Шағир-декабрист Рылеев Пушкинға шулай тип яҙа: “На тебя устремлены глаза России; тебя любят, тебе верят, тебе подражают. Будь поэт и гражданин”.
Башҡортостандың халыҡ шағирәһе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Туғыҙбаеваның “Ваҡыт тамғалары” тигән йыйынтығын ҡулға тотҡанға тик “тамға” тигән һүҙ бик ябай, ғәҙәти, шуға күрә лә үтә аңлайышлы төшөнсә һымаҡ ҡабул ителә. Китаптың эсенә инә-инә бөтәбарлыҡты үҙ эсенә алған Ваҡыттың тамғаларын күреү, уларҙы асып аңлата белеү һәр ябай күңелгә бирелмәгәнлегенә нығыраҡ инана бараһың. Һүҙ юҡ, һәр быуын вәкиле тарихты, яҙмыштарҙы, замандарҙы, йәшәйештең үҙгәрмәҫ ҡанундарын үҙ эсенә алған тамғалар менән осраша. Улар уның үҙендә лә йәшәй. Хатта ки был тамғалар эсендә Ваҡыт үҙе йәшәй. Бына шуға ла уларҙың серенә төшөнөү бөтәбарлыҡтан өҫтөн Ваҡытты ҡулыңда тотоп тороуға бәрәбәр.
Халыҡ рухыФакиһа Туғыҙбаеваның шиғриәтен уҡыған саҡта бына ошондайыраҡ фекерҙәр ярала күңелдә. Шиғриәт күңел байлығын, хис-кисерештәрҙе сағылдыра, тиҙәр. Ләкин ул тормоштоң ғәжәп тулы картиналарын тыуҙыра. Үҙең дә һиҙмәҫтән тәүарихтың эсенә инеп китәһең, вайымһыҙ күҙәтеүсенән хәрәкәт итеүсегә әйләнәһең. Эйе, күңел ярһый, мөҡәддәс хистәр ялҡыны менән тулыша икән, тимәк, һин – хәрәкәт итеүсе. Тимәк, бынан ары һин – үҙеңдең булмышыңды, тәғәйенләнешеңде эҙләүсе. Кем эҙләй, шул табасаҡ.
“Ваҡыт тамғалары” китабын асып ебәргән иң тәүге шиғырға иғтибарымды йүнәлтәм. “Тарпандар” тип атала ул. Әгәр ҙә тарих беҙгә башҡорт тарпандары тураһындағы иҫ киткес матур һәм фажиғәле хәтирәләр ҡалдырған икән, улар нигеҙендә лә фәлсәфә ята. Һөйөү менән тулышҡан азатлыҡ хисе. Таңдың үҙе кеүек саф хис. Был күңел бер ҡасан да түбәнлекте ҡабул итмәй, тормоштоң үҙенсәлекле тулҡынын символлаштырып, хәрәкәтте, ынтылышты, алға барыуҙы аңлата. Тарпандар тояҡтарынан осҡон сәскәндә генә бәхетле. Шағирәлә халҡының ошо рухы йәшәй.
Таң да бит ҡатып ҡалған күренеш түгел. Ул секунд һайын үҙгәрә бара. Ҡояштың тәүге нуры кешелекте уята, иртәгәһе көндө яҡынайта, йәғни киләсәкте. Уға табан берҙәм елгән тарпандар образы беҙҙе лә елкендерә. Берҙәмлек! Бына ниндәй саҡырыу ята “Тарпандар” шиғырында.
Әҙибәнең иң ҙур әҫәрҙәренең береһе “Ҡаңным – Һомайғоштоң ҡәлғәһе” дастанына мөрәжәғәт итәйек. Ҡәләм оҫтаһы илһамлы юлдарын Асылыкүлгә төбәй. Был изге күл – “Йыһандың бер уймаҡ көҙгөһө” һәм табыныу урыны. Көҙгөлә Йыһандың барлыҡ сере һыя. Ниҙәр тыуа, ниҙәр үлә – бөтәһен дә әйтә боронғо көҙгө. Тимәк, ҡаңнылар өсөн был ер – тарих та, киләсәк тә. Ер-һыуҙы илаһилаштырыуҙары, инаныуҙары уларҙың тәбиғәт менән рухи аһәңлегенә ишара. Һәр ҡаһарманлыҡ һәм ҡанлы фажиғәләр иң элек тыуған ер, ватан менән бәйле булыр. Ил өсөн иң ҡатмарлы, һәләкәтле осор һүрәтләнә дастанда – ХV быуаттың тәүге яртыһы.
