Очерк
Мул һыулы йылғаның да инеше була
Рәғиб Ғимаев – ата-әсәһе уҙған быуаттың 20 – 30-сы йылдарындағы мәхшәрҙә имен ҡалып, һуғыш алдынан ғына бер нисә йыл әҙәмсә йәшәп ҡалған быуындан. Самалы ғына булһа ла, туҡлыҡ һәм һиллек осорон күреп ҡалғандар. Хәйер, ул һиллек дауыл алдындағы шомло тынлыҡ булған икән. Буласаҡ ғалимдың атаһы, Насретдин Ғималетдин улы, тәүәккәллеге менән ветеринарлыҡҡа уҡып, колхоз малын да, ауылдаштарының мал-тыуарын да ҡараған. Биш балаһы итәге тирәһендә уралһа ла, әсәй кеше лә ғаилә хәстәре менән генә йәшәй алмаған. Ишле ғаилә – ҙур мәшәҡәттәр, бында ата-әсә крәҫтиәндәргә хас тилберлек менән генә алдыра алмай. Ғаиләлә яҡынлыҡ, ихласлыҡ, күҙгә салынып бармаған мөнәсәбәттәр аһәңе кәрәк. Мәҫәлән, мин Әбйәлилдә Илһамовтар ғаиләһен яҡшы беләм. Ауыл мөғәллиме һәм ябай ҡатын уҙған быуаттың ҡатмарлы 20 – 30-сы йылдарында ун сабыйға ғүмер биреүҙән ҡурҡмаған. Был ғаиләлә хеҙмәт, белем, яуаплылыҡ хакимлыҡ иткән. Илһамовтарҙың төпсөк балаһы, Марат Әҡсән улы, атаҡлы ғалим булып киткән. Бәлки, осраҡлы ғына шулай тура килгәндер, иллә Ғимаевтарҙың да кесеһе ҙур ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре дәрәжәһенә күтәрелгән.
Ике ғаилә миҫалында ғына ике һығымтаға киләһең: күмәк ғаиләлә эшсән балалар үҫә, унда бер-береңдән уҙҙырырға теләү ынтылышы йәшәй. Был – беренсенән. Икенсенән, башҡорттар, һәр сабыйҙы Хоҙай ейер ризығы менән ярата тигән ышаныста ҡала. Ләкин яуыз көстәр тыныс тормош ағышын әленән-әле боҙа, һәм шул саҡта бала-саға ла тиҙ генә утыға һала, дөрөҫөрәге, өлкәндәр аҡылы килмәҫ борон уҡ баланың ҡулдары эшкә өйрәнә.
Шулай 1937 йылда Рәғибтең олатаһы менән атаһы золомлоҡҡа эләгә. Ике ябай кешенең тормошонда һәм холоҡ-фиғелендә дәүләт именлегенә янарлыҡ нимә күргәндәрҙер, аңлауы мөмкин түгел. Улай тиһәң... Байтаҡ йылдар элек миңә ике тиҫтә йыл самаһы ғүмерен лагерҙарҙа үткәргән башҡорт ағайы менән һөйләшеү насип булғайны. “Кешеләрҙе ни өсөн йәһәннәм төбәгендәге ауылдарҙан да ҡулға алдылар икән, тип һорайһың. Ғәйептәре ниҙә булған һуң? Ғәжәп күренеш, ләкин араһында күпселекте тома наҙандар тәшкил иткән халҡыбыҙҙа яла яғыу имәнес рәүеш алған. Шуға күрә лә зыян күреүселәр күп”, – тигәйне ул. Рәғиб Насретдин улының тәржемәи хәле менән танышҡанда ошо күптәнге һөйләшеүҙе хәтерләнем. Ҡазаланған бүтән ғаиләләр араһында оҡшашлыҡ эҙләп, хаталаныуым да ихтимал. Һәр яҙмыштың ҡабатланмаҫ һыҙаттары була, бәлә йөҙө генә бер үк.
