Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңел дәфтәренән моң таша
Күңел дәфтәренән моң таша
Популяр йырҙар авторы Миҙхәт Әбделмәнов “Башҡортостан” гәзитен таратыуға үҙ өлөшөн индерҙе
Миҙхәт ағай Әбделмәнов хаҡында “Башҡортостан” гәзитендә яҙғаныбыҙ бар. Бөгөн үҙешмәкәр йырҙар авторы баҫмабыҙҙың дуҫы булараҡ та сығыш яһай. Ул бик күп милләттәштәребеҙгә, республика халҡына өлгө күрһәтеп, яҡташтарына, дуҫтарына биш дана “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды. Ә яңыраҡ Миҙхәт Мәжит улы ижадташ дуҫтары менән бергә ут күршеләребеҙгә барып, дуҫлыҡ күперен нығытып ҡайтты. Хәйер, барыһы хаҡында үҙе менән әңгәмәләшкәндә белешербеҙ.


– Миҙхәт ағай, таныштырып китегеҙ әле үҙегеҙ менән. Ҡайһы яҡтың һыуҙа­рын эсеп үҫтегеҙ?
– Сығышым менән Благовар райо­нының Яныш ауылынан мин. Шунда 7-се класты тамамлағандан һуң Сибайға тө­ҙөлөш техникумына киттем. Унда мине күп нәмәгә, эшкә өй­рәт­теләр. Элекке Со­вет иленең һәр ғаиләһенә ҡағылған һуғыш еле беҙҙе лә урап үтмәне: атай яу яланында ятып ҡалды. Әсәйем һең­лем менән икебеҙҙе ауыр йылдарҙа ҡа­рап үҫтерҙе. Ыҙа сик­тек, тип зар­ла­нырға ярат­майым, әм­мә ул заман михнәт һур­паһын һәр кемгә эсергәндер инде.
Ҡатыным – Бүздәк районының Тө­рөш ауылынан, ул үҫтерҙек. Бөгөн ейәнс­әре­беҙҙең ҡыуаныстарын да ур­таҡ­лашып йәшәйбеҙ. Төҙөлөш буйын­са участка начальнигы булып пен­сия­ға сыҡтым һәм эшҡыуарлыҡ менән шө­ғөлләнә башланым. Эшҡыуар булып 2002 йыл­ға тиклем эшләнем.
– Ә йыр-моңға тартылыу ҡайҙан килә?
– Әсәйем Ғәзимә матур йырлай ине. Ир балаға атайһыҙ үҫеүе еңелдән түгел. Ана шул йөрәкте әрнеткән кисе­рештәр, йән һыҙланыуҙары ҡулыма гар­мун алыр­ға мәжбүр итте, үҙ алды­ма шиғырҙар яҙғы­ланым, көйҙәр сы­ғар­ҙым. Уҙған быуаттың 60-сы йыл­да­рынан уҡ килә был ынтылышым. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ир­кенләп йәнем теләгән, бурысым тип һанаған эштәргә тотондом. Тыуған ауылымда мәсет һалдыҡ, зыярат­ты төҙөклән­дереп торабыҙ, районыбыҙға ярҙам итергә тырышабыҙ. Үҙнәшер юлы менән ике китап, өс аудиодиск, ике видеодиск сығарҙым. Халыҡ бик йылы ҡа­бул иткән һымаҡ тойолдо миңә йырҙа­рымды.
– “Дуҫлыҡ күпере”н кемдәр һалыш­ты?
