҙешмәкәр театр коллективы актер­ҙарын тәбрикләп, “биш”ле билдәһе ҡуйылды”, тигән яҙыу барлыҡҡа килде.
Әйткәндәй, тамашаны сәхнәләш­тереү­ҙә пьеса авторы Гөлшат Әхмәт­ҡужина, режиссер һәм театр етәксеһе, шағирә Розалия Фәизова, шағир, прозаик Альберт Таһиров ҡатнашты.
Гөлшат Фәйзи ҡыҙын учалылар яҡшы белә, ул “Өлкәр” журналының мөхәррире булып та эшләп киткәйне. Әле Әбйәлил районының Таҡһыр ауылында йәшәй. Шуныһы ҡыуаныслы: ул әҙәбиәттең барлыҡ жанрҙарында ла уңышлы эшләп килә. Оҫта публицистың көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән мәҡәләләре республика баҫмаларында даими баҫылып тора.
Театрҙың тәғәйен бинаһы ла юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, татыу коллектив сәхнәгә яңы әҫәрҙәр сығара.
“Матди ярҙам булһа яҡшы ла бит. Беҙҙең маҡсат – театрыбыҙҙы тарҡатмай һаҡлау”, — ти улар. Үҙ теләктәре менән иңдәренә ауыр ҙа, яуаплы ла бурыс алған һәүәҫкәрҙәребеҙгә ижади уңыштар, арымаҫ-талмаҫ ихтыяр көсө, һаулыҡ теләйбеҙ.

Әҡлимә САФИНА,
Учалы яҙыусылар
ойошмаһы етәксеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Илшат
    Илшат от 14.03.2015, 15:50
    Шәп мәҡәлә, рәхмәт, Әҡлимә һылыу ! Мин Гөлшат Әхмәтҡужинаның , Хәйҙәр Тапаҡовтың ,Иршат Теләүембәтовтың,Рәлис Ураҙғоловтың мәҡәләһен яратып уҡыйым. Яҙмалары бик төплө, фәһемле .Йышыраҡ яҙышһындар ине.Иршат сәпсим яҙмай башланы.Иршат, был ни эш,ә? Бөрйәндән Марат Ишмөхәмәтов та матур яҙа, тик һирәк күренә.Әбйәлилдән Рәхимә Мусина бик яҡшы яҙа.Ул да һирәк - һаяҡ ҡына күренеп,инәлтеп кенә яҙа. Ауыл хужалығын Зифҡәт Сәйетғәлиевтән дә шәберәк белгән кеше юҡтыр, кәңәше гәзит уҡыусыға бик файҙалы.Ауылда ҡул эше менән шөғөлләнеү, нисек аҡса эшләү хаҡындағы яҙмағыҙ һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Дөйөм алғанда, гәзитегеҙ уҡыусыға күп файҙалы нәмә бирә. "Башҡортостан"ды алдырмаусылар аҡса экономияларға теләп, киреһенсә,күп нәмә юғалта. Бер генә теләгем бар :грамматик хатаға юл ҡуймаһағыҙсы. Мәҫәлән, бер генә миҫал килтерәм.Халҡыбыҙҙың һөйөклө улы Ноғман Мусин ағай "әүҙем" һүҙен дөрөҫ ҡулланмайһығыҙ, тип әйтә - әйтә арып бөткәндер, шул ғына хатаны ла төҙәтергә теләмәйһегеҙ, башҡаларын әйтеп тә торорға түгел.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780