Әсә, усаҡ, утАңым асылғандан бирле беләм:
Әсә, усаҡ, ут.
Рәхмәттәрҙе ҡабатлата гелән
Әсә, усаҡ, ут.
Беренсел ти һауаны һәм һыуҙы
Әсә, усаҡ, ут.
Тәүтормоштан мәңгелеккә уҙҙы
Әсә, усаҡ, ут.
Кендегемде беректергән ергә
Әсә, усаҡ, ут.
Рухым ҡалыр, керһәм дә мин гүргә —
Әсә, усаҡ, ут.
Улар, гүйә, тылсымлы йыр миңә:
Әсә, усаҡ, ут.
Ниндәй һынауҙы ла шәфҡәт еңә —
Әсә, усаҡ, ут.
“Байыҡ”Зәңгәр экрандан мин алғыһынып
Ҡарап барам “Байыҡ” бәйгеһен.
Бейей ҙә һуң башҡорт! Әлмисаҡта
Йән күкрәүҙең, бәлки, тәүгеһен
Кисереп ул, ҡанатланды микән,
Башланғандыр шулай был ҡомар.
Аҫау аттай тиберсенһә егет,
Табан аҫтарында ут уйнар.
Саялыҡты, нәфислекте күрәм
Бейеүҙәрҙә — тере һүрәттә.
Йөрәк көсөн, йөрәк хисен затым
Бар донъяға бейеп күрһәтә.
Шөкөр, тимен, һүнмәҫ, һүрелмәҫ һис
Халыҡтағы был рух осошо.
Дәрт-дарманды, гүйә, ҡеүәтләйҙер
Был бәйгенең һәр бер асышы.
Сәхнәләрҙә, гүйә, ыласындар,
Сәхнәләрҙә, гүйә, аҡҡоштар.
Тәбиғәттән килгән аҫыллыҡҡа
Ҡупмаһын ти нисек алҡыштар!
Йәшә, “Байыҡ”! Бөткөһөҙ ғәм һиндә,
Һығылып торһон әйҙә иҙәндәр.
Ауыҙ асып ҡарап торһон һиңә
“Бейетермен әле!” тигәндәр.
Ниҙә ҡеүәт?Билдәле бит: һәр ҡәүемдең ғүмере
Берҙәмлектә бары, бергәлектә.
Һан ғынамы мәртәбәме әллә?!
Бары сифат ҡына түргә үтә.
Беләк көсө — һәйбәт, йөрәк көсө,
Бары йөрәк көсө өҫтөнлөктә.
Хужа була бел һин үҙ ереңә,
Йәшәмәйем тиһәң меҫкенлектә.
Ниҙә ҡеүәт? Лауылдаҡтар — илдең
Уятҡыс тик шағыр-шоғорҙары.
Йәшәр милләт, сәме сүкмәҫ, булһа
Батырҙары менән шағирҙары.
***
Эйәреүҙәр түгел, өйрәнеүҙәр
Йор һүҙҙәргә әйҙәй йөрәкте.
Остаздар бит, үҙ яҙмышың яҙ, тип,
Үҙең булып ҡал тип өйрәтте.
Алдың да ти һабаҡ, тик ул ғына
Ҡеүәт бирәме һуң йөрьәткә?
Шағир түгелһең һин, тыумыштан ул
Һалынмаһа әгәр йөрәккә.
ЕтмәйЕтмәй ваҡыт — ҡырҡ эш ҡырылып ята,
Йә ҡул етмәй йәки бол етмәй.
Осон-осҡа ялғап йәшәлһә лә,
Ярай әле донъя ҡол итмәй.
Һемәйтеп, гел хаҡтар тешләшкәндә
Әмәл менән ғәмәл тап килмәй.
Юҡ, ҡуҙғымай әле, халыҡ түҙә,
Халыҡ күндәм, халыҡ төңөлмәй.
Илгә ҡот ҡайтарыр фарман, дарман
Ҡайҙа һуң ул — уйлап, баш етмәй.
Дөрөҫлөктәр — үткәндәргә генә,
Бөгөнгөнө тарих фаш итмәй.
Нисек һуң ул шулай — күҙ алдында
Ил ҡаҙнаһын ҡармап, бурҙайҙар
Ялыныста тота мең ғәләмде,
Күптәр күктән ярҙам һорайҙар.
Ә сафсата... Һәр кем аҡыл һата,
Мөнбәренән төшһә, кем инде?
Етмәй ҡөҙрәт — шәхестәр бит етмәй,
Иламаһаң, әйҙә, көл инде.
Нисек булыр иртәгәһе илдең?
Ни тип әйтмәк быға — күҙ етмәй.
Етлекмәгәнде һәм етмәгәнде
Әйтеп бөтөр өсөн һүҙ етмәй.
Яҙҙым был юлдарҙы теләк менән —
Табылыр тип, хаҡ юл ярыусы.
...Үҫендереү, әллә һиҫкәндереү —
Ниҙә, шағир, алғы бурысың?