Дастандың композицион эшләнеше лә бик үҙенсәлекле. Маңғыт ханы Ҡарахан Балғаҙы бейҙең улын тыуыу менән үҙенә аманатлыҡҡа алмаҡсы, ләкин ҡаңны башлығының ҡаты яуабын ишеткәс, тегеләрҙе ҡол итеп теҙ сүктермәксе. Көстәр тигеҙ булмаһа ла, азатлыҡ рухын һындырыу мөмкин түгел. Ҡанбаба ла, Гөлтаң да ире Балғаҙы батырҙы оло юлға оҙатып, изге яуға фатиха бирә. Хаҡлыҡ даулап, ирек өсөн алышҡа күтәрелгән ил улдары күп батырлыҡ ҡыла.
Урал батыр эпосында ике бер туғандың яҙмышы, йәғни береһенең – һәләкәте, икенсеһенең үлемһеҙлеге сәбәптәре һүрәтләнә. “Ҡаңным – Һомайғош ҡәлғәһендә” лә һүҙ ике ир баланың яҙмышы тураһында бара. Айырма шунда: Морат менән Солтан бер әсә балалары булһа ла, аталары башҡа. Гөлтаң Солтан атлы улын, әсир итеп алынғас, Ҡарахандан таба. Балғаҙы менән Ҡарахандың улдары – яҡшылыҡ менән яуызлыҡтың асыҡ кәүҙәләнеше. Ике бала ла яусыл, ҡулында ҡорал уйната белә, тик икеһе ике төрлө маҡсатты байраҡ итеп күтәрә. Береһе ил ҡалҡаны булһа, икенсеһе – илбаҫар.
“Ҡаңным – Һомайғош ҡәлғәһе” дастаны Ҡанбабаның илгә азатлыҡ килтерәсәк батырға Аҡбуҙат әҙерләүе менән тамамлана. Кемгә нисектер, быны мин Морат өсөн генә тип түгел, ә киңерәк мәғәнәлә аңлайым. Тормошта бөтәһе лә үҙгәрә: телдәр ҙә, хатта күңел, йән аҙығы булған төшөнсәләр ҙә, йәғни ҡәбилә табынған боттар ҙа (Суртан менән Торнаны ғына алайыҡ). Ахыр килеп, “Ҡанбаба” тигән һүҙ үҙе лә тарих төпкөлөндә ҡаласаҡ. Ләкин хатта быуаттарҙы ашып, үҙенең үлемһеҙлеген раҫлаған нәмәләр бар. Аҡбуҙат ана шуларҙың береһе бит. Морат менер эйәрле-йүгәнле ат бөгөнгө уғлан өсөн дә кәрәк.
Таңда асылыр матурлыҡ
Ат – башҡорт өсөн йәшәү символы. Бына шуға ла Ҡаңны ҡыҙы Факиһа Туғыҙбаеваның шиғриәтендә ул – йыш осраған тамға. Унда беҙ Ваҡыт тамғаһын күрәбеҙ. “Ваҡыт тамғалары” тип аталған шиғырында был тәғәйен асыҡ яңғырамаһа ла, “даға” тигән һүҙ менән сәпкә тейҙерә мәргән шағирә. Сабый донъяға килмәҫ борон уҡ бәхет-ырымы даға булып, йортонда, илендә тамғалана.
Осраҡлылыҡмы-түгелме, белмәйем, әммә Факиһа Туғыҙбаева үҙенең ижадында Аҡбуҙатты йәшәү символы итеп күтәрә:
Баш бирмәҫ ут кеүек кейектәр
Эркелер, эркелер ҡаршыма.
Бында тормош пульсы, хистәр ҡайнарлығы. Күңелдең был талпыныуы үткәнгә лә, киләсәккә лә барып ялғана. Был юлдар беҙгә үҙебеҙҙе нығыраҡ аңларға, ғәмһеҙлек йоҡоһонан уятырға саҡырғандай. “Ут эсендә бейей Аҡбуҙат” поэмаһындағы юлдар ҙа офоҡтар аша артылырға ярҙам итә:
Аҡбуҙҙа – ер-һыу хәтере,
Унда Йыһан хәтере.
Бындай фәлсәфәне миңә
Донъялағы иң боронғо
Ҡобайырым әйттерҙе.
