Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт йолаһы
Ҡыҙ ҡушыу

Килен һөйләшмәй. Әгәр үҙе теләһә, бүләк биреп өндәшә. Кем башта һүҙ ҡуша, шул бүләк тапшыра.
Егетте ҡыҙ янына индерәләр. Уның биленә оҙон ҡыҙыл билбау бәйләйҙәр. Ныҡ итеп үреп сырмағас, осон йәшерәләр. Егеттең билбауын ҡыҙ сисергә тейеш. Һынау йолаһы ул. (Салауат районының Ахун ауылында йәшәгән Әҡлимә Шәрипованан яҙып алынды).
Ҡыҙ ҡушҡас, кейәүләп йөрөү башлана. Йома һайын кейәү ҡыҙ янына ҡуна килә. Ауылда бер нисә кеше бер юлы өйләнһә, бигерәк күңелле. Никахтан һуң йома һайын улар кәләштәре янына бара. Шым ғына, әкрен генә, кешегә күренмәҫкә тырышып. Бер кем уларҙы күрергә, ҡамасауларға тейеш түгел. Күргәндәре белмәмешкә һалышып үткән.

Туй бейеүе

Батмусҡа баҫып, һикегә ике яғы һалындырып ябылған балаҫта ҡара-ҡаршы тороп бейегәндәр. Был туйға килтерелгән күстәнәсте таратып бөткәс була. Ирҙәp — һикeлә, ҡоҙағыйҙар — батмуста. Бейегәндә уларҙың аяҡтары аҫтына тәңкә ташлайҙар. “Тәнәйҙәр” (ҡыҙҙар) шуларҙы йыя. Ҡоҙағыйҙар бик тыйнаҡ ҡылана.


Һыу башлатыу

Килен төшкән көндә һыу башлатыу йолаһы үтәлә. Һыуға беренсе тапҡыр барғанда ҡыҙ буш көйәнтә күтәрмәй. Бының өсөн берәй бикәсе ярҙамға килә. Йәш килен ипләп кенә уға ҡулъяулыҡ йә яулыҡ бирә. Уларға ҡыҙҙар эйәрә. Уйын-көлкө менән баралар. Килен, тәңкә ҡабып, шым ғына ауыҙын өс рәт сайҡай.
Һыу алғанда ул:
Төшкән ерҙәремә ярайым,
Эй, Хоҙайым, Раббыҡайым,
Төшкән ерҙәремә таш булып батайым,
Атай йортона кире ҡайтып,
Уларҙы ҡайғы-хәсрәткә һалмайым!
— тип доға ҡыла. Һыуҙы түкмәҫкә тырыша. Бикәсе еңгәһенә ярҙам тәҡдим итергә мөмкин. “Үҙең ал!” тиҙәр киленгә.
Ҡыҙ һыуҙан ҡайтҡас, уға бик һынсыл ҡарайҙар. Әгәр матур баҫып, сайпылтмай, түкмәй-сәсмәй алып килһә, бәхетле йәшәйәсәктәр, тиҙәр. Килен абынһа, был яҡшы билдә түгел.
Алып ҡайтҡан һыуҙан сәй ҡай­на­талар. Сәй яһағанда йәш киленде ҡотлап, тәңкә бирәләр.
— Ҡоҙағый, әллә ниңә самауырҙың мороно боролмай! — ти берәүһе. Шунан батмусҡа, самауыр аҫтына тәңкә ташлайҙар. Сәй эскәндә бер нисә ҡоҙағый булырға тейеш.
Килен ҡушъяулыҡ ябынып килә. Биленә төшөрөп, камзулының тышынан ебәк бау бәйләп ҡуя. Йола шулай ҡуша.
Еңгәләр ҡыҙҙы ҡушҡандан һуң таңдан мунсаға ебәрә. Унан сығыуға сөйгә ҙур таҫтамал эленеп ҡуйыла, шуға һөртөнгәс, ике яҡ башына кейәү көмөш тәңкә бәйләй.
Түркен ҡыҙ кеше тәү башлап атай йортона ҡайтыр булһа, ире менән бергә генә ҡунаҡҡа бара. Яңғыҙ һис ярамай! Бер йылдан ғына атай йортона ҡайтырға мөмкин. Әгәр йыш ҡайтып йөрөһә, “түркенсәк килен” тип яман­лайҙар. Ваҡытын белеп, йола буйынса ғына йөрөһә, “килен­сәк” тип маҡтайҙар.

Рубриканы филология фәндәре докторы
Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779