Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәҡиҡәт – “Урал батыр”ҙа
Хәҡиҡәт –  “Урал батыр”ҙа
Тәү тапҡыр уның хаҡында телевидение аша ишетеп ҡалдым. Исеме лә шундай үҙенсәлекле булып тойолдо – Аладдин! Әйтерһең, киң билдәле әкиәттән беҙҙең донъяға килеп ингән мөғжизәсе! Нефтекамаға сәфәргә йыйынғанда ла башҡорт ҡоролтайы етәксеһе Азат Нәзир улынан азербайжан егете Аладдин Самедов хаҡында бик йылы һүҙҙәр ишеттем. “Ниңә телефондан һөйләп торам әле, килгәс, үҙегеҙ һөйләшерһегеҙ!” – тине ул.
Быйыл майҙа Өфөлә генә түгел, тотош донъя кимәлендә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең флешмобы үтте. Ул сарала ла әүҙемлек күрһәтте Аладдин. Ә яңыраҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналы күрһәтә башлаған “Башҡорт телен өйрәнәм” тапшырыуында мәшһүр эпосыбыҙға ҡағылышлы һорауҙар биреп, тамашасыларҙы ғәжәпләндереп тә ҡуялыр әле ул. ”Урал батыр” – донъя кимәлендәге ғалимдарҙы тетрәндерер тәрән фәлсәфәле әҫәрҙәрҙең береһе – нимәһе менән ҡыҙыҡлы һуң башҡа милләт вәкилдәренә? Аладдин менән ошо хаҡта һөйләштек.

– Нимәһе менән йәлеп итте һеҙҙе башҡорт эпосы?
Хәҡиҡәт –  “Урал батыр”ҙа– “Урал батыр” мине тәүге һөйләме менән үк әсир итте. Унда, изге ки­таптарҙағы һымаҡ, фекер бик тәрәндән, боронғо дәүерҙән килгән ауаз менән башлана. Бына үҙегеҙ тыңлап ҡарағыҙ әле:
Борон-борон-борондан,
Кеше-маҙар килмәгән,
Килеп аяҡ баҫмаған,
Ул тирәлә ҡоро ер
Барлығын һис кем белмәгән,
Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан
Булған, ти, бер урын.
Был бит иҫ киткес юл­дар! Тәү­рат ауаздары ишетелә бында, баш­ҡорт­тарҙың үҙ Әҙәме һәм Һауаһы ул – Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡар­сыҡ. Эпостың тәүге юлда­ры шул тиклем тет­рәтте, әй­терһең, көслө бер тул­ҡынға барып эләккәндәй, мин уның менән ҡы­ҙыҡ­һынып киттем. Башҡорт­тарҙың рухи ҡомартҡыһы булған был әҫәр – ул мил­ләттең генә түгел, кеше­лектең иманы, фәл­сә­фәһе, хоҡуҡи тәғлимәте, мәр­хәмәтлек өлгөһө!
– Кемдә күреп ҡалды­ғыҙ ул китапты?
– Нефтекама ҡоролтайы етәк­сеһе Азат Үтәкәев менән йыш ҡына Өфөгә ба­ра­быҙ, ул китап магазинына инмәй ҡайт­май. Шунда бер мәл мин дә, ҡыҙыҡ­һынып китеп, үҙем өсөн “Урал батыр” эпосын астым. Ул ғалим Әхмәт Сөләй­мә­нов баш һүҙ яҙған өс телдә нәшер ителгән китап ине. Бына шул көндән башлап “Урал ба­тыр”ҙан айырылғаным юҡ. Баш­ҡорт­тарҙың пәйғәмбәре ижад ит­кәндер тигән фекерҙәмен был мәшһүр эпосты. Хатта уҡыған һайын инанам быға! Тарих, тел, әҙәбиәт инс­титуты ға­лимдары ме­нән осрашып, әҫәр ха­ҡындағы фекерҙә­рем­де уртаҡ­лаш­тым. Эйе, донъя кимәлен­дә күп эпостар билдәле, әммә “Урал ба­тыр”ҙағы миһырбан­лыҡ, кешелеклелек, мәрхәмәт­лек той­ғолары береһендә лә юҡ. Әҫәрҙә Уралдың тотош тормошо, донъ­яға ҡара­шы сағыла. Уның идея­һы – юғары де­мок­ратик дәүләт төҙөү, ҡоллоҡҡа юл ҡуймау. Ҡатил батшаны ла, баш­ҡа яуыз­дарҙы ла еңә, әммә ҡолдарҙы ирек­кә ебәрә. Изге ки­тап­тарҙа ла әйтелә бит: халыҡты ҡол­лоҡтан азат итеү – иң ҙур са­уап! Урал ба­тырҙың һәр аҙы­мы, һәр фекере, һәр һүҙе мине уйға һала, йөрөйөм-йөрөйөм дә яңы­нан ҡул­ға алам, ғә­жәплә­не­үемдең сиге юҡ. Беҙ­ҙең азербайжан халҡының да “Китаби Дәдәм Ҡорҡот” тип атал­ған мил­ли эпосы бар, был хаҡ­та беләһе­геҙҙер. Идея-тематик йөк­мәт­кеһе башҡа булһа ла, уны ла бик яратып уҡыйым. Ҡыр­ғыҙ­ҙарҙың “Манас”ын һатып алып, “Урал батыр” менән сағыштырып ҡараным.