Әгәр золомлоҡ, артабан һуғыш касафаты Ғәфүрә Баймөхәмәт ҡыҙы менән уның биш балаһының иңенә күтәрә алмаҫтай йөк булып ятмаһа, был хаҡта һүҙҙе сурытмаҫ та инем. Балаларға килгәндә, улар зирәк, ҡыҙыҡһыныусан, ә иң мөһиме – һис бер эштән ҡурҡмаҫ булып үҫкән. Халыҡтың инаныуынса, кем Мәүләнең ижтиһадына юлыҡһа, шуға илаһи көс-ҡеүәт бирелә икән. Ғимаевтарҙың балалары ла шулар рәтендә. Мәктәптә улар еңел, көсөргәнмәй белем ала, уҡыуҙы маҡтау ҡағыҙҙары менән тамамлай. Тормош тиҫкәре яғына әйләнмәһә, Ғәфүрә Баймөхәмәт ҡыҙы менән Насретдин Ғималетдин улының өлкән балалары ла исемен шанлы ҡыйғылар йондоҙлоғонда балҡытмаҫ инеме ни?!
Гөрһөлдәп һәм ҡан ямғыры яуҙырып, бөйөк һәм ҡәһәрле һуғыш та үтеп китте. Уның ҡойоно беҙҙең балалыҡ шатлыҡтарын да, үҫмерлек хыялдарын да өйөрөлтөп йотто. Хатта әсәйҙәребеҙ ҙә беҙҙе наҙҙары менән танһыҡ ҡанғансы йылыта алманы. Атайҙар тураһында нимә әйтәһең инде...
Ғаиләләге кинйәгә был осраҡта ҡулайыраҡ: һәр даим тиерлек әсәһе эргәһендә, өлкән ағайҙары һәм апайҙары ҡанаты аҫтында. Улар, әйтерһең, Рәғибкә юл асҡан, тулыһынса белем алыуға мөмкинлек биргән. Ғәфүрә Баймөхәмәт ҡыҙы менән Насретдин Ғималетдин улының иң өлкән ҡыҙы Мәнзүмә, шөкөр, туҡһанды ашатланы, Салауат районының Торналы ауылында йәшәп ята. Уға етәге Флүрә, ағалары Фазыл менән Дауыт ауылдан ситкә аяҡ баҫманы. Ерҙә эшләне улар, бала баҡты, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанды. Ауылдағы күпселек яҡташтары һымаҡ, иркенлектән шашманылар, намыҫын да һаҡланылар. Әҙәм балаһын мөлкәт йәки бүләктәр түгел, бәлки тормошто намыҫ менән үтә белеү күтәрә бит. Рәғиб Ғимаевтың ата-әсәһе ошондай ине, туғандары ла шулайҙыр.
Ә уның өсөн юғары белемгә, ҙур фәнгә юл шәхси ынтылыш ҡына түгел, бәлки, ҙур ғаиләнең теләге лә булғандыр. Ғимаевтар затында, әйткәндәй, нефтселәр ҙә, нефть эшкәртеүселәр ҙә бығаса осрамаған. Рәғибтең һөнәр һайлауына ниндәйҙер факторҙар йоғонто яһағандыр, тип раҫлауҙан алыҫмын. Иллә Өфөләге нефть институтына (ауыл малайы өсөн ҡатмарлы ғына юғары уҡыу йортона) ул бик көсөргәнмәй ингән. Тимәк, Ибрай һәм Йүкәлекүл ете йыллыҡ, Абзай урта мәктәптәрендә һәйбәт мөғәллимдәр эшләгән. Үҫмер етди техник уҡыу йортона бер ынтылыуҙа үтә алғас, был хаҡтыр. Күп йылдар үткәс, әңгәмәләренең береһендә юл һайлауының сәбәбен Рәғиб Ғимаев ябай ғына итеп әйтеп бирҙе: “Бында ғәжәпләнер нәмә юҡ. 1950 йылдар Башҡортостанда ҙур нефть һәм нефть химияһының әүҙем үҫеше менән бәйләнгән. Мин дә үҙемде халыҡ хужалығының ошо өлкәһендә һынап ҡарарға булдым”.