Шулай итеп, әҙибәнең тағы ла бер бәрәкәтле тамғаһына барып тоташабыҙ: ул – көндө уятҡан, бар иткән таң. Тәбиғәттең ошо сихри мәле тураһында баштараҡ әйтеп тә киткәйнек инде, хәҙер иһә илаһи күренештең яңы образдар, төҫтәр менән байытыла барғанын күрербеҙ. Мәҫәлән, “Таң һыуы” шиғырында беҙ таң ҡыйылыу менән көйәнтәләп һыу ташыған әсә образы менән осрашабыҙ.
Сабый сафлығындағы хуш еҫле иртәбеҙ йоҡламаған, үлмәгән күңелгә мәҙхиә булып яңғырай. Fәзиз балаҡайҙарына һыу менән ҡуша ҡояштың “саңланмаған” нурҙарын эсергән әсә – үҙе лә ҡояш сағылышы. Ҡояш та, әсә лә тереклек бүләк итә. “Ҡан хәтере” шәлкемендәге юлдарға иғтибар итәйек:
Шағир иттем һине данлаһын тип,
Һәр бер таңды – йәшәү тантанаһын.
Йәшәү тантанаһы киләсәкте аңлата. Йәғни тыуыр сабыйҙы, атыр гөлдө, ишәйер малды. Икенсе бер шиғырында ҡәләм оҫтаһы таңда уянғанда тәбиғәткә шулай тип өндәшә:
Мин үҙем дә хәҙер яҙғы сәхрә,
Мин үҙем дә хәҙер был тынлыҡ.
Офоҡ киңлеге
Аҡбуҙ елер өсөн сәхрә кәрәк. Ҡороҡланған, тышауланған ат бер ҡасан да илһам сығанағы булмаясаҡ. Ҡол күңел бер ҡасан да йәшәүгә дәрт-дарман бирер, ғәфләт йоҡоһонан уятыр йыр йырламаясаҡ. Азат рух, иркенлек бөйөк дала булып күҙаллана. Ләкин уның иркенлеген ат тояғы сыңы аша ғына аңлай, аттың туҙғыған ялы аша тоя-күрә алабыҙ.
Офоҡҡа тоташҡан даланың
Күренмәй иге лә, сиге лә,
Мин еләм һыбайлы, ай-һайлап,
Офоҡтар алыҫҡа сигенә.
Был офоҡтар аша талант эйәһе халҡының тыуыр таңын, алдағы көнөн, ырыуының түл йыйыуын, кешелек тигән бөйөк хазинаға индерәсәк аҫыл ҡиммәттәрен күрә. Ил-йортоноң киләсәгенә өмөт һәм ышаныс йөрәк яраларынан һарҡыған яҡтылыҡ булып һибелә.
Ә шиғырҙар барыбер ҡояшлылыр,
Асыштарҙа – йәшәү ҡиммәте.
“Ижад” шиғырындағы был һүҙҙәр йәшәү ынтылышын һүндермәй һаҡлаған күңел хазиналарын нығыраҡ аңларға ярҙам итә. Һүҙҙәрҙә сикһеҙ ҡөҙрәт йәшеренгән. Һуң, шулай булмаһа, халыҡ йырҙары, уларҙағы үлемһеҙ юлдар, сәсәндәрҙең әйткәндәре быуындан быуынға тапшырылып беҙҙең көндәргә килеп етер инеме ни? Һүҙ гәрәбәләрендә бөйөк хәтер һаҡлана. Тарихтарҙы ташҡа ғына яҙып ҡалдырып булмай. Гәрсә, таштар ҙа – ваҡыт тамғаһы. Улар ҙа баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле сығанаҡ булып хеҙмәт итә. Эйе, ташҡа ырылғандарға, туҙға теркәлгәндәргә алыҫта ҡалған тәүарих тип ҡарайбыҙ. Ә йөрәктән йөрәккә күскән һүҙ бөгөнгө көндөкө, сөнки уны һәр быуын үҙенеке итеп ҡабул итә. Атанан – улға, әсәнән ҡыҙға хис, аҡыл, һулыш булып күсә. Ул әҙәм балаһының асылына йөрәк тибеше, ҡан әйләнеше менән ҡуша үтеп инә.
“Ҡан хәтере” шәлкеменә йәнә лә иғтибар итмәйенсә мөмкин түгел:
Тамырҙағы ҡаным йөрәк аша
Үтеп һөйләй ғүмер тарихымды.