ӘйтмәйемӘйт, тиһәгеҙ, әйтәйем, тип
Башламаҡ инем һүҙҙе,
Тыйылам тик, күп нәмәгә
Ни сара йоммай күҙҙе.
Май эсендәге бөйөрҙәй,
Кемдәр һуң хилүәттә?
Миңә лә йәшәргә кәрәк,
Әйтмәйем мин, әлбиттә.
Беҙ һуң ниндәй хакимлыҡта,
Данмы бар депутаттар?
Миңә лә йәшәргә кәрәк,
Әйтмәйем — аллам һаҡлар.
Балыҡ башынан серей, тип
Тылҡыйҙар инде күптән.
Миңә лә йәшәргә кәрәк,
Әйтмәйем шунан бүтән.
Милләт әтәстәре тиеп
Кемдәрҙе мин “хуплайым”?
Миңә лә йәшәргә кәрәк,
Ләм-мим — әҙәп һаҡлайым.
Кемдәргә шиғыр ул — шөғөл,
Хатта кәсеп кемдәргә?
Миңә лә йәшәргә кәрәк,
Хаҡ һүҙемә — төнәргә.
Данлана “Урал батыр”, тик
Талана Уралыбыҙ.
Яңғыҙ-яры — бул һин ары,
Рухлымы урамыбыҙ?
Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем, тип
Башламаҡ инем һүҙҙе,
Ишетмәмеш булырһығыҙ,
Мин беләм инде һеҙҙе.
Йәшертен сирЯгода, Ежов, Берия*
Дөмөктөмө мәңгегә?
Шәүләләре шәйләнмәй тип
Әйтеү ҡыйын әлегә.
Мең-мең тамырсығы уның
Һаҡлана көнкүрештә.
Яла, ғәйбәт, нәфсе, ҡотҡо
Баҡыр тиндәй — йөрөштә.
Ҡасан, ҡайҙа, ҡайһы ҡәүем
Азат шул ҡылыҡтарҙан?
Килерме аралар донъя
Шуларға ҡоллоҡтарҙан?
Ике йөҙлө — һәр саҡ беҙле,
Үрләтә кем уларҙы?
Тик хакимлыҡ сәбәпсеме,
Илдә көн ник боларҙы?
Бирһә лә шикселлек фарман,
Аҫтан бит һыртлай ялған.
Ил башлығымы мөһөрҙө
Өй һайын йөрөп һалған?
Ошаҡ, хөсөт, үс, көнсөллөк
Ул аҫта ята боҫоп.
Эсе күмһеһә, кем берәү
Ҡалырмы артын ҡыҫып?
Язалар, ҡазалар һаман
Хәтерҙә, хәйерһеҙең.
Әй, донъя, борослоһо ла
Әйтелә әйтмәҫ һүҙҙең.
Хөкөмсөләр кемдәр? Ә һуң
Күпме үҙ-үҙен белгән?
Әйтмәй ҙә тағы сара юҡ:
Сирен йәшергән — бөлгән.
Фани донъяАлыҫая бара төҫлө ҡояш,
Тоноғая бара һымаҡ ай ҙа.
Фани донъя! Йондоҙҙарҙың күктә
Тылсымдары ҡайҙа хәҙер, ҡайҙа?
Асыштар һәм мөғжизәләр хәҙер
Ҡала бара, сабыйҙарға ҡала.
Фани донъя! Һинән ары ни һуң —
Һалһа, бары тик шул уйға һала.
Берәү үлмәй берәү көнгә килмәй,
Ғилләһе шул ерҙә игелектең.
Фани донъя! Нисек һуң һин сикһеҙ,
Миҡдарҙары юҡмы мәңгелектең?
Асылаһы түгел һис бер ҡасан
Һис бер кемгә был сер, был мәғәнә.
Фани донъя! Белеп китәм һиндә:
Һин — бар, һин — бер, һин ул Хаҡ Тәғәлә.
ХушлашыуТаулыҡайҙың суғым туғайҙары,
Яҡты күҙҙә әйтәм: хушығыҙ.
Елдәр иҫеп шыбырлашҡан саҡта
Минең исемде лә ҡушығыҙ.
Һау булығыҙ инде, уйсан тауҙар,
Һау булығыҙ инде, ҡашлаҡтар.
Көтөү көткән үҫмер саҡтарымда
Һеҙҙә булды минең ашнаҡтар.
Ҡороюлым, һин ҡорома инде,
Ҡарлуғаслы булһын ярҙарың.
Тулҡындарға һалдым тауышымды,
Отоп алып ауыл йырҙарын.
Тәүге шатлыҡтарҙан, әрнеүҙәрҙән
Күҙ йәштәрем тамған ерҙәрем,
Кисерегеҙ — саф хистәрҙең донъя
Тоноҡлатһа ҡайһы берҙәрен.
Сәскәләргә сумған болондарым,
Яҡты күҙҙә әйтәм: хушығыҙ.
Уйсан тауҙар, исемемде, бәлки,
Һаҡлар әле берәй ташығыҙ.
Таулыҡайым, ҡояшыңды балҡып
Ҡаршылаһын һиндә вариҫтар.
