Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыҙыл буйының моңло ҡыҙы
Ҡыҙыл буйының моңло ҡыҙы “Алтын балдаҡ”, “Һин ултыртҡан муйыл”, “Ромашкалар”... Был йырҙарҙы телгә алыу менән күҙ алдыбыҙға Башҡортостандың халыҡ артисы, сәхнәбеҙҙең сағыу биҙәге Роза Аҡкучукова килеп баҫа. Уның репертуарында халыҡ йырҙары ла, композиторҙар ижад иткәндәре лә байтаҡ ҡына. Ошоларҙың барыһын да кешенең күңеленә үтерлек итеп башҡарыу өсөн күпме көс, йөрәк йылыһы һалынған! Шуға ла тамашасылар Роза АҠКУЧУКОВАның яғымлы тауышын үҙ итә, һәр сығышын көтөп ала. Ошо көндәрҙә башҡорт йыр сәнғәтенең легендаһына әүерелгән алиһә үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Шул уңайҙан меңәрләгән тамашасының һөйөүен яулаған йырсы менән әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.

– Роза ханым, бала саҡта кем бу­лырға теләнегеҙ?
– Әлбиттә, йырсы! Ауылға артистар килһә, уларҙы клуб янында көтөп тороп, үҙебеҙгә ҡунырға алып ҡайта инем (көлә). Атайым ауыл Советы рәйесе булғас, минең теләккә ҡаршы килмәй. Ҙур ҡунаҡтар өсөн алдан ҡәһүә әҙерләп ҡуям, сөнки сәхнә йондоҙҙары шул эсемлекте генә ҡуллана, тип уйлай инем.
Бер мәл ауылға Фәриҙә Ҡудашева бри­гадаһы килеп төштө. Был юлы иһә кәйефем ныҡ ҡырылды, хатта илап та алдым. Баҡ­тиһәң, уларҙы бүтәндәр “эләк­тереп” өлгөр­гән икән.
– Әгәр һеҙ йырсы булмаһағыҙ, нин­дәй һөнәр һайлар инегеҙ?
– Йырламаһам, мин барыбер халыҡ менән эшләп, нисек тә уларҙың күңеленә юл ярыр инем. Бәлки, был кешеләрҙе дауалау һөнәре булыр ине. Мин һәр ваҡыт уйлап эш иттем. Күрәһең, ғаиләлә шундай тәрбиә һалынған. Әгәр йәшерәк сағым булһа, уҡыуымды дауам итер ҙә берәй продюсер булыр инем.
– Ә һеҙ мәктәптә ниндәй фәнде яраттығыҙ?
– Урыҫ телен һәм әҙәбиәтен шул тиклем бирелеп өйрәндем. Ул фәндән уҡытҡан Валентин Мамлеев дәресте бик ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы. Башҡорт теленән уҡыт­ҡан Әкрәм Бикҡужин да шәп мөғәллим ине. Ә бына физика, математика, геометрияны өнәп бөтмәнем. Ейәнем Батырхан иһә, киреһенсә, математика буйынса олимпиа­даларҙа ҡатнаша.
Абҙаҡ мәктәбендә ул осорҙа балаларҙың уҡыуын, ялын ойоштороу юғары кимәлдә булған. Беҙҙең класс бер сарала ла ҡат­нашмай ҡалмай ине.
Мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ педагогия училищеһына уҡырға индем. Тыуған яҡты ныҡ һағындым да уҡыуымды ташлап ҡайт­тым да киттем. Шунан күрше Байым ауылына клубҡа эшкә саҡырҙылар.
Шунда ауылға Хөсәйен ағай Мәжитов бригадаһы килеп төштө. Артистарҙы өйгә алып ҡайттым. Хөсәйен ағай ҡырт киҫте: “Бер ниндәй ҙә клубта эшләү кәрәкмәй. Өфөнөң 2-се педагогия училищеһына хә­ҙер үк барып ет. Тауышың бар. Төҫкә-баш­ҡа матурһың, килешле һөйләшә беләһең...”
Училищеға ингәндә мине Лилиә Әхмәт ҡыҙы Кәримова тыңланы, аҙаҡ ул иң ҡәҙерле уҡытыусым булып китте. Өсөнсө курста уҡығанда филармонияға эшкә са­ҡырҙылар. Талантлы режиссер Фәтих Иҡсанов үҙ төркөмөнә алды. Ул Әнғәм Атнабаев сценарийына “Ҡаҙ өмәһе”н ҡуй­ғайны. Мин “Ҡыр ҡаҙҙары” йыры (Мәҡсүд Сөндөклө һүҙҙәре, Нариман Сабитов музыкаһы) менән “өмә”гә барып эләктем. РСФСР-ҙы арҡырыһына буйына йөрөп сыҡтыҡ. “Өмә”лә кемдәр ҡатнашҡанын ғына һанаһаң да иҫ китерлек: Илфаҡ Смаков, Венер Килмөхәмәтов, Гөлсөм Хәбибул­ли­на, Нәзифә Ҡадирова, Сания менән Рим Бакировтар, “Ирәндек” ансамбле (Айрат Кәримов етәкселегендә)...
