Гәзитебеҙ иғлан иткән
“Талантлыны данлай “Башҡортостан” конкурсына йәлеп итеү өсөн берәй өлгөлө, матур ғаилә менән таныштырығыҙ әле”, — тип үтенгәс, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә оҙаҡ уйланып торманылар – Низаметдиновтарҙы тәҡдим иттеләр. Икеһенең дә байтаҡ ваҡыт хаҡлы ялда икәнлеген ишеткәс, “йәшерәк ғаилә һәйбәтерәк булыр ине лә” тигән уй үтте баштан. Шулай ҙа ризалашып, өйҙәренә юл тоттоҡ.
Ихлас ҡаршы алды Рауза апай менән Фәннүр ағай. Дәртле кеше ҡасан да дәртен һүрелтмәй, матурҙары төҫ ташламай инде ул. Рауза апай милли кейемен кейеп үк ҡуйғайны. Йырлы-моңло ғаиләлә, ауыҙҙарынан сыҡҡан һүҙҙәре шиғыр булып ҡойолғанда танышыу оҙаҡҡа һуҙыла тиме ни?! Шунда уҡ күптән күреп-белгән кешеләргә әүерелдек тә ҡуйҙыҡ. Рауза апай оса-ҡуна тигәндәй ҡул эштәрен күрһәтеп, “аһ” иттерҙе. Әле күпереп торған шәлдәре һоҡландырҙы, әле эшләпә, семәрле кофталарҙы, япмаларҙы ҡулға алдыҡ. Сигелгән, бәйләнгән әйберҙәре бүлмәне тағы ла сағыуландырҙы, йылылыҡ өҫтәне.
Рауза Шәкүр ҡыҙы дебет шәл бәйләргә IV класта өйрәнгән. Хәйер, Ҡоръятмаҫ ауылы ҡыҙҙары хаҡында һүҙ барғанда яңылыҡ түгел был, улар бәләкәйҙән шәл бәйләү оҫтаһы булып таныла. Ҡул эшенә маһирлығы менән бергә йыр-бейеүгә лә ғашиҡ йән ул. Атаһының скрипкала, ағаһының гармунда уйнағанын күреп-тыңлап үҫкән ҡыҙ, киреһенсә, йыр-моңға битараф булһа, аптырар инең. Етмәһә, бер өләсәһе ҡурайҙа ла һыҙҙырған.
Ауыл йәштәре дәррәү спектакль әҙерләгән, тирә-яҡ ауылдарға концерт ҡуйып та йөрөгән. Әйткәндәй, Рауза апай менән Фәннүр ағай бер ауылдан, йәшлектәре бергә уҙған, икеһе лә үҙешмәкәрҙәр түңәрәгенә йөрөгән. Ана шул йыр-моңға ғашиҡлыҡ яҡынайтҡан да инде дәртле, һәләтле егет менән ҡыҙҙы. Дүрт йыл дуҫлашып йөрөгәндән, үҙҙәрен ғаилә тормошона әҙерләгәндән һуң ғына ҡауышҡан Низаметдиновтар.
Ҡоръятмаҫта урта мәктәп булмау сәбәпле, Х класты тамамлай алмайҙар. Әммә икеһенең дә төплө белем алырға теләге ҙур була. Шуға бергәләп киске мәктәпкә йөрөйҙәр. Артабан Рауза апай ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай, уҡытыусы һөнәренә эйә була. Фәннүр ағай баш ҡалала баянсылар мәктәбендә остазы Роберт Заһретдиновтан моң серҙәренә төшөнә, Өфө йылға училищеһында уҡый.
Өҫтәлдәге бәләкәйерәк ике гармунға ла, урындыҡтағы ҙурыһына ла ҡараш ташлап алыуыбыҙҙы һиҙеп алған гармунсы ағайыбыҙ, һис инәлтмәй, һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе ижад иткән “Асылыкүл” йырын ишеттерҙе. Колхозда ла, Ишембайҙа заводта эшләгәндә лә үҙешмәкәр түңәрәккә йөрөргә ваҡыт еткерә ул.