Эс серҙәрем минең бәғеремә
Ваҡыт аҡҡан кеүек тамды, тамды –
“Шағир иткән мин ул – ҡан хәтере,
Минең ҡайтауазым – әҫәрҙәрең,
Шуның өсөн һүҙгә көсө етмәй
Хатта иң заманса ғәскәрҙәрҙең…
Ә бит ялғанлыҡ та, арттырыу ҙа юҡ әле әйтелгәндәрҙә. Суверенитет, тел тип көрәшкә сыҡҡандарҙың иң алдынғы рәтендә булды Факиһа Туғыҙбаева. Әле лә кескәйҙәр йөрәгендә туған телгә һөйөү уятыу юлында фиҙакәр хеҙмәт итә.
Йыһаныбыҙҙа Ҡояш та берәү генә бит. Үҙенең яңғыҙлығын һәм берҙән-берлеген беҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ аңлайҙыр. Ул бит юғарыла, тимәк, офоҡтары беҙҙекенә ҡарағанда сағыштырғыһыҙ киңерәк. Хәйер, тип ҡуйҙым ошо фекеремдән һуң, шағир күңеленең офоҡ сиктәрен кем билдәләгән? Ҡояш нуры барып етмәҫ аралыҡтар ҙа һыялыр бит был күңелгә...
Дала фәлсәфәһе
“Дала” – ҡыҫҡа ғына һүҙ, ә күҙ ҡарашы менән дә иңләп-буйлап, айҡап-байҡап сыҡмаҫ иркенлекте үҙенә һыйҙыра. Юҡ унда ҡыҫалар, юҡ унда кәртәләр, юҡ унда сикләү-тыйыуҙар. Ә киңлек үҙенә саҡыра: атла, елдер, хәрәкәттә бул, миңә табан кил. Миңә яҡынайған һайын алыҫлашҡанымды тойорһоң, ләкин аръяҡта, барып етә алһаң, һине серле донъя көтә, тигәндәй. “Офоҡҡа тоташҡан даланың” мәңге барыр юл икәнен аңламаймы һуң илһамлы күңел! Шағирәнә күңел генә офоҡ аша үтә ала. Шағирәнә күңел генә Ваҡыттың далаға һалған серле билгеләрен уҡырға һәләтле… Факиһа Туғыҙбаеваның шиғриәтендә беҙ кешенең бишеге лә, төйәге лә булған дала менән ҡабат-ҡабат осрашырбыҙ.
Йылдар, йырҙар
Сиҙәм генә булып
Дала күкрәгенә ятҡаны
(“Ҡалдырмағыҙ беҙҙе!”)
Бындай асыштары менән үҙ уҡыусыһын тағы ла күп мәртәбә хайран итәсәк әле һүҙ маһиры. “Дала” шиғырында автор менән үткәнебеҙгә йылдар бейеклегенән бағырбыҙ ҙа тарихты беҙгә алып килгән ваҡыт тамғалары менән осрашырбыҙ, сөнки:
Дала иңдәрендә боронғолоҡ
Ҡылғандарға ятҡан саң түгел, –
тип белдерә автор.
Әлмисаҡтан алып кешелеккә ризыҡ биргән, тарпандарға, толпарҙарға һәм әҙәм балаһының уй-хыялдарына иркенлек биргән дала – тере. Даланың кисерештәре бармы ни, тиһегеҙме? Ҡәлбеһен аса белгән уны ишетә.
Дала үҙе лә бит, минең кеүек,
Ялҡын ғына ҡатыш ҡуҙ йота.
(“Далаларҙа…”)
Был юлдарҙа талир тәңкәләрҙең сыңы ҡолаҡты иркәләп үткәндәй. Ә “Дала төнө” менән осрашҡанығыҙ бармы? Дала күкрәгенә башын һалып ятҡан лирик геройҙың кисерештәре шулай яңғырай:
Һиллегеңә, далам, арбаламын,
Төнөң үҙе – көмөш сабырлыҡ…
Көйҙөргөс ҡояш аҫтында ла, әсе буранда ла – Аҡбуҙат үҙ далаһында ҡанатлы. Һәм ул оса, сөнки күпме талпынһа ла, даланың күк менән тоташҡанын белә.