Уҡыуын тамамлағас, йәш инженер аспирантураға саҡырыу ала, әммә тәүҙә производствола эшләп алыуҙы ҡулай күрә. Матди хәлеңде лә ҡайғыртырға кәрәк бит әле, сөнки аспирант стипендияһын нефть эшкәртеү заводындағы менән сағыштыраһы түгел. Йәнә лә бер сәбәп Ғимаевты ҡыҙыулыҡ менән фәнгә сумыуҙан тыйып тора: яңы ғына ҡорған ғаиләһе хәстәрлек талап итә. Ҡыҫҡаһы, Рәғиб Насретдин улы фәнгә ҡарай ҡатмарлыраҡ, уның ҡарауы ышаныслыраҡ юлды һайлай. 1958 – 1963 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор, өлкән инженер, цех начальнигы урынбаҫары булып эшләй.
Ошондай предприятиеға килеп эләгеү, эшләй башлау, танылыу табыу – үҙе мәртәбә. Инженер-технолог Ғимаев тәүге уңыштарын баҫалҡылыҡ менән ҡабул итә, уның етештереүсе сифатында ла карьера яһау мөмкинлеге була. Шулай ҙа, сит ил ғалимдарының береһе әйткәнсә, “Һәр төрлө хәлдәргә үҙ мөнәсәбәтенән, үҙ юлын һайлау иркенән тыш, кешенән бар нәмәне лә тартып алырға мөмкин”.
Ысынлап та, производствоны ярайһы өйрәнгәс һәм белгәс кенә, заводтан айырылып, ул туған институты аспирантураһында уҡыуын дауам итә. Цехтарҙа алған биш йыллыҡ тәжрибә йәш ғалимға шәхес булып өлгөрөүҙә лә, фән юлында ла ҙур таяныс була. Мул һыулы йылғалар ҙа бит ерҙе тиртеп кенә сыға, тамыр, таштар араһынан көс-хәл менән юл ярған инештән баш ала. Ҡәләме осонан тамған, кешеләр күңеленә юл табырлыҡ һүҙ уның авторының йөрәген бығаса кисерелгән ғорурлыҡ менән тултыра.
Өлкәнерәк быуын вәкилдәре Совет власы осоронда нефть промыслаларында, нефть эшкәртеүҙә, нефть химияһында эшләүҙең мәртәбәле һаналғанын, матди мөстәҡиллектән тыш, йәмғиәттә ихтирам бирелгәнен хәтерләйҙер. Эҙләнеүсән эшселәр, фекерле инженерҙар араһынан тора-бара производство етәкселәре, ҙур ғалимдар үҫеп сыға ине. Миҫалға Дәүләкән районы егете Ғүмәр Теләшевте килтерәйем. Социалистик Хеҙмәт Геройы булыуҙан тыш, ул атҡаҙанған рационализатор, атҡаҙанған химик, почетлы нефтсе исемдәрен алды, ғилми-тикшеренеү лабораторияһына, тәжрибә-тикшеренеү үҙәгенә етәкселек итте. Өҫтәүенә техник фәндәр докторы, Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты. Бындай миҫалдар берәү генә түгел.
Баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт
Институттан һуң предприятиела эшләй башлауының тәүге көндәренән үк Ғимаев ғәмәлдәге производство барышына яңылыҡтар индереү әмәлдәрен табырға тырыша. Технологик процестың алғы сафында барған нефть эшкәртеү заводында асышҡа ихтыяж һәр даим була инде ул. Егәрлелек менән профессионаллек бергә ҡушылғанда, яҡшы һөҙөмтә көтөргә мөмкин. Ләкин бының өсөн белемеңде даими камиллаштырыу мөһим. Һүҙ, әҙер теоретик һәм ғәмәли хеҙмәттәрҙе үҙләштереүҙән бигерәк, үҙ идеяларыңды өлгөртөү тураһында бара. Ошонан сығып фекер йөрөткәндә, Р. Ғимаевтың фәнде һайлауы – тәбиғи хәл.