Ишембайҙа ансамбль көслө ине, тип хәтерләй. Дәүләкәнгә ҡайтҡас, фольклор ансамбле ойоштороуға ла булышлыҡ итәләр. 15 йыл элек булдырылған был коллектив хәҙер – райондың йөҙөк ҡашы. Фәннүр ағай ансамбль ҡатын-ҡыҙҙары өсөн йырҙар ижад итә, байрамдарҙы биҙәүҙә ярҙамлаша.
– Барыһы ла йыр-моңға ғашиҡ йәндәр тупланған унда. Бер туған кеүектәр, рухлылар, тырыштар. Рауза мәҙәниәт йортонан хатта йәшәреп ҡайта, – тип йылмая Фәннүр Миңлейәр улы.
– Беҙҙе мәжлестәргә йыш саҡырҙылар, әле лә байрамдарҙан ҡалдырмайҙар. Матди байлыҡтан бигерәк рухи байлыҡ кәрәк бит кешегә. Күңелдәрендәге рухи бушлыҡты йыр-моңобоҙ менән аҙға ғына булһа тултырыуҙан үҙебеҙ ҙә ҙур ҡәнәғәтлек алабыҙ. Туйҙарға бүләгебеҙ ҡулдарымдың йылыһын һалған, күҙ нурҙарым түгелгән аҡ түбәтәй менән аҡ шәл булһа, күстәнәсебеҙ – гармун моңо, йыр-бейеү. Ҡул эштәремде ихлас бүләк итәм. Берәй шөғөлгә бирелеүҙе хобби тиҙәрме әле, бәйләргә, сигергә яратыуым шул була инде, – ти Рауза Шәкүр ҡыҙы.
– Рауза апай һеҙҙе лә бәйләп кейендерәме һуң? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ Фәннүр ағайҙан.
– Мин тәүге сиратта инде. Түбәтәйҙәрҙең төрлөһөн бәйләп бүләк итә, – ти ул, ҡәнәғәт йылмайып.
– Икебеҙ ҙә уҡырға яратабыҙ. Гәзит-журналдан әҙәби әҫәрҙәр уҡый торғас, 67 йәшемдә, хаҡлы ялға туҡтағас, үҙем шиғыр яҙа башланым. Бик ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты ул. Бер яҡын туғанымдың ҡыҙының туйынан һуң килде илһам. Хоҙайҙың хикмәтелер, моғайын, уларҙың йорто элекке мәсет урынында ине. Тәүге тәнҡитсем, әлбиттә, Рауза, иң элек уға уҡып күрһәтәм. Оҡшамай тиһә, ҡаршылашып тороу юҡ, үҙгәртәм. Шөкөр, өс китабым донъя күрҙе. Авторҙар тупланмаһында ла сыҡты шиғырҙарым. Шулай, пенсияла ла тик ятмайбыҙ, ижад менән шөғөлләнәбеҙ, баҡсала эшләйбеҙ, мәҙәни сараларҙа ҡатнашабыҙ. Әйткәндәй, өс китабымды ла үҙ иҫәбемә нәшер иттем. Пенсия аҡсаһына. Ғөмүмән, байлыҡ тип йәшәмәнек, эшләп тапҡан аҡсаны күңел күтәренкелеге өҫтәгән нәмәләр өсөн тотондоҡ. Яңы ғына баҫылған китабыңды ҡулыңа алыу әйтеп бирә алмаҫлыҡ шатлыҡ кисертә. Рауза апайығыҙ ҙа яҙышып алғылай. Ауылыбыҙға арнап ҡобайыр ижад итте. Хәҙер тарихи темаларға тотонорға иҫәбем бар, – ти Фәннүр Низаметдинов.
Әйткәндәй, күптән түгел генә Рауза Шәкүр ҡыҙы менән Фәннүр Миңлейәр улы алтын туйҙарын билдәләгән. Район мәҙәниәт йортонда матур итеп, ҙурлап үткәргәндәр Низаметдиновтарҙың ғаилә байрамын. Күңелдәре тулы моң, ижад ҡомары менән янған матур парҙың артабанғы көндәре лә бөгөнгө ялҡынын һүрелтмәһен, бергәлектә, тигеҙлектә йәшәргә яҙһын.