Асылыкүл тәрәнлегеСикһеҙлек тураһында һүҙ алып барҙыҡ. Тәрәнлеккә килеп еттек. Сикһеҙлек һәм тәрәнлек мәңгелек менән ялғана. Улар бер бөтөн. Шағирҙың асылын тәрәнерәк аңлар өсөн тағы ла бер исемһеҙ шиғырына иғтибар итергә кәрәк:
Таптырмағыҙ минән далалағы
Йәнде ҡурғыс ҡырыҫ ялҡынды.
Асылының тәрәнлеге миндә,
Ҡандарымда уның һалҡыны.
Һүҙҙең Асылыкүл тураһында барғаны былай ҙа аңлашыла. Әкиәт-легендаларыбыҙҙа һыу ҡыҙҙары төйәк иткән төпһөҙ күл ижад әһеленең күңелендә йәшәй, сөнки ул – үҙе лә ошо ерҙең ҡыҙы. Мөғжизәле күлдең тәрәнлеге ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларыбыҙҙың боронғолоғо менән генә үлсәнә. Факиһа апайҙың шиғриәтендә Заятүләк, Ертыңлар образдары – бөгөнгө уҡыусының рухын байытыусылар. “Ҡаңным – Һомайғош ҡәлғәһе” дастанындағы шикелле тәрән итеп тағы кем аса алыр Асылыкүлде? “Сөмгөлдәргә сумып алып сыҡтым…”, “Диңгеҙгә ялбарыу” шиғырҙарында тәрәнлек фәлсәфәһе үҙенсәлекле асыла:
Төҫөң итеп тотҡан ҡабырсаҡҡа
Һыя буламы һуң булмышың?
Бөтөн ғүмеремдән тәрәнерәк,
Эй, Диңгеҙем, тик бер һулышың!
Факиһа Туғыҙбаеваның ижадындағы тәрәнлек “Ҡоҙоҡ” шиғырында йәнебеҙҙе ҡурсыусы аҙан моңо менән һуғарыла:
Тәүге аҙан ишетелгән көндә
Ер төбөнән сыҡты татлы һыу!
…Ә ҡоҙоҡта һыу артҡандан-арта,
Тик сафлана бара – гел эсһәң.
Тәрәнлектә халыҡ аҡылы, ә аҡылды алған һайын аҡыл да үҫә бара. “Халыҡ аҡылы” тигәнемә уның рухи ҡомартҡылары ла инә, әлбиттә.
“Сәләмемде еткер, аҡсарлаҡ!” һағышнамәһендә автор Диңгеҙҙе азатлыҡ символы булараҡ таный, уның тулҡынында батырыбыҙ Салауаттың һулышын ишетә. Хатта иге-сиге күренмәҫ мәшһүр диңгеҙ ҙә батырыбыҙҙың бер һулышын ғына сағылдыра ала. Эйе, Ил улының ҡаһарманлығы беҙ аңлаған үлсәмдәргә һыймай. Бына шундай ғәйәт тәрән мәғәнә һалына сал диңгеҙ сайҡалыуына. Ҡайһы саҡ шағирә донъяуи мәсьәләләргә, күңелен ғазаплаған һорауҙарға яуап таба алмайынса үҙе лә төпһөҙ тәрәнлеккә инеп сума. Өҙгөләнеүе аша беҙ был ижадсының көсһөҙлөгөн, ярҙамға мохтаж икәнен дә тоябыҙ. Ләкин йәнен шәм итеп ҡабыҙып, ул яңынан ҡалҡып сыға.
Үрҙәр
Бөркөттәр ҡанат нығытҡан, хыялдарҙы йондоҙ иткән бейеклеккә күтәреләйек. Ни тиклем юғары атылһаҡ, офоҡтоң да шул тиклем сикһеҙ икәнен һәм унда фәҡәт көнөбөҙҙө тыуҙырған таңдың ғына тантана иткәнен күрербеҙ. Ҡояш, нур, көн телендә һөйләшә белгән ижадсы ҡаһарманлығы нимәнән ғибәрәт?
Мин бит күрәм тарих киңлектәрен –
Шуға күрә башым юғары!
Әйтерһең дә, ерҙе тотоп торған
Урал батырҙың мин һыңары.
(“Һөйләшәмен Ҡояш телендә”.)
Күңелде тоҡандырған һүҙҙәрҙе теҙгән ижадсы ҡулындағы ҡәләм дә, ахыр килеп, ҡояштың бер нурына әйләнә. Быны аңлар өсөн, баҡтиһәң, донъяға сабый күҙҙәре менән дә бағыу етә икән (“Ҡояшлы ҡәләм”).
