Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ...”
“Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ...” “Заятүләк менән Һыу­һылыу” эпосының тыу­ған яғында “Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡым­дың” проекты ниге­ҙендә билдәле шағирә, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр пре­мияһы лауреаты Лариса Абдуллинаның ижадына арналған шиғри-музыкаль кисә булды.

Ололар иҫләйҙер: элегерәк, мәҙәниәт һара­йында берәй кино күрһәтелһә йәки концерт уҙғарылһа, хатта күрше ауылдарҙан килеп ҡа­рар булғандар. Ә залда урындар ҡалмаһа, кешеләр эскәмйәләр өҫтәп теҙгән, өйҙәренән ул­тырғыстар килтереп ултырт­ҡан. Дәүләкәндә уҙ­ған был кисәлә лә нәҡ ошолай булды. Халыҡтың был ҡәҙәре эркелешеп килеүе улар­ҙың шиғриәткә сарсауынан ғына түгел ине, әл­бит­тә, әммә уныһы ла булғандыр. Шулай ҙа мил­ләтте рухландырған, телем тип янған, уҡыу­сы күңеленең һәр ҡылында уйнаған шағирәнең халыҡ күңелен яулауы, һис шикһеҙ, быға тәүге сәбәп.
Башынан аҙағынаса М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының артистары башҡарыуындағы шиғырҙар менән аралаш барған йыр-бейеүҙәр кисәне биҙәп, ха­лыҡты дәртләндереп торҙо. Ҡурай моңо ағыл­­ған сәхнәгә сығып баҫҡан Фәнис Рәхмәтов, Рус­лан Хайсаров, Рәзифә Динмөхәмәтова, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Алһыу Ғәлина, Хөрмә­тул­ла Үтә­шевтәр шағирәнең ижады менән берсә дәрт-өмөттәр биреп, күккә күтәрҙе, берсә үткәндәргә алып ҡайтып, кире ергә осорҙо. Башҡорт­остандың халыҡ артисы Илдар Ғүмә­ровтың “Бармы тыуған яҡҡа ҡайтҡаның?” тигән йыры, бала саҡ хәтирәләре менән һуға­рылып, тама­шасының күңелен арбаһа, Светлана Хәки­мованың моңо халыҡ йөрәгендә урын алды. Йәш артист Фәнис Рәхмәтов шағирәнең “Ҡышҡы ғишыҡ” шиғырына яҙылған йырҙы бик оҫта башҡарҙы.
“Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ...”Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәзи­фә Динмөхәмәтованың һылыу һыны “Ҡыш­тар” бейе­үен матур һынландырһа, йәш артист Урал Әминев менән бергә башҡарған “Дуҫлыҡ” бе­йеүе тамашасыны хисләндерҙе. Ә бына йәш­ләй шаһит бул­ған бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич­тың аяныслы ғүмерен һүрәт­ләгән “Бабич бейеүе”н күреү күҙҙәрҙе йәшлән­дермәйенсә ҡалманы... Даһиҙың шаянлығын, зирәклеген, сәсән телле булыуын, мандолинала виртуоз уйнауын һәм шәкерт сағынан алып һалдатҡаса үҫеүен, вәхшиҙәрҙең хәнйә­ренә юлығыуын үҙ эсенә алған был бейеүҙе лә Урал башҡарҙы.
Бер заман сәхнәгә Лариса Абдуллинаның яҡташ­тары тулды. Улар араһында шағирәнең уҡытыусылары, балалыҡ дуҫтары, ижадын үҙ итеүселәр бар ине. Дәүләкән ҡалаһының 7-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы һәм район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Ғәлиә Дәүлә­това, Башҡорт­остандың халыҡ яҙыусыһы Әхи­әр Хәкимовтың йорт-музейы директоры Гөлүзә Арыҫланова, “Дим” әҙәби берекмәһе ағзалары Миңзәлә Хәлилова, Роза һәм Фәнүр Низаметдиновтар, тыуған яҡты өйрәнеүсе Клара Хәми­ҙуллина матур теләк­тә­рен еткерҙе, шағирәгә бағышланған шиғырҙарын уҡыны, сәскәләргә күмде.
Ә сәхнәлә торған ҡыҙы янына менгән әсәһе бары­һын да тулҡынландырғандыр, һоҡ­лан­дыр­ғандыр. Был бит үҙе бәхет – шатлыҡ ки­сергән ҡыҙ менән әсәне бергә күреүе! Ша­ғи­рәлектән бигерәк, кешелекле булыуы Гөл­шат Ҡотләхмәт ҡыҙына ҡыуаныслылыр. Һәр кеше иң әүәле шуға ынты­лырға тейештер ҙә – ата-әсәһен шатландырып йәшәү.
Дәүләкән районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Әхмәтрәхимов, ша­ғи­рәне һәм тамашасыларҙы Әҙәбиәт йылы менән тәбрикләп, ижади уңыштар теләне, за­уыҡлы бүләген тапшырҙы. Ә Мәкәш ауылы хал­ҡы исе­менән ауыл хакимиәтенең идарасыһы Ләйсән Фәйзрахманова, тыуған яғын хәтер­лә­теп торһон тип, яҡташына тәбиғәт төшө­рөлгән һү­рәт бирҙе. Башҡорт шиғриәтенә, һүҙ сәнғә­тенә иғтибар күр­һәт­кән, яҡты йөҙ менән ҡаршы алған дәүләкән­дәргә рәхмәт белдереп, шағирә башҡорт теленең биш томлыҡ һүҙлеген бүләк итте. Дәүләкән районында тыуған балалар шағи­рәһе Рәсимә Ураҡсина, үҙенән йәшерәк бы­уын әҙибәһенең ижадын юғары баһалап, фекерен әйтте, уңыштар теләне.
Лариса Хашим ҡыҙы иһә яҡташтарына, ҡу­наҡтарға, кисәне сәхнәләштергән М. Ғафури исе­мендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистарына, сценарий һәм идея авторы, халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевкә рәх­мәтен еткерҙе. Күкрәгендә рухы дөрләгән, ха­лыҡтың өмөтө, замандың тауышы булып яңғы­раған, милләт һәм телем тип янған шағи­рәгә һоҡ­ланмайынса ҡарап булмай. Үҙенең шиғырын­дағыса:
Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ,
Була алмайбыҙ башҡа!
Күккә ҡарап рәхмәт әйттек,
Алҡыштар яҙҙыҡ ташҡа!
Әйткәндәй, был сара Дәүләкәндә тәүгеһе бул­һа ла, Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһын 6 февралдә – “Хеҙмәт көнө”ндә – ойоштороу ҡаралған. Башланып торған Әҙәбиәт йылы ҡотло булһын!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780