Арҙаҡлы музыкант Редик Фәсхет­динов­ҡа ла рәхмәтем ҙур. Ул да миңә ижади үрҙәргә күтәрелгәндә ярҙам итте. “Ҡыр ҡаҙҙары”, “Алтын балдаҡ”ты уның менән яҙҙыҡ...
Шул осорҙа “Алтын балдаҡ”, “Һин ул­тыртҡан муйыл”, “Аҡҡошҡайым” йырҙары бик популяр булып китте. Халыҡ та ар­тистарға ҡарата ҙур иғтибар күрһәтә ине. Хатта концерттарҙан һуң артҡы ишектән йөрөргә тура килде. Сәхнәлә кисергән бә­хетле мәлдәр ғүмерлеккә иҫтә ҡалған... Мәҫәлән, Силәбенең иң ҙур концерт зал­дарының береһендә, сәхнәгә сығыуым булды, халыҡ аяғүрә баҫты. Ул осорҙа мин башҡарған йыр Рәсәйҙә иң билдәлеләрҙең береһе ине. Бер заман Стәрлетамаҡта сығыш яһағанда, “Һин ултыртҡан муйыл”ды өс тапҡыр йырлаттылар, ҡул сабалар ҙа сабалар...
– Тормош алҡыштарҙан ғына тормай...
– Ниндәй генә хәлдәрҙә лә кеше булып ҡалырға кәрәк. Мин үҙемде үҙем яһаным. Ярҙам иткән кешем булманы. Һәр сы­ғышымды анализлап, йоҡомдо йоҡламай, мизансценаларҙы тикшерә, яңыларын әҙер­ләй инем. Иң мөһиме — сәхнәлә һин йөрәк менән эшлә, һәр нәмәлә һинең матур күңелең сағылырға тейеш.
Тормош мине үтә ҡыҙыуға ла, һал­ҡын­дарға ла бирешмәҫкә өйрәтте. Хәйләкәр, тәкәббер кешеләрҙе ярлыҡай белмәйем, яратмайым. Һатлыҡ йәндәрҙән ҡурҡам. Дуҫлыҡты баһалай беләм, тоғромон. Ғөмү­мән, үткән кәртәләр, ауырлыҡтар тура­һында иҫкә лә алмайым. Сәхнәне, йырҙы элеккесә яратам. Яңынан тыуһам да, шу­лай уҡ артист булыр инем. Рәхмәтлемен атай-әсәйемә, туғандарыма, тамашасыма.
– Күңелегеҙ болоҡһоғанда нисек йы­уа­наһығыҙ?
– Туғандарым, дуҫтарым янында бул­ғанда күңелемә тыныслыҡ табам. Ауылы­ма, тыуған өйөмә ҡайтам. Ҡыйын саҡта яҡындарыма таянам. Эс серемде кешегә һөйләп бармайым. Күңел ҡырған нәмәне оҙаҡ хәтерҙә тоторға тырышмайым, үҙемә шуны оноторға бойорам.
– Һеҙҙең улығыҙ Руслан Шәйхет­динов та — сәнғәт кешеһе. Заманында “Любизар” төркөмөн төҙөп, эстрадала үҙ урынын тапҡайны... Уның хаҡында ла белге килә. Улығыҙ һеҙҙе аңлаймы?
– Эйе, ул бәләкәй сағынан йыр-моң яратып үҫте. Беҙҙең менән гастролдәргә сығып, Рәми Ғариповтың шиғырҙарын сатнатып һөйләй торғайны. Хәҙер иһә яуаплы вазифа биләй. Шулай ҙа сәнғәттән ситләшкәне булманы. Ул бик аҡыллы, ихтирамлы, иғтибарлы. Үҙем малайҙар ара­һында үҫкәнгәме (ғаиләлә ете ир туғаным булды), улым менән уртаҡ телде еңел табабыҙ. Киленем дә, ейәндәрем дә сәхнәне үҙ итә.
–Ҡатын-ҡыҙ эшенә мөнәсәбәтегеҙ нисек?
– Ҡатын-ҡыҙ эше – минең өсөн ял. Тәмле итеп аш бешерергә яратам. Аш-һыу – өйҙөң ҡото тип әйтә әсәйем. Башҡорт аштарын, бигерәк тә бишбармаҡ, ҡорот, бә­леш, йылҡы ите, ҡаҙы, тултырманы үҙ итәбеҙ. Шунһыҙ мөмкин дә түгел, сөнки әсәйем аш-һыуға бик оҫта ине.
– Иң бәхетле мәлегеҙҙе хәтерләй­һегеҙме?
– Быға тиклем атам-әсәм, бөтә туған­дарым бергә булғанда, шунан да бәхет­ле­рәк мәлем юҡ ине кеүек. Хәҙер ейән­дәрем миндә ҡунаҡта булһа, шуға шатланам. Батыр­хан беҙҙән ҡайтҡас: “Өләсәй һәр саҡ тәмле бешерә, был юлы иһә тағы ла тәм­ле­рәк булды”, – тип әсәһенә һөйләй икән.
– Теләгегеҙ?
– Шатлыҡтар уртаҡ булһын. Ҡайғылар ситтә торһон. Республикамда тыныс тормошта йәшәргә, дуҫлыҡҡа хеҙмәт итергә яҙһын.
– Роза ханым, күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлап, һеҙгә барлыҡ изге теләктәрҙе юллайбыҙ.

Хәтирә ШӘРИПОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780