Әҙәбиәт белгесе билдәләүенсә, ысын шағирҙар – Раббынан, Йыһандан килгән мәғлүмәтте ҡабул итә белеүселәр. Раббының аҫыл сифаттары – Хәҡиҡәт һәм Fәҙеллек, ти улар. Факиһа Туғыҙбаеваның тормош, йәшәйеш тураһындағы тәрән фәлсәфәүи фекерҙәре әлеге әйтелгәндәргә ҡеүәт кенә өҫтәй. Ысын шағирҙың тәғәйенләнеше сағылмаймы был юлдарҙа?
Ҡуҙлана бит, ана, Ҡош юлдары,
Белгән юлым минең шул ғына…
Үҙе тураһында ғына һүҙ йөрөтмәй, әлбиттә, талант эйәһе, ғөмүмән, быуаттарҙан быуаттарға рухты балҡытҡан бөйөк ижадтың асылына мөрәжәғәт итә. Бының камил бер сағылышы итеп “Тәүбә” поэмаһын миҫалға килтерергә була. Бабич менән осрашыу тетрәндергес тапҡыр һүҙҙәр һәм һүҙҙең эске илаһи моңо аша бирелә.
Ә мин һине, шағирҙарҙың шаһы,
Ә мин һине, халҡымдың йән аһы,
Ә мин һине, иманымдың башы,
Ә мин һине, дошманымдың ашы,
Табырмын тип йондоҙ араһында,
Күккә бағам – тала ҡараштарым,
Исемеңде телгә алғанда ла,
Күк асыла – яҡты тарафтарым.
Бөйөк моңға мансылған был юлдар. Уйсан һүҙҙәргә көмөш һағыш һырылған. Күк сафлығы һәм тынлығы аша беҙ Бабичтың бөйөк рухына яҡынаябыҙ.
Күтәрелеп баҡтым ҡаяларға,
Менә-менә ташҡа-таяуға.
Ҡамашып та китте шул саҡ күҙем,
Тау башында мин фәрештә күрҙем!
Күк ҡабағы асылды бит, Раббым!
Шағир! – Ҡаялағы ул фәрештә,
Уның нуры – бағам мин ғәрепкә,
Уның нуры – бағам мин ғәрешкә…
Аҫыл һүҙҙәрҙән нағышланған был юлдар хәтер-һәйкәл булып уйыла. Улар аҙ ғына бүтәнсәрәк ритмға һәм тоналлеккә күсеп, торараҡ поэмала йәнә лә ҡабатлана.
…Көнсығышҡа баҡһам –
эй нурланыш,
Көнбайышҡа баҡһам –
эй нур-балҡыш,
Ҡая баштарына Шағир баҫҡан,
Шуға яҡты, шуға зәңгәр асман.
Урман-яландағы барлыҡ гөл-сәскәләрҙең хуш еҫе, тәбиғәттең бөтөн сағыу төҫтәре эске донъяһында сағылмаһа, халҡының тойғо-кисерештәре, ынтылыш-маҡсаты күңелендә яңғыраш алмаһа, бындай йөкмәткеле, хисле шиғриәт тыуыр инеме ни?
Туған телдәге һүҙҙәр ҙә донъяның үҙе кеүек үк боронғо. Факиһа Һаҙый ҡыҙының тапҡыр һүҙе, бай тәрән образлы фекерҙәре, фәлсәфәүи уйланыуҙары аша беҙҙең донъябыҙ ҙа өп-өр яңынан асылғандай.
Яҙғандарың уҡыусы йөрәгенә барып етһен өсөн ғилем, илһам ғына аҙ. Мәҫәлән, аҡты аҡ тип тәҡрарламай һүҙ маһиры, ә аҡтың төп асылын биргән образдарҙы балҡыта, ижад серен асырға рухландырған киң юлға алып сыға. Шул саҡта, ысынлап та, күреп-белгәндәребеҙҙең тәрәнерәк һәм сағыуыраҡ булырға тейешлеген аңлайбыҙ. Быға тиклем ҡәҙимге күренгән нәмәләрҙең һынланышын, мәғәнәһен икенсерәк үлсәмдә һәм яңғырашта ҡабул итәбеҙ. Уҡыусы хәҙер күҙәтсе түгел, ул – үҙе лә күңеленән ижадсы. Ошо тәрәнлекте һәм бай төҫтәрҙе аңлау менән бергә беҙ үҙебеҙ ҙә үҙгәрәбеҙ.