Ҡалғандарға шунан артығыраҡ,
Әйтегеҙсе, ниндәй ырыҫ бар?!
Ғүмерҙе кем белә?! Етә кистәр.
Һис ҡаңғырмай быға башыбыҙ.
Әйтеп ҡуям алдан ризалыҡта:
Мин рәхмәтле һеҙгә, хушығыҙ.
“Өйрәнегеҙ...”Өйрәнегеҙ минһеҙ йәшәргә, тип
Әйткеләне Мостай ағай.
Юғарылыҡтарҙы һаҡлағыҙ, тип
Ул бит аңғартҡандыр, буғай.
Өйрәнде әрһеҙҙәр, әйтеүсе юҡ,
Шыйыҡ итмә, тип, өйрәңде.
Шыта алмай йөрөүселәр, күрсе,
Бүртте һололай — өйрәнде.
Назар ағай әйткәненсә, гүйә,
Бөтәбеҙ ҙә бит бер сама.
Талантлымы, юҡтан бармы, мәгәр
Һөйрәргә тейеш бер сана.
Тексәйһендәр әйҙә, бирә хаҡлыҡ
Үҙемә, һүҙемә ныҡлыҡ.
Алһа алһын әйҙә юллап мөһөр,
Кем кисерә уға ҡытлыҡ.
Мыжғый уртаҡулдар. Барлап ҡарап,
Әйтә күрмә, юҡ, тип, һыны.
Тағы иҫкә төшә Мостай ағай,
Һис баҫылмаҫ был юҡһыныу.
Әлдә бар бит әле шәкерттәре,
Шәхестәр бар — берәм-бөртөк.
Мин ышанам әле — аҡбуҙаттың
Ҡалмаҫына биле биртеп.
Аяҙ көндө... Әле ҡәбере юҡ,
Шуға ҡәҙере юҡ.
Мөхәммәт Закиров.
Аяҙ көндө йәшен аттымы ни! —
Шулай тиҙәр ҡай саҡ халыҡта.
Йәшен нимә?! Ғүмеркәйҙәр өсөн
Әжәл дә бит тап шул холоҡта.
Китеп барҙың ҡапыл. Ә бит булдың
Һин ҡылысҡа ҡунып һайрар ҡош.
Ҡылыс нимә?! Үгәйһетһә тормош,
Йәйҙәрҙә лә, гүйә, була ҡыш.
Йөрәгеңә, ахры, төшкәндер ул
Фатирһыҙлыҡ менән яңғыҙлыҡ.
Ә һуң ниндәй шиғырҙар бит яҙҙың!
Баһаламау уны — аңһыҙлыҡ.
Хаҡ баһалар өсөн кәрәкме ни
Әшнәлектәр менән әрһеҙлек?
Һин, Мөхәммәт, әйтһәң, ярып әйттең,
Хаҡлыҡ менән булдың бер һүҙле.
Шағирға ул яттыр аҫтыртынлыҡ,
Ниңә уға битлек кейеүҙәр?
Йөрәктә бит әүерелә йырға
Ҙур ғәм менән янып-көйөүҙәр.
Китеп барҙың ҡапыл, осто йәнең,
Күктәргәме ҡылып һин өммәт.
Был ҡәҙәре хайран итерһең тип
Кем уйлаған һине, Мөхәммәт.
Аяҙ көндө йәшен аттымы ни! —
Шулай тиҙәр ҡай саҡ халыҡта.
Йәшен нимә?! Ғүмеркәйҙәр өсөн
Әжәл дә бит шул уҡ ҡылыҡта.
Яҡтылыҡтар әммә һүрелмәҫ ул
Китабыңда — “Тыуған йорт”оңда.
Ҡәбереңә нурын һирпер ҡояш
Ҡалҡа, ана, тауҙар һыртында.
Дүрт юллыҡтарЕрҙең аҫты, өҫтө — ҡорал, ҡорал...
Сатнатырлыҡ Ерҙе, шартлатырлыҡ.
Ҡайҙан шул ҡәҙәре ҡара ҡәһәт?!
Хоҙай үҙе хатта шаҡ ҡатырлыҡ.
***
Мәккәләргә барып ҡына ишәк
Хажи булмаҫ, тигәндәр.
Белмәмештә быны аҙғын йәндәр,
Хәрәм ризыҡ ейгәндәр.
* * *
Абынмай ҙа, табынмай ҙа,
Ҡабынмай ҙа — бына бәндә
Көндөҙҙәрен, гүйә, ролдә,
Ҡәҙимгесә микән төндә?
* * *
Киткәс, йәнем осһон йондоҙҙарға!
Булһа ла улар иҫәпһеҙ,
Бәрелешмәй бер ҙә, түгел улар
Бәндәләр кеүек киҫекһеҙ.
* * *
Ялҡытмаймы, тиһең, бер үк йырҙар,
Юҡ! Бары тик шөкөр итмәк.
Ялҡытмай бит шулай йән аҫратҡан
Бер үк тәғәм — бер үк икмәк.