Аспирантлыҡтың тәүге йылы үтеүгә Ғимаев бер асыштың авторы ине инде. Был хеҙмәттең кандидатлыҡ диссертацияһы менән бәйләнгәнлеге аңлашыла. Әйткәндәй, дәртле егет уны оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай атҡарып сыға.
Йәш техник фәндәр кандидатына нефть һәм газдың химик технологияһы кафедраһында урын тәҡдим итәләр. Ошонан башланған юл Ғимаевты өлкән уҡытыусы, доцент, кафедра мөдире һәм технология факультеты деканы вазифалары аша алып үтә. Рәғиб Насретдин улы кафедраға 16 йыл етәкcелек итә. Был йылдар нефть эшкәртеү, нефть химияһы һәм химия производстволарының технологик йәһәттән тиҙләтеп яңырыуы осоро булды. Быны традиция тип атауы ситен, әммә беҙҙең илдә ғилми идеялар, уйлап табыуҙар сәнәғәт етештереүенә юлды ауырлыҡ менән яра. Ҡыйыу фекер шунда уҡ күтәреп алынырға тейеш тә бит...
Латинса “ректор” һүҙен “идара итеүсе” тип тәржемә итергә булалыр. 1981 йылда Башҡорт дәүләт университетына ошондай идарасы, йәғни ректор итеп профессор Рәғиб Ғимаев тәғәйенләнә. Был уҡыу йорто һәр саҡ республика йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Хәҙерге тел менән әйткәндә, әле булһа Башҡортостандың интеллектуаль тормошоноң бренды көйө ҡала.
Ректор итеп тәғәйенләнеү, һис шикһеҙ, Р. Ғимаевтың тәржемәи хәлендә күренекле ваҡиға булғандыр. Илдең төрлө тарафынан йыйылған, үҙ йолаларында тәрбиәләнгән бихисап телле тиҫтәләрсә мең студент уҡыған, йөҙҙәрсә мөғәллим эшләгән ҙур учреждениеға 18 йыл етәкcелек итеү — баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт. Шуны ла өҫтәйек: Ғимаев ректор булған осорҙа юғары уҡыу йорто фәне академияныҡы менән бер тиң ҡуйыла торғайны.
Тормош бер урында ғына тапанһа, йәмғиәт тә, шәхес тә үҫешә алмаҫ ине. Рәғиб Насретдин улы Дәүләт Думаһы депутатлығына һайланырға йөрьәт иткәс, уның яҙмышындағы боролош Башҡортостан йәмәғәтселеген ғәжәпләндермәгәндер. Ул үҙендә шундай инаныу һаҡлай ине: сәйәсәткә ниндәйҙер эш башҡарған, ҡулынан ниҙер килерҙәй кешеләр барһын ул. Был тармаҡ ғәмәли эштәргә моҡрап йәшәй. Рәғиб Насретдин улы – әүәлгерәк ижтимағи-сәйәси ҡоролошта тәрбиәләнгән кеше. Беҙҙең осорҙа һүҙ һәм вәғәҙәләр аныҡ эште күмә алманы.
Шуны ла әйтәйек: Дәүләт Думаһында эшләгәндә Ғимаев закондар сығарыу һәм башҡарма властың үҙ-ара мөнәсәбәт формаларын ҡабул итә, депутаттарҙың халыҡҡа, уның тормошона, ғөмүмән, яҙмышына ғафиллығын аңлай алманы. Рәғиб Насретдин улы ғилми, дәүләт һәм ижтимағи эшмәкәрлегенең әүҙем йылдарында ла, аҡһаҡал йәшенә еткәс тә халыҡтың тормошон яҡшыртыуға өмөтөн юғалтманы.
...Йыл үтеп, яңыһы башланып ҡына торғанда, атаҡлы ғалимға 80 йәш тулды. Һүҙҙе артабан сурытмай, әйтелгәндәрҙе төйнәгәндәй, бер йырҙағыса һамаҡлайым әле:
Арғылда ғына арғыл, ай, артылған
Күк һыртлы ла бүре балаһы.
Ҡайҙа ғына барһа, кәм-хур булмай
Башҡорт та ғына ата балаһы.