Шағирҙың халҡы алдындағы бурысы тураһында сәғәттәр буйы һүҙ ҡуйыртырға, сафсата һатырға була. Ләкин Факиһа Туғыҙбаеваның шиғри донъяһына күҙ һалғандан һуң, уның Салауаттары, Бабичтары, Һәҙиәләре, Рәмиҙәре, Fәзиз Әлмөхәмәтовтары менән танышҡандан һуң, былар бөтәһе лә урынһыҙ. Бөйөк шәхестәребеҙ ҡалдырған, шулай уҡ уларға тиклем килгән изге, матур традицияларға, аманатҡа тоғро Шағирә. Намыҫ алдында ла, халҡы алдында ла.
“Поэзия – та же добыча радия, в грамм – добыча, в год – труды, изводишь единого слова ради тысячи тонн словесной руды”, – тип яҙа Маяковский. Һәр оло тормош юлы үткән һүҙ сәнғәте әһеле хеҙмәтенең йәмғиәт өсөн әһәмиәте, шиғри һүҙенең, ижадының тәғәйенләнеше тураһында уйлана. Талант эйәһе үҙенең кем өсөн, ни өсөн яҙғанын белә. Ул һәр саҡ халҡы менән. Халыҡ, уның киләсәге өсөн түгелә күҙ нурҙары, хәләл тире. Халҡына булған ышаныс уны көслө яһай ҙа инде. Факиһа апай шиғриәттең бөтә төрҙәрендә лә көслө. Поэма, һағышнамә, дастан… Гүзәл юлдар тормош хәҡиҡәтен бәйән итә һәм әҙәбиәт һөйөүсенең күңелен иң саф, иң ялҡынлы хис-тойғолары менән һуғара.
Халыҡтың меңәр йылдар буйы йәшәгәнен раҫлаусы ваҡыт тамғалары бар. Уларҙы тамға тип тә, рухи көс тип тә, йә иһә бүтән һүҙҙәр менән дә атап булалыр. Ләкин был төшөнсә халыҡтың ватаны һәм үткәне менән айырылғыһыҙ бөтөнлөгөн дә аңлата. Йәнә лә өҫтәп шуны әйтә алам: Факиһа Туғыҙбаеваның шиғриәтендәге аңым барып еткән, күңелем белдергән ваҡыт тамғаларын мин үҙем таптым. Хатта ҡайһылары тураһында шағирә үҙе лә уйланмаған булғандыр, гәрсә, ижады аша беҙҙе шул хәҡиҡәткә килтереп еткерһә лә. Үҙенән һорашҡаным юҡ. Ижад ғәжәп бер донъя бит. Уның сиктәрен кем билдәләй ала? Һәм ундағы ҡайһы бер һорауҙарға бер һүҙ менән генә: “эйе” йәки “юҡ” тип кенә яуап биреп тә булмай. Бер нәмәгә иманым камил: Факиһа Туғыҙбаеваның бына ошо сағыштырғыһыҙ бай, илһамлы ижад донъяһында әҙәбиәт һөйөүсе үҙе өсөн бик күп асыш яһаясаҡ әле.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА,
яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.
Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры: – Лермонтовтың “Прощай, немытая Россия!” тигән атаҡлы юлдары эпиграф итеп ҡуйылған “Ялбарыу” шиғырында шағирәнең илгә инаныуы выждан һүҙе һәм ант (урыҫса әйткәндә, исповедь и клятва) дәрәжәһендә:
Хушлашмайым, Рәсәй, һинең менән,
Тыуған ерҙә булыр ҡәберем.
Халҡым кисергәнде кисерәмен,
Халҡым менән бергә — ҡәҙерем.
...Хушлашмайым, ләкин ялбарамын,
Һин күрһәңсе минең күҙ йәшен:
“Мине лә һин һине яратҡандай
Ярат!’’— тиеп килә өндәшкем.
Ерҙә минең бүтән Ватаным юҡ,
Әсәнеме һайлап алалар?
Бәхетле лә, шундай бәхетһеҙ ҙә —
Бөтәбеҙ ҙә һинең балалар.
Гөлнур ЯҠУПОВАҺОМАЙҒОШФакиһа Туғыҙбаеваға.