– Яҡындарығыҙ нин­дәй фе­кер­ҙә һуң һеҙҙең был ҡыҙыҡ­һыныуығыҙға ҡарата?
– Улар аптырап бөттө (көлә)! Нимә тиһендәр инде, тыңлайҙар. Ғаиләм ағза­ларына шулай уҡ өҙөктәр уҡып ишет­терәм, үҙемдең кисерештәрем менән уртаҡлашам. Әлеге көндә “Урал батыр”­ҙы азербайжан теленә тәржемә итеү менән мәшғүлмен. Был бөйөк фәлсәфә хаҡында беҙҙең милләт тә белергә, уҡырға тейеш. Бына нимә тип васыят әйтә Урал батыр:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ!
Яҡшынан баш тартмағыҙ,
Яманға юл ҡуймағыҙ!
Ошо изге төшөнсәне һәр кеше үҙенең тормош девизы итеп алырға тейеш, бөтә ке­ше­леккә васыят бит был һүҙҙәр! Бары тик яҡшылыҡ менән генә беҙ кеше булып ҡала алабыҙ! “Урал батыр” – ул башҡорт хал­ҡы­ның конститу­цияһы, тип әйтер инем хатта.
– Ғаиләгеҙ менән дә таны­шайыҡ әле.
– Ҡатыным менән өс бала тәрбиә­ләй­беҙ: Дилбәр, Тәбрис, Айсель. Үҙем Азер­байжандың Масал­лы районы Хәлфәләр ауы­лын­да тыуғанмын. Баҡыла ер төҙө­лөшө буйынса белем алдым. Уҙған бы­уат­тың 90-сы йылдарында ошо уҡ йү­нә­леш буйынса Мәскәүҙә уҡы­ным, әммә, заман үҙгәреү сә­бәпле, IV курстан уҡыуҙы таш­ларға тура килде. Эшҡы­уар­лыҡ менән шөғөл­ләнеп, Ҡазанға лимон, әфлисун ташый башланым, Ирандан ке­йем­дәр ҡайтарҙым, Латвиянан да та­уар­ҙар килтерҙем. Яйлап Баш­­ҡорт­останға күстем, шул осор­ҙан алып бында төп­ләндем. Аҙыҡ-түлек магазиндары астыҡ. Урын­дағы халыҡ менән уртаҡ тел табып йәшәйбеҙ, төрлө милли са­ра­ларҙа әү­ҙем ҡат­нашыр­ға тырыша­­быҙ. Ҡыуанысым менән дә уртаҡ­лашайым әле – яңыраҡ “Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнеләр.
“Урал батыр” дастанын азербайжан теленә тәржемә итеп, ки­таптың сигнал вариантын да сығарҙыҡ. Әммә эш бы­ның менән генә бөтмәй шул, һәр һүҙ ваҡыт үткән һайын яңыса асылған кеүек, шуға төбөнә төшөп, еренә еткереп башҡа­рырға кәрәк был хеҙмәтте. Урал батыр миңә йәшәйештең асылы, ғүмер­ҙең миҙ­гел генә булыуы, әм­мә шул арауыҡта изгелек ҡылып ҡалыу хаҡында иҫкәртеп торған кеүек. Ошо әҫәр ҡулыма килеп эләккән көндө яҙмышым бүләге тип иҫәпләйем.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780