– Дуҫлыҡ күперен һалышырға теләү­селәр күп икән ул, туғаным! Ошо көндәрҙә Ҡазандың Ғ. Туҡай исемен­дәге дәүләт филармония­һында “Дуҫ­лыҡ күпере” тип атал­ған йыр-моң ки­сәһе үтте. Унда йырҙарымды Баш­ҡортостанда тыуып үҫкән йырсылар башҡарҙы. Сараның сценарий авторы, координаторы билдәле йыр­сы, яҡта­шым, Благовар егете Рөстәм Аса­ев булды. Ул үҙе “Ҡазанға йыр”, “Универсиада”, ҡыҙы Гөл­наз Асаева Филүс Ҡа­һиров ме­нән дуэтта, айырым да “Ҡыҙ­ҙар китә”, “Елкәндәр” йырҙарын баш­ҡар­ҙы. Гүзәл Динекәева “Кем ғә­йепле?”, “Ҡоштар кеүек”, Фи­рүзә Па­риж “Өшөт­мәсе күңелде”, “Яҙмыш”, Марат Шәйбәков “Бала һағышы”, Бәширә Насирова “Төй­мә”, “Йәшәйһе килә” сәхнә әҫәрҙәрен та­ма­шасыға тәҡдим итте. Ирек Ноғоманов башҡарған “Әсә­йемә” йыры халыҡ тарафынан бик йылы ҡабул ител­де, уны ғәзиз кеше­мә бағышлап ижад ит­кәйнем. Кисәлә йәштәр ҙә һы­нау тотто – Илшат Вәлиев, Фәнит Ҡа­расурин, Ғәлиә Язданова зал­да­ғы­ларҙы үҙен­сә­лек­ле тауышы ме­нән әсир итте. Радик Юлъяҡ­шин башҡарған “Аш­ҡын­ма, ғүмер” йыры, хит-парадтар еңеү­сеһе булған кеүек, был тамашала ла халыҡ тарафынан яратып ҡабул ителде. Яҡ­таш­та­рын тәбрикләргә килгән Татар­стан­дың халыҡ ша­ғи­ры Роберт Миң­нул­лин, Та­тарстан­дың халыҡ ар­тис­тары Хә­ниә Фәрхи, Салауат Фәт­хет­ди­нов моң кисә­һенән бик ҡәнәғәт ҡалды.
Ябай ғына итеп аталған “Дуҫлыҡ күпере” ысын мә­ғә­нәһендә ике ту­ған­даш республика ара­һын­дағы электән килгән матур мө­нә­сә­бәттәрҙе нығытты. Татарстан Республикаһы­ның Дәүләт Советы Президиумы ағзаһы Рә­зил Вәлиев һәм Татарстан Яҙыусылар союзы рәйесе Рәфис Ҡорбановтың байрамда ҡат­нашыуы кисәгә мәртәбә өҫтәне. Баш­ҡорт­остан­дың халыҡ ша­ғи­ры Марат Кәримов, ғалим Рәйеф Әмиров, Благовар районы Советы секретары Наилә Сади­ҡова күрше­ләрҙә иң ҙур ҡунаҡ булды. Саҡырыуҙы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт уларға! Шы­ғырым тулы зал йыя алыуы­быҙға ла бик ҡыуан­дым, күптән бындай кисә булғаны юҡ ине, тинеләр.
Башҡорт һәм татар халҡы элек-элек­тән үҙ-ара йылы мөнәсәбәт һаҡ­лап, тығыҙ бәйлә­неш­тә йәшәгән. “Өс көнлөк” донъяла беҙ­ҙең бүлешер малыбыҙ юҡ, бала­ла­рыбыҙға матур, имен тормош ҡалдырыу зарур. Ук­раина хәлдәре хаҡында һәр беребеҙ хәбәрҙар, Ер шарында һуғыш тын­маған, шуға күрә дуҫлыҡ, тыныслыҡ хаҡында көн дә йырлап, бер-бере­беҙҙең ҡәҙере ту­раһында һөйләп тороу һис зыян итмәҫ. Бергә һәм бер­ҙәм булһаҡ, әллә ниндәй замана ҡар­шылыҡтарын да еңеп сы­ғырбыҙ әле. Киләсәктә ошондай уҡ кисәне Өфөлә, Мәскәүҙә үткәрергә тигән уйыбыҙ бар.
– Ижади уңыштар һеҙгә, Миҙхәт ағай!

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780