Аҙашҡанда бер мәл, юл һорарға,
Ниндәй ишектәрҙе ҡаҡманым,
Яҡтыртам тип ниндәй түрҙәрҙе мин
Майшәм булып иреп аҡманым...
Яттарға шул барыбер яраманым,
Көйләнеләр улар үҙ көйөн,
Йырҙарымдан йыртыҡ эҙләнеләр,
Булдым әллә мин бер күҙ-көйөк?!
Аҙашҡанда бер мәл, юл һорарға,
Осрамаһаң, нишләр инем мин...
Күңелеңдең һөйҙөм нескәлеген,
Тоғролоғон тойҙом иңеңдең.
Һынсыл ҡарашыңда бар үҙ итеү,
Телдәреңдә түгел бал да май.
Үҙ иткәнгәлер бит, хаталарҙан
Йолоп ҡалдың мине, алдамай.
Был һүҙҙәрем бары ихласлыҡтан —
Сыңғырлатып, бәлки, көлөрһөң,
Керпегеңә йәки, көтмәгәндә,
Мөлдөр генә тамсы элерһең.
Аңлап булмай һине ҡапылғара,
Бер ҡатлыһың, ҡай саҡ мең ҡатлы...
Шуны беләм: Һомайғошҡа оҡшап,
Һин, шағирә дуҫым, ҡанатлы!
Факиһа Туғыҙбаеваның илгә һәм халыҡҡа инаныуы – бына ошондай ҡатмарлы уйланыуҙар, күҙ йәштәре менән ялбарыуҙар, күңел ҡыйралыштары аша рухтың яңынан ҡанатланыуҙары ул. Ватандаштарҙы сабырлыҡҡа һәм берҙәмлеккә, уяулыҡҡа һәм тоғролоҡҡа саҡырыу ул. Публицистик мәҡәләләре лә ошо ынтылыштарҙы көсәйтә һәм үҫтерә. Шағирә өсөн милләт таяныр шәхестәр айырыуса ҡәҙерле. Ғайса Хөсәйеновҡа арналған “Ил ағаһы” шиғырында әйтелгәнсә, “Ирмен тигән ирҙәр илен һаҡлай, әммә үҙен һис бер һаҡламай”. Шағирҙарҙың һәм әҙиптәрҙең маҡсаттар һәм бурыстар, шәхестең яуаплылығы тураһында уйланыуҙары бөгөн айырыуса хафалы һәм борсоулы. Ижадта был сифаттарҙың артыуы хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең гражданлыҡ асылын тағы ла үткерерәк, тормошсаныраҡ итә.
Фәнил КҮЗБӘКОВ,
филология фәндәре докторы,
БДУ профессоры:— Факиһа Туғыҙбаеваның ижад йылғаһы мул һыулы: бөркөттәре саңҡыған мәғрур ҡаяларға ла һуғыла, һандуғастары сутылдаған талдарҙы, кәкүктәре саҡырған тирәктәрҙе лә һуғара, йөҙҙәрсә төҫтә балҡыясаҡ болондарҙы ла иңләй. Был ижадта Салауат оранын ишетәһең, Бабичтың ғазаптарын кисерәһең, уның яҡты рухын эҙләп тауҙарға артылаһың, асмандарға ашаһың, Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың һуңғы йырын йөрәгеңдә тояһың, Һомайғош булып ҡағынаһың, Аҡбуҙат булып еләһең, Ил инәһе Бүре менән бергә үкһейһең...
Һағышлы, мөхәббәтле шағирә ул Факиһа Туғыҙбаева. Ғүмере буйына әсәһенең, башҡаларҙың “Кеше булыр!” тигән ышанысын аҡларға тырышҡанға ул бәҫле һүҙ әйтә алды, ә әйтер һүҙе, халыҡ яратып ҡабул иткән йырындағыса (“Йәй ғүмере”), ысыҡ тамсыһында йыуылғайны.
Мәртәбәләр ҙә уны урап үтмәне, бейеклектәр ҙә. Иң мөһиме – “Еңеүҙәрем – минең хәләл көсөм”, – тиергә тулы хаҡы бар. Илде имләр Ил инәһе йәшенә еткәндә, бер ҡулына икмәк тотоп, икенсеһен йөрәге өҫтөнә ҡуйып, һәр башҡорт әҙибе, Факиһа, һинең кеүек шулай әйтә алһын ине!